Муниципаль дөйөм белем биреү автономия учреждениеһы
“1-се дөйөм белем биреү урта мәктәбе”
Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡала округы
“Аҙ ғына дәресем бар ҡыш ваҡытты,
Китап ҡарау ғәҙәтебеҙ уш ваҡытта,
Беҙҙән дә белем ишеге бикләнгәне юҡ,
Аңлайбыҙ кәйеф килгән хуш ваҡытта.”
исемле инша
Низамова Алинаның,
9а класс уҡыусыһының эше
Етәксеһе:башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ғалиева Гүзәлия Нурлыхан ҡыҙы
Ағиҙел-2016
Аҡмулла- XIX быуат башҡорт әҙәбиәтендә иң билдәле мәғрифәтсе шағирҙарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта яҡтылыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылыусы мөғәллим сифатында ла улғәйәт яҡты эҙ ҡалдырған. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының мәғариф тарихында уның исеме балаларҙы туған телдә уҡытыуҙы ғәмәлдә хәл итеүсе эшмәкәр булараҡ та әһәмиәтле урын алған.
Аҡмулла тик башҡорт ерлегендә генә күтәрелеп сыҡҡан шағир түгел. Башҡорттар араһында башҡортса шиғыр, ҡобайыр әйткән, ҡаҙаҡтар араһында өлән сығарған. Башҡорттар уны сәсән телле шағир итеп һанаған, ҡаҙаҡтар аҡын итеп таныған.
Аҡмулланың шиғриәте бик күп яҡлы. Уның шиғырҙары бай йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле булыуҙары менән айырылып тора. Күп ер-һыу кисеп, күп кешеләр күреп, уның донъяла барған хәлдәргә ҡарата үҙ ҡарашы формалаша. Аҡмулла ни тураһында ғына яҙмаһын, уның төп иғтибары һәр саҡ әхлаҡ, ғилем, мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡайтып ҡала.
“Аҙ ғына дәресем бар ҡыш ваҡытты,
Китап ҡарау ғәҙәтебеҙ буш ваҡытта,
Беҙҙән дә белем ишеге бикләнгәне юҡ,
Аңлайбыҙ кәйеф килгән хуш ваҡытта- ошо шиғырында Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары сағылған- ул уҡырға, белем алырға саҡыра. Аҡмулла үҙенең әҫәрҙәрендә кешене яҡшылыҡ өлгөһөндә тәрбиә итеүҙе, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләрен алғы планға ҡуя. Яҡшы холоҡ, әҙәплелек, аҡыллылыҡ ҡына кешене кеше итә,һәйбәт, бәхетле йәшәүгә илтә ала, тип иҫәпләй ул.
Аҡмулла аҡылы, Аҡмулла һабаҡтары беҙҙең өсөн, беренсенән, башҡорт шиғриәтенең бүтән халыҡтарҙы ла таң ҡалдырырлыҡ юғары ҡаҙанышлы, классик өлгөһө булһа, икенсенән, ул-беҙҙең милли мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө, ысын мәғәнәһендә тормош һабағы, әҙәм балаларының яралы күңеленә йыу һәм таяныс.
Шулай итеп, Аҡмулла- үҙе бер ҙур поэтик мәктәп барлыҡҡа килтергән шағир. Һәр юлы, һәр строфаһы үҙе бер мәҡәл, афоризм булып яңғырарлыҡ шиғри гәүһәрҙәре менән, Көнсығыш классикаһы, халыҡтың быуаттар төпкөлөнән килгән гүзәл поэтик традицияларынан һутланып үҫеп сыҡҡан ҡабатланмаҫ ижады менән ул башҡорт әҙәбиәте тарихында иң лайыҡлы урындарҙың береһен алып торорлоҡ поэтик һәйкәл ҡалдырҙы.
Аҡмулла исеме быуаттар дауамында халыҡ хәтерендә һаҡлана һәм һаҡланасаҡ.
Аҡмулла шиғырҙары бөгөнгө көндә лә халҡыбыҙҙы яңылыҡҡа ынтылырға, белем үрҙәрен яуларға өндәй. Был, әлбиттә, шағир ижадының бөйөклөгө тураһында һөйләй.
Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение
«Средняя общеобразовательная школа №1»
городского округа город Агидель Республики Башкортостан
сочинение на тему:
“Аҙ ғына дәресем бар ҡыш ваҡытты,
Китап ҡарау ғәҙәтебеҙ уш ваҡытта,
Беҙҙән дә белем ишеге бикләнгәне юҡ,
Аңлайбыҙ кәйеф килгән хуш ваҡытта.”
Работа Низамовой Алины, ученицы 9а класса
Под руководством учителя башкирского языка и литературы
Галиевой Гузалии Нурлыхановны
Агидель- 2016