Уҡыу- уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләр.
Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхсән һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр керә:
тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү;
башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;
дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;
үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлелеге.
Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
белем алыу (уҡыу-уҡытыу) бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мөғлүмәт табыу маҡсатында телде ҡуллана белеү оҫталығы;
аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;
телмәрҙең һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы (диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;
үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем төгәл итеп аңлатырға ынтылыу;
һорауҙар биреү оҫталығы.
Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең предмет һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр керә:
башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төшөнсә алыу;
орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;
өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек (өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен таба, сағыштыра, классификациялай (бүлә), ҡылыҡһырлай (характеристика биреү) алыу оҫталығы;
үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлелеге.
2 класс
Башҡортса һөйләшергә, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү;
Балаларҙың башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио- телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование);
Аралашыуҙа кәрәк булған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу;
Дәреслектәрҙе, башҡортса сыға торған газета- журналдарҙы үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен булдырыу (чтение);
Уҡыусыларҙа әсә теленә ихтирам тәрбиәләү, тел өйрәнергә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Предмет һөҙөмтәләре:
Алфавит. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү;
Башҡорт телендә ижектәр. Сингармонизм. Йо-йө, йе, йү, йы, йә өн ҡушымсалары;
Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айырыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү;
Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына яуап биргән һүҙҙәрҙе ҡулланыу; предметты белдергән һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең)яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, берлек һәм күплек, ваҡыт,эйәлек, урын, йүнәлеш мәғәнәләрен белдереүе,
Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү, мәғәнә үҙенсәлектәре;
Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙа? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү, уларҙың төрлө кимәлдә, шулай уҡ башҡа билдәләр менән сағыштырып күрһәтә алыуы;
Һүҙҙәрҙе дөрөҫ, ижекләп, аңлы, шыма һәм тасуири уҡыу;
Әкиәт, шиғыр, хикәйә, көләмәс, йомаҡ (сисеү) тыңлау, йөкмәткеләрен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, күргән- белгәндәрен бәйләнешле һөйләү;
Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан диктант итеп яҙыу;
Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу;
Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәләрен ҡуя белеү;
Һүҙҙе юлдан- юлға күсереү өсөн ижектәргә бүлеү;
Үҙләштерелгән ҡағиҙәләр ярҙамында һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу, орфографик хаталрҙы табып төҙәтеү;
Кешеләрҙең исем- шәрифтәрен, фамилияларын, хайуан ҡушаматын, географик атамаларҙы баш хәреф менән яҙыу;
Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра һәм уларҙы телмәрҙә ҡуллана белеү.
Һөйләү:
Уҡыусы диалог төҙөргә;
Ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү;
Картиналар, экскурсия, фильмдар, иллюстрациялар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы һөйләү;
Үҙе, ғаиләһе йә дуҫтары тураһында бәйән итергә;
Уҡыған тексты аңлы һөйләргә;
Башҡорт теленән рус теленә тәржемә итә белеү;
Ҙур булмаған шиғыр, һанашмаҡты яттан һөйләй белергә тейеш.
Аудиояҙма тыңлау:
Аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау;
Таныш һүҙҙәре булған тексты контекстуаль яҡтан аңлау.
Уҡыу:
Ҙур булмаған текста башҡорт өндәрен дөрөҫ итеп ҡысҡырып уҡыу;
Был тексты үҙ аллы аңлы уҡыу, темаһын, төп фекерен билдәләү;
Унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу, һорауҙарға яуаптар табыу
Картиналар ҡарау, уға исем биреү;
Поэтик әҫәрҙе тейешле интонация менән уҡый белеү;
Текстағы аңлашылмаған һүҙҙәргә иғтибар итмәй генә уҡып ҡарау.
Яҙыу:
Текстан һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, зур булмаған тексты күсереп яҙыу;
Хәрефтәрҙе дөрөҫ, матур итеп тоташтырып яҙыу;
Өлгөгә ҡарап ҡотлау хаттары яҙыу.
Ишеткән телмәрҙе, йәки тексты һүҙмә-һүҙ йәки ҡыҫҡартып яҙыу;
Унан тейешле мәғлүмәтте генә һайлап алып яҙма рәүештә теркәү;
Бирелгән ситуация буйынса текст төҙөп яҙыу;
Яҙма телмәр саралары;
Әҫәр жанрҙары: әкиәт, хикәйә, шиғыр, йыр, йомаҡ, тиҙәйткес, әйтеш, һанашмаҡ.
3 класс
Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт, уҡыу процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү
Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит- журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларға туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
Предмет һөҙөмтәләре:
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен, хәрефтәрен айыра белеү.
Башҡорт алфавитын яттан белеү.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең берлек, күплек, яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, урын, ваҡыт, объект мәғәнәләрҙе белдереүен белеү.
Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең сифат дәрәжәләрен белдереүсе сараларҙы үҙләштереү.
Эште, процесты белдереүсе һүҙҙәрҙең төп мәғәнәләрен, затын, берлеген, күплеген, ваҡыт мәғәнәләрен белдереүен белеү.
Изложение, инша элементтары менән практик танышыу, белеү.
Текст буйынса план төҙөү, өлөштәргә бүлә, уларға исемдәр бирә белеү.
Һөйләү:
3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау һәм уны дауам итә белеү
Уҡытыусыға йәки иптәштәренә уҡыған йәки ишеткән текст буйынса һорауҙар биреү.
Текстың төп фекерен әйтә белеү.
Текстың йөкмәткеһен һөйләү белеү.
Предметты, күренеште, персонажды элементар рәүештә һүрәтләү, уға мөнәсәбәтен белдерә алыу.
10-12 шиғырҙы тасуири итеп яттан һөйләй алыу.
Уҡыу:
Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү.
Тексты тасуири уҡыу.
Текстың өлөштәренә, иллюстрацияларға исем бирә алыу, өҙөк буйынса план төҙөү.
Текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын таба алыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү.
Гәзит- журнал материалдарын, дәреслектә билдәләнгән әҫәрҙәрҙе кластан тыш уҡыу һәм һөйләү.
Яҙыу:
Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу.
3-6 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу.
Бер телдән икенсегә тәржемә итеү.
Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.
4 класс.
Предмет ара бәйләнеш.
Яңғыраған телмәрҙә адекват ҡабул итеү;
Һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, өндәрҙе һәм һөйләмде төҙөү, әйтеү буйынса белем һәм күнекмәләр;
Бирелгән тема буйынса диалог төҙөй белеү; һорауҙарға ҡыҫҡы һәм тулы итеп яуап биреү, диалогты башлай һәм тамамлай белеү;
Мәктәптә һәм мәктәптән тыш ҡыҙыҡһынуҙарынан сығып, башҡорт телендә аралашыу.
Уҡыусылар менән эштең төп формалары һәм методтары:
1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):
уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;
иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);
текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.
2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):
бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,
һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,
диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,
үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,
ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,
Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.
3. Уҡыу (чтение):
тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),
поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,
уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,
текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.
4. Яҙыу (письмо):
хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,
ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,
шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,
бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,
ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
2 класс
Танышыу – 7 с. Һин кем? Һеҙ кем? Һинең исемең кем? Һинең исемең кем? Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һин ҡайҙа йәшәйһең?Һиңә нисә йәш?
Был мин – 3 с. Тән өлөштәре.Был мин. Ауырта, ауыртмай.
Минең ғаиләм – 2 с. Минең ғаиләм. Бармы? Нимә эшләй? һорауҙары.
Мин нимә яратам – 6 с. Нимә менән? Төшкө аш. Ф.Туғыҙбаева «Сәй эсеү».Мин нимә яратам? Нимә менән? Мәктәп ниндәй? Класс ниндәй?
Ҡабатлау.
Минең мәктәбем – 1с. Минең мәктәбем. Мәктәп ниндәй?
Минең класым-1с. Минең класым. Класс ниндәй?
Мин мәктәпкә йыйынам – 1с. Мин мәктәпкә йыйынам. Кемдеке?
Мин уҡыусы – 1с. Мин уҡыусы. Нисек?
Мин дәрестә- 2с. Мин дәрестә. Ҡайҙа?
Мин дәрестән сыҡтым – 3с.Мин дәрестән сыҡтым. Нимә эшләйем?
Минең кескәй дуҫтарым- 2с.Йорт хайуандары. Был нимә? Ниндәй?
Минең уйынсыҡтарым – 4с.Минең уйынсыҡтарым. Нимә? Нимәләр? Нимә эшләйбеҙ? Ниндәй? Нимә эшләмә?
Мин уйнарға яратам-1с. Мин уйнарға яратам.
3 класс
Һаумы, мәктәп! 1 с.
Мин танышам 3 с.
Мин белем алам 2 с.
Мин һәм минең ғаиләм 5 с.
Мин һөнәр һайлайым 1 с.
Мин тәбиғәтте яратам 4 с.
Минең яратҡан миҙгелем 5 с.
Минең гардеробым 2 с.
Минең тыуған көнөм 2 с.
Мин сәйәхәтсе 5 с.
4 класс
Көн дә мәктәпкә барам-5 с.
Мин ғаиләмде яратам- 6 с.
Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем- 5 с.
Ауылда/ ҡалала йәшәйем- 4 с.
Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ- 5с.
Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ- 5с.
Һатып алырға өйрәнәм-5с.
2 А класс
Үткәреү ваҡыты (план)
Үткәреү ваҡыты (факт)
Дәрес темаһы
Иҫкәртмә
Танышыу – 7 с
1
1-07.09
Танышыу. Һин кем? Ә өн-хәрефенең әйтелеше һәм яҙылышы.
2
08-15.09
Танышыу. Һеҙ кем? Һ өн-хәрефенең әйтелеше һәм яҙылышы.
3
16-22.09
Танышыу. Һинең исемең кем? ң өн-хәрефенең әйтелеше һәм яҙылышы.
4
23-29.09
Танышыу. Һинең исемең кем? ң өн-хәрефенең әйтелеше һәм яҙылышы.
5
30.09-06.10
Танышыу. Һин ҡайҙа йәшәйһең? Ҙ өн-хәрефенең әйтелеше һәм яҙылышы.
6
07-14.10
Танышыу. Һин ҡайҙа йәшәйһең? Ү өн-хәрефенең әйтелеше һәм яҙылышы.
7
17-21.10
Һиңә нисә йәш? Ҡ өн-хәрефенең әйтелеше һәм яҙылышы.
Был мин – 3 с
8
24-28.10
Тән өлөштәре. Эйәлек ялғауҙары. Зат алмаштары.
9
31.10-09.11
Тән өлөштәре. Эйәлек ялғауҙары. Зат алмаштары.
10
10-16.11
Был мин. Ауырта, ауыртмай. Ғ өн-хәрефенең әйтелеше һәм яҙылышы.
Минең ғаиләм – 2с
11
17-23.11
Минең ғаиләм. Эйәлек ялғауҙары. Зат алмаштары.
12
24-30.11
Минең ғаиләм. Бармы? Нимә эшләй? һорауҙары. Ө өн-хәрефенең әйтелеше һәм яҙылышы.
Мин нимә яратам – 6 с
13
01-07.12
Нимә менән? ҫ өн-хәрефенең әйтелеше һәм яҙылышы. Менән һүҙен практик ҡулланыу.
14
08-14.12
Төшкө аш. Ф.Туғыҙбаева «Сәй эсеү». Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.
15
15-21.12
Мин нимә яратам? Нимә менән? Күсереп яҙыу. Урман докторы.
16
22-28.12
Мин нимә яратам? Нимә менән? Мәктәп ниндәй? Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылымдарҙың 1-се зат күплек ялғауы
17
29.12-18.01
Мин нимә яратам? Нимә менән? Класс ниндәй?
18
19-25.01
Мин нимә яратам? Ҡабатлау
Минең мәктәбем – 1с
19
26.01-01.02
Минең мәктәбем. Мәктәп ниндәй?
Минең класым-1с
20
02-08.02
Минең класым. Класс ниндәй? Килеш ялғауҙары.(төбәү һәм сығанаҡ килештәре)
Мин мәктәпкә йыйынам – 1с
21
09-15.02
Мин мәктәпкә йыйынам. Кемдеке? Һүҙ төркөмө булараҡ – хәбәр.
Мин уҡыусы – 1с
22
16-22.02
Мин уҡыусы. Нисек? Һүҙ төркөмө булараҡ - хәбәр
Мин дәрестә- 2с.
23
24.02-02.03
Мин дәрестә. Ҡайҙа? Ҡабатлау.
24
03-10.03
Мин дәрестә. Ҡайҙа? Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Эйәлек алмаштары
Мин дәрестән сыҡтым – 3с.
25
13-17.03
Мин дәрестән сыҡтым. Нимә эшләйем? Күплек ялғауҙары. “Миңә нимә кәрәк?” һорауы.
26
20-24.03
Мин дәрестән сыҡтым. Нимә эшләйем? Зат ялғауҙары.
27
03-07.04
Мин дәрестән сыҡтым. Нимә эшләйем?
Минең кескәй дуҫтарым- 2с
28
10-14.04
Йорт хайуандары. Был нимә?
29
17-21.04
Йорт хайуандары. Ниндәй?
Минең уйынсыҡтарым – 4с
30
24-28.04
Минең уйынсыҡтарым. Нимә? Нимәләр?
31
2-10.05
Минең уйынсыҡтарым. Нимә эшлйбеҙ?
32
11-17.05
Минең уйынсыҡтарым. Ниндәй?
33
18-24.05
Минең уйынсыҡтарым. Нимә эшләмә?
Мин уйнарға яратам-2с
34
25-31.05
Мин уйнарға яратам. Контроль күсереү. Йәй.
35
Хаталар өҫтөндә эш. Нимәгә? Ф.Туғыҙбаева «Баш ҡала шундай матур». Башҡорт өн –хәрефтәрен ҡабатлау.