Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение
“Лицей №46”
городского округа город Уфа
Республики Башкортостан
- «Рассмотрено» «Согласовано»
на заседании кафедры заместитель директора по УВР
протокол № 1 _____________Ахматнурова А.Х.
от «30» 08 2016г. «___»__________2016г.
руководитель кафедры
Харисова С.И.
«Утверждаю»
Директор МАОУ «Лицей №46»
___________ /Г.А.Еремина /
Приказ №_________
«___»__________2016г.
Рабочая программа
по башкирскому (государственному) языку
в 2 классе (2а, б, в, г)
на 2016-2017учебный год
общее количество часов – 34
количество часов в неделю – 1
Составила: Хамидуллина Ольга Юрьевна
- Составлена в соответствии с программой по башкирскому языку для учащихся I – XI классов школ с русским языком
обучения. Составители: Усманова М.Г., Габитова З.М. – Ижевск, издательство «КнигоГрад» , 2008г.
Учебник: Башкирский язык. Учебник для русскоязычных учащихся 3 класса.
Давлетшина М.С., Кинзябаева Н.Н.. Садыкова Г.М. – Уфа: Книга, 2015г.
Уфа- 2016 год
Башҡортостан республикаһы
Өфө ҡалаһы ҡала округының
“46-сы лицей”
муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы
- 2016 йылдың “30”.08. “Килешелде”
кафедра ултырышында уҡыу-тәрбиәләү эштәре буйынса
ҠАРАЛДЫ директор урынбаҫары
кафедра етәксеһе _________ Әхмәтнурова А.Х.
Харисова С.И «___»__________2016 й.
.
“Раҫланды”
МАДББУ « 46-сы
Лицей” директоры
___________/Г.А.Еремина /
Бойороҡ №_________
«___»__________2016 й.
2016- 2017 уҡыу йылына
2-се класс өсөн (а,б,в,г)
башҡорт (дәүләт) теленән
эш программаһы
дөйөм сәғәттәр һаны –34
аҙнаһына – 1 сәғәт иҫәбенән
Хәмиҙуллина Ольга Юрий ҡыҙы төҙөнө
- Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI
кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008 й.
нигеҙендә төҙөлдө.
Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы. М.С. Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова – Өфө: Китап, 2015 й.
Өфө, 2016 й.
ЭШ ПРОГРАММАҺЫНЫҢ СТРУКТУРАҺЫ:
Эш программаһының структураһы төп дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарында билдәләнгән:
1.Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән,метапредмет,предмет һөҙөмтәләре.
2.Уҡытыу предметының (курс) йөкмәткеһе.
3. Тематик планлаштырыу.
Аңлатма яҙыу
Эш программаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).
Төҙөүсе: Хәмиҙуллина Ольга Юрий ҡыҙы
Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.
Программа кимәле : базис
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2006.
М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
Уҡыу ҡулланма: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының «46 -сы урта дөйөм белем биреү лицейы» муниципаль автомиялы дөйөм белем биреү учреждениеһының “Уҡыу планы” на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла .
Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:
1.Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.
2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.
3.Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3
4.”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)
5.”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3
6.Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730
Башланғыс кластарҙа башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың интегратив маҡсатын уҡыусыла элементар коммуникатив компетенция формалаштырыу тәшкил итә.
Элементар коммуникатив компетенция – уҡыусының типик ситуацияларҙа телдән һәм яҙма рәүештә башҡорт теле саралары ярҙамында аралашыуға әҙерлеге һәм һәләте. Шулай итеп, башланғыс кластарҙа башҡорт телен уҡытыуҙың түбәндәге маҡсаттарын билдәләп була:
башланғыс класс уҡыусыһының телмәр мөмкинлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып телдән (тыңлап аңлау һәм һөйләү) һәм яҙма (уҡыу һәм яҙыу) рәүештә аралашыу оҫталығын формалаштырыу;
уҡыусыларҙы башҡорт балалар фольклоры һәм нәфис әҙәбиәт үрнәктәре менән таныштырыу; башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү;
башланғыс класс уҡыусыларының телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтен һәм уҡыу оҫталығын үҫтереү; башҡорт телен артабан үҙләштереүгә мотивация булдырыу;
башҡорт теле саралары ярҙамында уҡыусыны тәрбиәләү һәм уның төрлө яҡлы үҫешенә булышлыҡ итеү.
«Башҡорт теле» предметының эшмәкәрлекле характеры донъяны бөтөн, эмоциональ һәм актив ҡабул итеүсе башланғыс класс уҡыусыһының тәбиғәтенә тап килә.
Эш программаһы стандарттың йөкмәткеһен аса, деталләштерә.
Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары һәм бурыстары :
Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлеген, уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, телмәр күнекмәләрен булдырыу.
Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.
Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.
Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.
1.Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән,метапредмет,предмет һөҙөмтәләре.
“Башҡорт(дәүләт)теле” предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре.
Башҡорт телен башланғыс кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.
А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)
Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы
Һөйләү телмәрендә:
- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;
- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы.
Тыңлап аңлауҙа:
Уҡыуҙа:
өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу.
Яҙма телмәрҙә:
Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү)
башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;
төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;
башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;
башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.
Социомәҙәни компетенция географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;
Б. Танып белеү сфераһы:
айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;
башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;
ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;
үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;
В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:
башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;
балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.
Г. Эстетик сферала:
башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;
балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.
Д. Хеҙмәт сфераһында:
уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.
2.Уҡытыу предметының (курс) йөкмәткеһе
Тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре
Графика, каллиграфия, орфография.
Башҡорт теленең алфавиты. Йы, йе, йө, йү, йә ҡушымсалары. Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре. Төп орфографик ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
Телмәрҙең фонетик яғы
Башҡорт теленең специфик өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү. Төп орфоэпик нормалар. Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең интонацион төрҙәре.
Телмәрҙең лексик яғы
Лексик берәмектәрҙе ике яҡлы (рецептив һәм продуктив) үҙләштереү, тотороҡло һүҙбәйләнештәр, телмәр этикеты элементтары булараҡ баһалау лексикаһы һәм телмәр клишелары. Интернациональ һүҙҙәр. Һүҙьяһалыш.
Телмәрҙең грамматик яғы
Һөйләмдең төп коммуникатив төрҙәре: хәбәр, һорау, өндәү. Һорау алмаштары. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Раҫлау һәм инҡар итеү һөйләмдәре. Хәбәре ҡылым, исем һәм ҡушма ҡушма ҡылым менән белдерелгән ябай һөйләм. Раҫлау йәки инҡар итеү мәғәнәһен белдергән өндәү һөйләмдәр. Эйәһеҙ һөйләм. Хәҙерге заман формаһы. Ябай тарҡау һөйләм. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Һәм, ләкин теркәүестәре менән бирелгән теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Сөнки бәйләүесе менән бирелгән эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Инфинитив (уртаҡ ҡылым). Мөмкин, тейеш, кәрәк модаль һүҙҙәре. Исемдәрҙең һан һәм килеш менән үҙгәреше.
Сифат дәрәжәләре.
Алмаш һәм уның төрҙәре (зат, һорау, эйәлек, күрһәтеү).
Ваҡыт рәүештәре (кисә, бөгөн, иртәгә, йыш һ.б).
100-гә тиклем төп һандар, 30-ға тиклем рәт һандары.
Төп йөкмәтке линиялары
Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:
телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;
тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;
социомәҙәни компетенция;
дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары
Танышыу 5 сәғәт Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү.)
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Хат яҙыу.
Мәктәптә. 4 сәғәт Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.
Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.
Һөнәрҙәр. 2 сәғәт Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.
Йыл миҙгелдәре. 7 сәғәт Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.
Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасүирлау элементтары.
Кейемдәр. 3 сәғәт Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау.
Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү.
Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.
Ғаилә. 3 сәғәт Ғаилә ағҙалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше. Уларҙың формаларын телмәрҙә ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.
Тыуған көн . 2 сәғәт Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү әолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.
Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.
Тәбиғәт . 3 сәғәт Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҡемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.
Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.
Башҡортостан. 2 сәғәт Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе.Башҡорт иле, уның халҡы,тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары.
Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу.
Ҡабатлау. 1 сәғәт Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.
3.Тематик планлаштырыу
План б-са
Факт.дата
1
Танышыу. Һин кем? Һеҙ кем? Башҡортостанда йәшәйем. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре. Ә һәм Һ өндәре менән танышыу.
06.09
Эш дәфтәрендә Ә һәм Һ хәрефтәрен яҙырға өйрәнеү, өндәрҙе ятларға.
Танышыу. Һин кем һорауына яуап бирергә өйрәнеү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәрен танып, айыра белергә. Башҡортостан тураһында белергә.
2
Һинең исемең нисек? Башҡорт телендә сәләмләү һүҙҙәре.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре. Ң өнөн өйрәнеү.
13.09
Эш дәфтәрендә ң хәрефен яҙырға өйрәнеү. Диалог ятларға.
Диалог төҙөү. Сәләмләү һүҙҙәрен өйрәнеү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн- хәрефтәрен ятлау. Һорауҙарға яуап әйтә белергә. Видеофильм ҡарау.
3
Һин ҡайҙа йәшәйһең? Ҡайҙа? Һорауы. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре. Ҙ өнө менән танышыу.
20.09
Эш дәфтәрендә ҙ хәрефен яҙырға. 12-се бит, 1-се күнегеү.
Текст уҡырға өйрәнеү. Ҙ хәрефен яҙырға әйрәнеү. Һүрәт буйынса һөйләргә. Һин ҡайҙа йәшәйһең һорауына яуап бирергә өйрәнеү.
4
Һиңә нисә йәш? Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре. Ү өнө менән танышыу.
27.09
14-се бит, 3-сө күнегеү
Тексты күсереп яҙырға өйрәнеү. Һандар менән танышыу. Ү хәрефен өйрәнеү.
5
Тән өлөштәре. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре. Ҡ өнөн өйрәнеү.
04.10
Дәфтәрҙә һүҙҙәр ятларға. 2-се күнегеү, шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнеү.
Дәфтәрҙә һүҙҙәр яҙыу. Матур, таҙа итеп яҙа белергә.Шиғырҙы уҡыу. Ҡ өнөн ҡабатлау. Дөрөҫ һорау биреп яуап ҡайтарырға өйрәнергә.
6
Ҡайһы ерең ауырта? Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре.
18.10
19-сы бит, диалог тасуири укырга.
Һөйләм төҙөп яҙырға. Диалог уҡыу.
7
Беҙҙең ғаилә. Мин бәхетле. Алмаштарҙы өйрәнеү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре. Ғ өнө. Бармы?һорауы.
25.10
22-се бит, 5-се күнегеү тасуири уҡырға. Ғ хәрефен ҡабатларға.
Ғаилә тураһында һөйләргә өйрәнеү. Һорауҙарға яуаптар. Тасуири уҡый белеү.
8
Нимә эшләй? Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре.
Ө өнөн өйрәнеү. Бәхетле.
01.11
27-се бит, шиғырҙы ятларға.
Һорауҙарға яуаптар биреү. Ө хәрефен ҡабатлау.
9
Мин нимә яратам? Нимә менән? Икмәк. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре. Ҫ өнө.
08.11
31-се бит, тасуири уҡырға. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәрен ҡабатларға.
Хатаһыҙ яҙырға өйрәнеү. Тасуири уҡый белеү. Аҙна көндәрен яттан белеү. Һорауға дөрөҫ яуап ҡайтарырға өйрәнеү.
10
Сәй эсеү. Ф.Туғыҙбаева.
Ҡабатлау.
15.11
38-се бит, тасуири уҡырға.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һорауҙарға яуаптар биреү.
11
Тикшереү эше. Контроль күсереп яҙыу.
22.11
Үткән темаларҙы ҡабатлау.
12
Минең мәктәбем. Мәктәп ниндәй? Минең класым. Һүҙбәйләнештәр.
29.11
39-сы бит, мәктәп тур-да һөйләргә өйрәнеү.
Мәктәп тураһында һөйләй белеү. Ҡасан? Ҡайҙа? һорауын дөрөҫ ҡулланыу. Текст төҙөргә өйрәнеү.
13
Мин мәктәпкә йыйынам. Мин уҡыусы. Кемдеке? Нисек? һорауы.
06.12
45-се бит, Диалог төҙөргә.
Мәктәп һәм үҙең тураһында һөйләү.
Диалог төҙөү.
14
Мин дәрестә. Ҡайҙа?һорауы. минең дуҫым.
13.12
52-се бит, 3-сө күнегеү, күсереп яҙырға.
Тасуири уҡый белеү. Диалог төҙөү.
Текстты тасуири уҡырға.
15
Мин дәрестән сыҡтым. Нимә эшләйем? Һорауы. Ҡабатлау.
20.12
54-се бит, 2-се күнегеү. Һөйләмдәр төҙөп яҙырға.
Һүрәттәргә ҡарап һөйләмдәр төҙөп яҙырға. Һорауҙарға яуаптар.
16
Аралаш контроль диктант
“Ҡыш етте”.
27.12
Һүҙлек эше.
17
Хаталар өҫтөндә эш. Минең уйынсыҡтарым. Уйынсыҡтар магазины.
Уйындар. Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Нимә? Нимәләр?
17.01
62-се бит, шиғыр ятларға.
Яңы һүҙҙәр менән танышыу. Һорауҙар төҙөү.
18
Яңы йыл менән! Кем нимә ярата? Беҙ нимә эшләйбеҙ? Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Улар нимә эшләйҙәр?
24.01
64-се бит, шиғырҙы тасуири уҡырға.
Һорауҙарға яуап ҡайтарырға өйрәнеү. Яңы йыл тураһында әңгәмә йөрөтөү.
19
Әсә зары. Нимә эшләмә? Шауламағыҙ.Ф.Рәхимғолова.
31.01
70-се бит, һорауҙарға яуаптар яҙырға.
Ма, мә ялғауҙарын аңлатыу
20
Нимә эшләйбеҙ? Ҡар бабай. Беҙҙең катокта.
07.02
75-се бит. Шиғыр ятларға.
Һорауҙарға яуап ҡайтарырға өйрәнеү. Тасуири уҡыу.
21
Мин уйнарға сығам. Миңә нимә кәрәк? Кейем-һалым.
14.02
78-се бит, шиғырҙы тасуири уҡырға.
22
Нисәнсе? Һорауы. Һандарҙы ҡабатлау.
21.02
Диалог уҡырға. 81-се бит
Үткән темаларҙы ҡабатлау. Кластан тыш уҡыу
23
Минең кескәй дуҫтарым. Был нимә?
28.02
Һүҙҙәр ятларға.
24
Ниндәй? Минең бесәйем. Аҡтүш.
07.03
Шиғырҙы тасуири уҡырға. Өй хайуаны тураһында һөйләргә өйрәнеү.
Диалог төҙөү. һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү. Хатаһыҙ яҙырға өйрәнеү. Тасуири уҡый белеү.
25
Ни эшләй? Минең дуҫым.
14.03
89-сы бит, ғ-се күнегеү
Диалог уҡыу, һүҙҙәр тәржемә итеү.
26
Мин ял итәм. Ҡайҙа? Ҡайҙан? Ҡасан? Ҡарға менән турғай әкиәте.
21.03
95-се бит, әкиәтте уҡырға
Хайуандарҙы башҡортса өйрәнеү.
27
Кәкүк менән Өлфәт. Ҡоштар.
04.04
103-сө бит, тексты уҡырға.
28
Был нимә? Өй хайуандары.
11.04
106-сы бит, 3-сө күнегеү
29
Нимәгә? Ҡабатлау.
18.04
Һүрәткә ҡарап һөйләмдәр төҙөргә.
Үтелгән темаларҙы ҡабатлау. Һорауҙар һәм яуаптар.
30
Ҡасан? Сәғәт. Ваҡыт. Минең буш ваҡытым. Минең көн тәртибем.
25.04
Көндәлек графигыңды төҙөргә.
Тасуири уҡый белеү. Һорауҙарға яуап ҡайтара белеү
31
Нимә менән? Нимә эшләйбеҙ? Баш ҡала шундай матур.
02.05
122-се бит, шиғырҙы тасуири уҡырға.
Диалогты дөрөҫ итеп уҡырға өйрәнеү.
32
Йәй. Лагерға. Ҡабатлау.
16.05
Диктантҡа әҙерләнеү
33
Йомғаҡлау контроль диктант
“Йәй етте”.
23.05
Кластан тыш уҡыу.
34
Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау дәресе.
30.05
11