КӨҘ - ХЕҘМӘТ ҺӘМ БАЙЛЫҠ МИҘГЕЛЕ

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...




БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

БАЛАҠАТАЙ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ

ҠАРЛЫХАН АУЫЛЫ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ












Тема:

Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле

(З.Биишеваның “Көҙгө ямғыр” шиғырын өйрәнеү)


Урыҫ мәктәбенең 8 класында туған тел һәм әҙәбиәт дәресе











Төҙөнө: I категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәхийәнова Нуриза Нуретдин ҡыҙы







2012 йыл

МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА С.КАРЛЫХАНОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БЕЛОКАТАЙСКИЙ РАЙОН













Тема:

ОСЕНЬ –

ПОРА БЛАГОДАТНАЯ


(Изучение стихотворения З.Биишевой “Осенний дождь”)


Урок родного (башкирского) языка и литературы

в 8 классе русскоязычной школы







Составила: учитель башкирского языка и литературы Махиянова Нуриза Нуретдиновна,

учитель I категории






2012 год

Тема: Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле (З.Биишеваның “Көҙгө ямғыр” шиғырын өйрәнеү).



Маҡсат: 1) Зәйнәб Биишеваның тормош юлы менән таныштырыу, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү;

2) уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, телмәрҙәрен үҫтереү, үҙ фекерҙәрен әйтә белергә өйрәтеү, уҡыусыларҙың тасуири уҡыу, үҙ аллы эшләү һәм һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.
Шиғыр
ҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу, телен өйрәнеү;

3) туған телгә, Тыуған еребеҙ Башҡортостанға, уның тәбиғәтенә, хеҙмәтсән халҡына һөйөү, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Биографиялы плакат, З.Биишеваның портреты, компьютер, мультимедиа проекторы, экран, З.Биишева ижадына арналған презентация.


Дәреслек: Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2011 – 288 бит, 31-се бит.



Дәрес барышы:


  1. Ойоштороу моменты.

- Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ! Башҡорт теле дәресен башлайыҡ.

Дежур менән һөйләшеү.

Дәрестә ыңғай психологик комфорт тыуҙырыу.

- Бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, яҡшы теләктәр теләйек.

-Хәйерле көн! Уңыштар һеҙгә!

II.Ситуация тыуҙырыу. Маҡсат ҡуйыу.

Экранға шиғырҙан өҙөк сыға.

Әле ҡойоп ямғыр яуа,

Әле hалҡын ҡар төшә.

Өҙөлмәҫкә теләп, япраҡ

Елдәр менән тартыша.

Ринат Шакир.

  • Ниндәй йыл миҙгеле хаҡында был шиғыр? (Көҙ)

- Эйе, беҙ бөгөн көҙ тураһында һөйләшеү алып барасаҡбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Көҙгө ямғыр” шиғыры менән танышасаҡбыҙ.

Уҡыусылар число hәм дәрес темаhын дәфтәрҙәренә яҙып ҡуялар.

     III. Яңы материал менән таныштырыу.

а) Тормош юлын иҫкә төшөрөү, яңы мәғлүмәт биреү.

- Кем ул Зәйнәб Биишева? Алдағы кластарҙа ниндәй әҫәрҙәре менән танышҡайныҡ? (“Йәшәү - хеҙмәт” шиғыры, “Дуҫ булайыҡ” повесынан өҙөк, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте).

Тыуған республикабыҙҙың, Рәсәйҙең төрлө тарафтарында йәшәгән күп һанлы уҡыусыларының күңелендә мәңгегә урын алған Зәйнәб Биишева - башҡорт әҙәбиәтенең һәм йәмғиәтебеҙҙең оло шәхестәренең береһе. Туған телебеҙҙең матурлығын, бай, гүзәл Башҡортостан тәбиғәтенең бар йәмен, халҡыбыҙҙың баҫалҡы һәм сәмле матурлығын бөтә донъяға бүләк итте ул. Зәйнәб Биишева ул ысын-ысындан халыҡ һөйөүен яулаған ҡәләм оҫтаһы, халыҡ яҙыусыһы.

Презентация слайдтары аша тормош юлына, ижадына бәйле мәғлүмәттәр биреү (слайдтарҙы күрһәтеү), биографияһы, ижады тураһындағы баҫма плакаттағы материал менән таныштырыу.

Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. 1911 йылда атаһы үлеп китә. Зәйнәбтең бала сағы Исем ауылында үтә, шунда асылған мәктәпкә уҡырға төшә. Ләкин тормош ауырлығы арҡаһында дүртенсе класты тик 1924 йылда ғына тамамлай. Зәйнәб Биишеваны шул уҡ йылдың йәйендә Ырымбур өлкәһенең Ташлы ауылына әҙерлек курстарына уҡырға ебәрәләр, шунан Ырымбурға Башҡорт педагогия техникумына күсерәләр. Ул техникумды уңышлы тамамлап сыға.

Зәйнәб Биишева 1929-1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй.

Ул дөйөм уҡыу индереү, колхоз төҙөү эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

1934-1938 йылдарҙа Мәсетле һәм Салауат район газеталарында эшләй.

1938-1941 йылдарҙа Башҡортостан радиокомитетында эшләй.

1942 йылда «Партизан малай» исемле тәүге китабы баҫыла.

Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөлъямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа.

Иң билдәле ижад емеше булған «Яҡтыға» трилогияһына өс романы ингән: «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш» романдары.

З.Биишева — тәржемәсе лә. Ул А.Гайдарҙың “Тимур һәм уның командаһы”, Н.Гоголдең ”Тарас Бульба” һ.б әҫәрҙәрҙе башҡорт теленә тәржемә иткән.

Яҙыусы [link] Суфиян Поварисов. Башҡорттоң баллы һүҙе (З.Биишева  әҫәрҙәрендә тел байлығы)/ “Ағиҙел” журналы, 2012 йыл, №1, 141-146-сы биттәр/

  • Г.Исхакова. Һоҡланғыс образлы әҙибә/“Йәйғор” Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты гәзите. 24 март 2011 йыл, №2 (16)/

  • Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2011 – 288 бит, 31-се бит.

  • Зәйнәб Биишева. Жизнь и творчество. Фотоальбом (на башкирском и русском языках). Уфа: Китап, 2009. - 256 с.

  • Башҡорт теленең һүҙлеге: Ике томда/Россия Фәндәр Академияһы. Башҡортостан ғилми үҙәге, тел һәм әҙәбиәт институты. - .: Рус.яз., 1993.










  •