Министерство образования Республики Башкортостан
МКУ Отдела образования Администрации муниципального района
Зианчуринский район Республики Башкортостан
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение
средняя общеобразовательная школа с.Тазларово
муниципального района Зианчуринский район
Республики Башкортостан
М.Кәрим. «Үлмәҫбай» поэмаһы.
(Йомғаҡлау дәресе).
Учитель башкирского языка илитературы
Душанбаева Ильзира Рафаэловна.
с.Тазларово, 2014г.
Маҡсат:
1.Поэманың йөкмәткеһен иҫкә төшөрөү, анализ яһау;
2.Образдарға характеристика биреү, һүрәтләү, тел – стиль сараларын тикшереү, батырлыҡ тураһында әңгәмәләшеү;
3.Уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазлау:
иллюстрациялар, интерактив таҡта, мәҡәлдәр, тест һорауҙары менән карточкалар, һәр уҡыусының эшмәкәрлек картаһы.
Дәрес барышы:
I.Ойоштороу мәле;
II. Сәләмләү;
III. Йыр тыңлау: «Шайморатов генерал». (Ҡ.Даян һүҙҙәре, З. Исмәғилев музыкаһы) .
Тыңланған йыр буйынса эшләү:
- Был йыр һеҙгә танышмы?
-Ҡасан сығарылған ул? Нимә тураһында? Был йырҙа ниндәй батырыбыҙ тураһында белдек?
(Бер уҡыусы М. Шайморатов тураһында белгәндәрен һөйләй). (Слайд №1).
Дәрестең темаһына һәм маҡсатына сығыу:
-Ни өсөн дәрес ошо йыр менән башланды тип уйлайһығыҙ? (Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр, йырҙың Бөйөк Ватан һуғышы геройы тураһында булыуын һәм дәрестең темаһы ла ошо һуғыш батыры тураһында булырға тейешлеген әйтәләр).
IV. Эйе, беҙ бөгөн батырлыҡ тураһында , башҡорт халҡының батыр улдары тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Дәресебеҙҙе «Батырлыҡ дәресе» тип атаһаҡ та була. Илен – һыуын яҡлап яуға сапҡан башҡорт батырҙары тураһында беҙ күп кенә әҫәрҙәр уҡығаныбыҙ бар. Бына шундай әҫәрҙең береһе менән беҙ үткән дәрестә танышҡайныҡ, ул - М.Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһы.
(Слайд № 2) .
- Поэма һеҙҙең күңелегеҙҙә ниндәй тойғолар уятты?
-Нимәһе менән ҡиммәт беҙгә был әҫәр? Уның үлемһеҙлеге нимәлә?
Дәрестә поэмаға анализ яһау менән бергә , беҙ ошо һорауҙарға ла яуап биреү өсөн төркөмдәргә бүленеп эшләйәсәкбеҙ.
( Класты төркөмдәргә бүлеү, дәфтәрҙә число һәм теманы яҙыу, һәр уҡыусының эшмәкәрлек картаһында үҙ эштәрен баһалай барырға кәрәклеген иҫкәртеү).
V. Фонетик күнегеү өҫтөндә эш:
а). “Заманалар булған элгәре, булған илдең батыр улдары.”
б). “Ир – егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә”.
-Был шиғыр юлдары һәм халыҡ мәҡәле һеҙгә нимә тураһында һөйләй?
(Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау).
VI.Тиҙәйткес менән эш:
Ел, ерәнем, егетеңде, Еткер ел етмәҫ ергә!
- Тиҙәйткестә ниндәй егет тураһында һүҙ бара?
- Атта елдәй елгән егеткә ниндәй сифаттар хас?
(Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ҡурҡыу белмәү).
-Халҡыбыҙҙың батырлыҡ тураһындағы ниндәй мәҡәлдәрен беләһегеҙ?
(«Батыр егет- яу күрке, сәсән егет – дау күрке”, “ Туйҙа матурлыҡ кәрәк, яуҙа батырлыҡ кәрәк”, һ.б.( Слайд № 3 ).
- М.Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһы геройҙарын беҙ шундай батырҙар иҫәбенә индерә алабыҙмы? (Уҡыусыларҙың яуабы).
VII. а).Төркөмдәрҙә эш:
I төркөм II төркөм III төркөм
Поэманың йөкмәт- Үлмәҫбайға Теребайға кеһен һөйләй. характеристика характеристика
бирә бирә
б).Поэманың геройҙары ниндәй батырлыҡ яһағандар?
I төркөм:
поэманың I бүлегендә Үлмәҫбай тарафынан яһалған батырлыҡ тураһында һөйләй. (Үлмәҫбайҙың фашистарҙан «тел» алып ҡайтыуы).
II төркөм: II бүлектәге батырлыҡ тураһында һөйләй.( Үлмәҫбай менән Теребайҙың фашистарҙың туйҙары барған йортто шартлатыуҙары).
III төркөм : III бүлектәге батырлыҡ тураһында һөйләй.(Үлмәҫбай менән Теребайҙың һыу инеп йөрөгән фашистарҙы нисек итеп пленға алыуҙары).
VIII.Ял итеү: «Шайморатов генерал» йырын күмәкләп йырлау.(Ҡ. Даян һүҙҙәре, З. Исмәғилев музыкаһы).
IX.Поэманың тел – стиль сараларына күҙәтеү яһау:
I төркөм:
әҫәрҙең әкиәткә хас урындарын табып уҡый.(«Үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш», «Өс улы булған», “Дейеү” ,һ.б.).
II төркөм:
Поэмала автор ҡулланған мәҡәл – әйтемдәрҙе табалар.(“Әйткән һүҙ – атҡан уҡ”, “Тел асҡысы-теләге”, “Ғәҙәт-ҡылыҡтың энеһе”, “Икебеҙ ҙә көл- күмер”, һ.б.)
.
III төркөм:
Халыҡтың йәнле теленән алынған фразаларҙы эҙләп табалар.
(“Тауыҡ төнәгән мәлдә”, “Ергә лә теймәй табан”, “Эштәр әкәмәт малай”, “Һүҙемде йыҡма, ҡоҙа”, һ.б.)
X.Әҫәрҙә геройҙар фашистарҙан әсе көлә. Автор дошмандарҙы сатирик һүрәтләүгә ниндәй һүҙҙәр ҡулланған?
Өс төркөмгә лә эҙләнеү эше:
(Дәреслектән төрлө сатирик һүрәтләүәҙәрҙе табып яҙып алалар һәм уҡыйҙар):
1. «Һин тыпырсынма , ҡуян.»;
2. « Штабҡа илтәләр. Күрәм дейеүгә хас ,бәндәне»;
3. « Бына бер бүкән кеүеге йылғаға тәгәрәне…»;
4. «Ҡолаҡтары – һелкеүестәй
Йөҙәләр беҙгә табан...».
XII.Фронталь эш: карточкаларҙа тест һорауҙарына яуап биреү.
1.Үлмәҫбайҙың ата – бабаһы ниндәй нәҫелдән?
а) балыҡсы б) һунарсы в) игенсе
2. Үлмәҫбайҙың һөйгән ҡыҙының исеме кем?
а) Мәликә б) Йәнбикә в) Гөлбикә
3.Ат эсерергә барғанда Үлмәҫбайға осраған рус ҡыҙының исеме кем?
а) Анюта б) Катюша в) Мария
4. «Һаҡалы мең ҡарыш» ҡарт егеттәргә ниндәй сәләм бирә?
а) ялҡынлы б) ҡайнар в) партизанский
5. Рәсәйҙә немецтәрҙең ата-бабалары батып үлгән күлдең исеме нисек?
а) Чуд б) Байкал в) Ладога
XIII.Үлмәҫбай образын урыҫ һәм башҡа халыҡтар әҙәбиәтендәге ҡайһы герой менән йәнәш ҡуялар?
I төркөм II төркөм
а)А.Твардовский. «Василий Тёркин»; б) Я.Гашек. «Бравый солдат Швейк»;
III төркөм
в) В. Войнович. «Солдат И. Чонкин».
( Һәр төркөмдән бер уҡыусы был геройҙарҙың Үлмәҫбай менән оҡшаш яҡтарын ҡыҫҡаса ғына сағыштырып һөйләп китә).
XIII. «Батырлыҡ» темаһына әңгәмә: ( һәр төркөмдән берәр уҡыусы яуап бирә):
а) был төшөнсәне нисек аңлайһығыҙ?
б) батырлыҡ кешегә ҡайһы саҡта кәрәк?
в) ул һуғышта ғына буламы?
XIV. Бәхәс:
- Батырлыҡҡа бөгөнгө тормошта урын бармы?
- Иң ҙур батырлыҡ нимә?
(Көндәлек тормошта ла батырлыҡҡа урын булыуына миҫалдар килтерәләр. Кеше батырлыҡҡа һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш , ә иң ҙур батырлыҡ- илеңде һаҡлау тигән һығымта яһала).
XV.Рефлексия:
-Дәрес барышында беҙ поэманың үлемһеҙлеге нимәлә икәнлеген дә асыҡ ларға тейеш инек, шулай итеп, ни өсөн үлемһеҙ был поэма?
-Сәсән теле, авторҙың үҙ исеменән һөйләнелеүе , халыҡсанлығы менән.
-Ә ни өсөн М.Кәрим халыҡ ижады алымдарын ҡулланған ?
-Үлмәҫбайҙың үҙ халҡының һуғышсан традицияларын дауам иттереүсе икәнлеген ,башҡортлоғона һәр ваҡыт тоғро ҡалыуын күрһәтеү , яугирҙәрҙең рухын күтәреү өсөн, һ.б.
-Бөгөнгө көндә Үлмәҫбай образы кәрәкме беҙгә? Минең ата –бабам шулай булған тип һеҙ ғорурлыҡ кисерәһегеҙме?
(Уҡыусылар фекерҙәрен әйтәләр).
XVI.Йомғаҡлау:
Үлмәҫбай образы –ябай һалдаттың йыйылма образы, әҙәби герой. Геройының батырлыҡтарын М.Кәрим бик ябай итеп, халыҡсан юмор аша бирә алған. Шуға ла әҫәр фронттағыларға ғына түгел, тылдағыларға ла ҙур йоғонто яһай,тыуған ил өсөн көрәшкә, еңеүгә рухландыра.
(Тыуған яҡтың Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, ауылдаш ветерандар тураһында әңгәмә үткәрергә мөмкин).
XVII.Өй эше:
1.Ижади эш:”Үлмәҫбайҙың һуғыштан һуңғы тормошон мин нисек күҙ алдына баҫтырам?”
2.Инша: “Бөгөнгө тормошта батырлыҡ нимә ул? “
3.Проект эше: «112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугиры – ауылдашыбыҙ Фатрахман Дүшәнбаев».
(Төркөмдәрҙәге эштәр , актив ҡатнашҡан уҡыусыларҙың эштәре билдәләнә, эшмәкәрлек картаһы тикшерелә,баһалар ҡуйыла).
.