Разработка на тему Д.Бураҡаев. Урал (3 класс)

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


49-сы дәрес

Тема:Д.Бураҡаев. “Урал”. Маҡсат: хикәйәнең йөкмәткеһе менән танышыу; һөйләү телмәрен үҫтереү; тыуған ергә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Йыһазландырыу: дәреслек, презентация.

Дәрес барышы.

l.Ойоштороу мәле. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

- Һаумыһығыҙ. Ултырығыҙ. Дәрестең девизын уҡыйыҡ:

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле

Яратам һине ,телем.

Рәхмәт һиңә,һинең аша

Алам мин яҡшы белем!

II.Өйгә эште тикшереү. 120-се биттә бирелгән һорауҙарға яуап биреү (һәр уҡыусыға карточкала һөйләм бирелә) - Һәр берегеҙ карточка алаһығыҙ, унда һөйләмдәр яҙылған. Ошо һөйләмдәр ҡайһы әҫәрҙән алынғанын әйтегеҙ. 1.Тәүге ҡарым, елбәҙәгем, Һағышым, ҡыуанысым. Һаумы, һаумы, аҡ хыялым, Наҙ-йырым, йыуанысым. 2.Эй ҡар яуа, ҡар яуа, Ынйы яуа, нур яуа. Мул тормошҡа ҙур уңыш Үҫтерергә ул яуа. 3. Төн аяҙ. Бөтә тирә-яҡты йомшаҡ, ап-аҡ ҡар ҡаплаған. Өйҙәр, лапаҫтар ҡар менән ҡапланып ултыралар. 4.Балалар күҙ бәйләнгәнсе ҡарбабайҙар тирәһендә уйнанылар. Ә Гөлназ Көләкәсте санаға ултыртып йөрөттө лә өйҙәренә алып ҡайтып китте. 5.Ап-аҡ ҡыш шаҡый тәҙрәне Ҡарлы ел менән. Ҡар һәм елдәр әйтә һымаҡ: - Яңы йыл менән! Яңы йыл менән! 6. Борғо тауышын ишетеү менән, башҡа уҡыусылар, сыбыҡ-сабыҡ күтәреп, майҙанға сыҡтылар. Күмәкләп ҡар тотҡостар эшләп ҡуйҙылар. Шунда ғына Зөһрәнең юҡлығын белделәр. 7.Хәбир баянан бирле Фәрихтән күҙен алмай. Ҡар өҫтөнә пальтоһын йәйеп һалған да шуның өҫтөнә ятҡан. III .Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу (Белемде актуалләштереү).

1.Артикуляцион күнегеү

Ай Уралым, Уралым, Күгәреп ятҡан Уралым! Нурға сумған түбәһе - Күккә ашҡан Уралым! -Тимәк, шиғырҙа нимә хаҡында һүҙ бара? Шиғыр юлдарын нисек аңланығыҙ? Дәрестә нимә хаҡында һөйләшәсәкбеҙ?

IVҡыу мәсьәләһен ҡуйыу (проблема ҡуйыу)

Дәрестең темаһын белер өсөн һүрәттәрҙең исемен әйтегеҙ, унда биләләнгән хәрефтәр бар, шуларҙан һүҙ төҙөгөҙ. (Урман, тауҙар, ағас, йылға.) Шулай итеп, теманың исеме нисек инде? Vҡыу мәсьәләһен сисеү. (яңы теманы өйрәнеү)

- Бөгөн беҙ Д.Бураҡаевтың “Урал” исемле хикәйәһен уҡырбыҙ. Дәфтәрҙәргә число, теманы яҙып ҡуйығыҙ

1. Хикәйә өҫтөндә эш: а) һүҙлек эше: мөһабәт - величественный текә – крутой шишмә – родник сал –седой ҡылған – ковыль һанһыҙ - бесчисленный

б)хикәйәне үҙем уҡыйым (уҡыусыларҙан тәржемә иттереп барам) физ-ка

VI.Белемде нығытыу(яңы белемде практикала ҡулланыу)

1. уҡыусыларҙан уҡытыу 2.хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса эш

VII.Йомғаҡлау. Рефлексив анализ.

Хикәйәнең авторы кем?


- Дәрестә үҙегеҙгә ниндәй кәрәкле мәғлүмәттәр алдығыҙ, нимәләр белмәй инегеҙ? Дәрес оҡшанымы, юҡмы, һеҙҙең алдығыҙҙы ятҡан йылмайликтарға билдәләгеҙ.

1.Өйгә эш : уҡырға 121-122-се бит