Аңлатма яҙыу.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).
Төҙөүсе : Кинйәғолова Гөлшат Фәрис ҡыҙы
Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2010
Программа кимәле : базислы
Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: :
Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр 1- 11- се кластар өсөн. - Өфө, 2006. – 94 бит.
Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 7- 8- се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2006. – 152 бит.
Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2009.- 166 бит.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2010
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгрград», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Туҡбирҙе төп белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм бюджет белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;
Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;
Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.
Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:
Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.
Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементтар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар.
1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.
2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү;
тәҡтим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;
10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
эпик, логик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.
3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;
4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;
диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;
һүҙлектәр менән файҙалана белеү;
диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;
өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;
һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).
үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.
Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.
Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.
Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:
Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;
Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;
Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;
Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;
Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;
Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;
Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;
Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар
Танып белеү маҡсаты
Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.
Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.
2. Үҫтереү маҡсаты
Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.
Уҡыусыларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:
Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;
Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;
Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);
Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.
Тәрбиәүи маҡсат
Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.
4. Белем биреү маҡсаты
Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.
1) картина буйынса һөйләү;
2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;
3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;
4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;
5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.
уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
матур яҙыу күнекмәләре;
байрам открыткалары яҙыу;
һүҙлек диктанты яҙыу.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Һаумы, мәктәп! (6 сәғәт)
Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.
Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.
Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт. 12 сәғәт.
Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.
Атамалар ни һөйләй? 8 сәғәт.
Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.
Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халыҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.
Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. 8 сәғәт.
Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.
Башҡорт театры. 4 сәғәт.
Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театрҙың күренекле артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.
Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.
Башҡорт халыҡ ижады. 14 сәғәт.
Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.
Күңелле яҙ килә. 4 сәғәт.
Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.
Башҡорт халыҡ милли аштары. 5 сәғәт.
Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәрен билдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу.
Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентеклке эш дауам итә.
Башҡорт аты. 6 сәғәт.
Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үһенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.
- Яҙма эш төрҙәре
һаны
Диктант
5
Изложение
1
Инша
2
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
-һүрәтләү иншаһы;
-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…)
Тема
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика
Һаумы, мәктәп (6 дәрес)
1
Абдулхаҡ Игебаев. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү. Абдулхаҡ Игебаев тормошо һәм ижады менән таныштырыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу.
2
Мәктәп – белем йорто..
Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе менән таныштырыу. Мәктәп тураһында әңгәмә үткәреү. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш.
3
Мәктәп ашханаһында. Ҡылымдың заман формалары.
Ҡылымдың заман формалары менән таныштырыу. Мәктәп ашханаһы тураһында әңгәмә үткәреү. Тасури уҡыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш.
4
Алтын көҙ. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе менән таныштырыу. Көҙ тураһында әңгәмә үткәреү. Тасури уҡыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Рәсемдәр өҫтөндә эш.
5
М.Аҡмулла. Көҙ. Ҡылым һүҙ төркөмөн ҡабатлау.
Ҡылым һүҙ төркөмөн ҡабатлау. М.Аҡмулла тормошо һәм ижады менән таныштырыу. Көҙ тураһында әңгәмә үткәреү. Рәсемдәр өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу.
6
Көҙгө күренештәр. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.
Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре менән таныштырыу. Көҙгө күренештәре тураһында әңгәмә үткәреү. Тасури уҡыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Рәсемдәр өҫтөндә эш.
Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт (12 дәрес)
7
Башҡортостан тәбиғәте. Н. Мусиндың ижады Ҡылымдың заман формалары.
Ҡылымдың заман формалары менән таныштырыу. Н. Мусин тормошо һәм ижады менән таныштырыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Башҡортостан тәбиғәте тураһында әңгәмә үткәреү.
8
Т. Ғәниәева “Уралиә тигән ил” (әкиәт). Ҡылымдың заман формалары.
Ҡылымдың заман формалары менән танышыуҙы дауам итеү.
Т. Ғәниәева тормошо һәм ижады менән таныштырыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Уралиә тигән ил әкиәте тураһында әңгәмә үткәреү
9
Күренекле шәхестәр. Ҡылымдың заман формалары.
Ҡылымдың заман формалары менән танышыуҙы дауам итеү. Күренекле шәхестәр тураһында докладтар менән сығыш яһау. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу.
10
Тәржемә өсөн диктант. “Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!”
Тексты тәржемә итеү. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Тәбиғәт траһында әңгәмә үткәреү.
11
Хаталар өҫтөндә эш. Рәми Ғарипов ижады. Хәлдәр.
Хәлдәр менән танышыу. Таблица тултырыу. Рәми Ғарипов тормошо һәм ижады менән танышыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Хаталар өҫтөндә эш.
12
Мәжит Ғафури тормошо, ижады. Хәлдәр.
Хәлдәр менән танышыу. Таблица тултырыу. Мәжит Ғафури тормошо һәм ижады менән танышыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Докладтар менән сыҡыш яһау. Презентация өҫтөндә эш.
13
Диктант. Легенда-риүәйәттәр.
Текст өҫтөндә эш. Уҡытыусының бер ҡат уҡыуы. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатыу һәм иҫтә ҡалдырыу. Диктан яҙыу.
14
“Ҡыҙыл китап”. Ваҡыт хәле.
Ваҡыт хәле менән танышыу. Уларҙы текста табыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Ҡыҙыл китап менән танышыу, уның ролен асыҡлау.
15
Файыҡ Мөхәмәтйәнов. “Ғүмер”. Рәүеш хәле.
Рәүеш хәлдәре менән танышыу. Таблица тултырыу. Файыҡ Мөхәмәтйәнов тормошо һәм ижады менән танышыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Докладтар менән сыҡыш яһау. Презентация өҫтөндә эш.
16
Абдулхаҡ Игебаев. Урын, рәүеш, ваҡыт хәлдәрен ҡабатлау.
Урын, рәүеш, ваҡыт хәлдәрен ҡабатлау. Абдулхаҡ Игебаев тормошо һәм ижады менән танышыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу.
17
“Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт” темаһы буйынса тест үткәреү.
“Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт” темаһы буйынса үткәндәрҙе ҡабатлау, тест өҫтөндә эш.
18
“Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт” темаһын йомғаҡлау.
“Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт” темаһын йомғаҡлау буйынса күнегеүҙәр эшләү.
Атамалар ни һөйләй? (8 сәғәт)
19
Әнғәм Атнабаев. Күләм-дәрәжә хәле.
Күләм-дәрәжә хәлдәре менән танышыу. Таблица тултырыу. Әнғәм Атнабаев тормошо һәм ижады менән танышыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Докладтар менән сыҡыш яһау.
20
Тыуған еребеҙ – Башҡортостан! Күләм-дәрәжә хәле.
Күләм-дәрәжә хәлдәре менән танышыуҙы дауам итеү. Таблица тултырыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Башҡортостан тураһында әңгәмә үткәреү. Һорауҙарға яуап биреү.
21
Ҡ. Аралбай ижады. Хәлдәр.
Хәлдәр менән танышыуҙы дауам итеү. Таблица тултырыу. Ҡ. Аралбай тормошо һәм ижады менән танышыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү.
22
Ҡаруанһарай. Хәлдәр.
Хәлдәр менән танышыуҙы дауам итеү. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Ҡаруанһарай менән танышыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү.
23
Ҡ. Аралбай. Янған-тауға мәҙхиә. Хәлдәр.
Хәлдәр менән танышыуҙы дауам итеү. Таблица тултырыу. Ҡ. Аралбай тормошо һәм ижады менән танышыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу.
24
Ғайса Хөсәйенов. “Батырша”. Шарт хәле.
Шарт хәлдәре менән танышыуҙы дауам итеү. Таблица тултырыу. Ғайса Хөсәйенов тормошо һәм ижады менән танышыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү.
25
Өфө һуҫары. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе менән танышыу. Таблица тултырыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Өфө һуҫары тураһында әңгәмә үткәреү.
26
Таштуғай. Хәлдәр.
Хәлдәр менән танышыуҙы дауам итеү. Таблица тултырыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү.
Беҙ ҡышты ла яратабыҙ (8 сәғәт)
27
Сафуан Әлибаев. Матур көн. Хәлдәр.
Хәлдәр менән танышыу. Таблица тултырыу. Сафуан Әлибаев тормошо һәм ижады менән танышыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү.
28
Ш. Бабич ижады. Йәнләндереү.
Йәнләндереү менән танышыу. Таблица тултырыу. Ш. Бабич тормошо һәм ижады менән танышыу. Презентация өҫтөндә эш. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу.
29
Беҙ ҡышты яратабыҙ. Өндәш һүҙ.
Өндәш һүҙҙәр менән танышыу. Таблица тултырыу. Ҡыш тураһында әңгәмә үткәреү. Презентация өҫтөндә эш. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу.
30
Ҡышҡы көн. Өндәш һүҙ.
Өндәш һүҙҙәр менән танышыу. Таблица тултырыу. Ҡыш тураһында әңгәмә үткәреү. Презентация өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү.
31
Ҡышҡы Нардуған. Ҡылым (ҡабатлау).
Ҡылым һүҙ төркөмөн ҡабатлау. Таблица тултырыу. Ҡыш тураһында әңгәмә үткәреү. Презентация өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү.
32
Һаулығыңды нығыт!
Таблица тултырыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү.
33
Иҫкәрмәле-күреү диктанты “Ҡошсоғом”.
Иҫкәрмәле-күреү диктанты “Ҡошсоғом”.
34
Хаталар өҫтөндә эш. Ҡыш темаһын йомғаҡлау.
Хаталар өҫтөндә эш. Ҡыш темаһын йомғаҡлау. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү.
Башҡорт театры (4 сәғәт)
35
Башҡортостан театрҙары. Өҫтәлмәлек.
Өҫтәлмәлек менән танышыу. Таблица тултырыу. Башҡортостан театрҙары тураһында әңгәмә үткәреү. Презентация өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү. Хор менән уҡыу.
36
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән танышыу. Таблица тултырыу. Башҡортостан театрҙары тураһында әңгәмә үткәреү. Тасури уҡыу. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү. Презентация өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш.
37
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры. Өҫтәлмәлек (дауамы).
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән танышыу. Таблица тултырыу. Башҡортостан театрҙары тураһында әңгәмә үткәреү. Тасури уҡыу. Докладтар менән сығыш яһау.
38
Башҡортостан театрҙары. Йомғаҡлау дәресе.
Башҡортостан театрҙары темаһын йомғаҡлау. Тасури уҡыу. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү. Презентация өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Парлы эш. Хор менән уҡыу.
Башҡорт халыҡ ижады (14 сәғәт)
39
Башҡорт халыҡ ижады.
Башҡорт халыҡ ижады менән танышыу. Презентация өҫтөндә эш. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Рус халыҡ ижады менән сағыштырыу.
40
“Урал батыр” эпосы. Фразеологизмдар.
Фразеологизмдар менән танышыу. Таблица тултырыу. “Урал батыр” эпосы менән танышыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү.
41
« Урал батыр» эпосы. Ҡушма һандарҙы ҡабатлау.
Ҡушма һандарҙы ҡабатлау. Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү. Урал батыр эпосы менән танышыу.
42
Мәҡәлдәр. –һа/-һә аффиксы.
–һа/-һә аффикстары менән танышыу. Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Мәҡәлдәр менән танышыу. Докладтар менән сығыш яһау.
43
Йомаҡтар. Ябай һөйләм төрҙәре.
Ябай һөйләм төрҙәре менән танышыу. Йомаҡтар менән танышыу. Докладтар менән сығыш яһау. Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү.
44
Башҡорт халыҡ әкиәттәре. Ябай һөйләм төрҙәре.
Башҡорт халыҡ әкиәттәре менән танышыу. Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Ябай һөйләм төрҙәре менән танышыу. Докладтар менән сығыш яһау.
45
Алпамыша батыр (әкиәт). Ябай һөйләм төрҙәре.
Ябай һөйләм төрҙәре менән танышыу. Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү.
46
Ҡамыр батыр. (әкиәт). Ябай һөйләм төрҙәре.
Ябай һөйләм төрҙәре менән танышыуҙы дауам итеү. Ҡамыр батыр әкиәтен ролдәргә бүлешеп уҡыу. Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш.
47
Ҡамыр батыр. (әкиәт). Ябай һөйләм төрҙәре.
Ябай һөйләм төрҙәре менән танышыуҙы дауам итеү. Ҡамыр батыр әкиәтенең эстәлеген һөйләү. Текст өҫтөндә эш. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу.
48
Башҡорт халыҡ йырҙары. Тарихи йырҙар.
Башҡорт халыҡ йырҙары менән танышыу. Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Тарихи йырҙар менән танышыу.
49
Лирик йырҙар. Ябай һөйләм төрҙәре.
Ябай һөйләм төрҙәре менән танышыуҙы дауам итеү. Ҡамыр батыр әкиәтенең эстәлеген һөйләү. Текст өҫтөндә эш. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Лирик йырҙар менән танышыу.
50
Риүәйәттәр.
Риүәйәттәр менән танышыуҙы дауам итеү. Текст өҫтөндә эш. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу.
51
Контроль диктант. (Ябай һөйләм төрҙәре.)
Диктант өҫтөндә эш.
52
Башҡорт халыҡ ижады темаһын йомғаҡлау.
Башҡорт халыҡ ижады темаһын йомғаҡлау. Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү.
Күңелле яҙ килә (4 сәғәт)
53
С.Fәбиҙуллин. Бына тағы яҙҙар етте.
Таблица тултырыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү.
54
Тал бөрөһө. Л.Фархшатова.
Л.Фархшатова тормошо һәм ижады менән танышыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү.
55
Яҙ башланды. Ғ.Дәүләди ижады. “Яҙғы донъя” шиғыры.
Ғ.Дәүләди тормошо һәм ижады менән танышыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Шиғырҙы тасури уҡыу. Докладтар менән сығыш яһау. Һорауҙарға яуап биреү. Презентация өҫтөндә эш.
56
Күңелле яҙ килә темаһын йомғаҡлау.
Күңелле яҙ килә темаһын йомғаҡлау. Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Докладтар менән сығыш яһау.
Башҡорт халыҡ милли аштары (5 сәғәт)
57
Милли аштар. Икмәк.
Милли аштар менән танышыу. Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Докладтар менән сығыш яһау.
58
Башҡорт халыҡ милли аштар. Ҡушма һөйләм.
Милли аштар менән танышыуҙы дауам итеү. Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Докладтар менән сығыш яһау. Ҡушма һөйләмдәр менән танышыу.
59
Ҡымыҙ (Һөт аштары). Ҡушма һөйләм.
Ҡушма һөйләмдәр менән танышыуҙы дауам итеү. Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Докладтар менән сығыш яһау. Ҡушма һөйләмдәр менән танышыу. Һөт аштары менән танышыу.
60
Ашханала.
Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Докладтар менән сығыш яһау. Ҡушма һөйләмдәр менән танышыу.
61
Башҡорт халыҡ милли аштары. Йомғаҡлау.
Текст өҫтөндә эш. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Докладтар менән сығыш яһау. Ҡушма һөйләмдәр менән танышыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу.
Башҡорт аты (6 сәғәт)
62
Ел, ерәнем!.
Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Докладтар менән сығыш яһау. Ҡушма һөйләмдәр менән танышыу.
63
Б.Байым. Бәләкәс.
Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Б.Байым тормошо һәм ижады менән танышыу. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Докладтар менән сығыш яһау.
64
Башҡорт аты. Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре.
Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре менән танышыу. Текст өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Докладтар менән сығыш яһау.
65
Минең атым. Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре.
Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре менән танышыуҙы дауам итеү. Текст өҫтөндә эш. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Докладтар менән сығыш яһау. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу.
66
Тиң киҫәктәр эргәhендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.
Тиң киҫәктәр эргәhендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр менән танышыу. Текст өҫтөндә эш. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Докладтар менән сығыш яһау. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш.
67
Контроль диктант. “Ниндәй ул башҡорт аты?”
Контроль диктант өҫтөндә эш.
68
Хаталар өҫтөндә эш.
Хаталар өҫтөндә эш. Презентация өҫтөндә эш. Һорауҙарға яуап биреү. Докладтар менән сығыш яһау. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш.
69-70
Башҡорт аты темаһын йомғаҡлау.
Һорауҙарға яуап биреү. Докладтар менән сығыш яһау. Тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эш. Тасури уҡыу. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Текст өҫтөндә эш. Презентация өҫтөндә эш.
Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
Ураҡсина З.Ғ. Башҡорт теленең фразиалогик һүҙлеге. – Яңыртылған икенсе баҫма, 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2006.
Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология.
Башҡортостан Республикаһы Мөғариф министырлығы. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте», «Башҡортостан мәҙәниәте» фәндәре буйынса видиоәсбәп
«Башҡортостан мәҙәниәте», «Башҡортостан тарихы» фәндәре буйынса DVD форматында видиоәсбәп № 3. Кейеҙ баҫыу.
Аудокасеталар балалар өсөн.
Дидактик һәм таратма материалдар.
Аудиоәсбап № 1. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Зәйнәп Биишева һәм Рәми Ғарипов башҡарыуында шиғырҙар.
Аҙнабаев Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.
Әхтәмов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006.
Раҡаев Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008.
Ураҡсина З.Ғ., Русско-башкирский словарь. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005.
Русско-башкирский учебный словарь
/ Саяхов Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г. Под редакцией Саяхова Л.Г. и Ураксина З.Г. – Уфа: Китап, 2001.
Материаль-техник ҡулланмалар
телевизор;
видеомагнитофон;
компьютер;
магнитофон.
Әҙәбиәт исемлеге
Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2006.
Аҙнағолов Р.Ғ. Ерле һөйләш шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү методикаһы. - Өфө: Китап, 2006.
Аҙнабаева Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.
Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Я. Изложениялар өсөн текстар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө, «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге, «Башҡортостандың бәләкәй даһийы», 2008.
Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениялар йыйынтығы: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 – 11 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2009.
6.Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Урыc мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кeneштeр 1- 11- се кластар өсөн. - Өфө, 2006. – 94 бит.