Филиал Муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения лицея с.Месягутово средняя общеобразовательная школа в с.Ариево имени Марата Нафикова муниципального района Дуванский район Республики Башкортостан
«Рассмотрено» Руководитель ШМО
__________ Хакимьянова Г.Х.
Протокол № 1 от
«____»____________2016 г.
«Согласовано»
Заместитель директора по УВР
_____________ Гайнуллина И.Р.
«____»____________2016 г.
«Утверждаю»
Зам. директора по УВР
_____________Ахметгалин М.М.
Приказ № ___ от «___»____2016 г.
Рабочая программа по литературному чтению на башкирском языке
1 класс
Данная программа составлена на основе:
-Федерального государственного образовательного стандарта начального общего образования, утверждённого приказом Минобрнауки России от 6.10.2009 г. № 373, с изменениями, внесенными от 31.12.2015г. №1576
- примерного учебного плана начального общего образования, одобренного решением ФУМО по ОО, протокол от 08.04.2015 №1/15,Вариант 4
-учебного плана ФМБОУ лицея с.Месягутово СОШ в с.Ариево им.М.Нафикова, утвержденный приказом №________ от __.08.2016г.
-учебник для 1 класса общеобразовательных учреждений «Туган тел» авторы Ф.Ш.Сынбулатова, С.В.Атнаголова – Уфа,2012 ; Рекомендовано Министерством образования РБ.
Составила: учитель нач.классов
Ахметова М.Р
Данная программа составлена на основе:
-Федерального государственного образовательного стандарта начального общего образования, утверждённого приказом Минобрнауки России от 6.10.2009 г. № 373, с изменениями, внесенными от 31.12.2015г. №1576
- примерного учебного плана начального общего образования, одобренного решением ФУМО по ОО, протокол от 08.04.2015 №1/15,Вариант 4
-учебного плана ФМБОУ лицея с.Месягутово СОШ в с.Ариево им.М.Нафикова, утвержденный приказом №________ от __.08.2016г.
-учебник для 1 класса общеобразовательных учреждений «Туган тел» авторы Ф.Ш.Сынбулатова, С.В.Атнаголова – Уфа,2012 ; Рекомендовано Министерством образования РБ.
Башланғыс мәктәптә башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:
- туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;
- уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;
- башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһы-ныу тәрбиәләү;
- дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;
- башҡорт телек башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;
- уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.
Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәне буйынса уҡытыу тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы, метапредмет, шәхси, предмет һөҙөмтәләре бар.
Мәктәп алдында, шулай уҡ тел дәрестәрендә, ҡуйылған иң төп маҡсат - баланы шәхес итеп үҫтереү.
Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.
Лингвистик компетентлыҡ (уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлелеге) өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе, лингвистик анализды һ. б. үҙ эсенә ала.
Аралашыу (коммуникатив) компетентлығы - уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормаларына эйә булыу, һүҙ байлығын, телдең грамматик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу һ. б.
Этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ, йәғни телде милли-мәҙәни юҫыҡта үҙләштереү - ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләүе, халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреш, йола, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын, телмәр әҙәплелеген, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. б.
Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше
Башҡорт телен өйрәне һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа әсә теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.
Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәр-ҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙлнеуен аңлау.
Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.
Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап уҙләштереу.
Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халате булыуын ҡабул итеу. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләуҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.
Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеу, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.
Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.
Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре
Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:
шәхси үҫеш кимәле;
метапредмет кимәле;
предмет буйынса белем кимәле.
Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхөс итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.
Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.
Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүеп, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.
Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлашты- рыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.
Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.
Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында арала- шырға өйрәнеүҙе ойоштороу ға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.
Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.
1-се класс
Шәхси үҫеш кимәле
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте » предметын үҙләштергәндә, уҡытыусы шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурысын ҡуя:
-телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;
-тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;
-кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;
-укылған әҫәрҙәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.
Метапредмет кимәле
Ойоштороу эшмәкәрлеге:
-уҡытыусы ярҙамында әшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;
-дәрестә эш барышын һөйләп барыу;
-дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;
-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;
-коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.
Танып белеү эшмәкәрлеғе:
-дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);
-дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;
-бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;
- ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.
Аралашыу эшмәкәрлеге:
-фекереңде телдән формалаштырыу;
-кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;
-тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;
Предмет үҙләштереү кимәле
-тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;
-бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;
-тексты ентекле һөйләй белеү;
-хикәйә төҙеү;
-һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау;
-һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;
-һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу;
-баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;
-тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.
Туған тел, 1 - се класс. Бөтәһе 34сәғәт
1 - се класта туған тел дәрестәрен ойоштороу
Баланың мәктәптәге уңыштары туранан-тура уның уҡыу оҫталығына,етеҙ һәм аңлы уҡый белеүенә бәйле.Грамотаға өйрәнеү осоронда уҡытыусы баланы өйрәнгән хәрефте һүҙҙә танып,һүҙҙе дөрөҫ итеп һалмаҡлап (ижекләп) уҡырға өйрәтһә,йыл аҙағына бала темпты бер ни тиклем шәбәйтеп,һәйләмде,тексты аңлап уҡырға өлгәшә.Беренсе класстың тәүге ярты йыллығында баланы кысҡырып уҡырға өйрәтәбеҙ,икенсе ярты йыллыҡта эстән уҡыуға күнектерә башларға кәрәк.Дәреслектә бирелгән материал баланың етеҙ уҡыу техникаһын үҫтереү менән бер рәттән уға белем бирергә,ыңғай тойғолар тәрбиәләргә,уй-кисерештәр донъяһында сәйәхәт итергә мөмкинлектәр тыуҙыра,халҡыбыҙҙың бай мираҫы менән таныштыра.
Уҡыу техникаһы
Һалмаҡлап,ижекләп(оҙон һүҙҙәрҙе) һәм тулы һүҙҙәр менән дөрөҫ итеп, йыл аҙағына минутына 25-30 һүҙ уҡыу.
Уҡыу йылы аҙағына 1-се класс уҡыусыһының әҙерлек кимәленә талаптар
Уҡыусы:
-әкиәт,хикәйә,шиғыр тыңлай,
-һалмаҡлап,ижекләп(оҙон һүҙҙәрҙе) һәм тулы һүҙҙәр менән уҡый,
-текстың төп йөкмәткеһен аңлай,
-текстың йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап бирә,
-ҙур булмаған текстарҙы енткләп һөйләй белергә,
-5-6 шиғырҙы яттан һәйләй белергә тейеш,
Күрһәтелгән әхләки төшөнсәләрҙе:
-яҡшылыҡты һәм насарлыҡты,
-бөтә тереклеккә кешелекле мөнәсәбәттә,
-атай-әсәйгә,яҡындарыңа йылы хис-тойғоло һәм ҡайғыртыусан булырға,
-тирә-йүндәге матурлыҡты тоя белергә тейеш.
Ту4ан тел д2ресен2 тематик план
Дәрестәр 3аны
!т2с2к ва7ыты
!тк2релг2н ва7ыты
Иҫкәрмә
Мин уҡый беләм(1сәғәт)
1
Динә Талхина.Китап.
Рәшит Нигмәти.Теләк.
1
21.02
Әкиәт уҡырға яратам…(7сәғәт)
2
Шалҡан.
1
23.02
3
Жәлил Кейекбаев.Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ
1
28.02
4
Константин Ушинский.Эш бөткәс уйнарға ярай.
1
2.03
5
Ҡараҡтың бүрке яна.
1
7.03
6
Тейен менән бүре
1
9.03
7
Ат ҙурлыҡ ҡуян.
1
14.03
8
Башаҡ.(Украин халыҡ әкиәте.)
1
16.03
Атай-ғаилә башлығы.(8 сәғәт)
9
Фәниә Сынбулатова.Атай-ғаиләлә хужа.
1
21.03
10
Минең иң яҡын кешеләрем.
1
23.03
11
Кәтибә Кинйәбулатова.Мин бер малай.
1
4.04
12
Ҡадир Әлибаев.Эш ҡарышмай.
1
6.04
13
Миңлеяр Дилмөхәмәтов.Ағайым.
1
11.04
14
Рәшит Солтангәрәев.Ҡояш ҡайтҡан.
1
13.04
15
Фәйрүзә Фәткуллина.Мин батыр.
1
14.04
16
Фәниә Сынбулатова.Ихтыяр көсө.
Ҡартатайым кәңәштәре.
1
18.04
17
Салауат Кәрим.Тәүге дәрес.
1
20.04
Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр.(10 сәғәт)
18
Роза Ғәббәсова.Әсәйем ҡояш кеүек
1
21.94
19
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.Әсәйем.
1
25.04
20
Розалия Солтангәрәева.Йоҡла балам күҙ нурым.
1
27.04
21
Өс ҡыҙ.(Әкиәт)
1
28.04
22
Кәтибә Кинйәбулатова.Гөр килә өйҙөң эсе.
1
2.05
23
Нәҡи Иҫәнбәт.Иң матур һүҙ.
1
4.05
24
Фәүзия Юлдашбаева.Тиҙ үҫер.
1
5.05
25
Фәниә Сынбулатова.Олатайым менән өләсәйем.
1
9.05
26
Фәрзәнә Гөбәйҙуллина.Минең әсәйем кем?
1
11.05
27
Һәҙиә Әфтәхова.Йәмле өй.
1
12.05
Матурлыҡ донъяһына сәйәхәт(8сәғәт)
28
Нәжиә Игеҙйәнова.Бәхәс.
1
16.05
29
Фәрзәнә Гөбәйҙуллина.Көҙ.
1
18.05
29
Тамара Искәндәриә. Ҡар яуа.
1
19.05
30
Миңлеяр Дилмөхәмәтов.Яҙ еткәс.
Миңлегөл Хисматуллина.Яҙ.
1
20.05
31
Салауат Кәрим.Иғтибарлы булыу – үҙе изгелек.
1
21.05
32
Фәрзәнә Гөбәйҙуллина.Ҡунаҡтар ҡаршы алам
1
22.05
33
Берйән Байым.Аҡ таҫмалы Зөһрә
1
24.05