Тема: Кейем-һалым. Телмәр үҫтереү.
Маҡсат: - Тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм фразалар үҙләштереү; Бәйләнешле телмәр, тулы һәйләмдәр төҙөргә өйрәнеү;
Һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешләе һөйләү телмәрен, дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен үҫтереү;
Кейем-һалымды таҙа, бөхтә тотоу, ипле булыу кеүек сифаттар тәрбиәләү.
Дәрес барышы.
Ойоштороу моменты:
А) Класты сәләмләү. Иҫәнләшеү.
Һаумы, ҡояш!
Һаумы, зәңгәр һауа!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Һаумыһыҫыҙ, дуҫтарым!
Б)
Дәрескә маҡсат һәм бурыстар ҡуйыу:
(-яңы һүҙҙәр өйрәнергә
-бөгөнгө теманы үҙләштерергә
-дөрөҫ уҡып өйрәнергә, дөрөҫ уҡып өйрәнергә
-телмәр үҫтерергә)
- Ни өсөн ул беҙгә кәрәк?
- Нисек итеп өйрәнербеҙ икән, әйҙәгеҙ бергәләп планлаштырып ҡарайыҡ.
(Өндәрҙе ҡабатларбыҙ
Яңы һүҙҙәр өҫтөндә эш үткәрербеҙ
Яңы теманы нығытыу өсөн дәреслек буйынса күнегеүҙәр эшләрбеҙ
Дәфтәрҙә эш булыр
-Бөгөнгө дәрестә нимәләр эшләрбеҙ? Ошо һүрәттәргә ҡарап, һорауға яуап табығыҙ.
( Яуап: дәрестә яҙырбыҙ, уҡырбыҙ, уйнарға ла өлгөрөрбөҙ.)
[pic] [pic] [pic]
Телмәр үҫтереү:
-Үҙенсәлекле өн-хәрефтәрҙе ҡабатлау, ижектәр төҙөтөп уҡытыу.
-Һүҙҙәр уйлатыу
( Хәрефтәр сәскәләрҙә яҙылған була, икенсе яғында тема. Аҫтараҡ, япраҡтарҙа “Хикмәтле һандар”, шулар буйынса алфавиттан кәрәкле хәрефтәр табып тема асыҡлана: КЕЙЕМ-ҺАЛЫМ,
Был темаға һүҙҙәр беләбеҙме?
Эйе икенсе класта танышҡайныҡ, әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп үтәйек.
(Таҡталағы һүрәттәр ярҙымында кейем-һалым атамалары ҡабатлана. Бер-нисә һөйләм төҙөтөлә.)
-Аңлауымса был һүҙҙәрҙе бөтә уҡыусыларҙың дә иҫендә ҡалмаған, шуға карточкалар таратым бирәм, бөтәгеҙгә лә нығытырға кәрәк буласаҡ.
Дәреслек менән эш.
-Әйҙәгеҙ күнегеүҙәге һүҙҙәрҙе тәржемә итеп китәйек. Ҡайһылары таныш түгел, һүҙлектән табып яҙып ҡуяйыҡ.
Түбәтәй
Алъяпҡыс
Кеҫә
Яға
Балаҡ
Ең
Иғтибар менән таҡтаға ҡарайбыҙ.
(Ҡаралған видиосюжеттарға оҡшатып молнолог төҙөтөү)
А)-был ҡыҙ нимә тураһында һөйләй?
Был магазин ҡайҙа? Эйе Серафимда магазиндар хәҙер бик күп, кәрәкле өйберҙе һайлап алырға мөмкинлек бар, шулаймы?
-Кем магазиндарҙа булғаны бар һәм шул турала һөйләп китергә теләй?
Б) -Ә һеҙҙең айырым кейем шкафы бармы?
В) –Һеҙ мәктәптә, тышта нимәләр кейеп йөрөйһөгөҙ? Әйҙәгеҙ шул турала әйтеп китегеҙ.
ЯЛ МИНУТЫ
-Ҡыҙҙар яңы кейемдәре тураһында беҙгә һөйләгәйне, һеҙ дуҫығыҙҙа яңы әйбер күрһәгеҙ нимә эшләйһегеҙ? Берәй әмә әйтәһегеҙме?
-Әйҙәгеҙ хәҙер башҡортса матур итеп теләктә теләргә өйрәнәйек.
Күнегеүҙәге теләктәрҙе уҡыу. Тәржемә итеү
Дәфтәрҙә эш:
Матур яҙыу минуты
Оҡшаған өс иң яҡшы теләктәрҙе дәфтәргә яҙып алыу.
Яҙып алдыҡ. Әйҙәгеҙ хәҙер уларҙы телмәрҙә ҡулланып өйрәнәйек.
Диалог төҙөтөү. (Терәк-схема: Иҫәнләшеү. Ҡайҙа барыуын асыҡлау.
Унда ни эшләүе тураһында асыҡлау. Теләктәр теләү)
Дәресте нығытыу өсөн күнегеүҙәр
Әйҙәгеҙ бергәләп уйнап алайыҡ.
(Кроссвордта кем күберәк кейем атмаларын табыр?)
Ребустар сисеү
Дәресте йомғаҡлау:
-Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимәләр белдей?
-Нимәгә өйрәндек?
Үҙегеҙгә нимә алдығыҙ?
Баһалау.
Өй эше. Яҙҙырыла һәм аңлатыла.