Конспект урока на тему Мостай Кәрим Ҡайын япрағы тураһында

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының

7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы








Тема: Мостай Кәрим. “Ҡайын япрағы тураһында”

Маҡсат: 1. М.Кәрим ижадын, тормош юлын тулыраҡ

өйрәнеү;

2. Уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү;

3. М.Кәрим поэзияһына ҡыҙыҡһыныу

тәрбиәләү.

Йыһаҙлау: портрет, слайд, әҙәби китаптар, Башҡортостан картаһы















Төҙөнө: башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғ әлимова Г.Д.

Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле.

  • Һаумыһығыҙ, хәйереле көн, уҡыусылар! Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын! Бөтәгеҙгә лә яҡшы кәйеф теләйем. Әйҙәгеҙ бер-берегеҙгә ҡарап, йылмайыҡ алайыҡ әле. Һеҙҙең йөҙҙәрегеҙ шат, шуға күрә был дәрестә бер-беребеҙҙе аңлап, күп эштәр башҡарырбыҙ тип уйлайым.

Дәрестең темаһы һәм маҡсаты менән таныштырыу.

  • Дәресебеҙҙе ошондай шиғыр юлдары менән башлайыҡ.

Шиғыр

Шағирға ниңә чин кәрәк?

Нимәгә уға титул?

Батшалар ятлап алырлыҡ

Шиғырҙар яҙа бит ул.

- Нисек уйлайһығыҙ, был шиғырҙың авторы кем икән? Эйе, ысынлап та был шиғырҙы Мостай Кәрим бер шағирға арнап яҙған. Ә бит шағир үҙе лә “батшалар ятлап алырлыҡ шиғырҙар” ижат иткән.


  • Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт халҡының данлыҡлы улы Мостай Кәримдең тормош юлы, ижады тураһында һөйләшербеҙ, шиғырҙарын тыңларбыҙ.


Төп өлөш.

  • Уҡыусылар, ә һеҙ Мостай Кәрим тураһында нимәләр беләһегеҙ һуң?

  • Әйҙәгеҙ әле уның тормош юлы тураһында иҫкә төшөрөп үтәйек. (слайд)


Шағирҙың тормош юлы.

Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Шишмә районында Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Үҙенең шиғырҙарын буласаҡ шағир алтынсы синыфта яҙа башлай. 16 йәшендә тәүге шиғырҙар тупланмаһын баҫтыра. 1935 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, уны 1941 йылда тамамлай.

   Институтты тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Муром элемтә училищеһына йүнәлтмә ала. 1942 йылдың майында кесе лейтенант вазифаһында 17 — се мотоуҡсылар бригадаһына артдивизиондың элемтә начальнигы итеп ебәрелә. 1942 йылдың авгусында ҡаты йәрәхәтләнә, ярты йыл тирәһе госпиталдәрҙә дауалана. Һауығып сыҡҡас, Воронеж фронтының «За честь Родины» һәм 3 — сө Украина фронтының «Советский воин» гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Еңеүҙе Венала ҡаршы ала. Был һуғыш тураһында һуңынан ул бик күп яҙа, йәштәр менән һөйләшә.

   Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Мостай Кәрим үҙен тулыһынса ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә арнай. СССР Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы эшендә әүҙем ҡатнаша. 1951 — 1962 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1962 — 1984 йылдарҙа — РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретаре вазифаһын башҡара.

- Дәфтәрҙәрҙе асығыҙ һәм шағирҙың ҡайҙа һәм ҡасан тыуған икәнен яҙып ҡуйығыҙ.

  • Ә ижады тураһында нимәләр беләһегеҙ?

  • Уның ниндәй әҫәрәҙәре һеҙгә таныш? (слайд)


Ижады  

Мостай Кәримдең ижади эшмәкәрлеге үткән быуаттың 30-сы йылдар уртаһында башлана. Ул йөҙҙән ашыу шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, тиҫтәнән артыҡ драматургия әҫәрҙәре авторы.

Бөгөн Рәсәйҙә Мостай Кәримде белмәгән кешене эҙләп табыуы бик ҡыйын. Сит илдәрҙә лә был исем билдәлелек яуланы. Уның әҫәрҙәре донъяның күп телдәренә тәржемә ителде, бик күп милли мәҙәниәттәрҙең органик өлөшөнә әйләнде. Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Әзербайжан, Украина, Белоруссия, Төркиә, Ҡытай, Болгария һәм башҡа илдәр Мостай Кәрмдең юғары әҙәби оҫталығы, бай ижади мираҫы алдында баш эйә.

Шағир үҙенең тыуған илен бик ярата, уның менән ғорурланып йәшәй. Шуның өсөн дә был тема уның ижадында төп темаларҙың береһе булып тора. Тыуған иле – Башҡортостанға бығышлап яҙған әҫәрҙәре уның бик күп. Шундайҙарҙың береһе – “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры. Бөгөн беҙ был шиғырҙың өҙөгөн бергәләп уҡып үтербеҙ. (Слайд)

Ҡайын япрағы тураһында”

Ер шарының картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына, -

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына.

Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың

Бер япрағы ни бары.

Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –

Шундай йәшел, юғары.

Картаға ҡарап еремде:

Бер япраҡ саҡлы, - тинем,

Мин хайранмын киңлегеңә,

Башҡортостаным – илем!

Бер сигең Яйыҡ ярында,

Ыҡ буйында бер сигең,

Бөркөт ҡанатын талдырыр

Сал тауҙарың бар һинең.

Һиндә тормоштоң көрлөгө,

Донъялар именлеге,

Һиндә тауҙар ғорурлығы,

Далалар иркенлеге.

Һыуҙарың көмөш. Тупрағың

Торғаны алтын һинең,

Бар хазинаңдан ҡиммәтле

Бәхетле халҡың һинең!

  • Тәүҙә әйҙәгеҙ һүҙлек эше үткәреп алайыҡ.

Һүҙлек эше үткәреү. (Слайд)

  • хайранмын –

  • сал тауҙарың –

  • тормоштоң көрлөгө -

  • именлеге –

  • ҡиммәтле –

Шиғырҙа шағир Башҡортостанға нисек һоҡлана?

  1. Уҡытыусы уҡыуы;

  2. Үҙ аллы уҡыу;

  3. Тасуири уҡыу.

  4. Һорауҙарға яуап биреү:

- Автор Башҡортостанды нимә менән сағыштыра? Ә Рәсәйҙе?

- Автор нимәгә хайран ҡала?

- Уҡыусылар, ә һеҙ Мостай Кәримдең ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ? Әйҙәгеҙ әле һөйләп ишеттерегеҙ.

Уҡыусылар яттан шиғырҙар һөйләйҙәр.

  • Афарин, уҡыусылар! Мостай Кәримдең бик күп шиғырҙарын беләһегеҙ икән.

  • Уөыусылар, һеҙгә Мостай Кәримдең шиғырҙары оҡшанымы?

  • Ә ниндәй маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды икән Мостай Кәрим? (Слайд)

   Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһалана. М. С. Кәримов — Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР -ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, СССР ҙың Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, РСФСР ҙың К. А. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы, М. Шолохов исемендәге Халыҡ — ара премия лауреаты, ике Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ,   Халыҡтар дуҫлығы, «Почет билдәһе» ордены, Iһәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, IIһәм III дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн», Салауат Юлаев ордендары менән наградланған.

  • Әлеге ваҡытта ла шағирҙың исеме онотолмай. Өфөләге урам, башҡорт гимназияһы Мостай Кәрим исемен йөрөтә. Уға арналған төрлө кисәләр, байрамдар үткәрелеп кенә тора.

Викторина үткәреү.

  • Хәҙер, әйҙәге викторина һорауҙарына яуап биреп ҡарайыҡ.

1. Мостай Кәримдең тыуған ауылы.

2. Мостай Кәримдең йәшәгән йылдары.

3. Атаһының исеме.

4. Ҡайҙа белем ала?

7. Мостай Кәрим Еңеү көнөн ниндәй ҡалала ҡаршылай?

5. Нисәнсе йылдарҙа яҙыша башлай?

6. Беренсе китабының исеме.

7. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесында төп герой.

8. Вәзир, Ғабдулла, Гөлнур ниндәй әҫәр геройҙары?

9. Башҡорт батыры тураһында ниндәй драма әҫәре бар?

10. Балалар өсөн ниндәй әҫәрҙәр ижад иткән?

11. Мостай Кәримгә бирелгән иң ҙур исем.

12. “ Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм”, – ниндәй йырҙың һүҙҙәре?

13. «Беҙҙең өйҙөң йәме» тип кемде әйтәләр?

14. Оло инәй менән Кесе инәй образдары ниндәй әҫәрҙән алынған?

15. Ниндәй шиғырҙа Башҡортостанды ҡайын япрағы менән сағыштыра?


Йомғаҡлау.

  • Мостай Кәримдең ижады тураһында нимәләр иҫегеҙҙә ҡалды?

  • Тимәк, шағир үҙе лә “батшалар ятлап алырлыҡ шиғырҙар” ижат иткән.