6 класта башҡорт дәүләт теле дәресе
Тема: Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар
Маҡсат: Уҡыусыларҙың башҡорт теленән һүҙлек байлығын арттырыу, телмәрҙәрен үҫтереүҙе дауам итеү, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәренең (ҡ,ғ) дөрөҫ әйтелешен булдырыу; ҡылымдың үткән заманы, уның юҡлыҡ формаһын ғәмәли үҙләштереү, дөрөҫ яҙыу күнекмәләре өҫтөндә эшләү; тәбиғәттең гүзәл йән эйәләре ҡоштар тураһында хәстәрлек тураһында һөйләшеү.
Йыһазландырыу: Ҡышҡы урман, ҡышлаусы ҡоштар һүрәттәре, компьютер, проектор, мультимедиа презентацияһы, һүҙлек һүҙҙәре яҙылған плакат, үҙаллы эшләү өсөн карточкалар, дәреслек.
Дәрес барышы.
Ойоштороу мәле.
– Һаумыһығыҙ, балалар.
Маҡсатты әйтеү.
1-се слайд.
Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән ҡышҡы урманға экскурсияға барып килербеҙ. Унда ҡышын ҡоштар нисек йәшәүен күҙәтербеҙ, яңы һүҙҙәр өйрәнербеҙ.
III. Артикуляцион күнегеүҙәр. (Таҡтаға орфоэпик күнегеү өсөн карточка эленә.)
Әйҙәгеҙ, урманға сығыр алдынан тел шымартып алайыҡ.
2-се слайд
Ҡыш булғас, ҡар яуғас, Бар ағас яланғас.
Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.
- Афарин.
IV. Яңы материалды үҙләштереү.
Дәфтәрҙәрҙә числоны, көндө, дәрестең темаһын яҙыу.
Тәржемә диктанты. (Башҡортса әйтәм, балалар русса яҙа.)
Ҡыш, урман, көн һыуыҡ, тау, аҡ ҡар яуа, буранлы көн, ҡышты яратам, саф һауа.
1) Һүҙлек менән эш.
Урманға килгәс, ҡоштарҙы күргәс,уларҙы танырбыҙмы, исемдәрен дөрөҫ әйтә белербеҙме икән?
3-сө-8-се слайдтар (тумыртҡа, турғай, ҡыҙылтүш, ҡарға, ҡарабаш турғай, тағараҡ) менән эшләү.
9-сы слайд - уҡыусыларҙан ҡабатлатыу, һүҙлек һүҙҙәрен дәфтәргә яҙыу.
ҡышлаусы ҡоштар - зимующие птицы тумыртҡа – дятел
турғай- воробей
ҡыҙылтүш – снегирь
ҡарға - ворона
ҡарабаш турғай – синица
тағараҡ - кормушка
ауыр – трудно
асыға - голодают
ашатығыҙ – покормите
Яңы һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөтөү.
“Ҡышҡы урман” һүрәте эленә.
«Ҡышҡы урман» һүрәте буйынса эш.
2) Әңгәмә. Бына беҙ урманда. Матурмы урман? Оҡшаймы? Ҡар ниндәй? Нимәләр бар бында?
- Эйе, урманда бик матур. Һауа ла саф. Ағастарҙа ап-аҡ ҡар ята. Был матурлыҡҡа, илаһи гүзәллеккә күңел шатлана. Ниндәй матур итеп ҡар яуа.
Ошо турала шиғыр тыңлайыҡ әле.
Ҡар яуа.
Ҡар яуа, Ҡар яуа,
Ҡар яуа, Ҡар яуа,
Ҡарға тулған Өҫтөбөҙгә
Бар һауа. Күк ауа!
Йомшаҡ ҡарҙы - Ҡар яуа,
Ынйыларҙы Ҡар яуа,
Өҫтөбөҙгә Йәнгә сихәт
Түк, һауа! Һәм дауа.
Ана, тыңлағыҙ, ҡоштар ҙа һайрай. (Ҡош тауыштарын тыңлайбыҙ.)
Ә быныһы ниндәй ҡош? (Тумыртҡа шыҡырлауы ишетелә. Фонограмма тыңлайбыҙ.)
- Тумыртҡа икән.
Ҡарағыҙ әле, беҙгә кемдер ҡар өҫтөнә ҡалдырған. Уҡыйыҡ әле.
Таҡтаға плакат эленә.
«Һыуыҡ ҡыш килде. Беҙҙең урманда ҡоштар асыға. Уларҙы ашатығыҙ.»
(Тәржемә итеү һәм әңгәмә үткәреү.)
- Ҡоштар – тәбиғәттең ғәжәпләндергес бер бүләге. Улар үҙҙәренең төрлө тауыштары менән тирә-йүнде йәнләндерә, тормошто биҙәй. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтар башланһа, ҡанатлы дуҫтарыбыҙға бик ауырға тура киләсәк. Бигерәк тә буранлы көндәрҙә ағас ботаҡтарын ҡар ҡаплағанда, сатлама һыуыҡтарҙа, ҡоштар һыуыҡтан түгел, астан үлә. Ун ҡоштоң береһе генә яҙға ҡәҙәр иҫән ҡала. Бына шуға ла ҡоштарға кешеләр ярҙамға килә. Улар тағараҡтар яһай, тағараҡтарға икмәк валсыҡтары, ярма, төрлө орлоҡтар һала.
Беҙ бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙе уратып алған тәбиғәткә, шул иҫәптән ҡоштарға ла һаҡсыл булырға, уларҙы яратырға һәм һаҡларға бурыслыбыҙ.
Ә нисек ярҙам итеү тураһында һеҙгә иптәшегеҙ һөйләр.
Бер уҡыусы шиғыр уҡый.
Ҡышҡы урманда.
Ҡанатлы дуҫтар
Һағынып көткән.
Тағараҡтарҙа
Емдәре бөткән.
Ҡоштарыбыҙға
Өҫтәп ем һалдыҡ.
Улар шатланып,
Һырып уҡ алды.
Күңелле икән
Ҡышҡы урманда.
Дуҫтар ҡыуанып
Көтөп торғанда.
3) Карточкалар менән үҙаллы эш.
Һыуыҡ (зима) етте. Бөтә ерҙе мамыҡ кеүек ап-аҡ (снег) ҡапланы. (Медведь) йоҡлай.
(Дятел) урманда йәшәй. Ул - (красивая птица). (Дятел) ағастағы бөжәктәрҙе (ест).
(Птицы) – беҙҙең (друзья). Улар (зимой) асыға. Ҡоштарҙы (покормите).
Ә хәҙер дәфтәрҙәребеҙҙе алмаштырып бер-беребеҙҙе тикшереп алайыҡ.
4) Дәреслек менән эшләү.
- Уҡыусылар, ҡоштарға ҡыш нисек ярҙам итеү тураһында белемебеҙҙе тағы ла нығытып алайыҡ.
70-се бит, 186-сы күнегеү. (Таҡтаға яҙып ҡуям.)
Тексты уҡыйым, уҡыусылар менән тәржемә итәбеҙ.
Сылбырлы уҡыу.
5) Ҡағиҙәне аңлатыу.Үткән замандың юҡлыҡ формаһы. Отрицательная форма прошедшего времени.
Таҡтала аңлатып бирәм, уҡыусылар менән таҡтала, дәфтәрҙә үтәйбеҙ.
Бар – барма – барманы
яҙ – яҙма – яҙманы
уҡы -
ашат –
ос -
Һөйләмдәр төҙөтөү.
6)“Тауға менеү” уйыны. Уҡыусылар, урмандан беҙ тау аша ҡайтабыҙ. Тау аҫтындағы юлда ятҡан ағасҡа тумыртҡа суҡышы менән соҡоп һүҙҙәр яҙған. Күрәһең, беҙҙе тикшереп ҡарарға уйлаған.
Бында беҙгә һүҙҙәрҙең һуңғы ижектәрен яҙырға кәрәк икән. Беҙ тумыртҡаға яуаптарҙы ҡарҙа яҙып китәйек. (Таҡтала эшләү.)
9-сы слайд.
ҡоштарҙы ашаты... ҡоштар ас...
ҡышлау.. ҡоштар
көндәр һы...
ҡышҡы ур...
- Афарин.
V. Йомғаҡлау.
- Уҡыусылар, беҙҙең урманға экскурсиябыҙ тамам. Һеҙгә экскурсия оҡшанымы? Унда беҙ ниндәй ҡоштар менән осраштыҡ?
9-сы слайд. Дәрестә үтелгән һүҙҙәрҙе ҡабатлау.
- Ҡоштар беҙҙән нимә көтә? Ҡоштарға нисек ярҙам итер инегеҙ?
VI. Өйгә эш биреү.
Бирелгән һүҙҙәрҙе ятлап килегеҙ. Бөгөнгө темаға һүрәт төшөрөп, һүрәтегеҙ буйынса һөйләргә әҙерләнегеҙ.
VII. Баһалар ҡуйыу.