Башҡортостан Республикаһы
Шаран районы муниципаль районы хаҡимиәте
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учрежденияһы
Наратаҫты төп дөйөм белем биреү мәктәбе
Ҡаралған Килешелгән Раҫлайым
ММБ ултырышында директорҙың УТЭ урынбаҫары Директор
протокол ____ ________/ Сабанаева И.В. ____________/Күчмөхәмәтов И.Н.
_____________ _______й Приказ ___________
____________ ______й.
7-се класс өсөн
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы
Дөйөм сәғәттәр һаны-70
Аҙнаһына- 2 сәғәт
Төҙөнө: Ишмәева Гөлнара Марат ҡыҙы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн.
Төҙөүселәре: Усманова М.Г.,Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина м.С., Ғәбитова З.М., Вәлишина Л.Ғ.
Аңлатма яҙыу
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М.Ғ. - Ижевск: КнигоГрад, 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «Наратасты төп дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дойом белем биреү учреждениеhының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
Маҡсаттар һәм бурыстар:
Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.
Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.
Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:
Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:
Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.
Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә кушып өйрәнелә (интеграция).
Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Программа кимәле : базис.
Һылтанма: эш программаһы ММБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол №_ , __ ____________ 2015 йыл.
Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2002.- 166 бит.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7- се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2006.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау:
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
ижади эштәр башҡарыу(төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙыу, нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып яҙыу);
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
бирелгән тексты өлөштәргә бүлеү, исемләү, план төҙөү, план буйынса йөйләү;
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.
Башҡорт теленең ағымдағы, триместр йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Контроль эштәрҙе триместрҙың беренсе көнөндә, шәмбелә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Яҙма эш төрҙәре яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
-һүрәтләү иншаһы;
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
“Мәктәп” темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класс тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу.
Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.
Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.
Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.
Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
70 - 75 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; 50-60 һүҙ изложение һәм 55-60 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.
Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диалог һәм монологтар төҙөү. 7 - се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.
Календарь- тематик планлаштырыу
02.09
2
Т Дәүләтбирҙина. Миҙгелдәр.
Һөйләм төрҙәре.
06.09
3
Урман аптекаһында.
Ҡылым төркөмсәләре.
10.09
4
К.Ушинский.Көҙгө көн.
Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
13.09
5
Өфө ҡалаһы.
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе.
17.09
6
Изложение “Мәктәпкә тәү барған көн”
2009
7
Хаталар өҫтөндә эш. Әкиәт. Алтын башаҡтар.
Ҡылым замандары.
Асыш, мөғжизә, Тыуған тупраҡ, ҡара икмәк, туҡ башаҡтар, ерҙе ашлау, һө рөү, тырматыу, сәсеү, башаҡ, уңыш, дым, ярҙам итеү, оло табын, күпереп бешкән икмәк, тормош күрке, маҡсат, сара күреү, сәйәхәт, бесән сабыу, умарталыҡ, бал ҡорттары, саф һауа, баш эйеү, эшмәкәрлек, дауалау өсөн, ауыл тормошо, һалҡын, шишмәләр, сәскәле аҡландар, ҡара ер, еләк-емеш, йәшелсәләр, ашлыҡ, бесән.
24.09
8
Икмәк юлы.
Уртаҡ ҡылым.
27.09
9
Көҙ уртаһы.
Текст тураһында төшөнсә.
01.10
10
Д.Булгакова. Илһам донъям.
Сифат ҡылым.
04.10
11
Т.Йосоповтың тормош һәм ижад юлы. Икмәк еҫе.
Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе
08.10
12
А.Игебаев шиғыры.
11.10
13
Бал ҡорто.
Ҡылым . Һүҙбәйләнеш.
15.10
14
М.Кәрим. Башҡортостан.
Исем
Дан тотоу, бейек ҡаялар, һалҡын шишмәләр,сәскәле аҡландар, мәшһүр, иге-сиге булмаған, хеҙмәт, хазина, Ватан, азатлыҡ, мәңге йәш, рухлы кешеләр, ихтирам итеү, тарих, ҡаласыҡ, асыҡ һаҡланып ҡалған, нығытма, уҡ, йәйә, металл ҡойоусылар, тыныс тормош, ата-баба лар,тәбиғәт һәйкәлдәре, батҡаҡ, ҡәлғә, шифахана, сикһеҙ ғорурланыу, Ер-әсә, ҡымыҙ, милли ашамлыҡтар,ябай, бөйөк, үҙ-ара талаш юҡ, ҡунаҡсыл, ихтирамлы, киң күңелле, алсаҡ, йәмғиәт эштәре.
18.10
15
Урал.(Башҡорт халыҡ йыры)
Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр
22.10
16
“Башҡортостан буйлап сәйәхәт” темаһы буйынса контроль диктант “Халыҡ нимә ти?”
25.10
17
Хаталар өҫтөндә эш. Р.Ғарипов. Урал йөрәге.
Хәҙерге заман сифат ҡылым.
29.10
18
Х. Назар Урал имәне.
Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр
01.11
19
Арҡайым.
Хәҙерге заман сифат ҡылымдың һөйләмдәге роле
08.11
20
Ә.Арслановтың “Лев Толстой башҡорт далаһында” картинаһы буйынса инша.
12.11
21
Хаталар өҫтөндә эш. Синыфтан тыш уҡыу. З.Исмәғилов.
15.11
22
Беҙҙең ғаилә ярышта.
Сифат ҡылым.
Спорт,һаулыҡ, көс, сәләмәт,сыҙамлы кеше, ярыш, спорт залы, күнекмәләр, үҫмер, спорт менән шөғөлләнеү, дөйөм үҫеш биреүсе, сәкән, күн туп, спорт формаһы, ҡапҡа , ялтыр боҙ, елләтеү, шөғөлләнеү, сослоҡ, етеҙлек, майҙан, күмәкләшеп, һанашмаҡ, йөҙөү, майҙан, ҡотҡарыу, бейеклеккә һикереү, көрәш, ауыр атлетика, еңел атлетика, һыбай, ат сабыштырыу, көрәшеү, көйәрмән, спорт һарайы, йүгереү, физик күнекмәләр, йөҙөү, Милли уйындар, тапҡырлыҡ, һабантуй, уҡ атыусылар, яулау.
19.11
23
Н Иҙелбай. Беҙҙең катокта.
Башҡорт теленең үҙен сәлекле хәреф , өндәре.
22.11
24
Футбол.
Һөйләм
26.11
25
Р.Әйүпов.Милли уйындар.
Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
29.11
26
Башҡортостан ҡалаларында спорт.
Һөйләм төрҙәре.
03.12
27
Т.Яблонскаяның “Иртә”картинаһы буйынса инша.
06.12
28
Ғ.Рамазанов. Яңы йыл менән.
Өндәү ,бойороҡ һөйләмдәр
10.12
29
Ҡышты кем нисек үткәрә?
Хәбәр, һорау һөйләм.
13.12
30
“Спрорт” темаһы буйынса контроль диктант
“Бил бирмәҫ батырҙар”
Йомшаҡ ҡулдар, әсәйҙәр һүҙе, кәңәш, серҙәш, нескә күңелле, изге теләк.
17.12
31
Хаталар өҫтөндә эш. Ғ . Шафиҡов. Әсәйҙәр күҙҙәре.
Сифат.
20.12
32
Әсә һүҙе. Башҡорт халыҡ иж. Хәл ҡылым
Баһадир,дала,майҙан, көс һына шыу,ир-егет,көсөргәнешле,мәш һүр көрәшсе,әсә ҡуйыны, еңгәй, килен,кейәү,ейән,ҡоҙа,ҡоҙағый, ҡәйнеш,балдыҙ,ир ,ҡатын, ирле-ҡатынлы, рәссам,табип,һарай, яғымлы тауыш, матур көй, радио, һауа торошо, һәр ваҡыт, аҡыллы фекер, йәш ғүмер.
24.12
33
Шәжәрә.Ғаилә тураһында әйтемдәр, мәҡәлдәр.
27.12
34
Әкиәт. Ҡошҡа әйләнгән әбей.
Ҡылымдың заты, зама ны, һаны.
17.01
35
В.Меос. Ярҙамсы картинаһы.
һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
21.01
36
Ҡ.Даян. Атай Кәңәше.
Үҙ аллы ҡылымдар.
24.01
37
С.Әлибаев. Матур көн.
Ярҙамсы ҡылымдар.
28.01
38
Ф.Исмәғилевтың “Йылға буйында” картинаһы
31.01
39
Ф.Рәхимғолова. Беҙҙең әсәй.
Теркәүестәр
Яҡын кеше, тәмле аштар, аштар бешерә, сер, ғәзиз һүҙ, мөләйем ҡараш, һиҙгер, шәфҡәтле, сабый, кәңәш, ҡәнәфер сәскәһе, ҡояштай балҡый, изгелек, киң күңелле, шатлыҡ
04.02
40
Етегән йондоҙ.
Теркәүестәрҙең яһалышы.
07.02
41
Й. Солтанов. Ҡәнәфер сәскәһе.
Теркәүес төркөмсәләре.
11.02
42
Х.Әхмәтовтың тормош юлы, ижады.
Теҙеү теркәүестәре.
Мәшһүр композитор, консерватория, сәнғәт мәктәбе, күләмле әҫәрҙәр, опера, композитор, музыка ҡоралдары, ҡурай, үҙешмәкәр түңәрәк, ҡумыҙ, варган, концерт, смотр, алҡыштар, көй, моң, бейеү, дәрт, талант, уйнау серҙәре, виртуоз, ҡумыҙсы, ижад емеше, ҡатнашыусылар, сәнғәт оҫталары, данлыҡлы бейеүсе, моңло тауыш.
14.02
43
Г.Галина.Һай,ҡумыҙы,ҡумыҙы!
Эйәртеү теркәүестәре.
18.02
44
Р.Заһретдиновтың тормош юлы һәм ижады.
Һүҙбәйлйнеш.
21.02
45
Р.Туйсина тормош юлы һәм ижады.
Фразеологик берәмектәр
25.02
46
Изложение “Ете ғәжәп һан”
28.02
47
Хаталар өҫтөндә эш. Синыфтан тыш уҡыу.
Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
04.03
48
Ҡабатлау.
07.03
49
Исемдәрҙә- ил тарихы.
Бәйләүестәрҙең телмәрҙәге функцияһы.
Айһылыу, Буранбай, Гөлнәзирә, Зөһрә, Сулпан, Сөмбөл, Иршат, Айбулат, Айтуған, Мөхәммәт һ.б., бала тыуа, исем туйы, риүәйәт, кеше исеме, кәңәш, алдан уйлап, ил тарихы, исем атау, ер-һатыу, атама, легенда.
11.03
50
“Исемдәрҙә – ил тарихы” темаһы буйынса контроль диктант “Шихандар”
14.03
51
Хаталар өҫтөндә эш.
Бәйләүестәрҙең төркөмсәләре.
18.03
52
Тылсымлы әкиәттәр.
Әкиәт тураһында төшөнсә.
әкиәт. әкиәт һөйләү, борон, батырҙар, бай, ярлы, ауыҙ-тел ижады, жанр, тылсымлы, тормош-көнкүреш, хайуандар, халыҡ, телдән, яҙма ҡомартҡы, оҫта. Ирек. Бәхет, көслө, ҡыйыу, халыҡ өсөн, дейеү, аждаһа, яҡшылыҡ яуызлыҡты еңә, ут, убырлы ҡарсыҡ, мәсекәй әбей, ҡылыс, уҡ, сабата, тоҡ, зирәк, таҙ.
21.03
53
Ҡан-Ҡәрҙәш. Башҡорт халыҡ әкиәте.
Киҫәксә тураһында тө шөнсә.Яңғыҙлыҡ исем.
04.04
54
Ф.Туғыҙбаеваның тормошо һәм ижади юлы.
Киҫәксәләрҙең бүленеше.
08.04
55
Синыфтан тыш уҡыу.
Киҫәксәләр.Ҡылымдың һөйкәлештәре.
11.04
58
Ш.Бикҡол тормош һәм ижад юлы
Мөнәсәбәт һүҙҙәр.
Тыныслыҡ, киләсәк, тыныс, хеҙмәт, азат итеү, дуҫ булайыҡ, берҙәмлек, иғтибарлы, иғтибарлылыҡ, намыҫлы, ярҙамсы, яҡшы сифаттар, таяныр кеше, серҙәш, ышаныслы дуҫ.
15.04
59
К.Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп.
Мөнәсәбәт һүҙҙәрҙең һөйләмдәге роле.
18.04
60
Г. Юнысова. Умырзая.
Мөнәсәбәт һүҙҙәр.
22.04
61
Р.Мөхәммәтов. Тауышһыҙ Талип.
25.04
62
Инша.”Яҙ күренештәре”
29.05
63
Хаталар өҫтөндә эш.
Ымлыҡ тураһында төшөнсә.
02.05
64
М.Ғафури. Болон.
Ымлыҡтарҙың дөрөҫ яҙылышы.
06.05
65
З.Ҡотлогилдина.Йәй.
Ҡылым.
Йәй. ысыҡ, моңло, һут, ҡыяҡ, япраҡ, ҡырсынташ, һыуға сумыу, ер йәшәреү, уҡыуҙар тамамланыу, аҡ сәскә, каникул башланыу, ҡырмыҫҡа иләүе, таң атыу, ләйсән ямғыр, йомшартыу, ашлама, юнысҡы, тәүлек, канау, икенсе өлөш, эҫе көндәр, борғо, кәкүк саҡырыуы, йәйғор, сәйәхәт итеү.
09.05
66
Б.Байым.Ямғыряуа.
Сифат ҡылым. Хәл ҡылым.
13.05
67
“Йәй” темаһы буйынса контроль диктант “Ололар ни әйтә?”
16.05
68
Хаталар өҫтөндә эш. Н.Ҡотдосов, Х.Әйүпов. Ҡырмыҫҡалар .
Теркәүес.Бәйләүес. Киҫәксә
20.05
69
Б.Бикбай. Лагерь иртәһе.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
23.05
70
Йомғаҡлау дәресе.
27.05