Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының
7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
Тема: Ҡылымдың үткән заманы.
Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.
( VI синыф )
Маҡсат. Ҡылымдың үткән заман формаһының яһалыу юлдарын өйрәнеү, яңы һүҙҙәр үҙләштереү; уҡыусыларҙың бәйләнешле яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү; ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Башҡортостан картаһы, ҡоштар төшөрөлгән һүрәттәр, таблица, флажок, сана һәм тау һүрәттәре, ребустар.
Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр: ҡышлаусы ҡоштар, тағараҡ, ярҙамға мохтаж.
Дәресте үткәрҙе: башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ғәлимова Г.Д.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу мәле.
1. Инеш әңгәмә. Дәрестең маҡсатын билдәләү.
2. Артикуляцион күнегеү.
Дә-дә-дә - һөйләшәм башҡорт телендә.
Дә-дә-дә - яҙам башҡорт телендә.
Ға-ға-ға – ҡаҙҙар китте йылғаға.
II. Өй эшен тикшереү.
“Матур Өфө ҡалаһы” йырының бер куплетын йырлау.
Өфө тураһында һөйләмдәр төҙөп, ҡылымдарҙы билдәләү.
III. Яңы теманы үҙләштереү.
Таблицаға таянып теманы аңлатыу.
Һеҙ ҡылымдың үткән, хәҙерге һәм киләсәк заман барлығын беләһегеҙ. Бөгөн дәрестә ҡылымдың үткән заман формаһына ныҡлабыраҡ туҡталырбыҙ.
Башҡорт телендә үткән заман ҡылымы ике төр ялғауҙар ҡабул итә. –ҡан, -кән; -ған, -гән ялғауҙары һөйләүсе шаһит булмаған, ҡайҙандыр ишеткәнен һөйләгән осраҡта ҡулланыла. Мәҫәлән, ҡайта-ҡайтҡан, бара-барған. Ә -ны,-не; -ты,-те; -ды,-де ялғауҙары һөйләүсе үҙе шаһит булған осраҡта ҡуйыла: килә-килде һ.б.
Схема ярҙамында һығымта яһау.
Үтелгән теманы нығытыу өҫтөндә эш.
Бирелгән һөйләмдәге ҡылымдарҙы үткән заманға ҡуйып яҙырға. (һөйләмдәрҙе ике вариантта ла уҡып, сағыштырып, һығымта яһала.)
А) Тышта ҡар яуа (-ған; -ҙы)
Б) Айгөл уйында ҡатнаша (-ҡан; -ты)
В) Марат кейенә (-гән; -де)
Г) Ҡоштар йылы яҡҡа китә (-кән; -те).
4. Һүҙлек эше.
Һүҙҙәрҙе уҡыу, мәғәнәһен аңлатыу, һүҙбәйләнештә һәм һөйләмдәр төҙөү.
ярҙамға мохтаж – нуждается в помощи;
көнбағыш – семечки;
икмәк валсығы – корочка хлеба;
тағараҡ – кормушка;
аслыҡ – голод;
ҡышлаусы ҡоштар – зимующие птицы.
Телмәр үҫтереү күнекмәләре.
Тексты сылбыр буйынса уҡып, тәржемә итеү.
Һорауҙарға яуап биреү.
Уйын-ярыш.
Класс төркөмдәргә бүленә.
1-се төркөм йылы яҡҡа китеүсе ҡоштар, 2-се төркөм ҡышлаусы ҡоштарҙы “ағас”ҡа урынлаштыра.
1-се төркөм “Ҡышын ҡоштарға ни өсөн ауыр?”, 2-се төркөм “Уларға нисек ярҙам итеп була?” һорауҙарына яуап әҙерләй.
“Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән ҡоштар (аҡҡош, торна, бөркөт, аҡ өкө һ.б.) хаҡында әңгәмә.
Ял минуты.
Ҡаҙҙар остолар, остолар,
Остолар ҙа ергә төштөләр.
Ял иттеләр, тағы остолар,
Күл өҫтөнә килеп төштөләр.
IV. Теманы үҙләштереү кимәлен тикшереү.
Шиғырҙы тасуири уҡыу.
Ребусты сисһәгеҙ, ҡылым уҡырһығыҙ.
100 + ә (-гән, -ҙө); ҡаҙ + а (-ған, -ҙы); өйрәт + ә (-кән, -те).
3) Мәҡәлдәрҙән үткән замандағы ҡылымдарҙы табып уҡырға, ялғауҙарын билдәләргә. Эшләгән – тешләгән. Тырышҡан – тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Һ.б.
- Тау башына юғалтыуһыҙ менеп еттек. Хәҙер санаға ултырып тауҙан елдәй осоп, шыуып төшөп китәбеҙ. (Карточкалар таратыла). Тауҙан шыуып төшкәндә ел һүҙҙәрҙең хәрефтәрен осорған, уларҙы урынына ҡуяйыҡ әле. (Карточкалар йыйып алына).
V. Йомғаҡлау.
Ҡоштар тураһында нимәләр белдегеҙ?
Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар. Уларҙы һаҡлағыҙ, ҡыш көнө ағастарға тағараҡтар элеп, көн һайын ем һалырға онотмағыҙ.
VI. Өйгә эш.
Ҡылымдың үткән заманын ҡулланып, ҡышлаусы ҡоштар тураһында дүрт һөйләм яҙып килергә.
VII. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау.