Разработка урока в 5 классе на тему Нугуман Мусин

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Башҡортостан Республикаһы

Мәғариф министрлығы

Тәтешле районы муниципаль районы

Үрге Тәтешле муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы








5-се класта башҡорт әҙәбиәтенән

дәрес өлгөһө

Тема: Ноғман МусинАтайымдың ос һәнәге











Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мулланурова А.Ф.















Үрге Тәтешле – 2016

Министерство образования

Республики Башкортостан

Муниципальный район Татышлинский район

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа № 1 с.Верхние Татышлы

муниципального района Татышлинский район

Республики Башкортостан









Урок

по башкирской литературе

в 5 классе

Тема: Нугуман Мусин «Атайымдың ос һәнәге»











Составила : учитель башкирского языка и литературы Мулланурова А.Ф.










с.Верхние Татышлы – 2016

Тема: Ноғман Мусиндың «Атайымдың ос һәнәге» хикәйәһе буйынса дәрес-сәйәхәт. ( 5- се класс өсөн)

Маҡсаттар:

  • Н. Мусин ижады буйынса белгәндәрҙе тулылындырыу, системаға һалыу.

  • Уҡыусыларҙың үҙ позицияларын, фекерен белдереүен ҡабул итеү, хуплау һәм уларҙы аныҡ әйтеп бирергә өйрәтеү.

  • Тыуған яҡтың тарихы , үткәне, яҙыусылары һәм уларҙың ижадтары менән ҡыҙыҡһындырыу.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет буйынса:

1.Н. Мусин ижады буйынса белгәндәрҙе тулыландырыу.

2.Уҡыу һәм һөйләү телмәрен, фекер йөрөтөү һәләттәрен үҫтереү.

3.Логик фекерләүҙе үҫтереү.

Метапредмет:

1.Башҡортостандың, халҡыбыҙҙың тарихы, үткән тормошо тураһында белемдәрҙе арттырыу.

Шәхсән:

1.Белем алыуҙа төрлө сығанаҡтар ҡулланыу.

2.Парҙарҙа, төркөмдәрҙә эшләргә өйрәнеү.

3.Хикәйәләр уҡыуға теләк уятыу.

Метапредмет бәйләнеш:

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәресе

Йыһаҙлау: 5 – се класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге(Хажин В.И., Вилданов Ә.Х.), 5-11 – се кластар өсөн электрон дәреслек, компьютер, проектор, башҡорттарҙың тормошо һүрәтләнгән картиналар, өс йәпле һәнәк.

Дәрес барышы

Мотивлаштырыу. Ыңғай психологик һәләт тыуҙырыу. Балаларҙа яҡшы кәйеф, эш һәләте тыуҙырыу.

  • Хәйерле иртә балалар! Был иртәне яҡшы кәйефтәр менән башлаһаҡ, көнөбөҙ шулай дауам итер. Бер- беребеҙгә йылмайып алайыҡ, бер- беребеҙҙе яңы көн менән ҡотлайыҡ.

Маҡсатҡа сығыу.

Слайд 1. Ноғман Мусин портреты.

  • Уҡыусылар һеҙҙең алдығыҙҙа Ноғман Мусин исемле яҙыусы. Ул хикәйәләр, повестар, романдар ижад итә. Беҙ бөгөн уның «Атайымдың ос һәнәге» исемле хикәйәһенә сәйәхәт итәсәкбеҙ.

  • Алдығыҙҙа ятҡан карточкаларға иғтибар итегеҙ. Унда яҙылған һөйләмде уҡығыҙ («Ҡомартҡыны һатып алып булмай уны» - тине Йәноҙаҡ бабай.)

Уҡытыусы һорау бирә, балалар яуаптарҙы дәфтәргә яҙалар:

  • Мин һеҙгә был карточкаларҙы ни өсөн тапшырҙым?

(Уҡыусылар дәфтәрҙәренә яуаптар яҙалар)

Яңы материалды үҙләштереүгә теләк булдырыу.

  • Нимә һуң ул ҡомартҡы?

  • Һеҙҙең алдығыҙҙа ниндәй предмет? (ос һәнәге)

  • Кемдәр һәм ҡасан яһаған уны?

  • Һеҙҙең был предмет менән ҡулланғанығыҙ бармы?

Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.

  • Дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ?

  • Нимәләр тураһында белербеҙ?

Датаны һәм теманы яҙҙырыу.

Слайд 2. Н. Мусиндың биографик белешмәһе. (Уҡытыусы уҡыусыларҙы яҙыусының тормош юлы менән ҡыҫҡаса таныштыра).

Төп темаға күсеү. ( Уҡыусылар хикәйә менән өйҙә танышалар)

Парҙарҙа эшләү.

Һәр партаға (4 уҡыусы) текст яҙылған карточкалар бирелә ( геройҙар йәшәгән осорҙо һүрәтләгән бүлектәр). Карточкалар менән танышҡас, улар бер – береһенә һорау бирәләр. Һәр- бер дөрөҫ яуап биргән өҫтәлгә жетон бирелә.

Ял минуты.

Үтелгәнде нығытыу. Әҫәрҙе ни өсөн хикәйә жанрына ҡарағанын асыҡлау, хикәйә элементтарын эҙләү.

  • Герой яҙмышында нисә ваҡиға тасуирлана?

  • Хикәйәлә нисә персонаж?

  • Күпме ваҡыт арауығын ала?

Уҡыусылыр үҙҙәре хикәйә төшөнсәһен барлыҡҡа килтергәс, уны дәфтәрҙәргә яҙҙыртыу.

  • Эйе уҡыусылар был проза әҫәре хикәйә тип атала. Беҙ уның элементтарын күрҙек. Әммә был хикәйә булһа ла, күләме яғынан шаҡтай ҙур ғына. Әҫәр бик мауыҡтырғыс. Ноғман Мусин хикәйә оҫтаһы икәненә беҙ төшөндөк.

  • Ул әҫәрендә нимә әйтергә теләгән?

  • Малайға атаһынан ниндәй ҡомартҡы ҡалған?

  • Ата – бабаларҙан беҙгә ниндәй ҡомартҡылыр ҡалған?

  • Беҙ уларҙың ҡәҙерен беләбеҙме?

  • Н. Мусинға ниндәй кешеләрҙең тормошон һүрәтләү оҡшай?

  • Ни өсөн хикәйә шулай исемләнгән?

Һорауҙарға яуап биреү һәм дәрескә һығымта яһау.

Рефлексия. Уҡыусылар смайликтар ярҙамында дәрескә мөнәсәбәттәрен күрһәтәләр. Уҡытыусы уларҙың яуаптарын баһалай.

Өй эштәре тапшырыу. (3 кимәлдә)

  1. Уҡылған хикәйә буйынса һүрәт төшөрөргә.

  2. «Бабайым ҡомартҡыһы» тигән бәләкәй хикәйә төҙөп яҙырға.

  3. «Халыҡ яҙыусыһы Н. Мусин» тигән белешмә яҙырға.