[pic]
Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ,
Әсәйгә дан йырлайыҡ!
(Өлкән төркөмдә Әсә көнөнә арналған иртәлек сценарийы)
Музыкаль етәксе:
Алсынова ИльгизаМирхатовна
2016 йыл
Максаты: Балаларға Халыҡ-ара “Әсә көнө” байрамы тураһында мәғлүмәт биреү, беҙгә иң ғәзиз, ҡәҙерле кеше барлығын төшөндөрөү; балаларҙың шиғырҙар, йырҙар аша иҗади һәләттәрен, телмәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.
Сара барышы:
Бөгөн әсәйҙәр байрамы
Бөгөн ерҙә тантана
Ҡояш шуға көлә бөгөн,
Гөлдәр шуға шатлана
Әсәйҙәрҙең байрамына
Ҡыуана улар шулай
Әсәйҙәрҙе ҡотлай бөгөн
Ерҙә бөтә балалар
Зал байрамса зауыҡлы биҙәлгән. Балалар йөрәк шарҙарын тотоп бейеп инәләр.
Танец «Мама дорогая »
Беренсе Алып барыусы:
Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.
Күрешеү бит шулай башлана
Һеҙҙең менән осрашҡанға
Күңелебеҙ шундай шатлана.
Икенсе алып барыусы;
Хәйерле көн, хөрмәтле әсәйҙәр!
Барығыҙға - ҡартығыҙға, олоғоҙға, йәшегеҙгә, кесегеҙгә!
Хеҙмәт һөйгән, эштә уңған
Йыр йырларға, көй көйләргә оҫта булған әсәйҙәргә
Барыбыҙҙан ҡайнар сәләм!
Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ,ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ, изге байрамығыҙ менән һеҙҙе һәм үҙебеҙҙе ҡайнар ҡотлайбыҙ!!
Беренсе Алып барыусы:
Балалар! Тыңлағыҙ әле, йомаҡ әйтәм!
Кем йоҡонан тора иртә,
Бешерә тәмле бутҡа,
Кем беҙҙе иркәләп һөйөп
Йоҡобоҙҙан уята
Матур итеп кейендереп
Баҡсабыҙға оҙата?!
Балалар: ӘСӘЙ!
Икенсе алып барыусы;
-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡәҙерле кешебеҙҙе ҡотлап, уларға матур ял - байрам ойошторорға йыйылдыҡ. Әйҙәгеҙ әле, әсәйҙәрҙе хөрмәтләп,яратып йыр ҙа башҡарайыҡ.
“Әсәйем,әсәйем ” йыры яңғырай.
(Йырҙан һуң балалар урындарына ултыралар)
Әсәй, һинең изгелекте
Йән түрендә һаҡлайбыҙ.
Бөгөн – Әсәйҙәр көнө
Байрам менән ҡотлайбыҙ.
Төн йоҡоңдо ҡалдырып,
Тәрбиәләп үҫтерҙең.
Тормош юлын үтер өсөн
Ҡаҡшамаҫлыҡ көс бирҙең.
Өҫ-башымды ҡарайһың,
Ҡурсалайһың һалҡындан.
Ҡош балаһы шикелле
Һәр саҡ һиңә талпынам.
Йоҡонан уятаһың,
Сәстәремдән иркәләп.
Көн болотло булһа ла,
Балҡып тора иртәләр.
Бөтә кеше хөрмәт итә
Яуаплыһың эшеңә.
Күпме мәшәҡәт төшә
Көн дә әсәй кешегә!
Ауырыһам – дауалай
Күңел төшһә, күтәрә.
Шатлығымды, ҡайғымды
Йөрәгенән үткәрә.
Бергә:
Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ,
Әсәйгә дан йырлайыҡ!
Сәхнәгә Әсә сыға.
Әсә:
Әсәләрҙең изге йөрәктәре,
Һеҙ тип тибә, ғәзиз балалар.
Илебеҙҙә тыныс тормош булһын,
Имен атһын һәр көн иртәләр.
Тик яҡшылыҡ һеҙгә юлдаш булһын,
Хәтер һандығына – аманат.
Йәйғор кеүек балҡырмын мин,
Урап үтһә һеҙҙе яманат!
Балалар әсә менән етәкләшеп сығып китәләр.
(Балалар ултыралар)
Беренсе Алып барыусы:–
Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!
Донья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Шиғыр ятлайҙар:
Икенсе алып барыусы;
Афарин, Рәмилә, әсәһенә бер эш тә ҡалдырмаған. Ысынлап та, әсәйҙәрҙең эше бик күп – улар бит донъя тотҡаһы. Балаларҙы тәрбиәләргә кәрәк, ашарға бешерергә, йыуырға, таҙартырға – һанап бөткөһөҙ мәшәҡәттәр – барыһы ла әсәйҙәр иңендә. Балалар, ә һеҙ әсәйҙәргә ярҙам итәһегеҙме? Нисек?(Бер нисә бала тороп яуап бирә) Бик яҡшы. Беләһегеҙме, әсәйҙәрегеҙҙең һеҙҙән башҡа тағы ла бик ҙур ярҙамсылары бар
Икенсе алып барыусы;
Бәләкәй генә булһаҡ та,
Беҙ шатлыҡ таратабыҙ.
Тирә-яҡты яңғыратып
Йырларға яратабыҙ –
Тиҙәр беҙҙең ҡыҙҙар.
Ҡыҙҙар башҡарыында йыр Әсәйгә ярҙам итәм
(Бер малай сығып шиғыр ятлай)
Саңдарҙы һөртөп сыҡтым,
ҡоҙоҡтан һыу килтерҙем
Әсәй эштән ҡайтҡанса тип,
бөтөн эште бөтөрҙөм
Бүлмәләрҙе йыйыштырҙым,
бар ер ялт итһен әле!
Үзенең байрамында,
бер әсәй ял итһен әле!
(Бөтә малайҙар йүгереп сығып теҙелеп торалар)
« Генеральная уборка»
Беренсе алып барыусы: Афарин,малайҙар!Хәҙер беҙҙең балалар әҙерәк ял итеп алһындар. Ә әсәйҙәр ултырып арып киткәндер, әйҙәгеҙ 2 әсәйҙе уйынға саҡырайыҡ.
Уйын « Ашарға бешереү,иҙән һепереү,бала ҡарау»
Икенсе алып барыусы; Бына шундай егәрле,уңған беҙҙең әсәйҙәр.Ә хәҙер мин ҡыҙҙарҙы,буласаҡ хужабикэләрҙе саҡырам,уйын уйнап алырға.
Уйын “Ҡоймаҡ ҡойоу”
Ике команда ҡатнаша. Балаларҙың ҡулына уйынсыҡ таба тотторола. Кемуҙарҙан йүгереп өҫтәл эргәһенә баралар, ҡағыҙҙан ҡырҡылған “ҡоймаҡ”ты табаға һалып, кире урындарына йүгерәләр, башҡаларға табаны тапшыралар. Ҡағыҙ “ҡоймаҡ” осоп ҡалмаҫҡа тейеш. Ҡайһы команда тиҙерәк ҡоймаҡты ташып бөтә.
Беренсе алып барыусы:
“Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,
Әсәйҙе хөрмәт ит - шуны бел:
Әсәй өйҙә булһа, бик рәхәт
Әйтәйек уларға: мең рәхмәт! (бүләк биреү)
(Бүләк тапшырғандан һуң,парлы бейеүгә теҙелеү)
Икенсе алып барыусы;
Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең
Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ.
Шат, күңелле бейеүҙе
Һеҙгә тип әҙерләнек.
«Парлы бейеү»
Йомғаҡлау.
Беренсе алып барыусы:
Балалар, бөгөн беҙгә кемдәр ҡунаҡҡа килде, байрамыбыҙ кемгә арналды? Эйе, ҡарағаҙ әле, әсәйҙәрегеҙ ихлас йылмайып, һеҙгә ҡарап ҡыуанып ултыралар. Улар һәр саҡ шулай яҡшы кәйефтә, матур булһын, ҡартаймаһындар өсөн әсәйҙәрҙе тыңларға, көйҙөрмәҫкә, ҡайғыртмаҫҡа, һәр эштәрендә ярҙам итергә кәрәк. Килештекме?
-Икенсе алып барыусы;
Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә
Уларғалыр бөтә ауырлыҡ
Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан
Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.
Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр
Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.
Беҙҙең “Әсәләр көнө”нә арналған иртәлек тамам, ә байрам тәмле сәй табыны артында дуам итә! Рәхим итегеҙ!