Тема. Күмерселәр ҡалаһы. М. Кәримов. Ымлыҡтар (мәғәнәләре, телмәрҙәге роле).
Маҡсат. Шиғыр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү, телмәр өҫтөндә эш, Башҡортостан ҡалалары менән таныштырыуҙы дауам итеү, хеҙмәткә хөрмәт тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Дәреслек, проектор, компьютер
Дәрес барышы.
1.Ойоштороу. Число, һауа торошон һорау. Көн ҡояшлымы болотоломо? Беҙҙең күңелдә һәр ваҡыт ҡояш булһын.
2.Фонетик күнегеү.
Ҡояш апай биттәремдә
Ал нурҙарын уйната.
Йоҡоң инде туйғандыр, тип
Иртүк наҙлап уята.
3.Темаға инеш. Ребус сисеү.
4.Төп тема. Күмертау нимә ул? Ни өсөн ҡала улай тип аталған? 1947 йылда Бабай ауылы янында беренсе тапҡыр күмер табыла. 1949 йылда беренсе йортҡа нигеҙ һалына һәм Күмертау эшселәр ҡасабаһы тип атала башлай. 1953 йылда Күмертау ҡала статусын ала.
Шиғырҙы уҡытыусы уҡый. Уҡыусылар шыбырлап уҡып сыға.
Бер нисә баланан уҡытыу.
Аңлашылмаған һүҙҙәр булдымы?
Һүҙлек эше үткәреү.
Йоҡмай – не пачкает
Хайран ҡалыу – восхищаться
Сәбәптәре – причины
Шымартыу – разглаживать
Күмерсе - угольщик (кто добывает уголь)
Тексты үҙләштереү. Йомғаҡлау. Ниндәй кешеләр йәшәй икән Күмертауҙа, күмерселәр ҡалаһында?
-уңған, тырыш, эшһөйәр кешеләр йәшәй. Башҡорт халҡында шундай мәҡәлдәр бар:
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.
Эше барҙың ашы бар.
Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән эште, хеҙмәтте һөйөргә тейешбеҙ, шулаймы! Эш бөткәс, уйнарға ярай,ти халҡыбыҙҙың аҡыллы мәҡәле.
Ял минуты.
Ял минуты бик кәрәк
Дәрестең уртаһында.
(Тубыҡтарҙы сиратлап бөгәбеҙ,
ҡулдарҙы ҡаушырып, ҡулбашты
йөрөтәбеҙ)
Бер, ике – тура баҫып,
Атлайыҡ бергә-бергә! Атлау)
Төрлө хәрәкәт яһау
Арыуҙы оноттора. !
(Ҡулдарҙы билгә таянып, ҡулбашты
Һикертәбеҙ)
Бер, ике – ҡояш, һауа
Дуҫ булһын һәр саҡ беҙгә
Ике ҡулды ла алға өҫкә күтәреп атлайбыҙ)
Грамматик темаға инеш. Музыка ҡуйып тыңлау. (Ҡош, хайуан тауыштары, шишмә тауыштары)
Нимәләр ишетәһегеҙ, ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ?
Ниндәй тауыштар нимәне аңлата? Беҙ уларҙы ымлыҡтар тип әйтәбеҙ.
Дәреслектән 195 – се күнегеүҙе табабыҙ. Уҡыйбыҙ, ымлыҡтарҙы табып әйтәбеҙ, аңлатабыҙ. 196 – сы күнегеүҙе телдән эшләү.
Ымлыҡтарҙы уҡып кемгә тура килгәнен әйтеү.
Парҙар менән эшләү.
Шат, ҡайғылы смайликтар бирелә һәм һәр парта парлап диалог төҙөйҙәр. Кемдек матурыраҡ, кемдеке оҙонораҡ?
Диалог уҡыуҙарын тыңлау.
Карточкалар менән эш. Төшөп ҡалған ымлыҡтарҙы ҡуйып яҙырға.
Бер нисә һөйләмде таҡтал, дәфтәрҙә яҙыу. Уҡыу.
Карточка 1
…, ул ниндәй ҡурҡыныс… Ҡурҡам.
…-…-…! Ҡапҡағыҙҙы асығыҙ!..
…-… итеп оса күбәләктәр!
(леп – леп, туҡ-туҡ-туҡ, ах)
Карточка 2
…-… ямғыр яуа.
… боҙ, боҙ! Һин бик көслө икәнһең.
…-…! Турғайҙар күңелле сырҡылдашты. (сырҡ- сырҡ, эх, шыбыр – шыбыр)
Карточка 3
…-…! Өй башынан тамсылар тамды.
…-… тип илап, кескәй себеш әсәһен эҙләп йөрөй.
…-…! Аяғымды ауырттыраһың.
(сип-сип, ай- ай, тып-тып)
Карточка 4
…-…-…! – типҡысҡырып көлдө өкө.
…-… гөл генә, кемдәр беҙҙе ярата, ти күгәрсендәр.
…-… килеп матур шишмә ағып ята.
(гөлдөр – гөлдөр, ух-ух-ух, )
Йомғаҡлау. Нимә ул ымлыҡтар? Ә беҙ тормошта, үҙебеҙ һөйләштә ымлыҡтарҙы ҡулланбыҙмы? Әкиәттәрҙә ымлыҡтарҙы осраттыҡ. Үҙебеҙҙең һөйләштә лә ҡулландыҡ.
Өй эше. Ымлыҡтар булған өс йомаҡ табып килергә.
Баһалау. Карточкаларҙы күтәрәбеҙ, һәр кем үҙенең бөгөнгө эшенә баһа ҡуя.