Сценарий обряда За талой водой

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Ҡар һыуына барыу” йолаһы.

Маҡсат:  1.Балаларҙы халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәре, ҡар һыуының халҡыбыҙ тормошондағы роле  менән таныштырыу,

     2.Ауыл  тарихы, халҡыбыҙҙың йәшәйеше буйынса эҙләнеүҙәр үткәреү, боронғо йолаларҙы сәхнә түренә мендереү,              

     3. Ерле материалға  нигеҙләнеп фольклорға, башҡорт халыҡ ижадына, тәбиғәткә хөрмәт  һәм һөйөү  тәрбиәләү; тарихҡа, ата-баба  йолаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу; һуғыш дәүерендәге тормош менән бөгөнгөһөн сағыштырып, дөрөҫ һығымта яһарға өндәү.

Йыһазландырыу:  БХИ - йомаҡтар, һынамыштар, әйтеш, йырлы-бейеү, уйын, теләктәр.

Музыка ҡоралдары – баян.

                                   


Залда түңгәктәр, ҡар өйөмдәре ята. Ағастар бөрө ярырға әҙерләнгән.

Зал ситендәрәк балалар йыйылышҡан.

Олеся:

Ағалар ҡар һыуҙары,

Баҫалар баҫыуҙарҙы,

Йылғалар аша ярҙан ,

Күләүек ҡала ҡарҙан.

Илиза:

Ҡарҙар иреп бөткәнсе,

Йәйге йылы еткәнсе,

Ҡар һыуына барайыҡ,

Тәмен тәмләп ҡарайыҡ.

Балалар:

-Эйе шул, барайыҡ, барайыҡ...

Аҡ инәй инә:(Алһыу)

-Ниндәй тауыш икән, тип килдем. Һаумыһығыҙ, балалар!

Балалар

- Һаумы,  инәй!

Диләрә:

-Әйҙә, түрҙән үтегеҙ! (балалар инәйҙе уратып ала.)

Ислам:

Аҡ инәй, ҡар һыуына барырға уйлап тора инек.

Бик ваҡыт килдең, Аҡ инәй.

Алһыу:

Рәхмәт, яҡшы һүҙегеҙгә. Ниәтегеҙ бик изге, балалар. Яҙһылыуыбыҙҙы ҙурларға булғанһығыҙ. Афарин! Аллаға шөкөр, көндәребеҙ ҙә бик матур тора. Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!

Венера:

Инәй, ни өсөн ҡар һыуына барғандар һуң?

Ислам:

Ҡайҙан килеп сыҡты икән был  йола?

Инәй:

-  Тыңлағыҙ  улайһа, һөйләйем. Борон беҙҙең яҡтың балыҡсы ырыуы башҡорттары араһында ҡар һыуына барыу йолаһы булған. Һыуға март аҙаҡтарында , бурандар тынғас, ҡар ирей башлағас барғандар.

Илиза:

- Инәй, ҡар һыуын бик файҙалы тиҙәр, ысынмы икән.?

Инәй:

Ысын, балаҡайҙарым! Элек заводтар булмаған, төрлө химик матдәләр ҡулланылмаған, баҫыуҙарға минераль ашламалар һалынмағас, ҡар һыуы бик таҙа булған. Һыу ала торған урынды ололар алдан билдәләгәндәр. Һыуҙы алып ҡайтҡас, ҡатын-ҡыҙҙар унан сәй ҡайнатҡан, бит-сәс йыуған. Әсәләр был  һыу менән балаларын ҡойондорғандар. Эй, балаҡайҙарым... Һуғыш ваҡытында ундай ҡар һыуҙары эләкһә-ә-ә. Шишмә һыуы кеүек эсер инек...

Эдик:

- Ә ниңә әсәйҙәр уның менән, хатта, балаларҙы  йыуғандар һуң?      

Инәй:

Был һыу уларҙы “күҙ тейеүҙән” һаҡлаған. Бына шулай, балалар! Йәгеҙ, хәҙер инде был  йола хаҡында бөтәһен дә белдегеҙ. Кисә оло ағайҙарығыҙ ҡар һыуын алырлыҡ таҙа урынды билдәләнеләр, ҡыҙыл таҫма таҡтылар.

Олеся:

Егеттәр, һыу юлын тапай торорға ине бит...

Диләрә:

Эйе шул, ауыҙығыҙҙы асып ҡатып тораһығыҙ (шаяртып).

Эдик:

Беҙ иртүк таптап ҡайттыҡ бит инде...Һыуға барырға юлыбыҙ әҙер, ҡыҙҙар!

Инәй:

-Ярай, балалар, имен-аман

Ҡар һыуына юллағыҙ!

Бисмилла әйтеп, һыу алғанда,

Имен яҙҙар юрағыҙ.

(Аҡ инәй доғаларын уҡып оҙата. Малайҙар көйәнтә-биҙрәләрҙе ҡыҙҙарға элешә-элешә йырлап һыуға китәләр.)

Ҡыҙҙар йырлай: (баянсы бала”Ауыл көйө”нә уйнап бара,)

-Яҙ айҙары етте инде,

Урманға юл ярабыҙ шул.

Сәстәребеҙ оҙон булһын,

Ҡар һыуына барабыҙ.

Малайҙар:

-Ҡар һыуҙары, ҡар һыуҙары,

Ҡар һыуҙары ағалар шул.

Күҙ теймәһен ҡыҙҙарға ла,

Ҡар һыуына баралар.

Илиза:

-Ҡарағыҙсы, ҡарағыҙ, ҡояш нурҙарына ҡар һыуы көҙгөләй йылтырай. (сылтырап аҡҡан шишмә тыуышы аҙаҡҡа тиклем яңғырай. Ҡайһы ваҡыт көслө, йә шымыраҡ)

Диләрә:

- Ана, бергә ҡушылып йырғанаҡ булып ағалар бит.

Тимур:

Ҡыҙҙар, ҡыҙҙар, әйтегеҙсе, йырғанаҡ ҡайҙа аға?

Илиза:

Аяҙ тигән күркәм ауылға табан.

Ислам:

Ниңә унда аға һуң?

Диләрә:

Мул уңдырышлы Аяҙ ерен дым-һыуға байытырға.

Ислам:

Ярай, улай булғас, күберәк аҡһындар әйҙә...

Тимур:

Ҡыҙҙар, көйәнтәләрҙе ҡуйып саҡ ҡына уйнап алайыҡ инде...

Ислам:

Мин дә әйтергә генә тора инем. Көн дә бик шәп бит!

Тимур,Эдик:

Эйе шул, әйҙәгеҙ инде...

Ҡыҙҙар:

 - Ярай инде, күндерҙегеҙ.

Тик оҙаҡ түгел...

(Егеттәр көйәнтә-биҙрәләрҙе алыша.)

Олеся:

Ниндәй уйын уйнайбыҙ һуң?

Файруз:

- “Йөҙөк һалыу” уйынын күптән уйнаған юҡ. Әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ!

Венера:

Үҙем һанайым:

Бабай килә ауылдан,

Һыуҙар алған шишмәнән.

Шишмә һыуы тәмле, ти.

Сәйе бик шифалы, ти.

А-ла-суҡ! Бар, сыҡ!

Бында торма, бар сыҡ!


Балалар был уйынды дауам итеп уйнайҙар.Кемдә йөҙөк икәнен таба торалар.Аҙаҡтан Диләрә йөҙөктө таба алмай.

Илиза:

-Әйҙәгеҙ, Диләрә йомаҡ әйтһен.

Диләрә:

- Яҙ килгәнгә көйөндө,

Йырғанаҡ булып аҡты,

Шул ергә һеңде, батты.

Был нимә?

Балалар:

- Ҡар, ҡар.

Диләрә:

-Эй, һеҙҙең менән ҡыҙыҡ түгел, тиҙ табаһығыҙ..

Уйынды дауам итәләр. Был тапҡыр Эдик йөҙөктө таба алмай.

Олеся:

-Ә Эдик яҙ тураһында һынамыштар әйтһен.

Эдик:

-Март буранлы булһа, ашлыҡ уңа.

-

Олеся:

Эй, был уйын да ялҡытты, әйҙәгеҙ бейеп алайыҡ.

Балалар:

-Әйҙәгеҙ!

Олеся һәм Альбина бейегәндә башҡалар “Айҙар ғынайым, вайҙар ғынайым” йырын йырлап, алҡышлап торалар.

Ислам:

-Әйҙәгеҙ “Аҡ тирәкте” уйнап алайыҡ.

Балалар был уйынды ла уйнап алалар.

Илиза:

-Дуҫтарым, бигерәк оҙаҡ күңел асабыҙ түгелме?!

Өйҙә инәйҙәр самауыр ҡуйырға ҡар һыуын көтәләрҙер.

Диләрә:

-Эйе шул, малайҙар һүҙенә ҡарап, йыр-бейеүгә әүрәһәң, шулай була инде ул... Әйҙәгеҙ, һыуҙарҙы алайыҡ та ҡайта һалайыҡ...

Файруз:

Ярар инде, ҡыҙҙар! (ғәфү үтенгән кеүек)

Әллә нигә бер тапҡыр ғына бит инде...

Ислам:

- Бисмиллаһиррахманиррахим-им (һыу ала-ала)

Ҡар һыуҙары бик шифалы

Бит-ҡулдарҙы йыуырға.

Ҡар һыуҙарын алайыҡ,

Сихыр-зәхмәт ҡыуырға.

Илиза:

Иншалла, бәрәкалла,

Ҡар һыуҙарын алайыҡ,

Самауырҙар ҡуйырбыҙ.

Күҙ теймәһен үҙебеҙгә,

Бит-ҡулдарҙы йыуайыҡ.

(ҡыҙҙар биҙрәнән һыу алып биттәрен йыуалар)

Бәхет-шатлыҡ юрайыҡ.

Диләрә (битенә һөртә-һөртә)

-Ярмаланған ҡар шифалы,

Ҡыҙҙар, йыуайыҡ битте.

Беҙҙән сырхауҙар китһен!

Эдик:

Юҡҡа ғына ҡар һыуҙарын

Зәм-зәм һыуы тимәйҙәр”.

Ҡар һыуында йыуындырһаң,

Бәпәйгә күҙ теймәйҙер.

Файруз:

-Минең туғаныма әсәйем гел күҙ тейә, ти, мин дә алайым әле.

Диләрә:

- Силәктәрегеҙ сайпылмаһын,

Түгелмәһен бәхет-өмөттәр!

Ҡар һыуынан сибәрләнһен ҡыҙҙыр!

Шифа алһын бөтә сирлеләр!

Венера:

-Рәхмәт һиңә изге изге тәбиғәт!

Ислам:

- Рәхмәт ҡар һыуҙарына!

Диләрә:

-Төклө аяҡ менән килһен яҙҙар,

Етәкләһен гөллө йәйен дә,

Ҡалдырмаһын мул табынлы көҙөн,

Туйындырһын ярлы, байын да!

Бергә:

Шулай була күрһен!!!


Йыр менән ҡайталар.( “Тал бөрөһө”)