Творческая работа Тыныс атһын таңдарыбыҙ

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение [pic]

средняя общеобразовательная школа№8

муниципального района Мелеузовский район Республики Башкортостан



Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районының

8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

бюджет учреждениеһы

[pic] [pic]



Ижади эштәр конкурсына

Тыныс атһын

таңдарыбыҙ!



Башҡарҙы: Батршина Ильвина,

10-класс уҡыусыһы.

Етәксе: Рәхмәтуллина Г.Р,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы



Мәләүез – 2015

Бына тағы тыуған еремә шаулап гөрләп яҙҙар килде. Ағастарҙа йәшел япраҡтар күренә, үләндәр морон төртә. Зәңгәр күктә алһыу ҡояш йылмая. Бөгөн ул айырыуса ихлас нурҙарын һибә, яңы тыуған көнгә шатлана. Ә уның менән бергә барса халыҡ, ил шатлана. Сөнки ерем 70-се Еңеү яҙын ҡаршылай.

Тәбиғәттең хозурлығына, яҙ еҫенә иҫереп: “Мин бәхетле!”- тип ҡысҡырғым килде. Эйе, мин бәхетле, минең тиҫтерҙәрем дә бәхетле! Беҙ – бәхетле балалар! Сөнки беҙ тыныс, матур, бай илдә тыуғанбыҙ, йәшәйбеҙ. Көн һайын мәктәпкә, белем алырға йөрөйбөҙ.

Ә бит һәр ваҡыт тормош былай ғына бармаған. Бынан 70 йыл элек ерем дә, халҡым да ҡаты һынауҙарға дусар булған. (Беҙ һуғыш ваҡытында йәшәмәһәк тә, күп нәмәне китаптарҙан уҡып беләбеҙ). Бөйөк Ватан һуғышы совет халҡының фашистик Германияны тарихи еңеүе менән тамаланды. Уйлап ҡараһаң, Германия беҙҙең илебеҙгә ҡарағанда хәрби яҡтан да, иҡтисади яҡтан да күпкә көслө булған. Нисек Совет армияһы фашистарҙы тар-мар итә алды, нисек еңеүгә өлгәште икән ? Ошондай уйҙар сыуалды минең башымда.

Совет һалдаттары яу яланында үҙҙәрен аямай һуғышҡандар, үлемдең күҙенә тура ҡараға ла ҡурҡмағандар, аҡтыҡ ҡанынаса Тыуған илдәренә тоғро ҡалғандар. Уларҙы фашистың автоматы ла, тимер танкылары ла ҡурҡыта алмаған, кәрәк икән улар үҙ кәүҙәләрен ут аҫтына ҡуйғандар.

Ә тылдағылар “Бөтәһе лә фронт өсөн! Бөтәһе лә Еңеү өсөн” тигән лозунг аҫтында хас дошманды еңеү өсөн барыһын да эшләгәндәр. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре тракторға ултырып иртәнән-кискә тиклем баҫыуҙа эшләй. Ауырлы ҡатындар ҙа өйҙә ултырып сыҙамай, баҫыу эштәрендә ҡатнашалар. Хатта баҫыуҙа бала тапҡан осраҡтар ҙа аҙ булмаған.

Фронттарҙа йөрөгән егеттәрҙе

Һағына –һағына йырҙар йырлайым,

Билдәһеҙ бер батыр егет өсөн

Мамыҡ бирсәткәләр һырлайым”,- тип тылдағылар

фронттағыларға йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, бирсәткәләр, башлыҡтар менән ярҙам итергә тырышҡан.

Шулай ауылдағы төп эштәр ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, бала-саға иңенә төшә.

Эшселәр автоматтар, пушкалар, патрондар, снарядтар, танкылар һәм самолеттар етештереү өсөн көндө төнгә ялғап алһыҙ-ялһыҙ көсөн түгә.

Ошондай ауыр мәлдәрҙә , Сталинград өсөн ҡаты алыш барған барған осорҙа, Р. Ниғмәти Тыуған илде һаҡлауҙа үҙеңде аямаҫҡа, көрәшкә күтәрелергә өндәп үҙенең “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһын яҙа. Уның “Әсә һүҙе” шиғыры, “Герой тураһында поэма”, “Һинең кәләшеңдең хаттары”, “Герой тураһында поэма” кеүек әҫәрҙәре илебеҙ кешеләренең героизмын, фронт һәм тыл берҙәмлеген кәүҙәләндерә.

“Украина”, “Ҡарт белорус йыры” шиғырҙарында ла совет кешеләренең ҡыйыулығы, халыҡтың мораль-сәйәси берҙәмлеге, халыҡтар дуҫлығы сағылыш алған. “ Миллиондарса ҡулдар бер ҙур йоҙроҡ булып төйнәлде”, -тиелә уның бер шиғырында.

Шулай итеп, Р.Ниғмәти кеүек бик күп шағирҙар һәм яҙыусылар Ватан оранын , халыҡтың йөрәк һүҙен үҙҙәренең ялҡынлы ижады аша осло ҡәләме ярҙамында еткерҙе.

“Күмәкләгән яу ҡайтарған”, ти халыҡ мәҡәле. Яуҙағыларҙың да, тылдағыларҙың да, йәғни, бөтә халыҡтың бер идеяға ышаныуҙары, берҙәм булыуҙары, илһөйәрлеге, рухи берҙәмлеге Бөйөк Еңеүгә алып килгәндер ҙә. Тыуған илгә бирелгәнлек уларҙы тиңһеҙ батырлыҡтарға илткән.

Еңеү бер ҡасан да еңел бирелмәй. Һәм беҙҙең халҡыбыҙ ҙа Бөйөк Еңеүгә әсе күҙ йәштәре, ҡайғы-һағыштар, ҙур юғалтыуҙар аша килде...

...Ошо урында уйҙарым сыуалып, ҡапыл икенсе йүнәлеш алды, йөрәгем өшөп китте. Сөнки тыуған Башҡортостаныбыҙҙа тыныс йәшәһәк тә, илебеҙҙең әле бер осонда, әле икенсе осонда афәттәр ҡубып тора. Афған, Чечня, Иран, Ирак һәм Украиналағы ҡан ҡойоштар...

Ошондай сыуалыштар тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә һәм уяу булырға ишаралай түгелме?

Йөрәк өшөткөс уйҙарымды ҡыуырға маташтым. Тиҙерәк ауыр күңел кисерештәренән арынырға теләгәндәй, унан сығыу юлдарын эҙләй башланым. Беҙҙең халҡыбыҙ данлы көрәш юлы үтеп, үҙен онотолмаҫ данға күмгән. Ауыр саҡтарҙа ла һынмаған, бирешмәгән, аслыҡҡа ла , ялағаслыҡҡа ла түҙгән. Әгәр Тыуған иле, еңеү өсөн кәрәк икән, ул үлемде һайлаған!

Беҙ бит шул батыр халыҡтың ейәндәре! Беҙҙә батыр ҡаны аға! Тимәк, яҡты киләсәк, тыныс тормош бүләк иткән ата-бабалар рухына тап төшөрөргә хаҡыбыҙ юҡ! Тыныслыҡты һаҡлау - ата-бабалар васыяты!

Таралышҡан ҡуйҙай уйҙарымдың осона сыға алмаһам да илемә, халҡыма ысын йөрәктән бәрәкәт һәм именлек теләнем.

Етмешенсе , һикһәненсе, туҡһанынсы яҙҙар ҙа бөгөнләй саф, яҡты булһын, таңдарыбыҙ тыныс атһын, халҡыбыҙ именлектә йәшәһен!