БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫНДА ҠОШТАР ДОНЪЯҺЫ
Калиниченко Ангелина Виктор ҡыҙы, 5 класс , Бәләбәй ҡалаһы Башҡорт гимназия- интернаты муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы
Ғилми етәксе: Мәүлиева Тәнзилә Ғәйсәр ҡыҙы
Башҡорт халыҡ йырҙарының образдар системаһы бик бай. Йыш ҡына ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренең эске уй-кисерештәрен күрһәтер өсөн йәнлектәр донъяһына мөрәжәғәт иткәндәр. Йырҙарҙа йылҡы төҫтәрен, бөжәктәр, йыртҡыстар образын күрергә мөмкин. Айырыуса, халыҡ йырҙарында ҡоштар образы ныҡ асыла. Ә ниңә улар ныҡ таралған икән? Был һорау миңә тынлыҡ бирмәй һәм мин быға төшөнөргә булдым.
Маҡсат: Башҡортостанда булған ҡоштарҙы танырға өйрәнергә ярҙам итеү, халыҡ йырҙарында образдар байлығын ҡоштар миҫалында күрһәтеү, халҡыбыҙҙың рухи яҡтан бай булыуын иҫбатлау, донъяға ҡарашын билдәләү.
Бурыстар: ҡоштар образының йырҙарҙа киң ҡулланыуын миҫалдар аша асыҡлау, уларҙың йырҙарҙа әһәмиәтен (нимә һынландырғанын) билдләү, йырҙарҙа ҡайһы бер ҡош исемдәренең киң ҡулланыуын анализлау.
Бурыстарҙан сығып күҙәтеү, анализ, сағыштырыу, анкета үткәреү методтарына мөрәжәғәт иттем.
Эшемдең объекты – ҡоштар, өйрәнеү предметы булып йырҙар тора.
Актуаллеге: ҡоштар – тәбиғәтте йәнләндереп тороусы, матур һайрауҙары менән беҙҙең күңелде күтәреүсе йән эйәләре. Ләкин күп кенә балалар ҡоштарҙың башҡортса атмаларын белмәй, белгән сағында ла ҡоштарҙы күреп таный белмәйҙәр. Тәбиғәтте белмәү тормошта күп ҡыйынлыҡҡа килтерә.
Ғилми-тикшеренеү эшем инештән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.