Рабочая программа по башкирскому языку (11 класс)

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


02.16


Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение Школа № 116

городского округа город Уфа Республики Башкортостан


«Рассмотрено»

на заседании ШМО

родных языков


Протокол № 1

«__» августа 2016 г

«Согласовано»

Заместитель директора по УВР, курирующего преподавание родных языков

_____________

(Байрамова А.М.)

«____» августа 2016г.


«Утверждено»

Директор школы

___________ Т.В.Еремеева


Приказ № ____

от «___» августа 2016 г.




Рабочая программа

учебного курса

основного общего образования

по родному (башкирскому) языку и литературе

Класс – 11А



Выполнила:

учитель башкирского языка и литературы

высшей квалификационной категории

Усманова А.Г.




2016-2017 учебный год

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы 116-сы мәктәбе



Ҡаралған” “Килешелгән”

ММБ ултырышында туған телдәр буйынса

протокол № 1 директор урынбаҫары

«__» август 2016 й _________/Байрамова А.М./

Раҫланған

116-сы мәктәп директоры

_________/ Т.В.Еремеева/

Приказ №

«__» август 2016 й






11А класы өсөн


туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән


төп дөйөм белем биреү буйынса


уҡыу курсының эш программаһы





Төҙөнө:

юғары квалификацион категориялы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Усманова Әлмирә Ғүмәр ҡыҙы








2016-2017 уҡыу йылы

ОГЛАВЛЕНИЕ:



Стр.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Общая характеристика учебного предмета

4

Уҡыу предметын үҙләштергәндә шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре

Личностные, метапредметные и предметные результаты освоения конкретного учебного предмета

4



Уҡыу предметының йөкмәткеһе

Содержание учебного предмета

6

Календарь-тематик планлаштырыу.

Календарно-тематическое планирование.

9

































  1. Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Общая характеристика учебного предмета

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 11-се класы өсөн туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаһына 2 сәғәт)

Дәреслек: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. , Хөснөтдинова Ф.Ә.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 11-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. – Өфө : Китап, 2007.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу; телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү; бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Мәктәптә туған (башҡорт) телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә,практик файҙаланырға өйрәтеү - үҙәк бурыс.

  2. 11-се класта туған (башҡорт) телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға икешәр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Үҙ фекереңде билдәле бер кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

  4. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Тел материалын эре блоктар алымы менән өйрәнеү тәҡдим ителә һәм башҡорт теленең күренештәрен айырым кластарға бүлеп өйрәнеү өсөн түбәндәге блоктар тәҡдим ителә: 11-се класс. Телдең ижтимағи әһәмиәте. Милләт һәм тел. Донъя телдәре картаһы: Алтай телдәре, Урал телдәре. Урал-Алтай телдәренең ҡәрҙәшлеге мәсьәләләре.


Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте модуль булараҡ үткәрелә.


  1. Уҡыу предметын үҙләштергәндә шәхсән, метапредмет, предмет-ара

Личностные, метапредметные и предметные результаты освоения конкретного учебного предмета

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программаны үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1)Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли – мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль – этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2) Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу:

3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1)телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш , текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәлмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

  • төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

  • төрлө стилдәге, жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт дискылар, интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

  • стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

  • алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив)маҡсатын билдәләү һәләтлеге, хәрәкәттең эҙмә – эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ әйтеү;

  • тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, конспект, һөйләү, аннотация) һөйләй алыу;

  • төрлө стилдә , жанрҙа, адресланыуға ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә – эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

  • төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү, төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог – һорашыу, диалог – аралашыуға өндәү, диалог – фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;

  • ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

  • телмәр этикет нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

  • телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым – ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

  • Уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тотоу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә белеү; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра алыу;

  • Үҙ тиңдәштәреңдең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет – ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

3) аралашыу процесында тирә – яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралшыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли – мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1)телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, БР –ның дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2) гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау:

3) туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм ураҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми – эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функцианаль – мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразиологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү:

6) телдең төп берәмектәрен, гамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7) һүҙгә анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙъяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8) тел һүрәтләү саралары һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу;

9) туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.


  1. Уҡыу предметының йөкмәткеһе

Содержание учебного предмета

1.Мостай Кәрим - 9сәғәт.

Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙең әҙәбиәткә йоғонтоһо. Яңы быуын шағирҙарының яңы ижади табыштары.


Мостай Кәримдең биографияһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады. Мөхәббәт һәм нәфрәт темаһы. Һуғыштан һуңғы ижадында хеҙмәткә, бәхетле, тыныс тормошҡа дан йырлау.

Ҡара һыуҙар” поэмаһында төп темаларҙың контраст бирелеүе: һуғыш һәм тыныслыҡ, батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ.

Фәлсәфәүи шиғырҙарында тормош, яҙмыш тураһында уйланыуҙары.

Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында әҙәп-әхлаҡ проблемаһының ҡуйылышы.Повеста йәмғиәттең,ғаиләнең роле.Әҫәрҙең жанр үҙенсәлектәре.

Ай тотолған төндә” трагедияһында башҡорт ырыуҙары көнкүрешенең һүрәтләнеүе. Трагедияның жанр үҙенсәлектәре.

Трагедияларында азатлыҡ өсөн көрәш идеяһының сағылышы. Трагедияның драматик эшләнеше, поэтик теле һәм стиле.

Башҡорт теле тураһында дөйөм төшөнсә. Башҡорт теленең диалекттары. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Һүҙбәйләнеш. Һөйләм дәрҙең әйтелеү маҡсаты буйынса төрҙәре хәбәр, һорау, бойороҡ, тойғо һөйләмдәр, уларҙың үҙенсәлектәре.

2.Рәми Ғарипов-7 сәғәт

Р.Ғариповтың биографияһы һәм ижады.

Тыуған төйәккә, хеҙмәткә дан йырлау.

Лирик шиғырҙарының тематикаһы. Шиғри хикәйәт һәм ҡобайырҙары. Шиғри хикәйәтендә Башҡортостан, ир-егеттәр образы.

Ҡобайырҙары. Тыуған ил, халыҡ яҙмышы, ил улдары тураһында уйланыуҙары.

Поэмалары. Шәхес культы йылдарында ил, халыҡ, милли интеллигенцияның эҙәрлекләнеүе фажиғәһен күрһәтелеүе.

Донъя һәм мөхәббәт темалары. Поэтик эшләнеше.

Эйә, уның бирелеше.Эйәнең төп билдәләре һәм грамматик бирелеше, составы.

Хәбәр,уның эйә тураһында нимә булһа ла хәбәр итеүе һәм эйә менән бәйләнеп килеүе.Хәбәрҙең төп билдәләре,уның составы.Эйә менән хәбәрҙең килеү урыны.эйә менән хәбәрҙең ярашыуы.

3.Әхиәр Хәким – 6 сәғәт.

Ә.Хәкимдең биографияһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.

Ә.Хәким-романист. “Өйөрмә” романында утыҙынсы йылдар фажиғәһе. Репрессияға юлыҡҡан башҡорт интеллегенцияһы, яҙыусылары яҙмышының һүрәтләнеше.

Символик мәғәнәле өйөрмә образы. Тоталитар режимдың сағылышы.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре

Уларҙың баш киҫәкте асыҡлап,уға эйәреп килеүе,һөйләмдә бер эйәрсән киҫәкте икенселәре асыҡлап килеү осраҡтары.

Аныҡлаусылар,уларҙың бирелеше.Уларҙың исем менән белдерелгән һөйләм киҫәгенә ҡарауы.

Тултырыусылар,уларҙың ҡылым менән белдерелгән һөйләм киҫәгенә ҡарауы,исем һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән килеүе.Тура һәм ситләтелгән тултырыусылар.

Өҫтәлмәлек.Эйәреүсе киҫәктән һуң килеп,уның мәғәнәһенә өҫтәлмә аныҡлыҡ биреүе.

Хәлдәр.уларҙың төрҙәре,бирелеше.Уларҙың мәғәнәләре һәм үҙҙәре эйәргән Һүҙҙәргә бәйләнеү саралары.

4.Ғайса Хөсәйенов – 9 сәғәт.

Әҙиптең биографияһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.

Парсаларында тормош тураһында уйланыуҙары.

Рудасы Исмәғил Тасим улы” тарихи-документаль повесын үҙләштереү, төп идеяһын асыҡлау.Унда ҡаһарманлыҡ һәм фажиғә, киләсәкте ҡайғыртыу мотивтары.

Ҡанлы илле биш” тарихи тематикалы роман. Романдың йөкмәткеһен үҙләштереү.

Ябай һөйләмдәрҙең төҙөлөшө буйынса төрҙәре

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.

Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре: билдәле эйәле,билдәһеҙ эйәле,эйәһеҙ,атама һөйләмдәр.

Тулы һәм кәм һөйләмдәр.Мәғәнә асыҡлығы өсөн кәрәк булған киҫәктәрҙең бөтәһенең дә бирелеүе.Алдағы һөйләмдәрҙән йәки фекер ағышынан аңлашыла торған һүҙҙәрҙең еңел генә төшөп ҡалыу мөмкинселеге.

Һөйләм киҫәктәре менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр

Өндәш һүҙҙәр һәм улар эргәһендә тыныш билдәләре.Өндәш һүҙҙәрҙең телмәр төбәп әйтелгән затты,предметты белдереүе,Һөйләмдә килеү урыны.йыйнаҡ һәм тарҡау була алыуы,предметтарға төбәп өндәшеүҙең мәғәнә биҙәге.

Рауил Бикбаев– 5 сәғәт.

Тормош юлы һәм фәнни эшмәкәрлеге.

Ғүмер уртаһы” шиғырында халыҡ,тыуған ил,ғүмер тураһындағыуйҙары.

Һыуһаным ­- һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһында социаль, иҡтисади, экологик һәм мораль-этик проблемаларҙың ҡуйылышы.

Ете быуыным” ,”Салауат ҡылысы” шиғырҙарында милләттең изге аманаты, рухи байлығы, йолалары сағылышы.

Бөрйән ҡарағайы”, “ Бикбай менән Бикбай һөйләшеүе” шиғырҙарында замана, мораль-этик мәсьәләләр.

Инеш һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр,уларҙың һөйләмдәге уй-фекергә һөйләүсенең мөнәсәбәтен белдереүе,башҡа һөйләм киҫәктәренән өтөр менән айырылыуы.

Ноғман Мусин-9 сәғәт

Яҙыусының биографияһы һәм ижады. Тәүге хикәйәләре.

Ауылым юлы” повесының тематикаһы. Әҫәрҙә мораль-этик проблема. Кешенең тәбиғәткә, хеҙмәткә мөнәсәбәте.

Мәңгелек урман” романында сағылдырылған тарихи осор. Уның ҡаршылыҡтары. Геройҙарҙың яҙмышы аша халыҡтың социаль, милли-колониаль иҙелеүен һүрәтләү. Романдың художество эшләнеше, композицияһы.

Шайтан ҡуласаһы” повесында ғаилә, мөхәббәт бала тәрбиәләү, әҙәп, әхлаҡ проблемалары.

Ҡушма һөйләм

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр,уларҙың төркөмсәләре.Тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр,уларҙың төрҙәре.Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр.

Азат Абдуллин- 5 сәғәт

Яҙыусының биографияһы,ижад юлы.

Ун өсөнсө председатель драмаһының идея-тематик йөкмәткеһе.Драмала әҙәп-әхлаҡ мәсьәләһе.Әҫәрҙең популярлығы.мәскәүҙә Вахтанов исемендәге театрҙа ҙур уңыш менән барыуы.

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр.

Рәшит Солтангәрәев - 5 сәғәт

Яҙыусының тормошо һәм ижады.

Хамбал” хикәйәһендә Бөйөк Ватан һуғышы килтергән аслыҡ һәм ауыр тормоштоң һүрәтләнеүе. Яуыз Хамбал образы,уның фажиғәле үлеме.

Ҡиәмәтлек кейәү” хикәйәһендә оҙаҡ йылдар улын көткән ҡарт әсә образы.Уның уй- һағыштары.Хикәйәләге психологизм. Әҫәрҙең художество үҙенсәлеге.

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр.Теҙемдәр.

Динис Бүләков – 5 сәғәт.

Яҙыусының тормошо һәм ижады.

Килмешәк” романының идея-тематик йөкмәткеһе.Унда ижтимағи,иҡтисади,мораль-этик мәсьәләләрҙең ҡуйылышыһәм хәл ителеше.Әҫәрҙә ерҙе тәбиғәтте һаҡлау өсөнкөрәш темаһы. Әҫәрҙең теле,художество эшләнеше.

Ғүмер бер генә” романында заман темаһы һәм экология, ғаилә, мөхәббәт мәсьәләләре. Романдың тел-стиль, художество үҙенсәлектәре.

Тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Хәсән Назар – 8 сәғәт.

Хәсән Назарҙың тормошо һәм ижады.

Сәңгелдәк”, “Әсәйем”, “Атай тауышы”, “Йәшәйем” шиғырҙарында Әсәйҙең бөйөклөгө тураһында шағирҙың уй-фекерҙәрҙең бөйөклөгө.Ил яҙмышы,йәшәү мәғәнәһенең һүрәтләнеүе.

Таулыҡай “,”Ауылымда”,” Тау шишмәһе”,” Тауҙар” шиғырҙарында тыуған төйәккә,ергә, халыҡҡа һөйөүҙең фәлсәфәүи бирелеүе.

Шәмсыраҡ “поэмаһында лирик герой. Поэманың композицион,поэтик үҙенсәлектәре.

Тура һәм ситләтелгән телмәр. Текст төҙөлөшө.


  1. Календарь-тематик планлаштырыу.

Календарно-тематическое планирование.

Класс- 11.


Дәрестең

иҫәбе

Дәрестең темаһы.


Сәғәттәр

һаны

Үткәрелеү

ваҡыты

план

факт

Мостай Кәрим-9с.

1

Башҡорт теле тураһында дөйөм төшөнсә. Башҡорт теленең диалекттары.

1



2

Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. М. Кәримдең тормош һәм ижад юлы.

1



3

Һүҙбәйләнеш. Башҡорт халҡына яуап хат.

1



4

Ябай һөйләм. Һаумы, тиҙәр гөлдәр.

1



5

Хәбәр һөйләмдәр. Ҡара һыуҙар.

1



6

Һорау һөйләмдәр. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ.

1



7

Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында образдар системаһы.

1



8

Өндәү-бойороҡ һөйләмдәр. Ай тотолған төндө.

1



9

Ай тотолған төндө” трагедияһында образдар системаһы.

1



Рәми Ғарипов-7с.

10

Тойғо һөйләмдәр. Р. Ғарипов тормошо һәм ижады.

1



11

Синтаксик бәйләнештең төрҙәре. Аманат.

1



12

Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйә, уның бирелеше.

1



13

Хәбәр, уның бирелеше. Уйҙарым.

1



14

Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Табыныу.

1



15

Контроль диктант.

1



16

Хаталар өҫтөндә эш. Батырша.

1



Әхиәр Хәкимов-6с.

17

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

1



18

Аныҡлаусы. Тултырыусы. Өйөрмә.

1



19

Өҫтәлмәлек. Өйөрмә (дауамы).

1



20

Инша.” Йәшәү-бәхет“

1



21

Хаталар өҫтөндә эш. Бәйге.

1



22

Хәлдәр. “Бәйге” повесында образдар системаһы.

1



Ғайса Хөсәйенов-9с.

23

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр. Тормош.

1



24

Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре. Рудасы Исмәғил Тасим улы (өҙөк).

1



25

Рудасы Исмәғил Тасим улы” әҫәрендә киләсәкте ҡайғыртыу мотивтары.

1



26

Тулы һәм кәм һөйләмдәр. Ҡанлы илле биш.

1



27

Ҡанлы илле биш (дауамы).

1



28

Һөйләм киҫәктәре менән бәйләнешле булмаған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр.

1



29

Өндәш һүҙҙәр.

1



30

Контроль диктант.

1



31

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡанлы илле биш.

1



Рауил Бикбаев-5с.

32

Инеш һүҙҙәр. Ғүмер уртаһы.

1



33

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

1



34

Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!

1



35

Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Ете быуыным.

1



36

Бикбай менән Бикбай һөйләшеүе.

1



Ноғман Мусин-9с.

37

Ҡушма һөйләм. Теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Ауылым юлы.

1



38

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Мәңгелек урман.

1



39

Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрҙәре. Мәңгелек урман (дауамы).

1



40

Мәңгелек урман” романында образдар системаһы.

1



41

Изложение” Хушлашыу”.

1



42

Хаталар өҫтөндә эш. Шайтан ҡуласаһы.

1



43

Шайтан ҡуласаһы (дауамы).

1



44

Шайтан ҡуласаһы” повесында ғаилә, мөхәббәт проблемалары.

1



45

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр.

1



Азат Абдуллин-5с.

46

А. Абдуллин тормошо һәм ижады.

1



47

Ун өсөнсө председатель.

1



48

Ун өсөнсө председатель (дауамы).

1



49

Драманың идея-тематик йөкмәткеһе.

1



50

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр.

1



Рәшит Солтангарәев-5с.

51

Р. Солтангәрәевтың тормошо һәм ижады.

1



52

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр. Хамбал.

1



53

Хамбал” әҫәрендә ауыр тормоштоң һүрәтләнеше.

1



54

Теҙемдәр. Ҡиәмәтлек кейәү.

1



55

Ҡиәмәтлек кейәү (дауамы).

1



Динис Бүләков-5с.

56

Д. Бүләковтың тормошо һәм ижады.

1



57

Тыныш билдәләре. Килмешәк.

1



58

«Килмешәк» романында заман темаһы.

1



59

Инша. “Беҙ яңы быуатта йәшәүселәр.”

1



60

Хаталар өҫтөндә эш. Килмешәк.

1



Хәсән Назар-8с.

61

Х. Назар тормошо һәм ижады. Сәңгелдәк.

1



62

Тура һәм ситләтелгән телмәр. Таулыҡай.

1



63

Текст төҙөлөшө. Ауылымда.Тау шишмәһе.

1



64

Контроль диктант.

1



65

Хаталар өҫтөндә эш. Тауҙар. Әсәйем.

1



66

Атай тауышы. Шәмсыраҡ.

1



67

Йәшәйем.

1



68

11-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1




Иҫкәрмә: календарь график, 2016-2017 йылғы уҡытыусылар календары һәм дәрестәр теҙмәһе буйынса дөйөм сәғәттәр һаны йылына 68 сәғәт.