Вопросы олимпиады по башкирскому языку и питературе

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Башҡорт мәктәптәренең 8-се класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары



1. Рәүеш тә, сифат та билдәне белдерә. Уларҙың айырмаларын яҙығыҙ.

Миҫалдар килтерегеҙ

2. Мәғәнәләре буйынса ниндәй хәлдәр була? Һәр береһен атап сығығыҙ

3. Эйә менән хәбәр араһында ниндәй осраҡтарҙа һыҙыҡ ҡуйыла? Миҫалдар килтерегеҙ.

4. Интонация яғынан һөйләмдәр ниндәй төрҙәрҙә бүленә? Миҫалдар килтерегеҙ

5. Ниндәй һөйләмдәр ҡушма һөйләм тип атала? Ҡушма һөйләмдәр ниндәй төрҙәргә бүленә? Миҫалдар килтерегеҙ

6. Түбәндәге һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.Ҡараһаҡал – Башҡортостан тарихындағы атаҡлы шәхес.

7. Тағы күкрәп яҙҙар килде ерҙәр йәшәрҙе һыуҙар ташты болондар сәскәләргә күмелде һөйләмендә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?




Башҡорт мәктәптәренең 8-се класс уҡыусылары өсөн

туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары



1.”Ҡайҙа һин, Александр Матросов?” әҫәренең авторы кем?

2. Нимә ул гипербола?

3. Батырлыҡ тураһында өс мәҡәл яҙығыҙ.

4.”Ҡаһым түрә” драмаһының авторы кем? Төп темаһын билдәләгеҙ.

5. Батырҙар тураһында ниндәй ҡобайырҙар беләһең?

6. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән ;

Килмәк абыҙ был һүҙҙәрен ауылдарға, йәйләүҙәргә барып һөйләй ине.Уның яуға сығырға өндәй башлағанына байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡарҙар иреп, һыуҙар һыуға ҡушылды, йырғанаҡтар ярылды.Ағиҙелдә боҙ китте.

7. Яманға ҡаршы тулҡынған,

Яҡшыға ҡарап урғылған,

Диңгеҙҙән дә ятыулы,

Уралдан да артыулы-

Нимә булыр әйт шуны.

Ҡобайыр йомғағының яуабы нимә булыр?

8. Кем ул сәсән? Cәсәндәрҙән кемдәрҙе беләһең?










Башҡорт теленән яуаптар



1. Предметтың билдәһен белдергән һүҙ сифат тип атала. Мәҫәлән: ҙур йорт, матур күлдәк;

Эш-хәлдең билдәһен белдергән һүҙ рәүеш тип атала. Мәҫәлән: шәп йөҙә, яҡшы уҡый. (1 б.)

2.Хәл төрҙәре: рәүеш хәле, урын хәле, ваҡыт хәле, күләм-дәрәжә хәле, сәбәп хәле, маҡсат хәле, шарт хәле, кире хәл. (1 б.)

3.- Эйә менән хәбәр бер үк һүҙ төркөмөнән килгәндә.

- Эйә алмаштан, хәбәр исемдән йәки исем урынында ҡулланылған бүтән һүҙ төркөмөнән килгәндә. (1 б.)

4. Хәбәр һөйләм . Кемдер килеп инде. Бойороҡ һөйләм . Бөгөн һин быны бөгөн үк эшләргә тейеһең!, Өндәү һөйләм.Онотмайыҡ илдең күргәнен! Һорау һөйләм. Атай, һин иртәгә эшләйһеңме?( 1б.)

5.Кәмендә ике ябай һөйләмдән торған һөйләмдәр ҡушма һөйләмдәр тип атала. Ҡушма һөйләмдәр теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә бүленәләр Мәҫәлән: а )Урман өнһөҙ, йә ул йоҡлай, йә ул уйлана һымаҡ. б ) Әсәй, мине таңда уят әле, дала өҫтөн томан алғанда.(2 б.)

6.( 1 б.)

7. Тағы күкрәп яҙҙар килде, ерҙәр йәшәрҙе, һыуҙар ташты, болондар сәскәләргә күмелде.( 1 б.)



Туған әҙәбиәтенән яуаптар



1.Р.Насиров. (1 б.)

2. Арттырып яҙыу(1 б.)

3. (1 б.)

4.Б.Бикбай. Француздарға ҡаршы һуғышта башҡорттарҙың батырлығы ( 1 б.)

5 “Салауат батыр”, “Бейек тауҙың үлгәне”. ( 1 б.)

6. “Кинйә” романынан. ( 1 б.)

7. Сәсән( 1 б.)

8. Халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүсе һүҙ оҫталары. Дәүләкән сәсән, Ҡобағош сәсән Айҙар сәсән, Ерәнсә сәсән, Байыҡ сәсән, Шафиҡ Әминев Тамъяни сәсән. ( 1 б.)




Юғары балл 100 %– 16 балл









Башҡорт мәктәптәренең 5-се класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары



  1. Түбәндәге һүҙҙәргә синонимдар яҙ: йәшәй, аҙыҡ, эшһөйәр.

  2. Бирелгән һүҙҙәрҙе төбәү килештә үҙгәртеп яҙ: июль, фонарь, ноябрь, грипп, Донбасс, киоск, нефть.

  3. Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуй: бир.яҡ, Аҡ.юл, көн.яҡ, .герә, .рған, Гөл.емеш.

  4. Түбәндәге һүҙгә фонетик анализ яһа: ялан.

  5. Эш һүҙенә тамырҙаш һүҙҙәр уйлап яҙ.

  6. Ғаилә һүҙе менән биш һөйләм төҙө.

  7. Түбәндәге һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуй һәм интонация яғынан ниндәй һөйләм төрө икәнен билдәлә.

Их бигерәк йәмле был тирә ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша ысыҡ тамсылары ем-ем килә сәскә еҫе аңҡый ә һеҙҙең яҡтар матурмы.

8. Синтаксик анализ яһа.

Алтын тәңкәләрен һибә ҡайын,

Ел уларҙы һөйөп уйната,

Торна өйөрө уҙа көньяҡҡа.

Ҡоштар үҙе менән алып китә бергә көн йәмен,

Шәрә ҡала ҡалын урмандар,

Ҡырҙар алмаштыра күлдәген. (Б. Бикбай.)





Башҡорт мәктәптәренең 5-се класс уҡыусылары өсөн

туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары


  1. Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙ.

  2. Беҙҙең республикала балалар өсөн ниндәй гәзит-журналдар баҫыла?

  1. Йомаҡтарҙың яуаптарын тап:

а ) Ҡабаҡтың уртаһында нимә бар?

б ) Диңгеҙҙә ниндәй таш булмай?

в ) Ҡаҙ һыуҙан сыҡҡас ни эшләй?

г ) Ни өсөн ат шишмәгә бара?

4. Тел тураһында ниндәй шиғырҙар беләһең? Уларҙың авторын һәм исемдәрен күрһәтеп яҙ.

5. Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ…;

Шиғырҙы дауам итегеҙ. Уның исеме һәм авторы.

6. Оксана менән Йәмил ниндәй әҫәрҙең геройҙары? Авторы кем?

7. М. Ғафуриҙың ниндәй мәҫәлдәрен беләһегеҙ?

8. Нимә ул йәнләндереү? Миҫал килтер.






Башҡорт теленән яуаптар


  1. Йәшәй – көн күрә, ғүмер итә

Аҙыҡ – ризыҡ, ашамлыҡ

Эшһөйәр – уңған, тырыш.(1 б.)

  1. Июлгә, фонарға, ноябргә, грипҡа, Донбассҡа, киоскыға, нефткә. (1 б.)

  2. Биръяҡ, Аҡъюл, көньяҡ, йүгерә, юрған, Гөлйемеш. (1 б.)

  3. Ялан – я-лан [йа-лан]4 хәреф, 5 өн

[й]- тартынҡы, яңғырау

[а]- һуҙынҡы, ҡалын, иренләшмәгән

[л]- тартынҡы, яңғырау

[а]- һуҙынҡы, ҡалын, иренләшмәгән, баҫымлы

[н]- тартынҡы, яңғырау (1 б.)

5. Эшсе, эшһеҙлек, эшсән, эшһөйәр, эшҡыуар.( 1 б.)

6. (2 б.)

7. Их, бигерәк йәмле был тирә! Ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша, ысыҡ тамсылары ем-ем килә, сәскә еҫе аңҡый. Ә һеҙҙең яҡтар матурмы? (Өндәү, хәбәр, һорау һөйләмдәр) (2 б.)

8. (2 б.)

Туған әҙәбиәтенән яуаптар



1. – (1 б.)

2. “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдары, “Йәншишмә” гәзите (1 б.)

3. “Т” хәрефе, ҡоро, ергә баҫа, сөнки шишмә ат янына килә алмай. (1 б.)

4. Б. Бикбай “Туған тел”, “Рус теле”, Р. Ғарипов “Туған тел”, З. Биишева “Башҡорт теле”.( 1 б.)

5. Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ. (Р. Ғарипов “Туған тел”) (1 б.)

6. М. Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме” (1 б.)

7. “Һарыҡты кем ашаған?”, “Ат һәм эт” (1 б.)

8. Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең кеше сифаттары аша һүрәтләнеүе йәнләндереү тип атала. Мәҫәлән, “Тыуған ҡалама йыр” шиғырында Н. Нәжми баш ҡалабыҙҙы кеше ҡиәфәтендә күҙ алдына баҫтырғайны:

Көмөш ҡайыш быуған егет кеүек,

Ағиҙелде урап билеңә,

Баҫҡанһың һин, Урал һаҡсыһындай,( 2 б.)

Тыуған Өфөм минең, бергенәм…



Юғары балл 100% – 20 балл








Башҡорт мәктәптәренең 6-сы класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары


1. Түбәндә ниндәй мәҡәл яҙылған:

ели ҡю ҡюңыт еелт

2. Өн һәм хәреф һаны тигеҙ булған һүҙҙәрҙе күсереп ал: ябыҡ, Яхъя, көньяҡ, июнь, класс, юртаҡ, Аҡмулла, аҡҡош, орсоҡ.

3. Ерек һүҙенә фонетик анализ яһа.

4. Түбәндәге сифаттарҙы дәрәжәләр менән үҙгәрт : йылы, һоро, ҡара.

5. Фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлат :

- бүрәнә аша бүре күреү

- кәкре ҡайынға терәтеү

- түбәһе күккә тейгән

- балтаһы һыуға төшкән

6. Һөйләмдәргә тулы синтаксик анализ яһа. Аҫтына һыҙылған һүҙҙе һүҙьяһалыш буйынса тикшер.

Көҙгө япраҡ төштө килеп

Өҙөлөп ботаҡтарҙан.

Ҡарап торҙом бойоғоп мин

Күҙ алмай уҫаҡтарҙан.

7. Ниндәй үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен беләһең, миҫалдар килтер. Балаларға һүҙенә морфологик анализ яһа.




Башҡорт мәктәптәренең 6-сы класс уҡыусылары өсөн

туған әҙәбиәттән олимпиада һорауҙары




1. Шиғырҙы дауам ит. Уның исемен, авторын билдәлә.

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин…

2. Башҡорт халыҡ мәҡәлен уҡы. Асҡысы алфавитта.

30 1 16 37 15 26 1 23 6 27 25 2 27 16 31 1 12 16 6 8 19 14

21 24 21 26 20 24 2 27 16 1

3. Батырҙар тураһында ниндәй әкиәттәр беләһең?

4. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән:

- …Кирәмәт башына менеү – бөркөт осор бейеклеккә күтәреләү тигән һүҙ ул. Төндәрен уның өҫтөндә, - ти Шәрифулла, - усаҡ тирәһендә әйләнгән күбәләктәр төҫлө, йондоҙҙар һикерешеп уйнай. Улар түбән үк төшәләр – үрел дә тот үҙҙәрен! Ҡайһы бер шуҡтары, яңылыш ҡаяға һуғылып, селпәрәмә лә киләләр. Ана шуны инде йондоҙ атылыу тиҙәр.

5. Нимә ул хикәйәләү?

6. Нимә ул аллегория? “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәленең морале нимәлә?

7. “…Эй алйот, ҡыҫҡанға былтыр, ҡысҡыралармы быйыл!” Был юлдар ниндәй әҫәрҙән?

8. Салауат Юлаев тураһында ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ?



Башҡорт теленән яуаптар


1. Теле юҡтың иле юҡ. (1 б.)

2. Орсоҡ, июнь, көньяҡ. (1 б.)

3. Ерек – е-рек[йэ-рэк], 4 хәреф, 5 өн

[й] – тартынҡы, яңғырау

[э] – һуҙынҡы, нәҙек, иренләшмәгән

[р] – тартынҡы, яңғырау

[э]

[к] – тартынҡы, һаңғырау (1 б.)

4. Йылы – йылымса – йылыраҡ – ныҡ йылы

Һоро – һорғолт – һорораҡ – һоп-һоро

Ҡара – ҡараһыу – ҡарараҡ – ҡап-ҡара (1 б.)

5. Кәрәкмәгәнде күреү, алдау, шатланыу, ҡайғырыу (1 б.)

6. - (2 б.)

7. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре: исем (алма), ҡылым (ашай), сифат (матур һүҙ), алмаш (шул), рәүеш (матур йөрөй), һан (өс).

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүес (һәм, сөнки), бәйләүес (өсөн, кеүек), киҫәксә (генә, ҡына), ымлыҡ (эй, ссс), мөнәсәбәт һүҙҙәр (әлбиттә)

Балаларға – исем (кемдәргә?), уртаҡлыҡ исем, күплектә, тамыр исем, төбәү килештә, тамыры – бала, -лар – күплек ялғауы, -ға – төбәү килеш ялғауы, һөйләмдә тултырыусы була. (3 б.).




Туған әҙәбиәттән яуаптар


1. Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле. (З. Биишева “Башҡорт теле”) (2 б.)

2. “Халыҡтар дуҫ булһа, илдең көсө тос була” (1 б.)

3. “Урал батыр”, “Аҡъял батыр”, “Ҡамыр батыр” ( 1 б.)

4. М. Кәрим “Өс таған” (1 б.)

5. Хикәйәләү – ваҡиғаларҙы, эш-хәрәкәттәрҙе эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп биреү.

(1 б,)

6. Хайуандар аш кешеләр тормошон ситләтеп һүрәтләү алымы аллегория тип атала. Кешеләр араһындағы яуызлыҡты һәм көслөләрҙең көсһөҙҙәрҙе йәберләүен фашлау. (1 б.)

7. Ғ. Туҡай “Шүрәле”(1 б.)

8. Р. Бикбаев “Салауат ҡылысы”,Ә. Атнабаев “Салауат менән һөйләшеү”, С. Шәрипов “Яҙмыш менән алыш”, М. Ғәли “Ҡайт, Салауат!” (1 б.)




Юғары балл 100% - 19 балл







Башҡорт мәктәптәренең 7-се класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары


1. Хәреф һаны өн һаны менән тап килгән һүҙҙе күрһәтегеҙ: егерме, таяҡ, юрған, янъялсы, ашъяулыҡ, Кузбасс, Кәримә, завод.

2. Түбәндәге фразеологизмдарҙы бер һүҙ менән генә аңлатығыҙ: айыу майы һөртөү, табан ялтыратыу, ауыҙ ҡолаҡҡа етеү, теш тешкә теймәү.

3. Эйәртеүле бәйләнеш юлы менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәрен һанап сыҡ. Миҫалдар яҙ.

4. Ниндәй үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен беләһең, миҫалдар килтер.

5. Түбәндәге һөйләмгә синтаксик анализ яһа:

Тышта шаулы хеҙмәт ҡайнай,

Һәм тормош тора гөрләп,

Шул тормош эсендә илһам

Шағирҙы йөрөй эҙләп.

6. Ике һәм алты һанын һан төркөмсәләренә ҡуйып яҙ.

7. Түбәндәге һүҙҙәр нимәне белдерә?

Ай-һай, эй, уф-ф-ф, ура. Бер ҡушма һөйләм уйлап яҙ.

8. Бер һәм ике составлы һөйләмдәрҙең төрөн билдәлә:

а ) Таң ата.

б ) Бөтә ҡаланы йороп сыҡты.

в ) Ямғыр. Ләйсән ямғыр.

г ) Дүртөйлө ауылы йоҡонан уяна.





Башҡорт мәктәптәренең 7-се класс уҡыусылары өсөн

туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары


1.Аттылар уны. Үҙенекеләр атты. Үҙенекеләрме икән?!” Ниндәй әҫәр хаҡында һүҙ бара? Авторы кем? Әҫәр кем тураһында?

2. Александр Мотросов хаҡында кемдәр ниндәй әҫәрҙәр ижад иткән?

3. З. Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесындағы төп геройҙар.

4. Нимә ул рифма? Үҙеңдең фекереңде миҫал менән иҫбатла.

5. Түбәндәге картиналарҙың авторын билдәлә: “Алтын көҙ”, “Салауат йорто”, “Буйһонмаҫ ихтыяр”.

6. Дәүләкән районынан сыҡҡан яҙыусыларҙы һанап сыҡ.

7. Алдар Иҫәнгилдиндың батырлыҡтары тураһында кемдең әҫәре аша беләбеҙ?

8. Образлылыҡты һәм матурлыҡты көсәйтеү өсөн ниндәй тасуирлау саралары

ҡулланыла?









Башҡорт теленән яуаптар

1. Ашъяулыҡ, Кәримә, завод. (1 б.)

2. Алдау, ҡасыу, шатланыу, өшөү. (1 б.)

3. Ярашыу – беҙ әҙерләнәбеҙ, башҡарылыу – урманға барҙыҡ, йәнәшәлек – ҡыҙыл таҫма,һөйкәлеү – Ләйсәндең сәсе. (1 б.)

4. . Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре: исем (алма), ҡылым (ашай), сифат (матур һүҙ), алмаш (шул), рәүеш (матур йөрөй), һан (өс).

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүес (һәм, сөнки), бәйләүес (өсөн, кеүек), киҫәксә (генә, ҡына), (2 б.)

5. –(1 б.)

6. Төп (ике, алты), рәт (икенсе, алтынсы), сама (ике-өс, алтылап), йыйыу (икәү, алтау), бүлеү (икешәр, алтышар), кәсер (ике бөтөн ундан алты), үлсәү (ике килограмм, алты ҡолас) (2 б.)

7. Ымлыҡтар – кешенең төрлө хис-тойғоһон белдергән һүҙҙәр.(1 б.)

8. а) йыйнаҡ, б) билдәле эйәһеҙ һөйләм, в) атама һөйләм, г) тарҡау һөйләм (1 б.)




Туған әҙәбиәтенән яуаптар



1. Р. Солтангәрәеев “Осто бөркөт” романы. 1937 йылда репрессия ҡорбаны булған Муса Мортазин тураһында.(2 б.)

2. Ә. Бикчәнтәев “Бөркөт һаула үлә”, Р. Насиров “Ил балаһы Шакирйән” (1 б.)

3. Юлдаш, Ҡыҙырас, Ғилман (1 б.)

4. Рифма – шиғыр юлдарының оҡшаш яңғырашлы һүҙҙәргә тамамланыуы. Мәҫәлән, “Арыҫландар үҙ ерен

Залимдарҙан таптатмаҫ,

Таптаймын тип атлаһа,

Башҡорт ҡаны атлатмаҫ…” (2 б.)

5. Ә. Лотфуллин, Ф. Ерғәлиев, Р. Ишбулатов (1 б.)

6. Ә. Хәким, Б. Дим, Р. Ураҡсина, С. Яҡшығолов (1 б.)

7. Ғ. Хөсәйеновтың “Алдар батыр ҡиссаһы” повесы (1 б. )

8. Сағыштырыу, эпитет, метафора (1 б.)




Юғары балл – 100% - 20 балл













Башҡорт мәктәптәренең 9-сы класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

1. Өлкән сержант, йәғни беҙҙең командир, миңә күҙ төшөрөп алды.

а ) Тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлат;

б ) Һөйләмгә тулы синтаксик анализ яһа.

2. Түбәндәге һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатығыҙ, эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә ниндәй юлдар менән бәйләнгән? Ике яр ҙа аҡ томанға күмелде.

3. Бер составлы ниндәй һөйләмдәр бар? Миҫалдар яҙығыҙ.

4. Тура һәм ситләтелгән телмәр. Миҫалдар килтерегеҙ.

5. Башҡорт теленең функциональ стилдәрен һанап сыҡ.

6. Һөйләмгә тулы синтаксик анализ эшлә:

Йәмле йәй үткәс, һалҡын көҙ еткәс,

Һин дә шатланып мәктәпкә киткәс,

Мин дә китермен, диңгеҙ кисермен,

Йылы яҡтарҙа ғүмер итермен. (“Бала менән һандуғас”)

7. Бирелгән һөйләмдәрҙә һүрәтлә сараларын тап һәм ниндәй һүрәтләү икәнен күрһәт. а ) Бер-беребеҙгә ҡарап тилмерәбеҙ,

Бер йылғаның ике ярындай!

б ) Немецтың һуғыш техникаһы беҙҙең һанһыҙ һалдатты молотилка барабаны кеүек ашай, йота.

8. “Беҙҙең өйҙөң йәме” темаһына йыйнаҡ инша яҙ. (Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына ҡарата).

Башҡорт мәктәптәренең 9-сы класс уҡыусылары өсөн

туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һәм яҙыусылырын һанап сыҡ.

2. Түбәндәге юлдар ниндәй әҫәрҙәрҙән алынған:

а ) Ирмен тигән ир-батыр

Тыуған илен һөйөр ул.

Ил ҡайғыһын ҡайғы итеп,

Иле өсөн көйөр ул…

б ) Баланың ниһен маҡтайһың-

Атаның телен алмаған,

Ҡыҙҙың ниһен маҡтайһың-

Ғәйбәт һүҙҙән ҡалмаған…

в ) Ауылға етеп, мәҙрәсә ихатаһына яҡынлағанда:

- Беҙҙең абыҙ бөгөн дә күренмәй, берәй яҡҡа китеп барҙымы? – тип

Һоранылар тағы Кинйәгә текләп…

г ) Урал! Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә,

Ә ҡойроғо ҡойона Аралда…

д ) …Бына, юғарыға табан оҙонсалап, аҡҡош муйынына барып тоташҡан йомройраҡ ҡорһағына ҡойроҡто уралта терәп. туҙ баш йылан көршәктән һыу эсергә ынтылған…

3. Түбәндәге картиналарҙың авторын билдәлә: “Ҡариҙел”, “Алтын көҙ”, “Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ”

4. Бирелгән төшөнсәләргә билдәләмә бир: легенда, йомаҡ, әкиәт, әйтеш. Миҫалдар килтер.

5. Ниндәй әҫәрҙең прологында Иҙел буйлап пароходта килеүсе шағир, архитектор һәм агроном әңгәмәләшә?

6. Дәүләкән районында ниндәй гәзит-журналдар нәшер ителә? Уларҙың баш мөхәррире кем?

7. Нимә ул сюжет? Сюжет өлөштәрен һанап сыҡ.

8. Ниндәй халыҡ ижады өлгөһөндә Асылыкүл буйҙары иҫкә алына?

Башҡорт теленән яуаптар


1. Айырымланған өҫтәлмәлектәр ике яҡтан да өтөр менән айырыла.(1 б.)

2. Яр күмелде (ярашыу), ике яр (йәнәшәлек) , томанға күмелде (башҡарылыу) .(1 б.)

3. Билдәле эйәле һөйләм, билдәһеҙ эйәле һөйләм, атама һөйләм , эйәһеҙ һөйләм. (1 б.)

4. Үҙгәртелмәйенсә ҡулланылған сит кешенең телмәре тура телмәр тип атала. “Ир намыҫы бил ҡайышы түгел, береһен һалдырып алһалар, икенсеһен быуып булмай”,-тине кемдер.

Икенсе бер кешенең үҙгәртелеп ҡулланылған телмәрен ситләтелгән телмәр тип атайҙар. Кемдер берәү тегегә ир намыҫының бил ҡайышы түгеллеген, береһен һалдырып алғанда, икенсеһен быуып булмауын әйтте.(2 б.)

5. Йәнле һөйләү стиле, матур әҙәбиәт стиле, фәнни стиль, публицистик стиль, рәсми эш ҡағыҙҙары һәм хаттар стиле. (1 б.)

6. (1 б.)

7. Бер йылғаның ике ярындай – сағыштырыу, молотилка барабаны кеүек – метафора.(1 б.)

8. 5 балл.



Туған әҙәбиәтенән яуаптар


1. Халыҡ шағирҙары – М. Ғафури, М. Кәрим, Р. Ғарипов, Р. Ниғмәти, С. Ҡудаш, Н.Нәжми, Р. Бикбаев, Б. Бикбай, Ә.Атнабаев, Т.Йосопов, М.Кәримов, А. Филиппов. Халыҡ яҙыусылары – З. Биишева, Ә. Хәким, Н. Мусин, Н. Асанбаев, Ғ. Хөсәйенов. .(1 б.)


2. “Ололар һүҙе” ҡобайыры, М. Аҡмулла “Аттың ниһен маҡтайһың?”, Ғ. Ибраһимов “Кинйә”, Р. Ниғмәти “Йәмле Ағиҙел буйҙары”, З. Биишева “Һөнәрсе менән өйрәнсек”. .(1 б.)


3. Б. Домашников, Ә. Лотфуллин, Ҡ. Дәүләткилдиев .(1 б.)


4. Легенда – ул теге йәки был күренеш, предмет, атаманың килеп сығышын аңлатҡан халыҡ хикәйәһе (“Ҡариҙел”) .


Йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер (Ҡыҙыл төймә таптым, ауыҙыма ҡаптым)

Әкиәт – уйҙырмаға нигеҙләнгән тылсымлы һәм мажаралы йөкмәткеле йә булмаһа көнкүреш характерындағы хикәйә (“Ҡамыр батыр”)

Сәсәндәрҙең ҡобайыр менән үҙ-ара әйтешен борон ҡобайыр әйтеш, ә унда сығарылған ҡобайырҙарҙы әйтеш тип атағандар (“Ҡобағош сәсән менән Аҡмырҙа сәсәндең әйтеше”) (2 б.)

5. Ғ. Сәләм “Шоңҡар” (1 б.)

6. “Асылыкүл”, “Балҡантау”. Баш мөхәррире – Ишбулат Йомабай улы Аҡҡолов

(1 б.)

7. Сюжет - әҫәрҙәге үҙ-ара бәйләнгән һәм эҙмә-эҙлекле үҫә барған тормош ваҡиғалары. Сюжет экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация һәм сиселештән тора. (2 б.)

8. “Заятүләк һәм Һыуһылыу” эпосы (1 б.)

Юғары балл 100% - 23 балл