Пояснительная записка по башкирской литературе

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...




Әҙәби уҡыуҙан эш программаһы

Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы итеп, төп белем биреү программаһының дөйөм башланғыс белем биреү нигеҙҙәренә таянып, Белорет районы Шығай ауылы муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең директоры тарафынан раҫланған ошо уҡ мәктәптең уҡыу планына һәм 2015/2016 йыл өсөн төҙөлөп раҫланған уҡыу әсбаптары исемлеге нигеҙендә төҙөлдө.

Дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса программа дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең икенсе быуын Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар нигеҙендә төҙөлдө

  • Мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙың бурыстары, уны уҡытыуға заманса талаптар:


Яңы шарттарҙа гармоник үҫешкән яңы шәхесте тәрбиәләү бурыстарын уңышлы хәл итеү өсөн административ - бойороҡ методы етәкселек итеү шарттарындағы ҡатып ҡалған ҡанундарҙан, догматизмдан арындырыу һәм уны юғары кимәлгә ҡуйыу өсөн яңы мөмкинлектәр асылды.Мәктәптә әҙәбиәтте уҡытыуҙың илебеҙ алдында торған мөһим бурыстарҙан һәм әҙәбиәттең донъяны танып белеү, йәш быуынды тәрбиәләүҙәге үҙенсәлекле урынынан сығып билдәләнә. Уҡыусыларҙы нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә ылыҡтырыу юлы менән дөйөм мәҙәни кимәлен күтәреү бурысы хәл ителә. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ-эстетик йоғонто яһау, әҙәбиәт тарихы, теорияһынан белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт тәрбиәләү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, фекерләү һәләтлеген, телмәр үҫтереү бурыстары тормошҡа ашырыла.Программаға индерелгән яңы исемдәр, яңы әҫәрҙәр халыҡ тормошоноң үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында тарихи дөрөҫлөктө аяҡҡа баҫтырыу маҡсатын ҡуя.Һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереү буйынса һорауҙарға ҡыҫҡаса һәм тулы яуап бирә белеү, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле, дөрөҫ асыҡ итеп һөйләй һәм яҙа белеү, һүҙлек менән эшләү, әҫәрҙең йөкмәткеһенә һәм яҙма эштәргә план төҙөү, әҙәби изложение, инша яҙыу һәм башҡа төрлө ижади эштәр башҡарыу күҙ уңында тотола.










Аңлатма яҙыу


Урта мәктәптең 5-се класы өсөн башҡорт әҙәбиәтенән эш программаһы.

Эш программаһы 102 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт).

Дәреслек: Башкорт әҙәбиәте. Урта мәктәптең 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек- хрестоматия/ М. Х. Иҙелбаев, Ә.М.Сөләймәнов ,М.Б.Юлмөхәмәтов- Өфө: Китап, 2011.


Программа кимәле: базалы

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы түбәндәге документтарҙы иҫәпкә алып төҙөлә:

1. “Мәғариф тураһында” Рәсәй Федерацияһының Законы (“Закон об образовании” Закон Российской Федерации)

2. “Мәғариф тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законы.

милли мәктәптәрҙә белем алыу теле (телдәре)

Мәғарифтың дәүләт стандарттары

уҡыу-уҡытыу программалары

Мәғариф учреждениеһының вәкаләттәре һәм яуаплылығы.

3. Төп дөйөм белем эстәлегенең мәжбүри минимумы (БР Мәғариф министрлығы).

4. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының «V – XI синыфтар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән программаһы». Өфө – 2011



Төп дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыусы башҡорт балаларына башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙың бурыстары түбәндәгеләрҙән тора:

1. Уҡыусының башҡорт әҙәби телен үҙләштереүенә, тексты аңлап, тасуири итеп, етеҙ уҡыуына, дөрөҫ яҙа белеүенә, әҙәби тел нормаларын һаҡлап, төрлө темаларға иркен һөйләшеүенә ирешеү.

2. Балаларҙы дөйөм башҡорт әҙәбиәте, халыҡ ижады, башҡорт халҡының йыр-музыкаһы, театры, һынлы сәнғәте менән таныштырыу, күренекле яҙыусылар һәм уларҙың әҫәрҙәрен үҙләштереүҙәренә ирешеү.

3. Халыҡ тарихын һәм мираҫын өйрәнеү аша уҡыусыларҙа Ватанға, халыҡҡа, туған телгә мөхәббәт, ололарға, кеселәргә һәм кешегә ихтирам, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек тәрбиәләү. Шулай уҡ хеҙмәт тәрбиәһе һәм эстетик тәрбиә биреү.

Был бурыстар, айырым-айырым күрһәтелһәләр ҙә, үҙ-ара тығыҙ бәйләнгәндәр. Улар берҙәм уҡыу-уҡытыу процесында ғәмәлгә ашырылалар, сөнки дәрестә белем биреү, шәхес формалаштырыу бергә бәйләп алып барыла.

Программаға әҫәрҙәр киләсәк йәш быуынды мәрхәмәтле, шәфҡәтле, тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлаусы һәм яратыусы, кешелектең ыңғай сифаттарына эйә булған, милләт мәнфәғәттәрен яҡларҙай кеше итеп тәрбиәләү бурыстарын күҙ алдында тотоп һайланды.

Календарь-тематик пландың эстәлеген мәктәптә үҙләштерелергә, камилләштерелергә тейешле дөйөм күнекмәләр, башҡорт әҙәбиәте курсы буйынса махсус белем һәм күнегеүҙәр тәшкил итә.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Шығай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.


Башҡорт әҙәбиәтенән төп дөйөм белем стандарты.

Төп дөйөм белем баҫҡысында әҙәбиәтте өйрәнеү түбәндәге маҡсаттарға ирешеүгә йүнәлтелгән:

  • тиҙ үҙгәреүсән заман шарттарында файҙалы етештереүсән хеҙмәткә яраҡлы, үҙ-үҙен танып белергә һәм һәр ваҡыт камиллаштырырға әҙер, рухи донъяһы бай булған шәхес тәрбиәләү; гуманлылык ҡараштары, милли үзаң, гражданлыҡ тойғоһо, патриотизм, әҙәбиәткә һәм халыҡтың мәҙәни ҡиммәттәрен яратыу һәм хөрмәт булдырыу;

  • уҡыусыларҙа әҙәбиәттең үҙенсәлектәре тураһындағы ҡараштарҙы, әҙәби тексты ҡабул итеү, автор позицияһын аңлау, әҙәби процестың тарихи һәм эстетик нигеҙҙәренә төшөнөү, образлы һәм аналитик фекерләү культураһын, эстетик һәм иҗади һәләтте, ҡыҙыҡһыныуҙы, әҙәби зауыҡты; телдән һәм яҙма һөйләмде үҫтереү;

  • матур әҙәбиәт текстарын эстәлек һәм форма берлегендә аңлап ҡабул итеү, төп әҙәби-тарихи мәғлүмәттәрҙе һәм әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙе белеү; әҙәби-тарихи процесс тураһында дөйөм ҡараш булдырыу;

  • әҙәби-теоретик белемдәр нигеҙендә әҙәби әҫәрҙең тарихи-әҙәби ерлеген аңлап һәм тасуирылығын бөтөн тулылығында ғына асыҡланыусы булараҡ анализлау; төрлө типтағы инша яҙыу; кәрәкле мәғлүмәттәрҙе (интернет селтәре аша ла) табыу, системалаштырыу һәм файҙаланыу күнекмәләре булдырыу;

  • туған әҙәбиәттә һәм башҡа халыҡтар әҙәбиәттәрендә сағылыш тапҡан әхлаки идеалды үҙ-ара бәйләнештә аңлау һәм фекерләүҙәге уртаҡ һәм милли үҙенсәлектәрҙе асыҡлау.

Төп дөйөм белем биреү программалары эстәлегенә ҡуйылған мәжбүри талап.

Мәжбүри өйрәнеү өсөн тәҡъдим ителә торған әҙәби әҫәрҙәр.

Мәктәптә өйрәнеү өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе һайлап алыуҙа төп талаптар булып уларҙың художестволылығы, гуманистик эстәлеге, уҡыусы шәхесенә уңай йоғонто яһауы, уның үҫеш бурыстарына һәм йәш үҙенсәлектәренә тура килеүе, милли рух менән һуғарылыуы, шулай уҡ мәҙәни-тарихи традицияларға һәм белем биреү тәжрибәһенә нигеҙләнеүе тора.

Тәҡдим ителә торған әҙәби әҫәрҙәр хронологик тәртиптә урынлаштырыла. Уҡыусыларҙың белемдәренә нигеҙләнә. Өлкән синыфтарҙағы әҙәбиәт курсы һүҙ сәнғәтенең тарихи үҫешен системалы күҙаллау булдырыуға һәм шуның аша классик һәм бөгөнгө әҙәбиәттең үҙ-ара бәйләнешен тулыраҡ аңлауға йүнәлтелә. Күрһәтелгән яҙыусылар һәм әҫәрҙәр исемлеген программа авторҙары, тәрәндән өйрәнеү маҡсатынан сығып, киңәйтә ала.

Әҙәби-теоретик төшөнсәләр.

Матур әҙәбиәт һәм сәнғәттең башҡа төрҙәре. Әҙәби образ. Эстәлек һәм форма. Әҫәрҙә тормош материалы һәм әҙәби уйҙырманың үҙ-ара мөнәсәбәте.

Әҙәби төрҙәр (эпос, лирика, драма) һәм жанрҙар: роман, повесть, хикәйә, очерк, нәҫер, поэма, баллада, күңел лирикаһы, фәлсәфәүи лирика, гражданлыҡ лирикаһы, комедия, трагедия, драма.

Тематика һәм проблематика. Сюжет. Композиция. Конфликт. Автор-хикәйәләүсе. Автор образы. Персонаж. Характер. Тип. Лирик герой.

Портрет. Пейзаж. Психологизм. Деталь. Юмор һәм сатира.

Әҙәби йүнәлештәр һәм ағымдар: реализм (мәғрифәтселек, тәнҡитселек, социалистик һәм яңыртылған реализм булараҡ билдәләнгән “ауыл реализмы”, “психологик реализм”, “милли реализм” һ.б.), романтизм, модернизм (символизм, импрессионизм һ.б.). Танылған яҙыусыларҙың тормош һәм ижад юлындағы төп факттар.

Халыҡсанлыҡ. Тарихилыҡ. Миллилек.

Әҫәрҙең теле. Һүрәтләү саралары. Стиль. Шиғыр төҙөлөшө.

Әҙәбиәт тарихы. Әҙәби процесс. Әҙәби тәнҡит.


Әҙәби әҫәрҙәрҙе танып белеү буйынса төп эш төрҙәре.

  • Төрлө жанрҙағы әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау һәм ижади уҡыу;

  • Тасуири уҡыу;

  • Ҡабатлап һөйләүҙең төрлө төрҙәре;

  • Шиғри текстарҙы йәғни сәсмә әҫәрҙән өҙөктәрҙе яттан өйрәнеү;

  • Уҡыған әҙәби текстың төрөн һәм жанрын билдәләү;

  • Автор позицияһын һәм уны сағылдырыусы төрлө саралар урын алған тексты анализлау; геройҙарҙың теге йәки был эш-шөғөлдәренә нигеҙ булған мотивтарҙы һәм конфликтты асыҡлау;

  • Телдең тасуирлау сараларын һәм әҫәрҙә уларҙың идея-тематик эстәлеген асыу;

  • Бәхәстәрҙә ҡатнашыу, оппоненттарҙың фекерен иҫәпкә алып, үҙ ҡараштарыңды раҫлау һәм дәлилләү;

  • рефераттар, докладтар әҙерләү; әҙәби әҫәрҙәр һәм ирекле темалар буйынса инша яҙыу;

  • Урыҫ һәм башҡорт телендәге әҙәби әҫәрҙәрҙе сағыштырып баһалау, әхлаки идеалдарҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын билдәләү; милли үҙенсәлектәрҙе һәм уларҙың әҙәби-эстетик сағылышын аңлатыу;

  • Урыҫ телендәге әҙәби текстарҙы башҡортсаға һәм киреһенсә тәржемә итеү;

  • Төп дөйөм белем биреүгә талаптар

Башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеү нәтижәһендә уҡыусыла булырға тейешле белемдәр:

  • һүҙ сәнғәтенең образлылығы;

  • өйрәнгән әҙәби әҫәрҙәрҙең эстәлеге;

  • классик әҙиптәрҙең тормош һәм ижад юлдарының төп факттары;

  • әҙәби-тарихи процестың төп законсалыҡтары һәм әҙәби йүнәлештәрҙең үҙенсәлектәре;

  • төп әҙәби-теоретик төшөнсәләр;


күнекмәләр:

  • әҙәби текстың эстәлеген һөйләп аңлатыу;

  • әҙәбиәт тарихы һәм теорияһы буйынса белемдәргә (тема, проблема, идея, пафос, образдар системаһы, сюжет-композиция, телдең һүрәтләү саралары, әҙәби деталь) нигеҙләнеп, әҙәби әҫәрҙе анализлау; өйрәнелә торған әҫәрҙең айырым эпизодын (йәки күренеште)анализлау;

  • әҙәби әҫәрҙе ижтимағи һәм мәҙәни тормош күренештәре менән бәйләнештә аңлау; әҙәби әҫәрҙәрҙең тарихи-конкрет һәм дөйөм кешелек ҡиммәттәрен асыу; әҙәбиәттәге “мәңгелек” проблемаларҙы асыҡлау; әҫәрҙе осорға хас әҙәби йүнәлеш менән бәйлелектә тикшереү, аңлатыу;

  • әҫәрҙең төрөн һәм жанрын билдәләү;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе сағыштырып баһалау;

  • автор позицияһын асыҡлау;

  • әҙәби әйтелеш талаптарын һаҡлаған хәлдә өйрәнелгән әҫәрҙәрҙе (йәки өҙөктәрен) тасуири итеп уҡыу;

  • уҡыған әҫәргә дәлилле рәүештә үҙ мөнәсәббәтеңде белдереү;

  • әҙәби темаларға төрлө жанрҙа иншалар яҙыу;

  • Урыҫ һәм башҡорт телендәге әҫәрҙәрҙең уртаҡ һәм милли үҙенсәлектәрен билдәләү;

әҙәби һүрәтләү сараларын тейешенсә ҡулланып, башҡорт әҙәби текстарын урыҫ теленә һәм киреһенсә тәржемә итеү;

  • башҡорт һәм урыҫ телендәге әҫәрҙәр тураһында телдән һәм яҙма фекереңде белдереү, уларға баһа биреү.

Алған белем-күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡулланыу:

  • башҡорт әҙәби теленең нормаларына нигеҙләнеп, кәрәкле темаға телдән һәм яҙма бәйләнешле текст төҙөү;

  • диалогта йә бәхәстә ҡатнашыу;

  • һүҙ сәнғәтенең айырым күренештәре менән танышыу һәм уларҙың эстетик ҡиммәтен баһалау.


Әҙәбиәт курсының базис уҡыу (белем биреү) планындағы урыны

5-9-сы кластар өсөн эш программаһы “ Яңы стандарттар буйынса төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса өлгө Программалары”на, (төҙ.: М.Б Юлмөхәмәтов.- Өфө: Китап, 2011) таянып төҙөлдө. Сәғәт һаны: 102 сәғ.

Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ уҡыу планы әҙәбиәтте 385 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5-се класта105 сәғәт (аҙнаға 3 сәғәт), 6-сы, 7-се, 8-се, 9-сы кластарҙа – 70-шәр сәғәт (аҙнаға 2 сәғәт).

Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

Төп урта мәктәпте тамамлап сығыусы уҡыусыларҙың “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

* шәхестең рухи-әхлаҡи сифаттарын камиллаштырыу, күпмилләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;

* танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр, энциклопедиялар, Интернет-ресурс һ.б.

Төп урта мәктәптә “Әҙәьиәт” фәнен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

* проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөнаргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү,һығымталарҙы формалаштырыу;

* эшмәкәрлекте үҙ алдына ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;

* төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләүкүнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегеңдә файҙаланыу.

Төп урта мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙа фән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  1. танып белеү сфераһында:

башҡорт халыҡ ижадында башҡа халыҡтар фольклорында, боронғо әҙәбиәт, башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау;

- әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;

- әҫәрҙе анализлай белеү, жанрын билдәләү, тема, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, геройҙарға характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;

- әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идея-художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау (филологик анализ элементтары);

- әҙәби терминдар менән эш итә белеү;

2) ҡиммәт-ориентацияһында сфераһында:

- башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;

- башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;

- өйрәнелгән әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу (айырым осраҡтарҙа);

- автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;

3) коммуникатив сферала:

- әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлы итеп уҡыу, йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;

- әҫәрҙе, уның өлөштәрен текстағы һүрәтләү сараларын, цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;

- текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;

- әҫәр тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;

4) эстетик сферала:

- һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;

- әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;

- башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.

Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр:

“Башҡорт әҙәбиәте” курсын өйрәнеү һөймтәһендә уҡыусы белергә тейеш:

  1. Шәхси сифаттар:

  1. Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу;

  2. Этник һәм милли сағылышын таныу:

        • Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди ҡарау;

        • Мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарау;

        • Һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;

        • Ата-әсәйгә, тиҫтерҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

  1. Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эшеңә яуап бирергә әҙер булыу;

  2. Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу;

  3. Динамик үҙгәреүсән һәм үҫешле донъяла үҙенең социаль ролен аңлау;

  4. Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу;

  5. Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ,эмоциональ-әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алыу.

  6. Өлкәндәр һәм тиңдәштәр менән төрлө социаль хәлдәрҙә аҡыллы хеҙмәтләшлектең кәрәклеген аңлау һәм бәхәсле һәлдәрҙән сыға белеү;

  7. Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙан хәүефһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтәү.

  1. Метапредмет һәләттәре:

Уҡыу эшмәкәрлегенең универсаль алымдарын үҙләштереү (танып белеү, регулятив һәм коммуникатив).

  1. Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәрлеген ойошторорға һәләтле булыу;

  2. Үҙенең уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙҙәрен проектлау, баһаларға һәләтле булыу, уңышҡа өлгәшеүҙең эффектлы юлдарын билдәләй белеү:

        • уҡыу процесына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләл!рен хәл итә белеү;

        • әҙәбиәт буйынса теге йәки был яҙыусыһәм художестволы әҫәр буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, әҙерләнеү эше алып барырға, уның буйынса презинтация эшләй белеү;

        • билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланыу.

  1. Үҙенең йәш мөмкинлектәренән сығып, компьютер грамоталығына эйә булыу, кәрәкле мәғлүмәт йыйыу,анализлау, эшкәртеү маҡсатында интернет селтәре менән ҡулланыу, тексты баҫыу,уны төҙәтә һәм техник эшкәртә белеү.

  2. Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡыу, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен еткерә белеүуның буйынса һорауҙарға яуап биреү.

  3. Сағыштырыу, анализ, синтез, дөйөмләштереү кеүек логик эшмәкәрлеккә эйә булыу, оҡшаш сифаттары буйынса классификациялау, сәбәп-эҙемтә бәйләнешен һәм оҡшашлыҡты булдырыу.

  4. Әңгәмәсенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикшерелгән предметҡа ҡарата үҙенеү нигеҙле ҡарашын әйтә һә конфликтлы хәлдәрҙән сыға белеү.

  5. Объекттар һәм процестар мөнәсәбәттәрен сағылдырған бәйләнештәрҙең база, предмет, метапредмет төшөнсәләренә эйә булыу.

  1. Предмет һәләттәре:

  1. Телде милли үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау;

  2. Башҡорт теле Башҡортостаның рус теле Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау;

  3. Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы булараҡ нормотив телмәр һәм яҙма рус телен белеү;

  4. Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сараларына эйә булыу;

  5. Әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ-ара мәҙәниәттең күрһәткесе булыуын аңлау;

  6. Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу: танышыу, өйрәнеү, аңлы рәүештә ҡабул итеү һм текстарҙың йөкмәткеһен аңлап. Геройҙарҙың эшенә, ҡылығна әхлаҡи баһа биреү;

  7. Танып белеү, ғәмәли һәм коммуникатив мәсьәләлрҙе хәл итеү өсөн телмәр берәмектәре менән файҙалана белеү;

  8. Уҡыу компонентына, үҫешкән телмәр оҫталығына эйә булыу, йәғни ҡысҡырып уҡыу һәм үҙ аллы уҡыу техникаһына анализдың элементар алымдарын, элементар әҙәбиәт төшөнсәләре менән художестволы һәм фәнни-популяр һәм уҡыу текстарын үҙгәртеп ҡора белеү;

  9. Уҡыу өсөн үҙ аллы әҙәбиәт һайлап ала белеү, өҫтәлмә мәғлүмәт алыу өсөн мәғлүмәт сығанаҡтары менән файҙаланыу;

  10. Һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белеү;

  11. 70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙыу, инша ижад итеү, тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белеү;

  12. Уҡыусылар белергә тейеш талаптар:

        • Өйрәнелгән әҫәрҙең исемен һәм авторын белеү;

        • Әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы(сюжетты, геройҙарҙы, геройҙар менән ваҡиғаларҙың үҙ-ара бәйләнешен) аңлау;

        • Әҫәрҙең композицияһын аңлата белеү;

        • Юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең билдәләрен әйтеү;

        • Портрет, пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет төшөнсәләренең төп билдәләрен белеү;

        • Ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын белеү;

        • Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең эпизодттарын айырып күрһәтә белеү;

        • Әҫәрҙәге ваҡиғалар араһындағы ваҡыт һәм сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен билдәләй белеү;

        • Яҙыусы ижад иткән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырыу;

        • Әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы характерлауҙа мөһим урын алып торған эпизодтарҙы күрһәтә белеү;

        • Өйрәнелгән әҫәрҙә сюжет элементтарының(экспозиция,төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульинация, сиселеү) идея-художество урынын билдәләү;

        • Телдең һүрәтләү сараларының (шул иҫәптән, метафораның) контекстағы идея-художество урынын билдәләү;

        • Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ниғеҙендә әҫәрҙең геройын характерлау;

        • Авторҙың мөнәсбәтен асыҡлак маҡсатында, өйрәнелгән әҫәрҙең ике геройын үҙ-ара сағыштырыу;

        • Эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;

        • Телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү;

        • Үҙ аллы уҡыған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға үҙ мөнәсәбәтен белдереп) яҙма йәки телдән баһа бирә белеү;

        • Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм сағштырма) характеристика биреү;

        • Өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән һәм яҙма рәүештәге фекерләү характерындағы инша яҙыу;

        • Художестволы әҫәрҙе тасуири уҡыу;

        • Эпик әҫәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә тулы итеп йәки ҡыҫҡартып һөйләп биреү (изложение төҙөү);

        • Эпик, лирик, лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

  1. Универсаль уҡыу төрҙәрен үҙләштереү

        • уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьләләрен сисә белеү;

        • теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентацияэшләй белеү;

        • мәҙәни аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда. Уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ итеп. Эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә, уртаҡ фекергә килә белеү;

        • билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумун үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.