Урок по башкирскому языку на тему Аҙыҡ-түлек (5 класс)

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...



Тема: «Аҙыҡ-түлек».

Маҡсаттар: 1. Белем биреү: аҙыҡ-түлекте белдергән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү, ҡабатлау; яңы һүҙҙәр менән танышыу һәм үҙләштереү;

2. Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, логик фекерләүҙе, хәтерҙе үҫтереү; коммуникатив мөмкинлектәрен киңәйтеү;

3. Тәрбиәүи: аҙыҡ-түлеккә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: экран, ноутбук, таратма материалдар, карточкалар, йылмайликтар.


Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.

Сәләмләү. Танышыу.

Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ!

Үҙем менән таныштырып үтәйем. Мин 99-сы урта белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Бәҙретдинова Рита Фаил ҡыҙы булам. Ә һеҙҙең менән дәрес барышында ныҡлап танышырбыҙ.

Уҡыусылар, күреп торам, кәйефтәрегеҙ ҙә яҡшы, хәлдәрегеҙ ҙә һәйбәт. Дәресте башлап ебәрһәк тә була.

Фонетик күнегеү.

Дәресте тел шымартыуҙан башлап ебәрәйек. (Шиғырҙы башта бер-ике бала уҡый, артабан хор һәм рәт менән уҡыйҙар.)

Ҡа-ҡа-ҡа

Яратабыҙ беҙ бутҡа.

Мәк-мәк-мәк

Өҫтәлдә тәмле икмәк.

Ма-ма-ма

Ағаста ҡыҙыл алма.

Һаҡ-һаҡ-һаҡ

Бешерҙек беҙ бауырһаҡ.

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ниндәй һүҙҙәр билдәләнгән? Ниндәй темаға ҡарай был һүҙҙәр? (Уҡыусылар яуаптарын тыңлау)

Тимәк, бөгөнгө дәрестә нимә хаҡында һүҙ барасаҡ? (Аҙыҡ-түлек тураһында).

Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән теманы асыҡланыҡ. Нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә өйрәнәсәкбеҙ? (Уҡыусылар үҙҙәренең тәҡдимдәрен әйтәләр).

Ә хәҙер таҡтаға иғтибар итегеҙ, һеҙ әйткән маҡсаттар бында бармы? ( Слайдта маҡсаттар бирелә).


  1. Төп өлөш.

Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең меңән аҙыҡ-түлектең башҡортса атамалары менән танышасакбыҙ.

Бөгөнгө числоны һәм теманы дәфтәрҙәргә яҙып ҡуяйыҡ.

1-се эш.

Слайдта аҙыҡ-түлек темаһына ҡараған, быға тиклем үткән һүҙҙәр бирелә: икмәк, сәй, шәкәр, кәнфит, тоҙ, ит, май, ҡаймаҡ, йомортҡа, тары, һут; йәшелсәләр: ҡыяр, кәбеҫтә, помидор, картуф, ҡабаҡ; емеш-еләк: алма, ҡарбуз, әфлисун, сейә. Артабан, яңы һүҙҙәр менән танышыу: һут, тары, ҡабаҡ, туңдырма, йөҙөм, ҡауын)

Ә хәҙер яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыр өсөн һүҙбәйләнештәр төҙөп ҡарайыҡ. Миҫалдар слайдта бирелгән. Үҙегеҙҙең миҫалдарҙы дәфтәрҙәргә яҙып ҡуйығыҙ.

Кем һөйләм төҙөп ҡарай? ( Слайдта миҫал бирелгән: Мин алма яратам.)

2-се эш. Төркөмләп эшләү.

Һеҙҙең алдығыҙҙа карточкалар ята. Унда аҙыҡ-түлек, емеш-еләк һәм йәшелсәләр исемдәре буталып бирелгән. Һеҙгә дөрөҫ итеп уларҙы йыйырға кәрәк. Беренсе төркөм – аҙыҡ-түлек һүҙҙәрен, икенсе төркөм – емеш-еләк, өсөнсө төркөм – йәшелсәләрҙе йыя.

(Слайдта дөрөҫ яуаптар бирелә)


3-сө эш. Диалогтар төҙөү.

Һеҙ магазинға йөрөргә яратағыҙмы?

Әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән магазинда икән тип күҙ алдына килтерәйек. Миңә һәр бер рәттән икешәр кеше кәрәк. Һеҙгә бирелгән темаларға диалог төҙөргә кәрәк.

(Уҡыусыларға өс ситуация бирелә: емеш-еләк магазинында, аҙыҡ-түлек магазынында һәм баҙарҙа.)

Ҡалғандарға 347-се күнегеү.

Бында беҙгә тексты тәржемә итергә һәм һорауҙарға яуап бирергә кәрәк буласаҡ.)

Бына аҙыҡ-түлек магазины. Ул бик бай. Бында икмәк тә, һөт аҙыҡтары ла һаталар. Әсәйем ҡара икмәк, аҡ ҡалас, май алды. Ул: «Һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ өйҙә бар», тине. Ә мин бер ҡап печенье, кәнфит һатып алдым.

Һорауҙар:

  • Аҙыҡ-түлек магазинында нимәләр бар?

  • Әсәй нимә һатып алды?

  • Ҡыҙы нимә алды?

  • Ә һеҙ магазинға йөрөйһөгөҙмө?

  • Нимә һатып алғанығыҙ бар?

Уҡыусыларҙың диалогтарын һәм һорауҙарға яуаптарҙы тикшереү.)


4-се эш. Ял минуты. Баҡсала.

Хәҙер ял итеп алайыҡ. Барыбыҙҙа баҫтыҡ. Беҙ һеҙҙең менән баҡсаға килдек. Ерҙән еләк йыябыҙ. Үрелеп ағастан алма алабыҙ. Бына сейә ағасы. Сейәгә үреләбеҙ. Кәрзингә ҡыяр ҙа өҙөп һалабыҙ.

Беҙҙең кәрзиндәр тулды.

Ултырығыҙ!

  1. Яңы теманы нығытыу этабы.

5-се эш. Яратам-яратмайым, ашайым-ашамайым һүҙҙәрен үҙләштереү.

Хәҙер беҙ һеҙҙең менән һөйләмдәр төҙөп ҡарайбыҙ. Уҡыусылар, яратам-яратмайым, ашайым-ашамайым һүҙҙәре бер-береһенән нимә менән айырыла?

Эйе, дөрөҫ. Башҡорт телендә –ма/-мә аффикстары юҡлыҡ формаһын аңлата (аффиксы отрицания).

Хәҙер һеҙгә дүрт һөйләм төҙөргә кәрәк буласаҡ. Һөйләмдәрҙе дәфтәрҙәргә яҙып ҡуябыҙ.

(Слайдта миҫалдар бирелгән)


6-сы эш. Мәҡәлдәр

Балалар, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бына өҫтәлдә иң баш, иң кәрәкле аҙыҡ-түлек нимә?

Слайдта һеҙгә мәҡәлдәр бирелгән. Шуларҙы уҡып китәйек.


Икмәк тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

( Эйе, һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ. Беҙ икмәктән бер ваҡытта ла туймайбыҙ ҙа, ялҡмайбыҙ ҙы, әгәр икмәк ашамаһаҡ беҙ туймаған кеүек булабыҙ. Ул беҙҙең иң ҙур ризыҡ, иң кәрәкле аҙыҡ.

Икмәк бик ауыр юл үтә.Әйҙәгеҙ әле беҙҙең һеҙҙең менән икмәк юлы буйлап сәйәхәт ҡылайыҡ. Презентацияға күҙ һалайыҡ.

Шулай итеп, икмәк – ул хеҙмәт емеше. Уның ҡәҙерен белегеҙ, бер ваҡытта ташлап китмәгеҙ. Уларҙы ҡоштарға ашарға бирегеҙ.


6-сы эш.

Бөгөн өйрәнгән һүҙҙәрҙе нығытыр өсөн һеҙгә бер эш тәҡдим итәм. Карточкаларҙа һүҙҙәр бирелгән. Уларҙы һеҙгә дөрөҫ итеп төркөмләргә кәрәк, улар менән һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр төҙөргә кәрәк.


7-се эш. Йомаҡтар.

Ә хәҙер мин һеҙгә ошо темаға ҡараған йомаҡтар әйтәм. Иғтибар менән тыңлағыҙ.

  • Ҡыҙыл төймә таптым,

Ауыҙыма ҡаптым. (еләк)

  • Әсәйем мейескә һалһа,

Табала ул ҡабара.

Бешкәс телеп кенә алһаң,

Тәмле еҫтәр тарала.

Нимә һуң ул?Кем белә? (икмәк)

  • Ерҙән ҡаҙып алалар,

Аш, бәлешкә һалалар.

Көлгә күмә малайҙар,

Иҙеп ашай бабайҙар. (картуф)

  • Әбей түгел,бабай түгел,

Үҙе ҡат-ҡат тун кейә,

Һыуҙар һибеп үҫтерәбеҙ-

Ул дымлы ерҙе һөйә.

Йәшкелтем һәм аҡ төҫтә, Шытырлап тора тештә,

Ә исеме ... (кәбеҫтә)

  • Һурпаһын эсәләр,

Итен түгәләр. (сәй)

Афарин, бигерәк зирәкһегеҙ.


  1. Йомғаҡлау.

Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән нимә үттек?

Ниндәй яңы һүҙҙәр үҙләштерҙегеҙ?

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дәрес башында билдәләгән маҡсаттарға беҙ ирештекме?

Дәрес һеҙгә оҡшанымы?


  1. Рефлекция.

Дәрестә үҙегеҙҙе нисек эшләнем, тип уйлайһығыҙ икән?

  • Әгәр бөтә эш тә еңел бирелһә, дәрес оҡшаһа – йылмайып торған йылмайлик күрһәтегеҙ.

  • Дәрес бик ауыр булһа, нимәлер аңлашылмаһа – кәйефе төшкән йылмайликтар күрһәтегеҙ.


  1. Баһалау.

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дәрестә ҡатнашҡанығыҙ өсөн үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ? Ни өсөн?

( Уҡыусылар үҙҙәренә баһа ҡуялар)

Дәрестә барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Афарин! Гел шулай актив булып ҡалығыҙ.

  1. Өйгә эш биреү.

Өйҙә һеҙгә бөгөн танышҡан һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға һәм 144-се биттәге 349-сы күнегеү бирелә.

Дәрес тамам. Һау булығыҙ!