Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы түбәндәге хоҡуҡи - норматив документтар нигеҙендә төҙөлдө
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, №165-Ф3, 11.12.2002
Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы (статья 47, 5-се п.)
«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, №289-з, 14.07.2010
Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, 1.07.2013.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 – 11-се кластары өсөн программалары (төҙ.: З.М. Ғәбитова, М.Г. Усманова. // Ижевск: “Книгоград”, 2008. – 120 б.)
Бишбүләк ауылы 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2016 – 2017 уҡыу йылына уҡыу планы.
Туған тел һәм әҙәбиәт, башҡорт (дәүләт) телен уҡытыуҙы ойоштороу тураһында (БР ММ хаты № 13-05 / 498, 11.09.2014)
Был эш программаһы дөйөм белем биреү буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарына ярашлы төҙөлдө. Программа кимәле: базис.
Уҡыу -уҡытыу методик комплексы
Дәреслек: Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-сы класс уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Китап, 2015. 152 бит.
Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теленә уҡытыу маҡсаттары
Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
4– 5-се кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.
Белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.
Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.
Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар
Шәхсән һөҙөмтәләр (мәктәп уҡыусыларының башҡорт теленән төп программаны үҙләштереүе);
1. Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булыуын аңлау: башҡорт телен өйрәнеүҙең эшмәкәрлек һәм профессиональ эшмәкәрлектә кәрәкле булыуын аңлау.
2. Башҡорт телен ғәмәлдә ҡулланыуға әҙерлек: үҙ - ара аралашыуҙа толерантлыҡ.
3. Башҡорт теленең башҡорт мәҙәниәте менән танышыу сараһы булыуын аңлау.
Метапредмет һөҙөмтәләр (рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү):
1. Телдән һәм яҙма хәбәр ителгән мәғоүмәтте адекват ҡабул итеү.
2. Төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты төрлө уҡыу төрҙәрендә ҡабул итеү.
3. Тыңланған һәм уҡылған тексты бирелгән эш төрҙәре (план, йөкмәткеһен һөйләү, конспект) менән яңынан һөйләй белеү.
4. Аралашыу сфераһы һәм шартына ҡарап, телмәреңде һәм яҙма телмәреңде төҙөй белеү, әңгәмә, фекер алышыу, дискуссияла ҡатнаша алыу.
5. Үҙ аллы белем ала белеү, төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары, интернет ресурстары, ваҡытлы матбуғат баҫмалары менән эшләй белеү; белешмә әҙәбиәт менән ҡуллана алыу.
6. Тәғәйен темаға материалды һайлап ала һәм системаға килтереү ысулдарын үҙләштереү; үҙ ҡарашыңды анализлай, сағыштыра, күрһәтә, һығымта яһай, йомғаҡлай, нигеҙләй белеү.
7. Башҡорт телен башҡа сығанаҡтарҙан мәғлүмәт алыу сараһы булараҡ ҡуллана алыу һәләтен үҫтереү.
8. Үҙ телмәреңде баһалау күнекмәләрен үҙләштереү.
9. Предмет - ара кимәлдә (туған тел, сит тел, әҙәбиәт) тел күренештәрен анализлай белеү.
Предмет һөҙөмтәләре (сығарылыш класс уҡыусыларының төп мәктәп программаһын үҙләштереүе):
1. Төп аңлатмаларҙы үҙләштереү: тел һәм телмәр, телдән һәм яҙма телмәр, диалог һәм монолог, телмәр ситуацияһы, телмәрҙең функциональ стилдәре һәм типтары, текст; телдең системаһы: фонетика, орфоэпия, лексика һәм фразеология, һүҙ составы һәм һүҙьяһалыш, морфология, синтаксис, орфография һәм пуктуация.
2. Башҡорт теленең телмәр берәмектәрен белеү, уларҙың билдәләре, һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, уларҙың үҙенсәлектәре.
3. Телмәр практикаһында ситуация һәм аралашыу стилендә тел берәмеген урынлы ҡулланыу.
4. Фонетик һәм лексик системаның төп үҙенсәлектәрен һәм рус теле менән сағыштырмаса башҡорт теленең грамматик төҙөлөшөн белеү.
5. Башҡорт әҙәби тел нормаларын һәм телмәр этикетен белеү, уларҙы әйтергә теләгән фекереңде төҙөгәндә, йәғни телдән һәм яҙма телмәр практикаһында ҡулланыу.
6. Төрлө төрҙәге лингвистик, ике телле һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.
7. Төрлө функциональ стиль һәм жанрҙағы текст йөкмәткеһен уҡыу һәм аңлау: әҙәби (шиғыр, йыр, хикәйә, повесть һәм романдарҙан өҙөктәр), ғилми һәм популяр (ғилми һәм популяр журналдарҙан мәҡәлләр), публицистик (хроника, информацион хәбәрҙәр, комментарий), эшлекле (анкета, белдереү, ышаныс ҡағыҙы һ. б.).
8. Ғәҙәти темпта тәҡдим ителгән мәғлүмәтте (уҡытыусы телмәре, радио һәм телевидение дикторы телмәре һ. б.) аңлау.
9. Аралашыу сфераһын һәм ситуацияны иҫәпкә алып, төрлө жанрҙа һәм стилдә текст төҙөү; көнкүреш, уҡыу, социаль мәҙәни темаға телмәр этикет нормаларын һаҡлап, үҙ инициативаһы менән диалог ҡороу.
10. Текст менән мәғлүмәт сығанағы булараҡ эш итә белеү, тексҡа төрлө аспектта анализ, тексты планға, тезисҡа, конспектҡа әйләндереүҙең төрлө информацион төрҙәрен үҙләштереү.
11. Текст фрагменттарын рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеү.
6-сы класс өсөн телмәр предмет һөҙөмтәләре
1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлай алыу:
- диалогты аңлай һәм уны дауам итә белеү;
- текст буйынса һорауҙар биреү;
- текстың темаһын, төп фекерен әйтә белеү:
- коллектив төҙөлгән план буйынса текстың йөкмәткеһен һөйләү.
2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу:
- текстың йөкмәткеһен, һөйләү һәм уны дауам итеү;
- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм һөйләү;
- текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү сараларының мәғәнәләрен аңлатып биреү һәм ҡуллана алыу;
- билдәле ситуация буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөй алыу;
- 10-12 шиғырҙы тасуири итеп яттан һөйләй алыу.
3. Тексты талғын, шыма, аңлы, дөрөҫ тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларғы дөрөҫ әйтеү:
- тексты тасуири уҡыу;
- ваҡиғаларға, геройҙарҙың эштәренә баһа биреү;
- текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе һүрәтләү, тасуирлау сараларын таба алыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү;
- текстың өлөштәренә исем бирә белеү, план төҙөү;
- хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү.
4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу:
- текст, күҙәтеүҙәр, экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;
- 10-12 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;
- бер телдән икенсеһенә тәржемә итеү;
- өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу;
- программала ҡаралған күләмдәге диктанттар яҙыу;
5. Гәзит-журнал материалдарын, дәреслектә билдәләнгән әҫәрҙәрҙе кластан тыш уҡыу һәм һөйләү.
6. Исем, сифат, алмаштарҙы текстан таба алыу, телмәрҙә ҡулланыу, уларҙың грамматик категорияларын үҙләштереү.
7. Әҙәбиәт теорияһы буйынса программала ҡаралған белемде үҙләштереү;
8. Хат, биография, автобиография яҙыу.
Уҡыу предметының төп йөкмәткеһе
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
1. Телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
2. Телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
3. Бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеү.
1. Беҙҙең мәктәп –4сәғәт
1 сентябрь – Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1 – 5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.Һүҙ. Һүҙҙең лексик мәғәнәһе.
2. Башҡортостан ере буйлап –9 сәғәт
Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Ҡылым.
3. Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел –3сәғәт
Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы, уны һаҡлай белеү. Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр табыу. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.
4. Ҡыш дауам итә –8 сәғәт
Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре. Текстар уҡыу, шиғырҙар, һынамыштар ятлау, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу. Рәүеш. Рәүеш тураһында төшөнсә.
5. Яҙ килә, яҙ! –5сәғәт
Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү. Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү. 1 май, 9 май байрамдары. Һан төркөмсәләре.
6. Йәмле йәй килә – 6 сәғәт
Йәй айҙары, уларҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләшеү, шиғырҙар, текстар уҡыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Башҡорт теленең базислы уҡыу планындағы урыны
Башҡортостан Республикаһының уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1– 11-се кластар өсөн уҡыу планы 6-сы класта башҡорт телен аҙнаһына 1 сәғәт күләмендә уҡытыу күҙ уңында тота: Барлығы – 35 сәғәт.
- 1 - се сирек
2 - се сирек
3 - сө сирек
4 - се сирек
9
8
10
8
Яҙма эштәр һәм контроль - баһалау эштәре
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теленән яҙма эштәрҙең түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә була:
6-сы класта был эш төрҙәре элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң башҡарыла. Изложение, инша башҡарыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре,күләме
- Эш төрҙәре
Һаны
Күләме
Диктант
2
60 – 65
Изложение
1
80 – 120
Инша
1
0,5 – 1 бит
Календар - тематик план
-
Тема
Сәғәт
тәр
һаны
План
лаш
тырыл
ған
Үткә
рел
гән
Иҫкәрмә
I сирек- 9 сәғәт
Беҙҙең мәктәп – 4
1
Т. Ғәниева. Беренсе сентябрь. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
1
2.09.
3.09
2
Намыҫлы бул. “Көс һәм рух тамырҙары” китабынан. Һүҙ. Текст.
1
9.09.
10.09
3
Ф. Фәтҡуллина. Ҡояш. Исем.
1
16.09.
17.09
4
К. Кинйәбулатова. Көҙҙәр еткәс. Баҫым.
1
23.09.
24.09
Башҡортостан ере буйлап – 9
5
Ф. Мөхәмәтйәнов. Кешем – ил күрке. Антоним.
1
30.09.
1.10
6
Р. Бикбаев. Салауат батыр һәйкәле. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
1
7.10.
8.10
7
А. Әхәтова. Ҡайындар ниңә аҡ? Синоним.
1
14.10.
15.10
8
Т. Ү. Инша № 1
1
21.10
22.10
9
М. Кәримдән. Ватаным. Омоним. Хаталар өҫтөндә эш.
1
28.10
29.10
II сирек – 8 сәғәт
10
Ф. Туғыҙбаеванан. Кем уңған?Ҡылым.
1
11.11
12.11
11
Академик С. И. Вавиловтан. Тыуған яғығыҙҙы өйрәнегеҙ, яратығыҙ! Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы.
1
18.11.
19.11
12
В. Сухомлинский. Потому что я – человек. Ҡылымдарҙың заты.
1
25.11
26.11
13
Ғ. Хөсәйеновтан. Оло яҙыусы һәм ғалим. Ҡылымдарҙың заманы.
1
2.12.
3.12
Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел -3
14
Дуҫлыҡ өсөн шул етәме? Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
1
9.12.
10.12
15
Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала. Ҡылым.
1
16.12.
17.12
16
Контроль диктант № 1
1
23.12.
24.12
Ҡыш дауам итә - 8
17
Д. Фәтихованан. Кем дуҫ?Ҡылым һөйкәлештәре. Хаталар өҫтөндә эш.
1
30.12
III сирек - 10 сәғәт
18
Ҡоштар донъяһы. (“Башҡортостан” газетынан). Һүҙлек менән эш.
1
20.01.
21.01
19
Т. Сәғитов. Икмәк. Рәүеш.
1
27.01
28.01
20
Б. Байым. Светофор. Исемдең күплек ялғауы.
1
3.02
4.02
21
Н. Нәжми. Ҡыш. Ҡылымдың заман формаһы.
1
10.02
11.02
22
З. Рәхмәтуллинанан. Телефондан һөйләшә беләһеңме? Рәүеш.
1
17.02
18.02
23
И. Кинйәбулатов. Хәйерле иртә, донъя! Сифат.
1
24.02
25.02
24
К. Кинйәбулатова. Аҡ нур булып балҡыны. Рәүеш.
1
3.03
4.03
Яҙ килә, яҙ! – 5
25
Изложение № 1
1
10.03
11.03
26
Р. Янбулатова. Ҡоштар ҡайта. Һан. Хаталар өҫтөндә эш.
1
17.03
18.03
27
Р. Солтангәрәеванан. Ҡарға бутҡаһы. Һан төркөмсәләре.
1
24.03
IV сирек – 8
28
Ә. Саяпова. Еңеү көнө. Һан.
1
7.04
8.04
29
Ғ. Хөсәйеновтан. Ете. Һан.
1
14.04
15.04
Йәмле йәй килә – 6
30
Ғ. Фәйзи. Йәйҙе яратам. Ҡылым (ҡабатлау).
1
21.04
22.04
31
Ш. Янбаев. Һабантуй. Исем.
1
28.04
29.04
32
Г. Яҡупова. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн - хәрефтәре.
1
5.05
6.05
33
Контроль диктант№ 2
1
12.05
13.05
34
Йәмле йәй килә .Хаталар өҫтөндә эш.
1
19.05
20.05
35
Үтелгәндәрҙе йомғаҡлау.
1
26.05
27.05
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындағы уҡыу - уҡытыу методик комплекты һәм техник саралар
Уҡытыусының уҡыу - уҡытыу методик комплекты:
1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М. Ғ., Ғәбитова З. М. – Ижевск: “Книгоград”, 2008.
2. Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-сы класс уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Китап, 2015. 152 бит.
3. Усманова М. Ғ., Ғәбитова З. М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5 – 11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2009. – 168 бит.
4. Ғәбитова З. М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Өфө: Китап, 2009. – 128 бит.
5. Усманова М. Ғ. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
6. Аслаев Т. Х., Атнағолова С. В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар. – Өфө: Китап, 1996.
7. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. – Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө: “Эдвис” уҡытыу - методика үҙәге, 2008.
8. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З. Г. – Өфө, 2004.
9. Русса - башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З. Г., Саяхова К. Г. – Өфө, 1997.
10. Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М. Х. – Өфө, Китап, 2006.
11. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Ураҡсин З. Г. – Өфө, Китап, 2006.
12. Электрон дәреслек. Башҡорт теле. 6-сы класс. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2010.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындағы техник саралар
Уҡытыусының персональ компьютеры.
Мультимедиапроектор.
Телевизор.
Видеомагнитофон.