Башҡорт теленән асык дәрес темаһы: Баязит Бикбайҙың «Ҡыш» шиғырын өйрәнеү

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...



Оҙайлы дауалауға мохтаж балалар өсөн, шифахана тибындағы һауыҡтырыу мәғариф ҡаҙна дәүләт учреждениеһы, Шафран шифахана мәктәп-интернаты.















Башҡорт теленән асык дәрес темаһы:

Баязит Бикбайҙың

«Ҡыш» шиғырын өйрәнеү.

(6 класс)



















Үткәреүсе: Арыҫланова Ғ. Ә.









Декабрь, 2014 йыл.


Тема:Баязит Бикбайҙың

«Ҡыш» шиғырын өйрәнеү.

Маҡсат:

  1. Баязит Бикбайҙың «Ҡыш» шығыры м-н таныштырыу;

Ҡыш миҙгеле, ҡышҡы тәбиғәт тураһында һөйләргә өйрәтеү;


  1. Үтелгән тема буйынса белемдәрҙе камиллаштырыу;

Уҡыусыларҙың телмәрен, логик фекерләүен, ижади һәләттәрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу;


  1. Ҡышҡы миҙгелгә һөйөү тәрбиәләү, ҡышҡы уйындарҙың сәләмәтлеккә йоғонтоһон аңлатыу; Ҡышҡы уйындарға һөйөу тәрбиәләү.


Йыһазландырыу: дәреслек, компьютер, слайдтар, карточкалар.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ уҡыусылар, ултырығыҙ.


Хәҙер һәр беребеҙ куршеләребеҙгә ҡарап, йылмайышып алайыҡ. Дәресте ошолай күңелле, яҡшы итеп үткәреп ебәрәйек


  1. Артикуляцион күнегеү

  1. Дәрестә дөрөҫ һөйләшер өсөн иң беренсе башҡорт теленеңүҙенсәлекле өн-хәрефтәрен ҡабатлап үтәек. Ә,Ө,Ү,Ҡ,Ғ,Ҙ,Һ,Ң,Ҫ(Ҡушымта №1)

-ошо хәрефтәрҙең һәр береһенә һуҙҙәр уйлап әйтегеҙ.

  1. Телде шымартыу өсөн ҡыш тураһында шиғыр уҡыу.(Ҡушымта №2)

Мамыҡ ҡар яуа,

Шундай саф һауа!

Саналарһөйрәп,

Беҙ киттек тауға.

Ш. Бикҡолов

  1. Төп өлөш

-Уҡыусылар, әле беҙ уҡыған шиғырҙа һүҙ нимә тураһында барҙы?

-Шулай булғас, бөгөн дәрестә нимәләр тураһында һөйләшәсәкбеҙ?


Ә хәҙер Чайковскийҙың «Йыл миҙгелдәре - ғинуар» тигән көйөн тыңлайыҡ.

  • Һорауҙарға яуа биреп, теманы һәм маҡсатты билдәрәү. (Ҡушымта №3)


1 Китап менән эш (69 бит)

  1. «Ҡыш» шиғырының йөкмәткеһе менән танышыу. (Ҡушымта №4)

  • Яңы һүҙҙәр м-н танышыу.

  • Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы.

  • Уҡыусыларзың үҙ аллы уҡыуы.

  • Сылбырлы уҡыу һәм тәржемә итеү;

б. Һорауҙарға яуаптар биреү.

-Шиғырҙа йылдың ниндәй миҙгеле тураһында һүҙ бара?

-Ҡыш ниндәй? Тәбиғәт ҡыш көнө нисек үҙгәрә?

-Ҡыш көнө һеҙ ниндәй уйындар уйнайһығыҙ?

-Ҡыш тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?


Уҡыусылар, тәбиғәттең һәр миҙгеле лә үҙенсә матур. Кемдәрҙер, ямғырлы көҙҙө ярата, кемгәҙер еҫе йәй оҡшай. Тик шул беҙҙе уратып алған тәбиғәткә ҡарата мәрхәмәтле булырға, уны һаҡларға, яратырға һәм яҡларға тейешбеҙ.

Ҡыш көнө саф һауала төрлө йүгерек уйындар уйнағыҙ. Саңғыла, санала, конькиҙа шыуығыҙ, хоккей уйнағыҙ – сынығып уҫерһегеҙ. «Саф һауа- тәнгә дауа»- тигән мәҡәлде онотмағыҙ.


  • Уҡыусылар, Рәсәйҙә 2014 йылдың февраленда ниндәй бөтә донъя ваҡиға буласаҡ?

(Сочи ҡалаһында 22-се ҡышҡы олимпиада уйындары)

  • Ҡышҡы Олимпиада уйындарында ҡайһы спорт төрҙәре буласаҡ.

(Саңғы буйынса, фигуралы шыуыу, шорт- трек, хоккей, биатлон, сноуборт, конькиҙа шыуыу, трамплиндан саңғыла шыуыу.)

Ә хәҙер әйҙегеҙ олимпиада объекттары буйынса сәйәхәт итәйек.

  1. «Айсберг»-«Боҙ киҫәге»- тигән Ҡышҡы Спорт һарайы. Был һарайҙа фигуралы шыуыу,шорт – трек буйынса ярыштар үтәсәк.

  2. «Фишт» стадионында ҡышҡы олимпия уйындарының асылыу һәм ябылыу тантаналары буласаҡ.

  3. «Санки»-«Саналар». Саналарбуйынса спорт төрөнөң үҙәге.

  4. «Адлер - Арена» - конькиҙа ярышүҙәге.

  5. «Большой» - «Ҙур» - Боҙ һарайы

Был стадионда хоккей уйындары үтәсәк.

Сочи ҡалаһында буласаҡ Ҡышҡы Бөтә Донъя олимпиада уйындарының башланыуына -2014 йылдың 7 февралена тиклем – ни бары 9 көн ҡалды.

Беҙ үҙебеҙҙең илдең спортсыларына бик ныҡ ышанабыҙ. Улар тик беренселәрҙән генә булһындар. Тик иң юғары балдар йыйһындар.


  1. Ял минуты

  • Ижади эш

Таҡтала ҡаштың символдарын төшөрөү.


  • Хәҙер күҙҙәребеҙҙе йомабыҙ.

Күҙ алдына ҡыҙыл төҫтө килтерәбеҙ.

Йәшел төҫтө килтерәбеҙ.

Зәңгәр төҫтө килтерәбеҙ.

Ә хәҙер үҙегеҙҙең яратҡан төҫтө күҙ алдына килтерәбеҙ- йылмаябыҙ.




  1. Проект эше

Саңғы шыуа – Ильвир

Сана – Розалина

Тәбиғәт – Камилла

Коньки – Гөльназ

Хоккей – Фадис


  1. Грамматик эштәр.

  • Дәфтәргә датаны һәм числоны яҙып ҡуйыу.

  1. а) Шиғырҙан эш- хәрәктте белдергән һуҙҙәре күсереп яҙырға:

яуа, ҡаплана, сығыр, йүгертер өлгөртөр.


б) Артык һүҙҙе табырға.

Ҡыш – һыуыҡ, ҡарлы, эҫе

Ҡар – тәмле, йомшаҡ, аҡ.


в) Йәйгәсыҡһаң,ҡышты уйла;

ҡышҡа керһәң, йәйҙе уйла.


Ҡыш – арбаңды

Йәй – санаңды әҙерлә.


  1. Дәресте йомғаҡлау. Уҡыусыларҙы баһалау.

-Шулай итеп, бөгөн дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләштек?

-Дәрестә нимәләр уҡыныҡ?


  1. Өйгә эш: шиғырҙы ятларға.

  • Рефлексия

  • Бөгөн беҙ дәресте ҡыш тураһында Ҡ. Даяндың «Тышта ҡар яуа» исемле йыры м-н тамамлап ҡуяйыҡ.

















Тема: Контроль диктант. Ҡарабаш турғай.

Маҡсат: Уҡыусыларҙың үтелгәндәрҙе үҙләштереү кимәлек тикшереү, грамоталы итеп яҙырға өйрәтеү, ишетеү, яҙыу һәләтен үҫтереү; белемдәрен баһалау.

Йыһазландырыу: «Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы» китабы


Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.

Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ.

Бөгөн беҙ дәрестә «Ҡарабаш турғай» тигән контрольдиктант яҙасаҡбыҙ. Унда һеҙҙән ҙур иғтибар,өндәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм хәрефтәрҙе дөрөҫ яҙыу һәләтен эшкә егергә кәрәк.


  1. Төп өлөш.

Ҡарабаш турғай

Бөтә турғайҙар араһында иң сос, иң етеҙ ҡош булып ҡарабаш турғай һанала Уның бер ваҡытта ла тик ултырғанын күрмәҫһең.

Ҡарабаш турғайҙың ояһы ағас башында була. Ул баҡсаларҙы,урмандарҙы ҡоротҡостарҙан таҙарта: балаларын тик бөжәктәр менән генә туҡландыра. Шуға күрә ҡарабаш турғай – ифрат файҙалы ҡош.Тик һалҡын ҡыш көндәрендә ҡарабаш турғайҙар аҙыҡ етешмәүҙән ныҡ яфалана. Шуға күрә уларға ҡыш көндәре ем бирергә кәрәк. (63 һуҙ.)(Э. Ишбирҙиндән.)


  1. Эштәрҙе йыйып алыу һәм тикшереп, баһалау.