Тема: “Өфө ҡалаһы» темаһын йомғаҡлау. Ҡылым
Маҡсат: үткән дәрестәрҙә алған белемдәрҙе нығытыу һәм системаға һалыу
Бурыстар:
Белем биреү бурыстары:
“Өфө ҡалаһы” темаһы буйынса алған белемдәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау
уҡыусыларҙы хатаһыҙ эшләргә өйрәтеү
универсаль уҡыу эшмәкәрлекте формалаштырыу
ҡылымдарҙы ҡабатлау, уларҙы һөйләмдәрҙә таба белергә һәм телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтеү
башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү
Үҫтереү бурыстары
Тәрбиәүи бурыстар:
коллективта эшләргә өйрәтеү
тәржемә эштәре аша һүҙ тойғоһо,тел тойғоһо тәрбиәләү
баш ҡалаға һөйөү, хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү
дәресте
Көтөлгән һөҙөмтәләр:
Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.
Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:
а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау, системаға һалыу, проект эштәре эшләй белеү;
б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү, уҡылған диалог буйынса үҙеңдең диалогыңды төҙөргә өйрәнеү;
в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү, алған белемдәрҙе тормошта ҡуллана белеү.
Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, төркөмдә эшләй белеү күнекмәләре булдырыу.
Дәрес төрө: алған белемләрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау дәресе
Йыһаҙландырыу: компьютер, проектор, презентация материалдары,электрон дәреслек, электрон һүҙлек.
Ойоштороу мәле
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
Артикуляцион күнегеү
-башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ итеп әйтеү
-психологик кәйеф шарттары булдырыу уңыш ситуацияһы тыуҙырыу
Тә-тә-тә – ултырабыҙ дәрестә,
Са-са-са – һөйләшәбеҙ башҡортса.
Ый- ый – ый – уҡыусы шиғыр уҡый,
Ыш-ыш-ыш – беҙ шундай тырыш.
-хор менән яттан һөйләү
Уҡыусылар, бөгөн дәрестә шулай тырышып эшләрһегеҙ, әүҙем ҡатнашып ултырырһығыҙ, тип ышанам.
Өй эшен тикшереү
Балалар, өй эше итеп мин һеҙгә бөгөнөгө дәрескә сығыштар, презентациялар әҙерләргә ҡушҡан инем. Һәр төркөмдөң үҙенең темаһы бар.
Был эштәрҙе беҙ уңыраҡ тикшерербеҙ.
Яңы тема
Уҡыусылар был шиғыр юлдарында беҙҙең темабыҙҙың исеме бар. Кем әйтер, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
Тау башында балҡый бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала.
Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,
Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары.
Беҙ һеҙҙең менән Өфө ҡалаһы тураһында бик күп һөйләштек, белдек. Ә был дәрестә беҙ был алған белемдәребеҙҙе системаға һалып, йомғаҡлап ҡуябыҙ.
-электрон дәреслек менән эш
-һүҙлек эше (экранда)
танышҡым килә- хочу познакомиться
өйрәнеү – изучение
Төркиә- Турция
ҡунаҡ – гость
боронғо – древний
урынлашҡан – расположен
һалынған – основан
уҡытыусының уҡыуы
уҡыусыларҙың уҡыуы
һөйләмдәр төҙөү
электрон дәреслектәге диалогты тыңлау
уҡыусыларҙың уҡыуы
тәржемә итеү
текстан ҡылымдырҙы табыу, төрөн билдәләү
был диалогта кемдәр ҡатнаша? (ҡунаҡ һәм Өфөлә йәшәүсе кеше)
Ә хәҙер һеҙ беҙҙең килгән ҡунаҡтарҙы ошо матур, бай, боронғо ҡала менән таныштырып китерһегеҙ.
- иң тәүҙә Өфө ҡалаһының тарихына күҙ һалайыҡ (экранда)
-дәфтәрҙәрҙә эш: бирелгән һөйләмдәргә төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйып күсереп яҙығыҙ. Ҡылымдарҙы табып, төрҙәрен билдәләгеҙ.
1. Өфө ҡалаһы элек ..., ... тип аталған.
2. Баш ҡала ... йылда һалынған.
3. 1922 йылға тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһы ... булған.
-төркөмдәрҙә эш
1. Һүҙҙе 1-се төркөмгә бирәбеҙ. Улар беҙҙе баш ҡаланың һәйкәлдәре менән таныштырырҙар.
Ял минуты
-“Өфө ни өсөн матур?” йырын тыңлау
2. Ә хәҙер 2-се төркөм беҙҙе музейҙар менән таныштырыр.
3. 3-сө төркөмөбөҙ Өфөләге театрҙар һәм парктар тураһында һөйләп китер.
IV. Алған белемдәрҙе нығытыу
- төркөмдәргә эш
1-се төркөм. Вы побывали на каникулах в Уфе. Расскажите об этом городе своим одноклассникам.
2-се төркөм. К вам приехал гость из Англии. Поинтересуйтесь, что он хотел бы увидеть в Уфе.
3-сө төркөм. Уточните у своего брата, который живет в Уфе, какие учебные заведения есть в столице.
- бирелгән темаларға диалогтар төҙөү
- электрон һүҙлектәр менән эшләү
- диалогтарҙы уҡыу
-һығымта яһау
V. Йомғаҡлау
Рефлексия
Был дәрестә беҙ нимәләр эшләнек?
Ниндәй төркөм бик һәйбәт эшләне?
Кем алған белемен киләсәктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.
Кемгә әле белемдәрен нығытырға кәрәк, еҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ.
Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ.
Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, Өфө ҡалаһына барғас, ошо театрҙарға, һәйкәлдәргә, музейҙарға йөрөһөгөҙ тип ышанып ҡалам. Бик тырышып эшләнегеҙ. Рәхмәт!Һау булығыҙ!
VI. Баһалау
VII. Өй эше
1. 132-се күнегеү
2. «Өфө ҡалаһы” темаһына кроссворд, ребус йәки сканворд төҙөргә