«Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар».
Тема: «Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар».
Маҡсат: 1) текстың йөкмәткеһе менән танышыу, ҡышлаусы ҡоштарҙың нимә
менән туҡланыуҙарын белеү, яңы һүҙҙәр өйрәнеү, текст өҫтөндә
эшләргә өйрәнеүҙе дауам итеү.
2) дөрөҫ уҡыуҙы, уҡыу темпын камиллаштырыу, үҙенсәлекле өндәрҙе дөрөҫ әйтеүҙе үҫтереү, бәйләнешле телмәр үҫтереү, һөйләмдә һүҙҙәр
тәртибен нығытыу.
3) ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: ҡоштар һүрәте, һүҙҙәр, дәреслек.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу мәле.
- Һаумыһығыҙ, балалар! Ултырығыҙ! Беҙҙең һөйләшәсәк теманы һеҙ
тиҙәйткес менән танышып беләсәкһегеҙ. Ә хәҙер бөгөнгө числоны, көндө
иҫкә төшөрәйек.
II. Артикуляцион күнегеү.
Ҡара ҡарға ҡарҙан бара
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.
(хор менән, берәмләп әйтеү, иҫтә ҡалдырыу)
III. Матур яҙыу минуты.
- Балалар, бөгөн беҙ ҙур һәм бәләкәй Кк һәм Ҡҡ хәрефтәрен яҙасаҡбыҙ.
Әйҙәгеҙ ошо хәрефтәрҙең оҡшаш һәм айырма яҡтарын әйтеп сығайыҡ.
(Хәрефтәрҙе һауала, һуңынан дәфтәрҙә яҙыу)
IV. Инеш әңгәмә.
Балалар, ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ?
Уларҙы ниндәй төрҙәргә бүләләр? (ҡышлаусы һәм йылы яҡҡа осоусы)
Таҡталағы ҡоштар һүрәттәре араһынан ҡышлаусыларын һайлап алығыҙ. Ә хәҙер исемдәрен әйтеп сығығыҙ.
Бөгөн беҙ ошо ҡоштарҙың ҡышын нимә менән туҡланыуҙары тураһында беләсәкбеҙ.
V. Һүҙлек эше.
Һүҙҙәрҙе уҡыу, тәржемәһен биреү. Хор менән, берәмләп әйтеү,
һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.
Тегәнәк
Ҡоротҡос
Балан
Һуйыр
Ҡор
VI. Текст менән танышыу.
Һорау ҡуйыла: текстта ниндәй ҡышлаусы ҡоштар тураһында әйтелә?
VII. Үҙ аллы уҡыу.
Маҡсат: сылбырлы уҡыуға әҙерлек.
VIII. Сылбырлы уҡыу.
Маҡсат: һайланма уҡыуға әҙерлек.
IX. Һайланма уҡыу. (ҡоштарҙың һүрәтен күрһәтеп һорайым)
Һарытүш нисек ҡышлай?
Тумыртҡа нимә менән туҡлана?
Ҡорҙар, һуйырҙар нимә менән туҡлана?
Һайыҫҡан, ҡарға, турғайҙар ҡайҙан ем эҙләйҙәр?
-Ҡоштарға ҡыш сығыуы нисек?
-Беҙ нисек уларға ярҙам итә алабыҙ?
-Ни өсөн уларҙы һаҡлар кәрәк?
-Тексттан ҡоштарҙы һаҡларға кәрәклеге тураһындағы һәйләмдәрҙе табып уҡып күрһәтегеҙ.
X. Яҙма эш.
1. 2-3 уҡыусынан шул һәйләмдәрҙе уҡытыу.
2. Һуңынан дәфтәргә күсереп алыу.
XI. Йомғаҡлау.
-Балалар. Беҙ бөгөн дәрестә нимә менән шөғөлләндек, нимә белдек?
(балалар яуап бирәләр)
Өйгә эш биреү: оҡшаған ҡош һүрәтен төшөрөп алып килергә.
Уҡыусыларҙы баһалау.
-Дәрес бөттө, һау булығыҙ!