Подготовка к написанию сочинения Зима.

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...




6-сы класта башҡорт теленән

Ҡыш тураһында инша яҙыуға әҙерлек”

темаһына дәрес конспекты

Маҡсаттар: Ҡыш тураһында инша яҙырға материал туплау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү, тел-һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Тәбиғәттең гүзәллеген күрә, тоя белергә өйрәтеү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһаз: шиғырҙар, һүрәттәр, һынамыштар, әҙәби әҫәрҙән өҙөктәр, диск, магнитофон, мультимедиа проекторы.









2009


Дәрес барышы.

1. Ойоштороу мәле.

- Кәйефтәрегеҙ нисек?

2. Кереш өлөш.

- Кәйефтәрегеҙҙе тағы ла күтәрер өсөн, дәресебеҙҙе табышмаҡтан башлайбыҙ.

Һәр ер ҡапланған,

Һыуҙар боҙланған,

Уйнай ел буран,

Был ҡасан булған?

- Ҡышты яратаһығыҙмы? Әйҙәгеҙ әле ҡыш тураһында йыр ҙа тыңлап алайыҡ.

(дисктан йыр тыңлау)

3.Төп өлөш.

1) - Нимә ул ҡыш?

- Йылда нисә фасыл бар?

- Әлеге ваҡытта тәҙрәнән ҡараһаҡ, ҡайһы миҙгелде күрә алабыҙ?

- Был миҙгелдең айҙарын һанап үтегеҙ әле. Ә беҙҙең яҡтарға ҡарата был тура киләме? Беҙҙең яҡтарҙа ҡыш ҡайһы айҙарҙа хөкөм һөрә. (Тимәк, ноябрь, декабрь, ғинуар, февраль, март айҙарында беҙҙә ҡыш хужалыҡ итә.)

2) Терәк һүҙҙәрҙән ассоциатив рәт төҙөтөү.

- Тәбиғәт - ғәжәп сихри донъя ул, унда һәр нимәнең үҙ йәшәйеше, үҙ тәртибе бар. Яҙҙы йәй, йәйҙе көҙ, көҙҙө ҡыш алыштыра. Ләкин ҡайһын ғына алма, һәр миҙгел үҙенсә матур.

- Яҙ нимәләре менән матур?

(Гөрләүектәре, кескенә хуш еҫле япраҡтары менән,..)

- Йәйҙең матурлығы нимәлә?

(Аллы – гөллө сәскәләре, күбәләктәр, хуш еҫ таратыусы бесәнле болондар, ҡоштар һайрауы,..)

- Көҙҙө нимәләр биҙәй?

(Ҡыҙыл, һары япраҡтар, йылы яҡтарға китеүсе торна тауыштары,..)


- Ә ҡыш?! Ҡыштың үҙенсәлектәре нимәлә? Ҡыш тигәс тә нимә тураһында уйлайһығыҙ? Ниҙәр күҙ алдығыҙға килә?

Таҡтаға терәк һүҙҙәр яҙыу.

Һыуыҡ, һалҡын, ел, буран, ҡар, ҡышҡы тәбиғәт, ҡышҡы уйындар, Яңы йыл байрамы,..

- Ҡар һүҙе менән һүҙбәйләнештәр төҙөйөк әле. Ҡар ниндәй?

(аҡ, йомшаҡ, епшек, ҡырпаҡ)

-Ҡар һүҙенең йәнәшәһендәге һүҙҙәр һөйләмдең ҡайһы киҫәге булып килә? Ә әҙәбиәт дәрестәрендә беҙ уларҙы нисек атар инек? (эпитет)

- Нимә ул эпитет? Тағы ла ниндәй тел-һүрәтләү сараларын беләһегеҙ?

- Ҡарҙы нимәләр менән сағыштырып була?

(мамыҡ кеүек, муйыл сәскәләре кеүек, йондоҙҙар кеүек,..)

- Ул ниҙәр эшләй?

(емелдәй, күҙҙәрҙе сағылдыра, ҡамаштыра, ем-ем итә)

- Нисек яуа?

(бөтөрөлә-бөтөрөлә, күбәләкләп, күктән йондоҙҙар ҡойолғандай,өйөрмәгә эләккән ағас япраҡтарылай,..)

  • Ап-аҡ ҡарҙар яуа, донъя матур,

Шундай матур булып тойола.

Күге зәңгәр, гүйә йондоҙҙары

Аҡ ҡар булып ергә ҡойола.

  • Ниҙәр кеүек ялтырай?

(ҡиммәтле аҫылташтар кеүек, ынйы - мәрйендәр кеүек, ..)

  • Ҡайҙарға яуа?

(өй түбәләренә, ҡойма ситтәренә, урамдан үтеп барыусы кешеләрҙең керпектәренә, морон остарына ҡуна, ағас ботаҡтарына ҡуна,..)

-Аяҡ аҫтында ни эшләй?

  • Яуа торғас нимәләр барлыҡҡа килә? (һырынтылар)

- Улар нимәләрҙе хәтерләтә?

(аҡ күбектәр бошҡороусы диңгеҙ тулҡындарын)

  • Һыуыҡ, һалҡын ни эшләй? Ул ниндәй?

(сатлама, үҙәк өҙгөс; тәҙрәләргә һүрәт төшөрә, биттәрҙе, ҡолаҡ-морондарҙы семетә, йылға - күлдәргә боҙҙан күперҙәр һала. Бүрәнәләр шартлап ярыла.)

- Ел, буран ниндәй була?

(күҙ асҡыһыҙ, ҡот осҡос)

  • Ел нимәләр эшләй?

(стена, ишектәрҙе шаҡый)

  • Ниндәй тауыштар сығара?

(буранда аҙашып ҡалған берәү илай төҫлө, йыртҡыс януар кеүек олой, кемдер ҡытҡылдап көлгән кеүек, шомло тауыштар сығара,..)

  • Бурандың эш – ғәмәлдәре ниндәй?

( Урамдарға, ҡапҡа – ишектәргә асылмаҫлыҡ итеп ҡар өйә.)

Һ. Таҡташтың “Мөхәббәт тәүбәһе” поэмаһынан өҙөк уҡыу.

- Ағастар, урмандар нисек үҙгәргән?

(аҡ тунға төрөнгән, бәҫ ҡунған, тәрән тынлыҡ, уйға сумған, көрәнһыу төҫкә ингән. Ҡайын суҡлы аҡ шәлен ябынған.

3)Үҙҙәре төшөрөп килгән һүрәттәр буйынса һөйләтеү.

- Ни өсөн ошондай һүрәт төшөрөргә уйланың? Ҡыштың ҡайһы яғы һеҙгә оҡшай? Ни өсөн?

4)Ҡыш тураһында шиғырҙар уҡытыу.

- Һүҙ сәнғәте оҫталары ҡышты үҙ әҫәрҙәрендә нисек тасуирлаған?

5) Һынамыштар әйттереү.

- Ҡыш тураһында халыҡ та, үҙ тәжрибәһенән сығып, хаҡ һүҙҙәр – һынамыштар әйтә. Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә. Һеҙ ҡайһыларын беләһегеҙ?


* Түбәнән йыш һәм оҙон боҙҙар аҫылынып торһа – мул уңышҡа.

* Ғинуар һыуыҡ булһа, июль йылы һәм ҡоро килер.

* Бурандар бик йышлаһа, июль ямғырлы булыр.

* Һыуыҡ ғинуарҙар ҡабатланмай.

* Туҡран ғинуар айында туҡылдай башлаһа – иртә яҙға.





6) Мультимедиа презентацияһынан ҡышҡы күренештәрҙе ҡарау.

4. Йомғаҡлау.

- Дәрес оҡшанымы?

Ошо материалдарҙы ҡулланып, береһенән-береһе матур иншалар яҙып алып килерһегеҙ, тип ышанам.