Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы мәғариф бүлеге
Башҡортостан Республикаһы
Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы
Прибельский ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының Филиалы
Бишауыл -Уңғар урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Йыртҡыс тиреһенә нимә йәшеренгән?
/Ноғман Мусиндың “Йыртҡыс тиреһе” повесынан өҙөктәр буйынса
8-се класта башҡорт әҙәбиәтенән дәрес өлгөһө/
Уҡытыусы – Рим Риф улы Исхаҡов
2015 йыл
Отдел образования муниципального района Кармаскалинский район
Филиал муниципального общеобразовательного бюджетного учреждения средней общеобразовательной школы села Прибельский средняя общеобразовательная школа деревни Бишаул-Унгарово муниципального района Кармаскалинский район
Республики Башкортостан
Что скрывается под звериной шкурой?
/Методическая разработка урока башкирской литературы в 8 классе по отрывкам из повести Нугумана Мусина “Звериная шкура”/
Учитель – Рим Рифович Исхаков
2015 год
Дәрестең маҡсаттары:
Ноғман Мусин ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы артабан үҫтереү.
Халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәрен иҫкә алып, уның намыҫлы хеҙмәт менән донъя көтөүен данлау, хөрмәтләү.
Әҫәр йөкмәткеһе нигеҙендә йәмғиәттәге кешелекһеҙлек, ғәҙелһеҙлек күренештәрен фашлау.
Уҡыусылар күңелендә изгелек, мәрхәмәтлелек хистәре тәрбиәләү.
Күргәҙмәлелек, йыһазландырыу:
Н. Мусиндың китаптары, матбуғат яҙмалары, буклеттар, компьютер, экран, проектор.
Дәрес барышы.
Ойоштороу мәле.
Уҡытыусының инеш һүҙе.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың “Йыртҡыс тиреһе” повесынан өҙөктәр менән танышып үттек. Әҫәрҙәге хәл-ваҡиғалар һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа. Уларҙы тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел. Яуымбай менән булған күренештәр, Һолтанбай иңенә төшкән хәлдәр, уның фажиғәле һәләкәте күңелдәрҙе тетрәндерә, йәлләү хистәре уята. Яуымбайҙың да, Һолтанбайҙың да яҙмыштары ҡатмарлы, тормоштары гел генә ал да гөл түгел, киреһенсә, аҙым һайын төрлө көтөлмәгән хәлдәр, әленән-әле ауыр һынауҙар һағалап ҡына тора. Аталы-уллы улар икеһе лә үҙ заманының кәмһетелгән, рәнйетелгән ҡорбандары. Ни өсөн шулай? Бөгөнгө дәресебеҙҙә шуның сәбәптәренә төшөнөп ҡарайыҡ. “Йыртҡыс тиреһе” тигән атама аша яҙыусының нимә әйтергә теләгәнен дә асыҡларға тырышайыҡ.
Шулай итеп, дәресебеҙҙә күтәрелергә тейешле төп һорауҙы билдәләп ҡарайыҡ. Кемдә ниндәй фекерҙәр булыр?
Уҡыусыларҙың яуаптары:
Кешеләр араһында йыртҡыстарса мөнәсәбәттәр.
Йыртҡыс тиреһенә төрөнгән тормош.
Кешеләр араһында яуызлыҡ, мәрхәмәтһеҙлекте фашлау.
Йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлекте тәнҡитләү.
Уҡытыусы: Мин һеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән килешәм. Беҙҙең уйҙарыбыҙ тап килә, фекерҙәребеҙ бер тирәлә йөрөй. Һеҙҙең ошо әйткәндәрегеҙҙе эсенә алған һорауҙы мин ошолайыраҡ билдәләр инем: “Йыртҡыс тиреһенә нимә йәшеренгән?”
(Төп һорау экранда сағыла.)
Төп өлөш.
Экранда схема.
Кешеләрҙең бер-береһенә яуыздарса мөнәсәбәте
Халҡыбыҙҙың батырлыҡ, Айыу тиреһе Халҡыбыҙҙың боронғо
ҡыйыулыҡ сифаттары шөғөлө – һунарсылыҡ
Йәмғиәттәге ришүәтселек, алыш-биреш, ғәҙелһеҙлек күренештәре
Уҡытыусы: Һеҙҙең алда - схема. Шуға таянып, текст йөкмәткеһенән сығып, ҡуйылған төп һорауҙы асыҡлап ҡарайыҡ. Һүҙҙе халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе йәки шөғөлө булған һунарсылыҡтан башлап китәйек. Повесть йөкмәткеһе буйынса һунарсылыҡ менән бәйле ниндәй фекерҙәр әйтергә мөмкин?
Уҡыусы: Һолтанбай атаһынан күрмәксе һунарсылыҡ менән шөғөлләнә. Ошо кәсеп менән заманында атаһы Яуымбай ауылда хәлле кеше булып, етеш донъя көткән. Атаһы улына ошондай васыят әйтеп ҡалдыра: “Кешелегеңде, намыҫыңды юғалтма, улым. Хәләл көс менән йәшә, донъяла харам малдың остоғо ла булмаһын. Бүтән кешеләргә изгелекле, ярҙамсыл бул, әммә замана түрәләре ҡурайына бейемә, улар - үҙ көйөн көйләп кенә, башҡаларҙы уйламай йәшәүсе бәндәләр… Мин һиңә үҙем белгәнде өйрәтергә тырыштым, һөнәрһеҙ түгелһең…”
Уҡыусы: Һолтанбай атаһының васыятын үтәй. Ул да һунарсылыҡ менән көн итә. Хәлле генә донъя көтә. Һолтанбай ҙа атаһы кеүек кемгәлер инәлеп, кемдәндер һоранып йәшәргә теләмәй. Һунарсылыҡ – икеһе өсөн дә ирекле йәшәү рәүеше.
Уҡыусы: Һунар менән шөғөлләнеү - Һолтанбай өсөн дә, атаһы өсөн дә боронғонан ҡалған төп шөғөл. Бының менән улар икеһе лә ғорурлана. М. Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһындағы ошондай юлдар иҫкә төшә:
Һунарсы минең ырыуым,
Һунарсы ата-бабам,
Һунарсы ҡаны үҙемдә,
Һунарсы булыр балам.
Уҡытыусы: Һеҙҙең фекерҙәр менән килешмәү мөмкин түгел. Әйтелгәндәрҙән һығымта ла яһайыҡ инде.
Уҡыусы: Йыртҡыс тиреһе тигәндә башҡорт халҡына хас һунарсылыҡ менән шөғөл күҙ алдына баҫа.
Уҡытыусы: Һунарсылыҡ- ысын ир-егеттәр шөғөлө икәнен һеҙ бик яҡшы аңлайһығыҙ. Һунар мәргәнлек, ҡыйыулыҡ, сослоҡ, түҙемлелек кеүек сифаттар талап итә. Повестағы образдар, ваҡиғалар аша ошо хаҡта ла һөйләшеп алайыҡ әле.
Уҡыусы: Һолтанбай менән бәйле ваҡиғалар иҫтә ҡалырлыҡ. Училищенан ҡасып ҡайтырға мәжбүр булған үҫмер айыу атып, тиреһен тунап алып ҡайта. Ошоноң менән ул ҡасып ҡайтыу тигән хурлыҡты юйырға уйлай. Был Һолтанбайҙың сәмле, үҙ һүҙле, маҡсатына өлгәшмәйенсә туҡтап ҡалмаҫ холоҡло икәнен күрһәтә. Ошо сифаттары ғүмере буйы дауам итә.
Уҡыусы: Һолтанбайҙың үҫмер көйө айыу атып алыуы Салауат батырҙың ун дүрт йәшендә айыу үлтереп, тиреһен алып ҡайтыуын хәтерләтә. Тимәк, халҡыбыҙҙың батырлыҡ традициялары ла быуындан быуынға күсә килә.
Уҡыусы: Һолтанбайҙың һуңғы һунары хаҡында һүрәтләнгән урындарҙы тыныс ҡына уҡыуы мөмкин түгел. Арыған, хәлһеҙләнгән, яраланған көйөнсә лә Һолтанбай һүҙен һүҙ итә: вәғәҙә ителгән тирене тунап, һуңғы көсө ташлап киткәнсе һөйрәтеп бара. Һәр кемдең быға ҡулынан килмәҫ ине.
Уҡытыусы: Шулай итеп, әле әйтелгәндәрҙән ниндәй һығымта яһарға булыр ине?
Уҡыусы: Һунарсылыҡ – ҡыйыу ир-егеттәр шөғөлө. Сыҙамлылыҡ та, физик көс тә талап итә ул. Айыу тиреһе тигән атамаға ошондай фекер ҙә йәшеренгән.
Уҡытыусы: Бик дөрөҫ, бик хуп. Ә хәҙер ана шундай ҡыйыу ир-егеттәр хаҡында халҡыбыҙ ижад иткән “Азамат” йырын тыңлап, бер аҙ ял итеп алайыҡ. Йыр барышында артабан һүҙ алып барыу өсөн фекерҙәр ҙә туплай тороғоҙ.
(“Азамат” йыры яҙмаһы).
Уҡытыусы: Кеше йәмғиәтендә бер ҡасан да тигеҙлектең, ғәҙеллектең булмағанын һеҙ йәмғиәт белеме, тарих фәндәре буйынса яҡшы беләһегеҙ. Повеста ошоға бәйле ниндәй күренештәр хәтерегеҙҙә ҡалды?
Уҡыусы: Иң беренсе ғәҙелһеҙлек күренеше Яуымбай миҫалында сағылыш таба. Уның хәләл көсө менән тапҡан барлыҡ мөлкәтен тартып алыуҙы бер нисек тә ғәфү итерлек түгел.
Уҡыусы: Училищела ҡала малайҙарының Һолтанбайҙың кейемдәрен талап алыуы, талаусыларҙың һис ниндәй язаһыҙ ҡалыуы ла ғәҙелһеҙлектең асыҡ бер күренеше.
Уҡыусы: Кемдер уҡырға кергәндә үҙ көсөнә, белеменә таяна, икенсе берәүҙәр аҡса, ҡиммәтле бүләк биренеп, маҡсатына өлгәшә. Шул рәүешле уҡып та сыға. Һолтанбай бындай эшкә риза түгел дә, әммә тормош шулай ҡоролғанлыҡты иҫтә тотоп, улының киләсәк яҙмышын уйлап, алыш- биреш тәҡдименә ризалаша. Атай васыятын боҙа. Һәләкәте лә шунандыр, бәлки.
Уҡыусы: Булашов та һәләте, күрһәткән аныҡ эш сифаты менән түгел, ә айыу тиреһе ярҙамында йылы урынға үрмәләмәксе. Әлбиттә, бөтә кешене лә Булашов менән бергә тиңләп булмай. Намыҫлы етәкселәр ҙә етерлек. Әммә Булашов кеүектәрҙең булыуы йәмғиәттә ғәҙеллек тантана итә, тип әйтергә мөмкинселек бирмәй.
Уҡытыусы: Повестағы ваҡиғаларҙан сығып, бөгөнгө көндәге төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын иҫтә тотоп, һығымта яһайыҡ.
Уҡыусы: Яҙыусы ғәҙелһеҙлекте, ришүәтселекте йәмғиәттәге яман күренеш тип билдәләй. Быны ул йыртҡыс тиреһе менән бәйле хәлдәр аша аңлата.
Уҡытыусы: Был фекер менән дә килешмәй булмай. Хәҡиҡәттән ситкә китә алмайбыҙ: һәр заманға ғәҙелһеҙлек хас. Ошоно иҫбатлап, бер нисә тест эшләп алайыҡ. Ғәҙелһеҙлек ҡорбаны булған шәхестәрҙе һәм уларҙың ниндәй өлкәлә хеҙмәт иткәндәрен билдәләргә.
Тест һорауҙарына яуаптар биреү.
1-се тест 2-се тест 3-сө тест 4-се тест
1. Һ. Дәүләтшина 1. М. Мортазин 1. М. Рәхимов 1. Сәми ҡарт
2. М. Кәрим 2. Т. Кусимов 2. З. Вәлиди 2. Юлдаш
3. С. Агиш 3. М. Гәрәев 3. М. Шакиров 3. Йәғәфәр
4. Ш. Бабич 4. М. Шайморатов 4. Ш. Манатов 4. Йәнтүрә
Яҙыусылар Хәрби хеҙмәткәрҙәр Етәкселәр Әҙәби образдар
Уҡытыусы: Һүҙебеҙҙе кешеләр араһындағы яуыздарса мөнәсәбәттәр, йәмғиәттә күҙәтелгән мәрхәмәтһеҙлек күренештәренә бәйләп дауам итәйек. Повеста был нисек сағылыш таба?
Уҡыусы: Яуымбай менән райком секретары араһындағы мөнәсәбәтте хәтергә төшөрәбеҙ. Яуымбай изге ниәттән фронтҡа ярҙам итергә торғанда секретарь үҙен мәғәнәһеҙ тота, тупаҫ мөғәләмә итә, урынһыҙға кәмһетә.
Уҡыусы: Прокурорҙың да Яуымбайға ҡарата мөнәсәбәте тупаҫлыҡҡа, кәмһетеүгә ҡоролған. Закон һағында торған кешегә был килешмәй.
Уҡыусы: Һолтанбайға ҡарата урыҫ малайҙарының мөнәсәбәте лә ҡырағайҙарса. Улар үҙ ҡылыҡтары менән Һолтанбайҙың белем алыу юлына арҡыры төшә, артабанғы яҙмышына яра һала.
Уҡыусы: Булашовтың ҡылығын да кешеләрсә тип әйтеп булмай. Тыштан ҡарағанда бик матур, ипле һөйләшһә лә, кешегә ҡарата мәрхәмәт хисе юҡ. Яраланған Һолтанбайға ярҙам ҡулы һуҙһа, бәлки ул иҫән дә ҡалыр ине. Ҡомһоҙлоҡ, мин-минлек изгелек, мәрхәмәтлелек хистәренән көслөрәк булып сыға Булашовта.
Уҡытыусы: Тимәк, яҙыусы уйынса, йәмғиәттә кешеләр араһында бер-береһенә тик ҡырағайҙарса мөнәсәбәт кенә хөкөм һөрәме? Киләсәккә яҡты өмөт юҡмы икән ни?
Уҡыусы: Автор был хаҡта асыҡтан-асыҡ әйтмәй. Моғайын, уны уҡыусының үҙ ихтыярында ҡалдыралыр. Минеңсә, мәрхәмәтле, шәфҡәтле кешеләр әйләнә-тирәбеҙҙә етерлек.
Уҡыусы: Повесть Һолтанбайҙың үлеме менән тамамлана. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. Әммә кешене өмөт йәшәтә. Тормош алға бара. Яҡтыға ынтылырға, изгегә юрарға кәрәк.
Уҡыусы: Әйләнә-тирәбеҙгә күҙ һалһаҡ, күпме ябай, ихлас кешеләр барлығына инанабыҙ. Әммә нисек кенә булмаһын, бөгөн “Буштың атаһы үлгән” тигән принципҡа ҡоролған донъя. Элек кенә рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тип аҡыл биргәндәр.
Уҡыусы: Киләсәктә лә бармаҡтар тигеҙ булмаған һымаҡ, изгелектәр ҙә ҡылыныр, яуызлыҡтар ҙа урап үтмәҫ. Әммә үҙебеҙ яуыз булмайыҡ, яман уйҙарҙан алыҫ булайыҡ. Шулай ти минең өләсәйем.
Уҡытыусы: Шулай итеп, йомғаҡ яһайыҡтыр.
Уҡыусы: Яҙыусы тормоштағы ғәҙелһеҙлектәрҙе, кешеләр араһындағы ҡырағайҙарса мөнәсәбәттәрҙе тәнҡитләй, ҡомһоҙлоҡто фашлай.
Уҡыусы: Яҙыусы киләсәк тормош, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында уйланырға саҡыра, фәһем, ғибрәт алырға ла урын ҡалдыра.
Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе: Дөрөҫ. Ноғман Мусиндың “Йыртҡыс тиреһе” повесы йәмғиәтебеҙҙәге кире күренештәрҙе тәнҡитләй. Әммә төшөнкөлөккә бирелергә өндәй икән, тип ҡабул итергә ярамай. Барыбер хәләл көс менән мал табып, намыҫлы йәшәү, бер-береңә мәрхәмәтле, изгелекле, ярҙамсыл булыу биҙәй кешеләр йөҙөн. Шул саҡта тормош та матур, йәшәүе лә күңелле. Киләсәккә, һеҙ әйтмешләй, яҡты өмөттәр менән ҡарайыҡ.
Өйгә эш: “Шундай итеп күрәм киләсәктең матур кешеһен” тигән темаға инша яҙыу өсөн материал тупларға.