Урок внеклассного чтения на тему Шиғриәттең намыҫлы йондоҙо (7-8 кл)

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Дәрестең технологик картаһы


Белем биреү маҡсаты: әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы, мәғрифәтсе-шағир М. Аҡмулланың тормошона, ижадына байҡау яһау.

Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың телмәрен байытыу, үҙ фекерен яҡларға, уйларға өйрәтеү


Тәрбиәүи: М. Аҡмулла рухында белемгә ынтылыш, телебеҙгә, илебеҙгә, халҡыбыҙға һөйөү, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.


Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә, һығымта яһай белеү; в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, әңгәмәлә ҡатнаша белеү, төркөмдәрҙә, парлап эшләгәндә хеҙмәттәшлек итә, берүбереһен тыңлай, килешеп эшләй белеү, бирелгән эште еренә еткереп, һөҙөмтәле итеп башҡарыу.

Йыһазландырыу

мультимедиа проекторы,

Предмет-ара бәйләнеш

Йыр , , .


Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I.Ойоштороу мәле.

Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

I.- һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

- Хәйерле көн!

- Хәлдәрегеҙ, кәйефтәрегеҙ нисек?

- Бөгөнгө дәрестә һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Әйҙәгеҙ, дәрестә үҙебеҙгә уңыштар теләп, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайыштыҡ.

- Тел асҡысы иман биргән

Һөйөклө туған телем.

Үҙ телемдә һеҙгә сәләм:

Әссәләмәғәләйкүм!

Уҡыусыларҙың яуаптары







Хор менән сәләмләү.






Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар;

Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр.

Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар.

II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

1.Дәрестең эпиграфын уҡыу: - Аҡмулла ул – атлы башҡорт, Башҡорттоң аҡ намыҫы. Уның һүҙе хәҙер ҙә бит- Беҙҙең йөрәк тауышы.

(Р.Шәкүр)

- Ошо шиғри юлдарҙы һеҙ нисек аңланығыҙ? - Ни өсөн дәрескә ошо эпиграфты һаҡланыҡ икән? Шул хаҡта дәрес ба-рышында уйлайһығыҙ, яуап бирер-һегеҙ.


Эпиграфты уҡып, нимә тураһында һүҙ барыуын билдәләйҙәр.




Уҡыусылар яуап бирә.














Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү. Танып белеү: тейешле һығымта яһай белеү

Коммуникатив: тыңлайҙар һәм диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар

Шәхси: уҡыу эшмәкәрле-генә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусан-лыҡ сифаттары формалаша.

III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

  • Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

  • Үҙебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?

- Эйе, дәрестә Аҡмулланың тормошо һәм ижадына сәйәхәт ҡыласаҡбыҙ. – Кластағы уҡыусылар өс төркөмгә бүленә. Һәр төркөмдөң үҙ эше. 1-се төркөм: тормош юлы; 2-се төркөм: белем алыуы (уҡыуы); 3-сө төркөм: шиғриәте.

М.Аҡмулла тураһында һөйләшәсәк-тәре тураһында әйтәләр.

Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.





Өс төркөмдә эшләйҙәр. Артабан был проект эштәрен яҡлайҙар.


Танып белеү: логик фекерләү (сылбырын) алгоритмын төҙөйҙәр.

Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.

IV. Яңы материалды өйрәнеү.

Уҡыу проблемаһын сисеү.





























































































V. Белемде нығытыу (Яңы белемде практи-кала ҡулланыу)






























VI. Өйгә эш









VII. Дәресте йомғаҡ-лау. Эшмәкәрлеккә рефлексия







































1.М.Аҡмулланың тормош юлы М. Аҡмулла 1831 йылдың 26 декабрендә хәҙерге Миәкә районы Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы. Йәштән үҙ әсәһе үлеп, үгәй әсә ҡулында ҡалған Мифтахетдинға атаһының ишле ғаиләһендә “ят бауыр” хәлендә ҡыйырһытылып, төрлө йәбер-золомдарҙы татып үҫергә тура килә. Үгәй әсәнең “йоҙроҡ тәрбиәһе” аҫтында алған тәүге тор-мош һабаҡтары кескәй Мифта-хетдинға үҙ бәҫен үҙе яҡларға ын-тылыш тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Артабан ата йортонан бөтөнләйгә китеп, бәләкәйҙән тулыһынса яҙмыш ҡарамағында тороп ҡалыу ҙа уны йәштән үк үҙ йүнен күрә белергә, үҙ аллы тормош көтөргә өйрәтә.

2.Белем алыуы (уҡыуы)

Башланғыс белемде ул үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһында ала. Мәнәүезтамаҡ, Әнәс, Стәрлебаш, Троицк мәҙрәсәләрендә уҡый, билдәле суфый-шағир Шәм-сетдин Зәкиҙең шәкерте була. Илгиҙәрлек холҡо тынғылыҡ бирмәй атаһының атына ултырып сығып китә. Башта Ырымбур тарафына йүнәлә, унан – Яйыҡ, Миәс буйҙарына, Урал аръяғы далаларына юл тота. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим, мүлдәкә булып таныла. Иҫәнгилде бай менән бәхәскә инеп, төрмәгә эләгә һәм дүрт йылға яҡын ултырып сыға. Күп тә үтмәй ул тағы йыраҡ сәфәрҙәргә сығып китә. 90-сы йылдар башында Аҡмулла башҡорттар араһына йәшәргә ҡайта, ләкин илгиҙәрлек холҡо тынғы бирмәй, ул Троицк яҡтарын сығып китә. Ләкин 1895 йылда уның тормошо фажиғәле тамамлана. Уны Миәс ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә үлтереп китәләр, кәүҙәһе Миәс зыяратына күмелә.

3. М.Аҡмулланың шиғриәте: а) “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк” (“Карауанһарай” төркөмө башҡарыуында йырҙы тыңлау) - Шиғырҙың темаһы? (белем алырға өндәй, оран һала) - Ниндәй проблема күтәрелә? (уҡыған, белемле кеше юғалып ҡалмай) - Шиғырҙағы төп образ. (халыҡ)

б)”Нәсихәттәр” шиғыры

- Нимә ул нәсихәт? (тәртип, ҡылыҡ тураһында өйрәтеп әйтелгән өгөт, һүҙ)

- Шағир өсөн иң беренсе ҡиммәт нәмә? (иман) - Ҡалған ҡиммәт нәмәләрҙе һанап сығығыҙ. (күңел, аҡыл, шөкөр, әҙәп, сабыр, ихлас,) - Ә һеҙ үҙегеҙ ҡайһыһын иң беренсегә ҡуйыр инегеҙ?


4.Шағирҙың исемен мәңгеләштереү

- Уҡыусылар, һеҙгә карточкалар таратып бирәм, алған мәғлүмәттәрҙе билдәләй бараһығыҙ: (+ - яңылыҡ; V – миңә таныш; ? –аңлашылмай)

- Республикала шағирҙың исемен мәңгеләштереү өсөн нимәләр эшлән-гән һуң? - Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһенә һәйкәл асылған ( октябрь 2008 йыл); - БДПУ –на М.Аҡмулла исеме бирелде (апрель2006 йыл);

-Аҡмулла исемендәге премия булдырыла;

-Аҡмулла уҡыуҙары уҙғарыла (декабрь):

- Туҡһанбай ауылында музейы асыла


1.Тест һорауҙарына яуап биреү

1.Аҡмулла ҡасан тыуған

а) 1929

б) 1831 *

в) 1832 2. Тәүге һабаҡты ҡайҙа алған?

а) Туҡһанбай *

б) Мәнәүезтамаҡ в) Стәрлебаш

3. Аҡмулла исеме ниндәй мәғәнәгә эйә? а) тура, ғәҙел һүҙле, уҡымышлы * б) өлкән кеше

в) йырау

4. Ҡайһы ҡалала төрмәлә ултыра?

а) Петербург

б) Троицк *

в) Ҡустанай 5. Аҡмулла ҡайҙа ерләнгән?

а) Туҡһанбай

б) Өфө

в) Миәс*

2.Кластер төҙөү:

А ҡ м у л л а (исемдең хәрефтәренән башланырға тейеш: алсаҡ, ҡыйыу, мулла, уҡымышлы, лидер, лайыҡлы, аҡыллы)


1.Шағирҙың оҡшаған шиғырын ятларға;

2.Үҙегеҙ Аҡмуллаға бағышлап шиғыр яҙып ҡарағыҙ (ике эштең берәүһен генә башҡарырға)







-Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

- Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме? - Ни өсөн Аҡмулланы автор “Башҡорттоң аҡ намыҫы”, ти ?


- Эйе, һәр халыҡтың үҙ дәүеренә ҡарата алдынығы фекер йөртөүсе аҡыл эйәләре була. Улар милләтте яҡтылыҡҡа, белемгә өндәүсе, тыуған халҡы, туған теле яҙмышы хаҡында борсолоусы бөйөк шәхестәр. Шундайҙарҙың береһе – халҡын яҡын күреп “башҡорттарым” тип өндә- шеүсе, төрки халыҡтарының тари-хында, әҙәби тормошонда тәрән эҙ ҡалдырыусы бөйөк башҡорт шағиры, мәғрифәтсеһе М.Аҡмулла . Баһалау битендә үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.

- Алған белемдәрегеҙ тормошта кәрәк булырмы?


Уҡыусыларҙы баһалау.

Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам. Тәртипле, аҡыллы малайҙар һәм ҡыҙҙар булып Тыуған илебеҙгә файҙалы, кәрәкле шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.


Дәрес бөттө. Һау булығыҙ



Бирелгән мәғлүмәтте уҡыйҙар, кәрәклеһен генә һайлайҙар


Бер уҡыусы һөйләй, ҡалғандары логик-мәғәнәүи модель төҙөйҙәр (Тыуған яғы )










Уҡыусылар уҡытыусының һорауына яуап бирәләр һәм әңгәмәлә ҡатнаша.








Бер уҡыусы һөйләй, ҡалғандары ЛММ төҙөй

Уҡыуы

































Ижад емештәре

Уҡыусының тасуири уҡыуы, яттан һөйләүҙәре


Уҡытыусының һорауҙарына яуап биреү, әңгәмә ҡороу












Уҡыусыларҙың яуап биреүе




Карточкала билдәләйҙәр


















Тест һорауҙарына яуап бирәләр, үҙ-ара дәфтәрҙәрҙе алышып яуаптарҙы тикшерәләр




























Көндәлеккә өй эшен яҙалар.









Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы иҫкә төшөрөү, баһалау битендә үҙҙәренә баһалар ҡуялар.



Регулятив: өлгө буйынса эшләй белеү, төркөмдә эшләй белеү.


Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, рефлексия үткәрәләр, үҙҙәренең эштәрен яҡлай беләләр, анализ бирәләр


Коммуникатив: монологик телмәр төҙөй белеү, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ эштәрен анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша

Шәхси: уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен (биремен) аңлау, үҙҙәренең эшмәкәр-леген планлаштырыу









Танып белеү: анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштер



Регулятив: уҡыу мәсьәләһен (биремен) аңлау, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу













Коммуникатив: диалог төҙөйҙәр, һорауҙарға яуап бирәләр, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша






Танып белеү: анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштереү



Шәхси: тасуири уҡыу күнекмәләре формалаша, уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта



























Регулятив: үҙ алға эшләй белеү, төркөмдә эшләй белеү.


Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, рефлексия үткәрәләр, үҙҙәренең эштәрен яҡлай беләләр, анализ бирәләр


Коммуникатив: бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ эштәрен анализлау, Шәхси: уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.












Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлай, һайлай белеү.

Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу.

Коммуникатив: шиғыр ятлау


Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Шәхси: үҙүҫеш, баһалау һәләте үҫә.


















Тормош юлы Белем алыуы


Туҡһанбай ауылында

Атаһы Камалетдин

Ишҡужа улы Мәнәүезтамаҡ, Әнәс


Әсәһе Бибиөммөгөлсөм

Сәлимйән ҡыҙы Стәрлебаш мәҙрәсәһе



Миәкә р-ны Туҡһанбай ауылы Троицкиҙағы Рәсүлиә мәҙрәсәһе







Башҡорттарым, уҡыу кәрәк! Өфөлә һәйкәл ҡуйыла


БДПУ –на М.Аҡмулла исеме бирелә

Нәсиәхәттәр

Аҡмулла исемендәге премия

булдырылды


Аттың ниһен маҡтайһың? Аҡмулла уҡыуҙары

Туҡһанбайҙа музейы асыла

Ижад емештәре Исемен мәңгеләштереү