[link] официальный информационный портал ЕГЭ.
Аңлатма яҙыу. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы. Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт). Төҙөүсе: Ш1мсуллина Г.Н. Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014. Программа кимәле : базис Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2006. М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009. Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн. – Өфө : Китап, 2014. Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008. Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «Й1рм1к1й урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы. Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән - телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу; - тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция). - лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш). Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары: Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование). Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү. Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе. Һаумы, мәктәп! (8 сәғәт) Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат. Үҙем тураһында (8 сәғәт) Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы. Йыл миҙгелдәре (8 сәғәт) Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары. Башҡортостанды беләһеңме? (7 сәғәт) Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары. Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (6 сәғәт) Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым. Яңы йыл менән. (8 сәғәт) Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше. Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. (6 сәғәт) Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним. 8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (4 сәғәт) Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним. Яҙ етте. ( 6 сәғәт) Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним. Яҙғы эштәр.(5 сәғәт) Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Яҙғы байрамдар. (2 сәғәт) Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. V класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар. 1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү; 2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу; - предметны, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу; - хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү; - 5 – 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү; - тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү. 3.Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу; -текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү; -текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү; -хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү. 4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; - текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; - 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу; -бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү; -өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә: башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр; тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә); дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү; һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар; тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй. Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала: Яҙма эштәрҙең төрҙәре: Күсереп яҙыу-1 Һорауҙарға яуаптар-1 Диктант-5 Изложение-2 Инша-2
V- IX класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен баһалау нормалары Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу, уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү, иҫәпкә алыу, шуның менән бергә, алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә, күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә. Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш: яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы; үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле; яуаптың телмәр тө6өлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.
Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш. әгәр уҡыусы: тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә; үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә; материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.
әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә,ләкин һирәк яҙыла торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана. әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә, ләкин материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә; әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә, үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа; яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.
әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана. Диктанттарҙы баһалау Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай: 1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар; 2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар; 3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар; 4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша). Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә. Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә: 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар; 2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар; 3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу; 4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар. Диктант бер генә билдә менән баһалана. «5» билдәһе хатаһыҙ йә иһә аҙ булмаған орфографик йәки пунктуацион хата ебәрелгән эшкә ҡуйыла. «4» билдәһе 2 орфографик һәм 2 пунктуацион, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион (2/2 йәки 1/3) хатаһы булған диктанҡа ҡуйыла. «3» билдәһе 4/4, йәки 3/5 хаталы эшкә ҡуйыла, әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә «3» билдәһен ҡуйып була. һаналғандарҙан күберәк хаталар ебәрелгән эшкә ыңғай баһалана алмай. Инша һәм изложениеларҙы баһалау. «5» билдәһе эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә. 2. Фактик хаталар юҡ. 3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле яҙылған. 4. Эштең һүҙлеге бай, һүҙҙәр урынлы ҡулланыла, морфологик категориялар һәм синтаксик конструкциялар күп төрлө. 5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштең йөкмәткеһе һәм телмәре буйынса берәр хата булыуы мөмкин. Грамоталылыҡ: 1 орфографик йәки 1 грамматик хата булыуы мөмкин. «4» билдәһе эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тап килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар булыуы мөмкин). 2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик хаталар бар. 3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлеклелек боҙолған. 4. Телмәрҙең лексик һәм грамматик төҙөлөшө, дөйөм алғанда, шаҡтай төрлө. 5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Эш йөкмәткеһендә 2 һәм телмәрендә 3 кәмселек булыуы мөмкин. Грамоталылыҡ: 2 орфографик һәм 2 пунктуацион йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион йәки 4 пунктуацион, шулай уҡ 2 грамматик хата булыуы мөмкин. «3» билдәһе эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған. 2. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, дөрөҫ, ләкин фактик хаталар бар. 3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай. Телмәр байлығы түбән, синтаксик конструкциялар бер төрлө, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар. 5. Эштең стиле бик үк төҙөк, телмәре тасуири түгел. Эш йөкмәткеһе яғынан 4 һәм телмәре буйынса 5 хата булыуы мөмкин. Грамоталылыҡ: 4 орфографик һәм 4 пунктуацион, йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион, йәки 7 пунктуацион, шулай 4 грамматик хата булыуы мөмкин. «2» билдәһе эш теманы асмай. 2. Бик күп фактик хаталар ебәрелгән. 3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, бәйләнеш юҡ, эш планға тура килмәй. 4. Эштең һүҙлеге бик ярлы. Ул бер типтағы ҡыҫҡа һөйләмдәр менән яҙылған, һөйләмдәр араһында бәйләнеш бик йомшаҡ, һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар бик күп. 5. Текстың стиль берҙәмлеге боҙолған. Дөйөм алғанда эштең йөкмәткеһендә – 8, телмәрендә 7 хата ебәрелгән. Грамоталылыҡ: 7/7, 6/8, 5/9, 8/8 нисбәтендәге орфографик һәм пунктуацион, шулай уҡ 7 грамматик хата булыуы мөмкин.
Уҡыу тиҙлеген тикшереү Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Баһалар
Баһалар кластар «5» «4» «3» «2» V 100 90 80 80-дән кәмерәк VI 110 100 90 90-дан кәмерәк VII 120 110 100 100-ҙән кәмерәк VIII 130 120 110 110-дан кәмерәк IX 140 130 120 120-нән кәмерәк
|