Разработка урока по башкирскому языку Н.Мусин. Тәбиғәтте һаҡлау

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғоман Мусиндың 85 йыллығына арналған ҡала конкурсы





















Ноғоман Мусин.Тәбиғәтте һаҡлау

( 7 класс)

(башҡорт дәүләт теле)















Фәйрузова Светлана Сәғит ҡыҙы

Башҡортостан Республикаһы

Октябрьский ҡалаһы ҡала округының

«2 – се гимназия»

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы














2016

Тема:Ноғман Мусин.Тәбиғәтте һаҡлау.

Дәрес төрө: ҡатнаш дәрес.

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү:Ноғман Мусиндың ижады менән ҡыҫҡаса таныштырыу, яңы һүҙҙәр үҙләштереү, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларға ҡағиҙәне әйтә белергә өйрәнеү.

Үҫтереүсе: башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү, тасуири уҡыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи: тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр: Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айыра белеү, ҡағиҙәһен аңлата белеү, өйрәнгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет УУЭ һөҙөмтәләре:

а)регулятив:уҡытыусы менән бергә дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү,уҡыу мәсьәләһен сисергә өйрәнеү;

б)танып белеү: кәрәклекте, мәғлүмәтте айыра, күрһәтә дөйөмләштерә белеү.

в)коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралашыу,тасуири уҡый белеү.

Шәхес булараҡ формалаштырыуУУЭ һөҙөмтәләре: тәбиғәтте һаҡларға кәрәклеген аңлау, был эштә үҙҙәренең өлөш индереүҙәрен күреү.

Йыһазландырыу: дәреслек, Н. Мусиндың портреты, проектор, Н. Мусиндың китаптары.

Дәрес этаптары.

I.Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ уҡыусылар. Һеҙҙе күреүемә бик шатмын.Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.

Регулятив:үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторорға, яҡшы, продуктив эшкә ынтылырға өйрәнәләр.

Шәхси: белем алыуға, уҡыуға, дәрескә ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

Танып белеү:белем алыуға ынтылыш формалаша.

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

А О У Ы

Ә Ө Ү Е(Э)И

Уҡыусылар хәҙер ошо һуҙынҡы өндәрҙе парлап уҡыйбыҙ һәм телдәрҙе эшкә әҙерләйбеҙ.

Уҡыусылар хор менән уҡый. Ошо өндәр ингән ниндәй һүҙҙәрҙе беләһегеҙ?

Башҡорт телендә һуҙынҡы өндәр ниндәй ике төркөмгә бүленә?

Уҡыусылар уларҙың ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларға бүленеүен әйтәләр.

Тимәк беҙ бөгөн дәрестә һуҙынҡы өндәрҙе ҡабатлайбыҙ.





.

Ә хәҙер икенсе биремде эшләйбеҙ. Экранда Абдулхаҡ Игебаевтың шиғыры бирелгән. Уҡыусылар был шиғырҙа нимә етмәй?

Күп ноҡталар урынына тейешле һүҙҙәрҙе ҡуйып уҡырға кәрәклеген әйтәләр.

Белешмә өсөн һүҙҙәр бирелгән.Тейешле һүҙҙәрҙе ҡуйып шиғырҙы уҡытыу.

Ағастарҙы ......биҙәй,

.......... биҙәй аҡланды,

........... көмөш ай биҙәй,

Сулпан биҙәй ал таңды!

.......... тулҡын матурлай,

.......... нурлай көндәрҙе

Минең дә гөл иткем килә

Тыуып үҫкән .......

Йылғаны, япраҡ,ҡояш,төндәрҙе, сәскә

Шиғырға ниндәй һүҙҙәр ҡуйҙығыҙ? Был һүҙҙәрҙе нимә бәйләй? Улар ниндәй төшөнсә менән әйтелә?




Эйе дөрөҫ. Тимәк беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

уҡыусылар тәбиғәт һәм уны һаҡлау темаһы икәнлеген әйтәләр.

Регулятив: уҡытыусы менән берлектәдәрестең маҡсатын, темаһын билдәләргә өйрәнәләр.

Шәхси:уҡыу эшмәкәрлегенәмотивация, уҡыуға яңылыҡбелеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша.

Коммуникатив: монологик телмәр төҙөй белеү,хеҙмәттәшлек итә белеү фомалаша.

II.Яңы материалды өйрәнеү.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

Яңы һүҙҙәр менән танышыу.

Мул һыулы йылғалар- полноводные реки

Ҡуйы урмандар- густые леса

Селтерәп аҡҡан шишмәләр- поющие родники

Бейек тауҙар- высокие горы

Йырсы ҡоштар- певчие птицы

Төрлө йәнлектәр- разные животные

Бейек ҡаялар- высокие скалы

Сәскәле аҡландар- цветочные поляны

Һүҙҙәрҙе тәржемә итеү. Уларҙы хор менән уҡытыу.

Регулятив: өлгө буйынса эшләй белеү.

Танып белеү: кәрәк булған материалды һайлап ала белеү.

Коммуникатив: монологик һөйләм төҙөй белеү күнекмәһе формалаша.

III. Ял минуты.

Күҙҙәргә күнегеү эшләү.

Шәхси: уҡыусы үҙенең сәләмәтлеген һаҡлай.

IV..Белемде нығытыу( яңы белемде практикала ҡулланыу)

Башҡортостандың тәбиғәте ниндәй ?

Уҡыусылар өйрәнгән һүҙҙәрҙе индереп һөйләмдәр төҙөй.

Уҡыусылар ә тәбиғәт темаһына яҙған ниндәй яҙыусыларҙы беләһегеҙ ? Ноғоман Мусин әҫәрҙәрендә тәбиғәт темаһы күтәрелгән.

Ноғоман Мусиндың портретын экранға сығарыу.


[pic]


Һеҙ Ноғоман Мусиндың биографияһы менән таныш. Уның биографияһы буйынса викторина һорауҙары әҙерләнем. Хәҙер шул һорауҙарға яуап биреп һеҙҙең белемдәрегеҙҙе тикшерәбеҙ.

Викторина һорауҙары.

1.Ноғоман Мусин ҡасан тыуған?

2. Ул ниндәй район һәм ауылда тыуған?

3.Ул мәктәптә ниндәй ауылда уҡый?

4.Ул ниндәй институтта уҡыған

5.Уның тәүге хикәйәһенең исеме?

6.Ул ниндәй журналда баҫылған?

7.Ул Башҡортостанда сыҡҡан ниндәй журналда бүлек мөдире булып эшләй?

8.Ноғоман Мусин кем исемендәге премия лауреаты?

9.Уға ниндәй ҙур исем бирелгән?

Ә хәҙер биографияны тулыландырып бөтөрәбеҙ. Мин һеҙгә һөйләмдәр яҙҙым. Ошо һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итеп барабыҙ.

Ноғоман Мусиндың атаһы балта оҫтаһы була.

Армияла хеҙмәт итә.

Бала саҡта ул бөжәктәр, ҡоштар, хайуандар менән ҡыҙыҡһынған?

Әҫәрҙәрендә тәбиғәттең матурлығын, байлығын данлай.

Ноғоман Мусин Башҡортостан телевиденияһында эшләй.

Уның билдәле әҫәрҙәре “Мәңгелек урман”, “Зәңгәртауҙа аҡ болан”, “Яҙғы ташҡындар алдынан”.

Ә хәҙер Ноғоман Мусиндың әҫәренән өҙөк уҡып китәбеҙ.

Дәреслектән 11 күнегеү.

Хәҙер күнегеүҙе ҡарағыҙ. Иң беренсе был күнегеү буйынса нимә эшләргә кәрәк?

Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып уҡыу һәм һүҙҙәрҙең яҙылышының ҡағиҙәһен уҡыусылар аңлата. Хәрефе төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе генә дәфтәргә яҙыу.

Тексты тәржемә итеү

Ә хәҙер текстан һуң бирелгән биремдәрҙе уҡығыҙ.

Тәбиғәтте һаҡлау буйынса мәктәптә ниндәй эштәр эшләнә?

Көҙ һәм яҙ көнө ҡала паркын таҙартабыҙ.

Ҡош оялары яһайбыҙ.

Ҡыш көнө ҡоштарға тағараҡтар эшләйбеҙ.Ҡоштарҙы ашатабыҙ.

Тема буйынса бер – берегеҙгә һорауҙар бирегеҙ?

Тәбиғәткә нимәләр инә?

Ағастар,йылға- күлдәр, урмандар, тауҙар, сәскәләр?

Урмандарҙа нимә тыйыла?

Ҡоштарҙы һәм йәнлектәрҙе ҡурҡытыу.Ағастарҙы һындырырға ярамай.

Сәскәләрҙе тапамаҫҡа.

Ә тәбиғәткә нимәләр зыян килтерә?

Һүрәттәр буйынса диалог төҙөтөү.


[pic] [pic]


[pic]

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңларға, ҡабул итергә,үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырырға, ҡуйылған һорауға яуап бирергә өйрәнәләр.

Коммуникатив:һорауҙарға яуап бирә, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтә белеүкүнекмәһе формалаша.

Танып белеү:кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, рефлексия үткәрәләр, үҙҙәренең эштәрен яҡлай беләләр, анализ бирәләр

V.Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлекция.

Уҡыусылар шулай итеп һеҙ бөгөн дәрестә нимәләр белдегеҙ?

Нимәләр өйрәндегеҙ?

VI.Өй эше: һүҙҙәрҙе ятларға.

Башҡортостан тәбиғәте “тигән темаға проект төҙөргә.

Тәбиғәт һүҙе менән4 һөйләм төҙөргә.

Уҡыусылар өй эшенең теләгәнен һайлап ала.

VII.Баһалау: уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Уҡытыусы баһаһы.

Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Шәхси: үҙҙәрен баһалау күнекмәһе үҫешә.