Рабочая программа по башкирскому языку 2 класс

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...



Аңлатма яҙыу


Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

Төҙөүселәре Ишкильдина Рәзинә Сулпан ҡыҙы

Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2008.

Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

  1. Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.

  2. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт( дәүләт) теле һәм туған( башҡорт) тел буйынса берҙәм талаптар. (Протокол №4. 13 ғинуар 2010 йыл).

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2008.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «16–сы Гимназия» муниципаль автономлы дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.

  2. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).

  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).

Маҡсаттар һәм бурыстар.

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 2-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

  1. 1-се класта өйрәнелмәү сәбәпле материалдарҙы бергә ҡушып,бәйләп бирелеү ҡарала.

  2. Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

  3. Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

  4. Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.

  5. Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.

  6. Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.

  7. Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.

  8. Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.


  • Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

  • шәхси үҫеш кимәле;

  • метапредмет кимәле;

  • предмет буйынса белем кимәле.

  • Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхөс итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

  • Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

  • Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүеп, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

  • Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлашты- рыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.

  • Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

  • Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында арала- шырға өйрәнеүҙе ойоштороу ға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

  • Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

  • Шәхси үҫеш кимәле

  • «Башҡорт теле» предметын үҙләштергәндә, уҡытыусы шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурысын ҡуя.

  • телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

  • тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;

  • кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

  • уҡылған әҫәрҙәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

  • Метапредмет кимәле

  • Ойоштороу эшмәкәрлеге:

  • уҡытыусы ярҙамында әшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

  • дәрестә эш барышын һөйләп барыу;

  • дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;

  • -уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

  • -коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.

  • -коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

Танышыу – 4 сәғәт.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.Яны һүҙҙәр менән танышыу.Һорауҙарға дөрөҫ яуап биреү тәртибе.

Был мин – 2 сәғәт.

Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу.

Минен ғаиләм – 3 сәғәт.

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштере

Мин нимә яратам - 2 сәғәт.

Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле һүҙҙәр, уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар. Менән һүҙен практик ҡулланыу.

Минен мәктәбем - 1 сәғәт.

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе.

Минен класым – 1 сәғәт.

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

Мин мәктәпкә йыйынам – 1 сәғәт.

Уҡыу әсбаптарын өйрәнеү.Уҡытыусы дәрестә көндә ҡабатлаған һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу.

Мин уҡыусы - 1 сәғәт.

Нисек һорауын анлатыу.Йомаҡтар сисеү

Мин дәрестә - 1 сәғәт.

Янында,эргәһендә,эсендә һүҙҙәренен практикала ҡулланыуы.Темаға ҡараған өйрәнеү.

Мин дәрестән сыҡтым -2 сәғәт.

Һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт биреү.Буш ваҡытында нимә менән шөғөлләнәһен.

Минен уйынсыҡтарым – 3 сәғәт.

Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

Мин уйнарға яратам-2 сәғәт.

Беҙ,һеҙ,улар һүҙҙәрен практикала ҡулланыу.Башҡорт телендә -ма -мә ялғауы.

Мин уйнарға сығам -1 сәғәт.

Беҙ,һеҙ,улар һүҙҙәрен практикала ҡулланыу.Башҡорт телендә күплек ялғауы

Мин уйнарға сыҡтым - 1сәғәт.

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу. Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.


Минен кескәй дуҫтарым - 1 сәғәт.

Минен кескәй дуҫым.Ниндәй һорауын өйрәнеү.

Мин ял итәм - 4 сәғәт.

Ҡырағай хайуандарҙы,йорт хайуандарын өйрәнеү.Ҡоштарҙын исемдәрен ҡулланыу.Сәғәтте практикала ҡулланыу.Материалдарҙы ҡабатлау.





Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

Уҡыу йылы аҙағында 2 класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:


1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

  • уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;

  • иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);

  • текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):

  • бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,

  • һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,

  • диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,

  • үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,

  • ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,

  • башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение):

  • тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),

  • поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,

  • уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,

  • текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо):

  • хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,

  • ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,

  • шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,

  • бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,

  • ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).


Уҡыу- уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау.

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән торлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре.

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү.

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар.

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалы үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәртесте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

2- се класта түбәндәге эш төрҙәре тәҡдим ителә:

Күсереп яҙыу- 2

Диктант- 1

Яттан яҙыу-1














Календарь – тематик план


Телмәр үҫтереү

буйынса тема

Грамматик тема

План буй-са сәғәт һаны

1гр

2гр

1гр

2гр

1гр

2гр

1гр

2гр

1гр

2гр

1гр

2гр


1

Танышыу.Һин кем?Һеҙ кем?

Һөйләмдә һүҙҙәр

тәртибе


1

5.09

7.09

6.09

1.09

6.09

1.09

6.09

2.09

6.09

7.09

5.09

7.09

2

Һинең исемең нисек?

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре

1

19.09

14.09

13.09

8.09

13.09

8.09

13.09

9.09

13.09

14.09

19.09

14.09

3

Һин ҡайҙа йәшәйһең?

Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар

1

26.09

21.09

20.09

15.09

20.09

15.09

20.09

16.09

20.09

21.09

26.09

21.09

4

Һиңә ңисә йәш?

Исемдәрҙең эйәлек заты ялғауҙары


1

3.10

28.09

27.09

22.09

27.09

22.09

27.09

23.09

27.09

28.09

3.10

28.09

5

Был мин.Тән өлөштәре.

Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы

1

10.10

5.10

4.10

29.09

4.10

29.09

4.10

30.09

4.10

5.10

10.10

5.10

6

Ауырта.Ауыртмай.

Ниндәй һорауы.

1

17.10


12.10

18.10

6.10

18.10

6.10

18.10

7.10

18.10

12.10

17.10


12.10

7

Минең ғаиләм.Минең,һинең,уның.

Һөйләм төрҙәре.

1

24.10

19.10

25.10

13.10

25.10

13.10

25.10

14.10

25.10

19.10

24.10

19.10

8

Күсереп яҙыу. Был мин

Хәрефтәҙен дөрөҫ яҙылышы.

1

31.10

26.10

1.11

20.10

1.11

20.10

1.11

21.01

1.11

26.10

31.10

26.10

9

Бармы?

Эйәлек алмаштары.

1

27.10


9.11

8.11

27.10


8.11

27.10


8.11

28.10

8.11

9.11

27.10


9.11

10

Нимә эшләй?

-мы, -ме ялғауҙары

1

7.11


16.11


15.11

10.11


15.11

10.11


15.11

11.11

15.11

16.11

7.11


16.11


11

Мин нимә яратам.Нимә менән.

Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.


2

14.11

21.11

23.11


22.11


17.11

24.11

22.11


17.11

24.11

22.11


18.11

25.11

22.11


23.11


14.11

21.11

23.11


12

Минең мәктәбем.Мәктәп ниндәй?

Килеш ялғауҙары.

1

28.11.

30.11

29.11

1.12

29.11

1.12

29.11

2.12

29.11

30.11

28.11.

30.11

13

Минең класым.Класс ниндәй?

Килеш ялғауҙары.

1

5.12

7.12

6.12

8.12

6.12

8.12

6.12

9.12

6.12

7.12

5.12

7.12

14

Мин мәктәпкә йыйынам.Кемдеке?

Менән һүҙен практик ҡулланыу.

1

12.12

14.12

13.12

15.12

13.12

15.12

13.12

16.12

13.12

14.12

12.12

14.12

15

Мин уҡыусы.Нисек?

Кем булып эшләй? һорауын үҙләштереү.


1

19.12.

21.12

20.12

22.12

20.12

22.12

20.12

23.12

20.12

21.12

19.12.

21.12

16

Күсереп яҙыу. Төшкө аш.

Һүҙҙәҙен дөрөҫ яҙылышы.


26.12

28.12

27.12

29.12

27.12

29.12

27.12

30.12

27.12

28.12

26.12

28.12

17

Мин дәрестә.Ҡайҙа?.

Күплек ялғауҙары.

1

16.01


18.01

17.01

19.01

17.01

19.01

17.01

20.01

17.01

18.01

16.01


18.01

















18

Мин дәрестән сыҡтым.Нимә эшләйем ?

.Зат алмаштары.


1

23.01

25.01

24.01

26.01

24.01

26.01

24.01

27.02

24.01

25.01

23.01

25.01

19

Нимә эшләйем?

Кем? нимә? һорауы.

1

30.01

1.02

31.01

2.02


31.01

2.02


31.01

3.02

31.01

1.02

30.01

1.02

20

Минең уйынсыҡтарым.Нимә Нимәләр?Ниндәй?

Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.


2

6.02

8.02

15.02

7.02

14.02

9.02

7.02

14.02

9.02

7.02

14.02

10.02

17.02

7.02

14.02

8.02

15.02

6.02

8.02

15.02

















23

Нимә эшләйбеҙ?

Ҡылымдың зат ялғауҙары.

1

13.02

22.02

21.02

16.02

21.02

16.02

21.02

24.02

21.02

22.02

13.02

22.02

24

Нимә эшләмә?

Ҡылымдың зат ялғауҙары.

1

20.02

26.02

28.02

2.03

28.02

2.03

28.02

3.03

28.02

1.03

20.02

26.02

25

Тикшереү эше.Ашханала.

Диктант

1

27.02

1.03

7.03

9.03

7.03

9.03

7.03

10.03

7.03

15.03.

27.02

1.03

26

Мин уйнарға яратам.Нимә эшләйбеҙ?

Ҡылымдың зат ялғауҙары.

2

6.03

13.03

15.03

22.03

14.03

16.03

14.03

16.03

14.03

17.03

14.03

22.03


6.03

13.03

15.03

22.03

27

Мин уйнарға сығам.Миңә нимә кәрәк.?

Эйәлек ялғауҙары.Зат алмаштары.

1

20.03

5.04

21.03

23.03

21.03

23.03

21.03

24.03

21.03

5.04

20.03

5.04

28

Мин уйнарға сыҡтым.Нисәнсе?

Күплек ялғауҙары

1

3.04

12.04

4.04

6.04

4.04

6.04

4.04

7.04

4.04

12.04

3.04

12.04

29

Минең кескәй дуҫтарым. Был нимә?.Ниндәй?

Тәржемә эше.

1

10.04

19.04

11.04

13.04

11.04

13.04

11.04

14.04

11.04

19.04

10.04

19.04

30

Мин ял итәм.Ҡайҙа?

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

17.04

26.04

18.04

20.04

18.04

20.04

18.04

21.04

18.04

26.04

17.04

26.04

31

Ҡайҙан?


Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

24.04

3.05

25.04

27.04

25.04

27.04

25.04

28.04

25.04

3.05

24.04

3.05

32

Ҡасан?


Ҡылымдың күплектәге

1-се зат ялғауҙары.

1


8.05

10.05

2.05

4.05

2.05

4.05

2.05

5.05

2.05

10.05

8.05

10.05

33

Тикшереү эше.Бүләк.

Яттан яҙыу

1

15.05

17.05

16.05

11.05

16.05

11.05

16.05

12.05

16.05

17.05

15.05

17.05

34

Был нимә?Йомғаҡлау дәресе.


1

22.05

24.05

23.05

18.05

23.05

18.05

23.05

19.05

23.05

24.05

22.05

24.05

35р

Экскурссия дәресе


1

29.05

31.05

30.02

25.05

30.02

25.05

30.02

26.05

30.02

31.05

29.05

31.05


Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланмалар


  1. Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы): Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006.

  2. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.

  1. Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 1991.

  2. Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.

  3. Н.А. Зайцев ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү // Ш.Ш. Әхмәҙиева. Өфө, Китап, 2001.

  4. Сал Уралда – илдә бер ине. Өфө, БМКИ, 2004.

  5. Телмәр һәм зиһен // Аслаева Р. Өфө, Китап, 2005.

  6. Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.

  7. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.

Материал - техник ҡулланмалар

Аудиокассеталар:

  1. Туған тел. IIV класс. 1 – 4 кассета, Өфө, 2005

  2. Фәиз Шәрипов. Сыңрай ҡурай DANCE, Өфө, Моң.

CD диск:

  1. Мөхәррам Сәлимов башҡарыуында балалар йырҙары.

  2. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап №1

  3. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Башҡорт ҡумыҙы.

Электрон дәреслектәр:

  1. Башкирский язык. ru.

  2. Балҡортостан иле.

  3. Учебник башкирского языка, 1-4 классы.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  3. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  4. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  6. «Аҡбуҙат» журналы.

  7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  8. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2008.

  9. 1-4 –се кластар өсөн электрон дәреслек. Балҡортостан иле.

  10. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.