Рабочая программа по башкирскому языку (2 класс)

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Башҡорт теленән программа, ΙΙкласс

I. Аңлатма яҙыу


Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы төҙөгәндә башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттары, федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:Мәғариф министрлығының 1089-сы номерлы 5.03.2004 йылғы ”Дәүләт белем биреү стандарттарының федераль компоненттарын раҫлау тураһында ”Законы «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.


Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.

  2. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).

  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).


Маҡсаттар һәм бурыстар.

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 2-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

  1. Өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.

  2. Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

  3. Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

  4. Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.

  5. Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.

  6. Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.

  7. Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.

  8. Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.


ΙΙ класта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың интегратив маҡсатын уҡыусыла элементар коммуникатив компетенция формалаштырыу тәшкил итә.

Элементар коммуникатив компетенция – уҡыусының типик ситуацияларҙа телдән һәм яҙма рәүештә башҡорт теле саралары ярҙамында аралашыуға әҙерлеге һәм һәләте. Шулай итеп, ΙΙ класта башҡорт телен уҡытыуҙың түбәндәге маҡсаттарын билдәләп була:

уҡыусыһының телмәр мөмкинлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып телдән (тыңлап аңлау һәм һөйләү) һәм яҙма (уҡыу һәм яҙыу) рәүештә аралашыу оҫталығын формалаштырыу;

уҡыусыларҙы башҡорт балалар фольклоры һәм нәфис әҙәбиәт үрнәктәре менән таныштырыу; башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү;

уҡыусыларының телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтен һәм уҡыу оҫталығын үҫтереү; башҡорт телен артабан үҙләштереүгә мотивация булдырыу;

башҡорт теле саралары ярҙамында уҡыусыны тәрбиәләү һәм уның төрлө яҡлы үҫешенә булышлыҡ итеү.

«Башҡорт теле» предметының эшмәкәрлекле характеры донъяны бөтөн, эмоциональ һәм актив ҡабул итеүсе башланғыс класс уҡыусыһының тәбиғәтенә тап килә.


Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше)


Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

II. Уҡыу планында предметтың урыны

Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 2 класта 35 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт)


Һылтанма: эш программаһыММБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол №1 , 29 август 2014 йыл.)


Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Шәхси һөҙөмтәләр

Башҡорт телен 2 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.


Метапредмет һөҙөмтәләр

уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.


Предмет һөҙөмтәләре

башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

ҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

уҡыуҙа:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.


Тел компетенцияһы (тел сараларынүҙләштереү).

башҡорттеленеңөндәрендөрөҫәйтеүһәмайырыу; һүҙҙәргәһәмфразаларғадөрөҫбаҫымҡуйыу;

төрлөһөйләмтөрҙәрен интонация менәнуҡыу;

башланғысмәктәпкурсындаөйрәнелгәнуҡыуһәморфографикҡағиҙәләрҙеҡулланыу;

башланғысмәктәпкурсындаөйрәнелгәнлексикберәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалаулексикаһы, телмәрклишелары) һәм грамматик күренештәрҙетаныуһәмтелмәрҙәҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

географикатамаларҙы, билдәлебалаларәҫәрҙәренеңперсонаждарын, популяр әкиәттәрҙеңсюжеттарын, балаларфольклорыныңҙурбулмағанәҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Таныпбелеүсфераһы:

айырымөндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябайһөйләмдәркимәлендәбашҡортһәм рус телдәренеңкүренештәренсағыштырабелеү;

башланғысмәктәптематикаһыкимәлендәөлгөбуйынсакүнегеүҙәрэшләйбелеү;

ҡағиҙәләр, таблицаларҙыҡулланабелеү;

үҙҙеңдебашланғыс класс уҡыусыһыкимәлендәбаһалайбелеү;

В. Дөйөмҡиммәттәргәйүнәлешсфераһында:

башҡорттеленфекер, хис-тойғо, эмоцияларҙыбелдереүсараһыбулараҡҡабулитеү;

балалар фольклоры ярҙамындабашҡортхалҡыныңрухиҡиммәттәренүҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

башҡорттелендәгехис-тойғоһәмэмоцияларҙыбелдереүсесараларҙыүҙләштереү;

балаларәҙәбиәтеүрнәктәременәнтанышҡандаматурлыҡтытанырғаөйрәнеү.

Д. Хеҙмәтсфераһында:

- уҡыупроцесындабилдәләнгәнпланғаярашлыэшләйбелеү.


III.Телмәрҙең тематик йөкмәткеһе.

Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға , башланғыс класс уҡыусыһының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм түбәндәге темаларҙы үҙ эсенә ала:

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен һәм өндәрен өйрәнеү.

Танышыу. Һаулыҡ һорашыу.

Мин һәм минең ғаиләм. Минең яратҡан шөғөлөм. Көн тәртибе. Магазин: кейем-һалым, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек алыу. Яратҡан ризығым. Ғаилә байрамдары: тыуған көн, Яңы йыл. Бүләктәр.

Минең дуҫтарым. Йорт хайуандары.

Минең мәктәбем. Класс бүлмәһе, уҡыу предметтары, уҡыу әсбаптары. Дәрестәр.

Тирә яҡтағы донъя. Минең йортом/ квартирам/ бүлмәм: бүлмәләр, йыһаздар. Тәбиғәт. Йорт хайуандары һәм ҡырағай хайуандар. Яратҡан миҙгелем. Һауа торошо.

Тыуған илем. Башҡортостандың баш ҡалаһы. Әҙәбиперсонаждар. Балалар фольклоры.


Коммуникативоҫталыҡтар.

Һөйләүтелмәре

Диалогик форма:

типик ситуацияларҙа диалог алыпбарыу;

һорау-яуапрәүешендәге диалог.

Монологик форма:

- телмәрҙеңтөпкоммуникативтөрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.

Тыңлапаңлау

- уҡыусыныңуҡытыусыһәмкласташтарыныңтелмәренаңлауы;

өйрәнелгән тел материалынатаяныпэшләнгәнаудиояҙмалағыҙурбулмағантекстарҙыаңлау.

Уҡыу

башҡорттелематериалынатаяныпэшләнгәнҙурбулмағантекстарҙыҡысҡырыпуҡыу;

өйрәнелгәнматериалдыһәмбернисәяңыһүҙҙеүҙэсенәалған тексты эстәнуҡыуһәмаңлау, текстанкәрәклеинформациянытабыу (персонаждарҙыңисемдәре, географикатамаларһ.б.).

Яҙыу

текстанһүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрһәмһөйләмдәрҙекүсерепяҙыуоҫталығы;

Тел сараларыһәмуларҙыҡулланыукүнекмәләре.

Графика, каллиграфия, орфография.

Башҡорттеленең алфавиты. Йы, йе, йө, йү, йәҡушымсалары. Өнһәмхәрефтең тап килеүе. Уҡыуҡағиҙәләре. Төпорфографикҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙеңдөрөҫяҙылышы.

Телмәрҙең фонетик яғы.

Башҡорттеленең специфик өндәрендөрөҫәйтеүһәмишетеү. Төпорфоэпикнормалар. Башҡорттелендәбаҫым. Һөйләмдеңинтонационтөрҙәре.

[link]   федеральный центр информационно-образовательных ресурсов