Динис Бүләковтың «Яралы китап» хикәйәһе буйынса
5 –се класта башҡорт әҙәбиәтенән
дәрес планы
Дәрестең маҡсаты: Уҡыусылырҙың фекерләү һәләтен үҫтереү; тыуған
илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың тарихи үткәнен күҙ
алдына баҫтырырға ярҙам
итеү; халҡыбыҙҙың яу, батырлыҡ традицияларына
һөйөү тойғоһо уятыу; тыуған илебеҙ менән
ғорурланыу хистәре тәрбиәләү; тасуири уҡырға
өйрәтеү.
Күргәҙмәлелек: Яҙыусының портреты, буклет, плакаттар, китаптар.
Техник сара: Видеояҙмалар.
Дәрес барышы:
Инеш һүҙ. Бөгөнгө дәресебеҙ Ватаныбыҙ, уның халҡы менән бәйле. Беҙ халҡыбыҙҙың ауыр үткәндәренә ҡараш ташларбыҙ, уның борон-борондан батырлыҡтарға һәләтле булыуына инанырбыҙ. Һеҙ беләһегеҙ: халҡыбыҙ элек-электән оло яуҙарҙа ҡатнашҡан, ерен-һыуын дошмандарҙан һаҡлап яу сапҡан, тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән, бик күптәр изге яуҙарҙа баштарын һалған. Был хаҡта йырҙарҙа ла йырлана. Һеҙҙең иғтибарға йырҙан өҙөк:
Ай Уралым, һинән ҡырҡып алһам,
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың,
Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта
Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.
Шулай уҡ «Ҡаһым трә» тигән көйҙө лә тыңлап ҡарайыҡ. 1812 йылғы Ватан һуғышы. Француздарға ҡаршы яу. Бынан һуң да халҡыбыҙ ҙур батырлыҡтарға һәләтен күрһәтә. Бөйөк Ватан һуғышы осорон ишетеп беләһегеҙ. Был йылдар ҙа оло һынау була. (Һорау: Ҡасан булған? Ниндәй батыр кешеләрҙе беләһегеҙ?)
Икенсе плакаттағы яҙмаға иғтибар итәйек:
«Бөгөн, һуғыштан һуң тиҫтәләрсә йылдар үткәс тә, һуғыш михнәттәрен кисергән кешеләрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ».
Эйе, оноторға хаҡыбыҙ юҡ, сөнки беҙҙең ата-бабаларыбыҙ шул йылдарҙа батырҙарса алышмаһа, бөгөн беҙ тыныс, матур тормошта йәшәй алмаҫ инек. Бөгөнгө дәрестә өйрәнәсәк “Яралы китап” хикәйәһе быны тағы бер тапҡыр раҫлай. Ошо хикәйә беҙҙе алыҫ үткәндәргә алып китер, уйландырыр. Яҙыусы хикәйәһен ни өсөн “Яралы китап” тип исемләне икән? Ошо һорауға яуап эҙләрбеҙ. Тиңдәштәрегеҙҙең һуғыштан һуңғы йылдарҙа ниндәй уйҙар менән йәшәүен белерһегеҙ. Теманы яҙып ҡуяйыҡ:
Динис Бүләков. “Яралы китап” хикәйәһе.
2. Төп өлөш.
1) Динис Бүләков хаҡында (1944-1995) мәғлүмәт.
-Мәләүез районы, Арыҫлан ауылында тыуған
-«Пионер» («Аманат») журналы редакторы.
-Башҡортостан дәүләт телерадиокомитеты председателе.
-Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы председателе.
- «Килмешәк», «Ғүмер бер генә», «Туҙҙырылған тамуҡ» романдары һәм башҡа әҫәрҙәр авторы.
2) Хикәйәне өйрәнеү.
1) Һүҙлек эше: Йәтимәк, бейем, шәфҡәт туташы.
2) Хикәйәне өлөшләтә уҡыу һәм әңгәмә.
а) Йәтимәк ауылының тәбиғәтен һүрәтләп бирегеҙ.
б) Ауылдың үткәне, халҡының шөғөлө хаҡында нимә беләбеҙ?
в) Халыҡ үҙ ауылы менән нисек ғорурлана?
г) Йәтимәк ауылы һуғыш осоронда ниндәй булған?
д) Йәтимәк нисә өйҙән торған? Халҡы ниндәй сифаттарға эйә булған?
е) 35-се өйҙә кем йәшәй?
ж) Фәғилә апай ҙа һуғышҡа китә.
з) Күпме кеше һуғыштан әйләнеп ҡайтмай?
и) Әсләм өләсәһенең батырлығы хаҡында нисек белә?
к) «Һуғышта мылтыҡ тотмайынса ла фашистарҙан үс алып була икән» тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?
Әсләмдең өләсәһенең медсестра булып батырлыҡ күрһәтеүе тураһында Украинанан килеп төшкән хатта әйтелә.
л) Өләсәһенән тағы ниндәй ҡомартҡы ҡала?
Үҙе менән йөрөткән, уны ла дошман пуляһы тишеп үткән “Ҡорос нисек сыныҡты?” китабы.
м) Моғайын, хәҙер хикәйәнең ни өсөн “Яралы китап” тип аталғанын әйтә алырһығыҙ.
Китап та ҙур яуҙарҙа йөрөп ҡайта. Хужаһы һәләк булһа ла, ул килер быуындарға иҫтәлек булып музейҙа үҙ урыные ала. Яралы китап – бик күптәрҙең яраланған яҙмышын да символлаштыра.
3.Йомғаҡлау. Бөйөк Ватан һуғышында баштарын һалған ватандаштарыбыҙҙы һис оноторға тейеш түгелбеҙ. Сөнки улар булмаһа, яҡты көнөбөҙ, ышаныслы киләсәгебеҙ булмаҫ ине.
4. Өйгә эш: Хикәйәне уҡырға. Өләсәйҙең батырлығы , ауыл кешеләренең тормошо хаҡында һөйләргә әҙерләнергә.
2