Тест по башкирскому языку на тему Рәүеш (6класс)

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Рәүеш” темаһы буйынса тикшереү эше.

Тест һорауҙары

  1. Рәүеш ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

А) Нисек? Ни рәүешле?

Б) Кем? Нимә?

В) Ниндәй?

2. Ҡайһы һүҙҙәр рәүеш булып килә?

А) Уҡытыусы, дарыухана, урман

Б) Бөгөн, тиҙ, алыҫ

В) Бара, яҙалар, йүгерә

3. Ниндәй рәүеш дәрәжәләре бар?

А) Артыҡлыҡ һәм аҙһытыу

Б) Төп һәм сағыштырыу

В) Сағыштырыу һәм артыҡлыҡ

4. Яҡшыраҡ рәүеше ниндәй дәрәжәлә?

А) Артыҡлыҡ

Б) Аҙһытыу

В) Сағыштырыу

5. Артыҡлыҡ дәрәжәһе ниндәй һүҙҙәр ярҙамында яһала?

А) Матур, тиҙ

Б) Бик, ғәжәп

В) Был, ошо

6. Ниндәй һүҙ артыҡлыҡ дәрәжәһендә бирелгән?

А) Матурыраҡ яҙа

Б) Шәп атлай

В) Бик матур йырлай



Күнегеүҙәр

  1. Рәүештәрҙе ҡулланып һөйләмдәр төҙөргә.

Быйыл, бөгөн, яҡын, тиҙ, ҡысҡырып.

  1. Һорауҙар урынына рәүештәр ҡуйып һөйләмдәрҙе яҙырға.

Айнур магазинға (Ҡасан?) бара. Уҡыусы (Нисек?) яуап бирә? Малай (Нисек?) һөйләй. Беҙ (Ҡасан?) алтынсы класта уҡыйбыҙ.


  1. Рәүештәрҙе бөтә дәрәжәлә лә яҙығыҙ.

Тиҙ, яҡын, шәп, оҙаҡ.


  1. Ҡылымдарға рәүештәр һайлап яҙығыҙ. Рус теленә тәржемә итегеҙ.

йүгерә күрә

йырлай ишетә

һөйләй бара