Информационно-методический центр
Управления образования Администрации муниципального района
Туймазинский район Республики Башкортостан
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа № 1 с.Кандры
муниципального района Туймазинский район
Республики Башкортостан
Разработка урока
по родному башкирскому языку
«В.Исхаков «Медаль и мальчик»
5 класс
Ахуньянова Эльза Галиахметовна,
учитель башкирского языка
первой категории
Кандры, 2016 г.
Класс: 5 класс
Тема: В. Исхаҡов. “Миҙал һәм малай”.
Маҡсат:
Башҡортостан яҙыусыһы Вәзих Исхаҡовтың тормошо һәм ижады менән танышыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү. Яҙыусының “Миҙал һәм малай” әҫәре менән танышыу. Тасуири уҡыу, тексты ҡысҡырып уҡыу күнекмәләре үткәреү, йөкмәткеһен үҙләштереү; йөкмәткене үҙ һүҙҙәре менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләргә өйрәтеү. Һүҙлек менән эшләү күнекмәләрен нығытыу. Тел байлығын байытыу. Уҡыусыларҙың уҡыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен, һүҙлек эше аша башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәләренә иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү. Уҡыусыларҙың һуғыш тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү.
Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу.
Дәрес төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.
Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.
Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау - яуаптар, таҡтала һәм дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, уҡытыусының тасуири уҡыуы, уҡыусыларҙың сылбырлы уҡыуы, ИКТ ҡулланыу, уҡыусыларҙың алдан тема буйынса һүрәт төшөрөүе, ял минуты, сюрприз момент, ижади эш.
Предмет буйынса нәтижәләр: Башҡортостан яҙыусыһы Вәзих Исхаҡовтың тормошо һәм ижады тураһында өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү.
Метапредмет буйынса нәтижәләре: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде, парыңдың эшен тикшерә алыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде бәйәләү.
Шәхси нәтижәләр: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау.
Предмет ара бәйләнеш: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау.
Принциптар: фәннилек, теория һәм практика берлеге, эҙмә - эҙлеклелек, коммуникатив.
Яңы термин-төшөнсәләр: эре генә,шәхси,ҡомартҡы,ҡаһарман,башын һалды.
Йыһазландырыу: Вәзих Исхаҡовтың портреты, ижадына бағышланған китаптар, һүҙлектәр, уҡыусыларҙың тема буйынса төшөрөлгән һүрәттәр күргәҙмәһе, компьютер, презентация материалдары, интерактив таҡта, мультимедиа проекторы, магнитофон, таҡта, аҡбур.
Дәрестең ҡыҫҡаса аннотацияһы:
Психологик инеш. ( 6 минут)
1.1. Психологик кәйеф шарттары булдырыу. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.
Мотивация.(1 минут)
1.2. Дежур уҡыусының яуабы.
2.1 Дәрестең эпиграфын уҡыу.
Төркөмдәрҙә эшләү.
3.1. Дәрестең маҡсатын актуалләштереү. (5 минут)
3.2. Башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллау.
4.1. Яңы мәғлүмәт биреү.
4.2. Эштә ҡыйынлыҡ урынын булдырыу.
5.1. Уҡыу ситуацияһының исемлеге. (12 минут)
5.2. Текстың исеменә иғтибар итеү.
5.3. Һүҙлек эше.
5.4. Тексты тасуири уҡыу.
6.1. Ял минуты. ( 2 минут)
6.2. Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшеү.
6.3. Һорауҙарға яуап биреү. (3 минут)
7.1. Төркөмдәр менән өй эшен тикшереү. ( 4 минут)
8. Рефлекция. (3 минут)
8.1. Үҙбаһа.
8.2. Уҡыусыларҙың тиҫтерҙәренең эшен баһалауы.
9. Өй эше. (2 минут)
10. Йомғаҡлау. (1 минут)
Дәрестең киңәйтелгән план - конспекты
№ Эш төрҙәре
Уҡытыусы эшмәкәрлеге
Уҡыусы эшмәкәрлеге
Йыһаздар
l. Ойоштороу моменты. Психологик инеш
1.
Психологик кәйеф шарттары булдырыу.
Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.
У. Һаумыһығыҙ!
Б. Һаумы, ҡояш!
Һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Уҡыусылар менән һаула-шыу. Уҡыусыларҙың ҡәйе-фен күтәреү, рухи күтә-ренкелек барлыҡҡа кил-тереү. Эшкә өндәү.
Бер - береңә ҡарап йылмайыу.
Аудиояҙ
ма.
Р.Хасанов “Иртә”
У. Хәйерле иртә! Бөгөн һеҙ бигерәк тә яғымлы күренәһегеҙ. Әйҙәгеҙ, бөтә донъяны ла сәләмләйек әле.
Б. Хәйерле иртә, ағастар!
Хәйерле иртә, ҡоштар!
Хәйерле иртә, тәбиғәт!
У. Беҙ бер – беребеҙгә ярҙам итеп, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашып эшләрбеҙ тип уйлайым. Дәресте күтәренке кәйеф менән башлап ебәрәйек. Ултырығыҙ!
Ултырғыстарға ултырыу
2.
Дежур уҡыусының яуабы.
- Бөгөн класта кем дежур?
- Класта кемдәр юҡ?
- Һауа торошо ниндәй?
- Бөгөн класта мин дежур.
- Класта бөтәһе лә бар.
- Бөгөн көн ҡояшлы, ма-тур, аяҙ,
Болотло
3.
Дәрестең эпиграфын уҡыу
Әңгәмә үткәреү
Шиғыр юлда-рын төркөм-ләп уҡытыу.
У. Афарин!
Бөгөнгө дәрестең эпиграфы – Ф.
Рәхимғолованың “Еңеү көнө”
шиғырынан алынған ошо юлдар.
Ветерандар атлап бара,
Орден, миҙал таҡҡандар,
Улар бит дошманды ҡырып,
Еңеү яулап ҡайтҡандар.
- Был шиғыр нимә тураһында?
-- - Ветерандар нимә эшләгәндәр?
- Ни өсөн был юлдар эпиграф итеп дәрес аҙ һайланғанын алда әйтерһегеҙ. яраймы. У: Әйҙәгеҙ,“Ҡайһы төркөм яҡшыраҡ уҡыр” ко уҡыр" конкурсы үткәреп алайыҡ.
Үҙ аллы уҡыу.
Уҡыусыларҙың яуабы.
- Миҙал таҡҡан ветеран-дар тураһында.
Улар дошманды ҡырып, Еңеү яулап ҡайтҡандар.
Уҡыусыларҙың төркөм-ләп уҡыуы.
Эпиграф экранда сығарыла.
ll. Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Актуалләштереү.
4.
Башҡарыла-саҡ эштәрҙе күҙаллау
У. Афарин,уҡыусылар! Дәрестең эпиграфынан сығып,таҡта янында урнаштырылған күргәҙмә материал-дарҙы күҙәтеп, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ, дәрес-тең темаһын һәм маҡсатын әйтеп ҡарайыҡ әле.
У. Бөгөн дәрестә беҙ нимәләр эшләрбеҙ?
У. Бик күп эштәр башҡарырға теләйһегеҙ икән. Ул эштәрҙе башҡарып, һеҙ нимәгә өйрә-нерһегеҙ?
У. Эйе, балалар. Беҙ бөгөн һеҙҙең менән Башҡортостан яҙыусыһы Вәзих Исхаҡовтың тормошон һәм ижадын өйрәнербеҙ, Һуғыш вете-рандары тураһында белемебеҙҙе арттырырбыҙ, тел байлығын үҫтереү өҫтөндә эшләрбеҙ. Уның “Миҙал һәм малай” хикәйәһе менән танышырбыҙ. Шулай уҡ уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләргә лә өйрәнербеҙ.
Иғтибарҙы таҡтаға йүнәл-теү.
Таҡтаға эленгән күргәҙмә материалға, дәреслектең алдан әҙерләп, асып ҡуйылған битенә таянып башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллатыу.
Б. В.Исхаҡовтың “Миҙал һәм малай” хикәйәһе менән танышырбыҙ.
Б. Һуғыш тураһында һөйләшербеҙ.
Б. Яңы һүҙҙәр менән танышырбыҙ.
Б. Хикәйәне уҡығас, һорауҙарға яуап бирербеҙ.
Б. Олатайҙарҙан ҡалған изге ҡомартҡылар тураһында һөйләшербеҙ.
Б.Белемебеҙҙе артты-рырбыҙ, тәрәнәйтербеҙ.
Б.Һуғыш тураһында күберәк белербеҙ.
Б. Башҡорт телендә аралашырбыҙ.
Б. Һүҙлек запасын арттырырбыҙ.
В.Исхаҡов-тың портреты, китаптар
күргәҙмәһе, дәреслек
5.
Яңы мәғлүмәт-тәр биреү.
Башҡортостан яҙыусыһы В. Исхаҡовтың тормошо һәм ижады менән таныштырыу.
У. Вәзих Мөхәмәтша улы Исхаҡов Башҡортостандың Саҡмағош районы Тайнаш ауылында 1927 йылда тыуған. 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бәләбәй механизация техникумында уҡый. 1948 йылда Хәрби Хеҙмәткә алына. Ошо йылдарҙа үҙенең беренсе әҫәрҙәрен ижад итә башлай. Гә-зиттә хикәйәләре, фельетондары баҫылып сыға.Әҙәбиәт өлкәһен-дәге ҡаҙаныштары өсөн медалдәр менән наградлана, ”Башҡортостандың атҡаҙанған эшмәкәре” тигән исемгә лайыҡ була, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты .
В.Исхаҡов-тың порт-реты, китаптар
күргәҙмәһе
6.
Эштә ҡыйын-
лыҡ урынын табыу
У: Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, “Миҙал һәм малай” хикәйәһе нимә тураһында икән?
Б: Миҙал һәм малай ту-раһында тип уйлайым, ләкин хикәйәне уҡыма-йынса, беҙ был һорауға дөрөҫ яуап бирә алмаҫ-быҙ тигән уйға киләм.
У. Беҙ беренсе ҡыйынлыҡ менән осраштыҡ, теүәл итеп яуап бирә алманыҡ. Ни өсөн шулай булды?
У. Дөрөҫ уйлайһығыҙ. Ни эшләйбеҙ?
У. Үҙ алдыбыҙға ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?
Б. Беҙ был хикәйәне өйрәнмәнек әле.
Б. Ҡыйынлыҡтан сығыу юлын эҙләйбеҙ.
Б. Хикәйәне уҡырға кәрәк.
У. Эште нимәнән башлайбыҙ?
У. Өйгә бирелгән эштәрҙе беҙ һеҙҙең менән дәрес барышында тикшерербеҙ. Ризаһығыҙмы?
Б. Өй эшенән.
Б. Ризабыҙ.
lll. Уҡыу ситуацияһының исемлеге
7.
Текст өҫтөндә эш.
У. Уҡыусылар, әйтегеҙ әле,текст өҫтөндә эште беҙ нимәнән башларбыҙ?
- Эште беҙ һүҙлек эшенән башларбыҙ.
Презента-ция,интерак-тив таҡта, проектор
Һүҙлек эше
Һүҙлек һүҙҙә-ре менән һөй-ләмдәр төҙөү.
Төркөмдәр менән эш.
Һәр төркөмгә берәй һүҙ бирелә.
Һүҙлек һүҙҙәрен дәфтәргә яҙыу.
У. Эйе. Тексты уҡығансы һүҙлек һүҙҙәре менән танышып үтәйекме?
Б.Эйе.
У. Уларҙы һүҙлек дәфтәренә яҙырға кәрәкме?
Б. Кәрәк.
У. Ни өсөн?
Б.Иҫтә ҡалдырыу өсөн.
Б. Аңларға еңел булһын өсөн.
У. Бөтә һүҙҙәрҙең дә тәржемәһе бармы?
Б.Юҡ.
У. Нимә эшләргә һуң?
Б. Һүҙлектән ҡарарға кәрәк.
У. Һүҙлектәрҙе асығыҙ. Эште
башланыҡ.
эре генә – гордо
шәхси – личный
ҡомартҡы – ҡәҙерле иҫтәлек
У. Тағы ла мин бындай һүҙҙәрҙе өҫтәр инем.
Ҡаһарман –
Башын һалды –
Башын һалды – 1 төркөм фразеологик һүҙлектән ҡарай,
Ҡомартҡы – 2 төркөм аңлатмалы һүҙлектән ҡарай,
Ҡомартҡы – 3 төркөм синонимдар һүҙлегенән ҡарай,
Ҡаһарман – 4 төркөм аңлатмалы һүҙлектән ҡарай.
У. Һүҙлек һүҙҙәре менән һөй-ләмдәр төҙөп әйтеп ҡарайыҡ әле.
Һорауҙарға яуап биреү
Һүҙлек һүҙҙәрен дәфтәргә яҙыу.
Һүҙлектәрҙән ҡарау.
Һөйләмдәр төҙөп әйтеү.
Һүҙлек һүҙҙәре таҡтала яҙылған,
Һүҙлек дәфтәре
Тексты тасуи-ри уҡыу.
У. Афарин, балалар! Мин уҡый башлайым, һеҙ иғтибар менән тыңлап, дауам итергә әҙерләнеп ҡарап барығыҙ.
Уҡыусыларҙың тыңлауы,
дәреслек буйынса ҡарап барыуҙары.
Дауам итеп уҡыуҙары.
8.
9.
10.
11.
Ял минуты
У. Арып та киттегеҙ кеүек. Ял итеп алайыҡмы?
Б. Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә!
Тик Еңеү үҙенән – үҙе
Килмәне Ергә,
Уны яулап ҡаһармандар
Көрәште бергә!
А.Игебаев
Хәрәкәттәр яһау
Текстың йөк-мәткеһе бу-йынса әңгә-мәләшеү.
Һорауҙарға яуап биреү.
У.Был әҫәр нимә тураһында?
У.Әҫәрҙең төп геройҙары кемдәр?
У.Хикәйәсе ни өсөн малай менән һөйләшә башлаған?
У. ”Батырлыҡ өсөн” миҙалын кемдәргә бирәләр һуң?
У. Хикәйәсе ни өсөн малайҙан: ”Хәҙер уны һин тағып йөрөргә булдыңмы?” –тип һораған?
У.Миҙал таҡҡан малай авторҙың хәтеренә нимәләрҙе төшөрә?
У.Әҫәрҙең төп фекере ниндәй?
У. Автор беҙҙе нимә тураһында уйландырырға теләй?
У. Малайҙың ҡылығын (поступок) һеҙ нисек баһалайһығыҙ? Ул дөрөҫ эшләгәнме? Уның урынында һеҙ ни эшләр инегеҙ?
Б. Малай һәм миҙал тура-һында.
Б. Әҫәрҙең төп геройҙары малай менән хикәйәсе (автор)
Б. Ул малайҙың түшендә миҙал күргән.
Б.Һуғышта күрһәткән ба-тырлыҡтары өсөн һуғыш-сыларға бирелә.
Б. Сөнки, малай миҙалды таҡҡан килеш урамда йөрөгән була.
Б. Ул фронтовиктарҙы күҙ алдына килтерә. Уларҙың һуғыш йылда-рындағы батырлыҡта-рын да иҫенә төшөрә. Б. Малай үҙенең ола-таһы менән ғорурлана. Б. Ауыр һуғыш йылда-рын кинонан, фильм-дарҙан ҡарап белһәк тә, һуғыштың ҡотосҡос нимә икәнен аңлайбыҙ. Бөгөнгө бәхетле, тыныс тормош өсөн беҙ бары тик үҙебеҙҙең олатай- бабаларыбыҙға рәхмәт-лебеҙ.
Б.
Төркөмдәр менән өй эшен тикшереү.
У. Уҡыусылар, ә кемдәрегеҙҙең олатайҙары һуғышта булған? Һеҙгә өй эше итеп батыр олатайҙарыгыҙ тураһында проект, реферат, инша, йәки һөйләргә әҙерләнергә ҡушыл-ған ине.
Беренсе төркөмдән кем сығыш яһар?
Икенсе төркөмдән кем сығыш яһар?
Өсөнсө төркөмдән кем сығыш яһар?
Б. Мин презентация әҙерләнем. (Арсен)
Б.Мин яһайым. (Линария)
Б. (Финат) Мин Ф.Рә-химғолованың “Еңеү кө-нө” тигән шиғырын ятланым.
Презента-ция “Ғаилә-беҙҙең ғорурлығы –
Мөфтәхов Ғ. К.“
Ҡарт олата-йының фо-тоһүрәте
Мәҙәниәт йор-тондағы күр-гәзмә, музей тураһында мәғлүмәттәр биреү.
У.29 апрель көндө һеҙ ҙә Ҡандра ауылының Мәҙәниәт йортонда, 9 Майға бағышланған байрамда ҡат-наштығыҙ. Был фотоларҙа һеҙҙең сығышығыҙҙан күренештәр. Ветерандарҙы бер кем дә, бер ҡасан да онотмай. Алдағы фото-ларҙа Мәҙәниәт йортондағы музей-ҙың бер залын күрәһегеҙ. Һуғышта ҡатнашыусыларҙың орден- миҙал-дары, шәхси әйберҙәре изге ҡомартҡы булып һаҡлана унда. Беҙҙең был музейҙа булғаныбыҙ бар. “Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай” (никто не забыт, ничто не забыто) тигән ҡанатлы һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа тап килә. Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙары-быҙҙың ҡаһарманлығын онотмайыҡ. Беҙ тыныс, матур тормошта йәшәйбеҙ. Олатай-ҙарыбыҙ шуның өсөн баштарын һалған. Һеҙ тырышып уҡырға, илебеҙҙең, Башҡортостаныбыҙ-ҙың лайыҡлы граждандары булырға бурыслыһығыҙ. Алда сикһеҙ хыялдар, киләсәк көтә.
lV. Рефлекция
12.
Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине?
Маҡсатыбыҙға ирештекме?
Нимә белдек?
Кемдәр бик һәйбәт эшләне?
Кемдәр үҙҙәрен маҡтай алалар?
Кем иптәшен маҡтарға теләй? Ни өсөн?
Кем бөгөн алған белемен киләсәктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.
Кемгә әле белемдәрен нығытырға кәрәк, һеҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ.
Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ.
Бик тырышып эшләнегеҙ. Рәхмәт!
Баһаларҙы ҡуйырға ярҙам итегеҙ әле, балалар!
Уҡыусыларҙың фекерлә-шеүе, тиҫтерҙәренең эш-тәрен баһалауы.
V. Өй эше
13.
1. 366 – 367 - се биттәр, Тексты тасуири уҡырға. 9 Майға ҡотлау открыткалары яһарға.
2. 366 – 367 - се биттәр, Тексты тасуири уҡырға. Һорауҙарға яуап бирергә.
3. 366 – 367 - се биттәр. Тексты тасуири уҡырға. Һорауҙарға яуап бирергә. Йөкмәткеһен һөйләргә.
Өй эштәрен көндәлеккә яҙыу.
Vl. Йомғаҡлау
14.
У. Дуҫтарым! Һеҙ бөгөн бик күп нәмәләрҙе белдегеҙ, иҫкә төшөр-ҙөгөҙ, дуҫ булып эштәрҙе башҡар-ҙығыҙ. Рәхмәт! Киләһе дәрестә осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!
Еңеү көнө.
Ветерандар атлап бара,
Орден, миҙал таҡҡандар,
Улар бит дошманды ҡырып,
Еңеү яулап ҡайтҡандар.
Һаҡлайыҡ ҡарт һалдаттарҙы,
Ҡәҙер-хөрмәт итәйек.
Еңеү көнө менән ҡотлап,
Сәскә бүләк итәйек!
Ҡәҙер-хөрмәт итәйек!
(Ф. Рәхимғолова)