Сочинения на башкирском языке Пою мою Республику

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Башҡортостан – ожмах иле.

Башҡортостан – минең тыуған республикам. Мин уның менән ысын күңелдән ғорурланам. Башҡортостан үҙенең ҡосағына ниндәй генә милләтте һыйҙырмаған – башҡорт, татар, рус, сыуаш һ.б. Улар бөтәһе лә үҙ-ара татыу йәшәй. Республикамда һәр бер ҡала, һәр бер район үҙенең халҡы, тәбиғәте менән дан тота. Әйтәйек, Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы, Стәрлетамаҡ – шихандары, Бөрйән – Шүлгәнташ мәмерйәһе, Әбйәлил тәрән күлдәре менән бөтә илгә билдәле. Ә беҙҙең Салауат ҡалаһы үҙенең эшсән, талантлы халҡы менән башҡаларҙан айырылып тора.   Республикабыҙҙа йылҡысылыҡ, умартасылыҡ, игенселек, урмансылыҡ, һунарсылыҡ алға киткән. Тыуған яғымдың тәбиғәте һәр бер кешене үҙенә ылыҡтырып, ымһындырып саҡырып тора. Юҡҡа ғына Башҡортостанды икенсе Швейцария тип атамайҙар. Ошондай мөғжизәле ожмахтай ерҙә йәшәүем менән мин бик бәхетлемен.

 





































Башҡортостан картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына,

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына!”

Тыуған Башҡортостанымды бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим ҡайын япрағы менән тиңләй. Ҡайын япрағындай ғына булһа ла, минең республикам бик ҙур. Башҡортостан үҙенең ғорур тауҙары, тәрән йылғалары, таҙа күлдәре менән данлы. Ҡурай моңо, хуш еҫле балы тик минең тыуған яғымда ғына бар. Ҡуйы урмандары, борма-борма ағып ятҡан йылғалары, ҡая өҫтөндә таш араһында үҫкән ҡарағайҙары менән һәр кемде хайран ҡалдыра. Минең республикамда эшһөйәр, ярҙамсыл халыҡ йәшәй. Мин дә Башҡортостандың үҫешенә үҙ өлөшөмдө яҡшы уҡыуым менән индерәм. Сөнки республикамдың киләсәге беҙҙең ҡулдарҙа.

























Башҡортостандың тәбиғәте.

Һәр кемгә ғәзиз, яҡын тыуған ил берәү генә була. Башҡортостан–минең илем. Бында тыуҙым, үҫтем, йәшәйем һәм бының менән сикһеҙ ғорурланам. Сөнки тыуған яғыбыҙ тәбиғәтенең байлығы, матурлығы, ғорур тау-ҡаялары, йылға-күлдәренең күплеге, һыуҙарының муллығы һоҡланғыс! Башҡортостандың тәбиғәте үҙе бер мөғжизә. Бында мәғрүр ҡаялар, бейек тауҙар менән бер рәттән сикһеҙ далаларҙы ла осратырға мөмкин. Тыуған илемдең үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы ла бай һәм күп төрлө. Башҡортостан –бәрәкәтле ер. Башҡорт балы һәм шифалы ҡымыҙының даны башҡа илдәргә лә таралған. Мин шундай республикала йәшәүемә бик шатмын.