Программа по изучению башкирского эпоса Урал батырв начальных классах

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...




Башҡортостан республикаһы Өфө ҡалаһы Киров районы 158–се

Мостай Кәрим исемендәге Башҡорт гимназияһы











Урал батыр” эпосын

өйрәнеү курсы буйынса 1–се класс уҡыусылары өсөн

өҫтәлмә белем биреү программаһы



















Төҙөүсөһө:

Сәйфуллина Альмира Ҡасим ҡыҙы









Баш һүҙ.

Тәрбиәле кеше, тәрбиәле быуын – тәрбиәле йәмғиәт, ышаныслы бөгөнгөбөҙ, өмөтлө киләсәгебеҙ ул. Шуның өсөн мәктәптәрҙә, гимназияларҙа һәм лицейҙарҙа, шулай уҡ башҡа уҡыу йорттарында ла төплө белем биреү менән бер рәттән уҡыусыла кешелеклелек һыҙаттары, әҙәплелек тәрбиәләү мөҡәддәс бурыс һынала. Ә кеше үҙ халҡының быуындан быуынға күсә килгән рухи байлығына эйә булғанда, физик камиллыҡҡа өлгәшкәндә һәм әхләҡи сафлыҡҡа ынтылғанда ғына үҙен тәрбиәле, әҙәпле, мәҙәниәтле, йәмғиәттең тулы ҡанлы ағзаһы итеп иҫәпләй ала. Фәҡәт сәләмәт рухлы кеше генә йәмғиәтебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ниҙер эшләй, уның алға китеүенә тос өлөш индерә ала.

Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы бала белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға, уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.

Бала туған телендә аралаша, тирә – яғындағы донъяны танып белә. Башланғыс класҡа килгәс, тәү башлап уҡырға, яҙырға өйрәнә. Тик бында бер мәсьәлә килеп тыуа: ҡала мөхитендә үҫкән бала башҡорт телен белмәүе һәм туған теле булараҡ йөрөтмәүе, көн кеүек асыҡ. Милли мәктәп уҡыу программаһына ярашлы, ҡалған предметтар менән бер рәттән башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнә башлай.

Уҡыу программаларының көнүҙәк темалары булып: тыуған илебеҙ Рәсәй, республикабыҙ Башҡортостан һәм уның халҡы, башҡорт халҡының тарихы, йола һәм ғөрөф – ғәҙәттәре, мәҙәниәте, тәбиғәте өйрәнелә. Ҡала мөхитендә үҫкән балаға башҡорт халҡының тарихына, йолаһына һәм ғөрөф – ғәҙәттәренә, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм маҡсатҡа ирешеү өсөн уҡыу программаһы сиктәренән сығып, тәрбиәүи эш планында был йүнәлештә эште дауам итергә кәрәк.

Ундай тәрбиәгә өлгәшеүҙә һәр халыҡтың үҙенең һыналған тәрбиә ҡанундары – халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай.

Халыҡ педагогикаһы – кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндә үк тыуған ғилем. Һәр заман үҙе туплаған аҡыл, тәжрибә нигеҙендә үҙен алмаштырасаҡ быуынды һәйбәтерәк, зиһенлерәк, аңлыраҡ, юғарыраҡ, зауыҡлыраҡ итеп тәрбиәләргә тырышҡан, уның өсөн бөтә көсөн, ғилемен һалған. Шул нигеҙҙә кешелек донъяһы үҫә, камиллаша, алға бара.

Башҡорт халҡының иң боронғо ҙур эпик төрө – ул халыҡ эпосы. Халыҡ эпосы боронғо тормошто йәки тарихтағы мөһим ваҡиғаларҙы фантастик формала киң масштаблы итеп һөйләп биреүе менән айырылып тора. Башҡорт халыҡ эпостарының иң ҙуры һәм иң күренеклеһе – “Урал батыр” эпосы.” Урал батыр” эпосын башланғыс кластарҙа өйрәнеүҙең төп маҡсаттарының береһе – Шәхес тәрбиәләү.Үҙ халҡы, милләте, тарихы менән ғорурлана алған, халыҡтың йыр – моңон күңеленә һеңдергән, тыуған ерен ғәзиз әсәһе кеүек күргән, халыҡтың рухы, маҡсаты, уй – хыялдары, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән һәм туған теленең ҡәҙерен белеп, уның тотош байлығына эйә булып, шул телдә уйлаған, хыялланған, ижад иткән, үҙенең бар булмышын халҡына бағышлаған кеше генә Шәхес була ала. Ҡобайыр халыҡ аңындағы бөйөк рухлы, ныҡлы ихтыярлы, изгелекле, яуызлыҡҡа ҡаршы бөтә ғүмере буйынса көрәшеүсе һәм еңеүсе Урал батыр образын тыуҙырыуы менән ҡиммәт. Урал батырҙың көрәш маҡсаты бөгөнгө заман өсөн дә әһәмиәтле. Был- кешелектең йәшәү мәғәнәһе, ер тормошо, тыныслыҡ проблемаһы. Ер йөҙөндәге һәр кешенең бурысы – был донъяла үҙенә лайыҡлы урын табыу, дөйөм кешелектең йәшәйешен, үлемһеҙлекте дауам итеү.

Был поэтик ҡомартҡы йәш быуында тарихи һәм милли үҙаңды үҫтереүҙә айырыуса әһәмиәтле.

Әҫәрҙең төп идеяһы булып тәбиғәт стихияһы алдында кешенең еңелмәҫ бөйөк батырлығын данлау, тәбиғәт менән кешелектең мәңгелеген раҫлау тора.

Урал батыр” эпосын өйрәнеү түбәндәге маҡсаттарҙы ҡуя:

-башҡорт теленән баланың һүҙлек запасы самалы булыуын иҫәпкә алып, темаға ярашлы эштәр башҡарыу. Һәр дәрестә өндәрҙе дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен ҡабатлау.

- һәр дәрестә өйрәнелгән яңы һүҙҙәрҙе баланың әүҙем телмәренә индереү өсөн төрлө һүҙбәйләнеш, һөйләмдәрҙә ҡабатлап, иҫкә төшөрөү мотлаҡ.

- әҫәр геройҙарының ҡылыҡ- фиғелдәрен баһаларға, әҙәби геройҙар өлгөһөндә яҡшыны насарҙан, изгелекте яуызлыҡтан, ярҙамды хаслыҡтан, мөхәбәтте нәфрәттән айырырға, кеше психологияһын тойомларға, төрлө ыңғай әҙәби сюжет ситуациялары өлгөһөндә үҙ-ара мөнәсәбәт ҡороу оҫталығына өйрәнеү.

Был маҡсаттарға ирешеү өсөн эште ойоштороу.

Бәләкәй генә бер өҙөктө уҡығандан һуң, уның оҡшау-оҡшамауы асыҡлана. Ошо йөкмәтке менән танышҡас, йәнле аралашыу өсөн шарттар тыуа: был өҙөктә һүҙ кемдәр тураһында бара? Был ваҡиға ҡайҙа булған? Һиңә теге йәки был герой оҡшаймы?

Текстың йөкмәткеһен үҙләштергәс, тәьҫораттарға, кисерештәргә таянып, фекер алышыу үткәрелә.

Текст йөкмәткеһе буйынса темаға ярашлы ижади эштәр тәҡдим ителә: һүрәт төшөрөү, пластилиндан әүәләү, кроссворд төҙөү һәм сисеү; яҡшылыҡ, изгелек хаҡында мәҡәл һәм әйтемдәр йыйыу.

Халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосында хикмәтле, серле һандар, ҡабатлауҙар бар. Әҫәр буйынса “Һандар иленә сәйәхәт” ойоштороу эше балала эҙләнеүҙәр, сағыштырыуҙар, яңы мәғлүмәт алыу ысулын аса. “Урал батыр” эпосында ике, өс, дүрт, ун ике һандары йыш ҡабатлана.

Текстағы герой булып уҡыу алымы баланы герой роленә инеп ижади йүнәлештә эшләүҙе талап итә. Был эш ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та. Бындай ижади эш балаларҙың үҙҙәрен герой ролендә һанап ҡарарға әйҙәй.

Сәхнәлә уйнау, хәл-ваҡиғаны, сюжетты театрлаштырыу онотолмаҫ һоҡланыу хисе уята һәм эш һөҙөмтәһен күрһәтә.

Өҙөктәрҙе яттан һөйләй белеү баланың хәтерен нығыта, уҡыу техникаһын камиллаштыра, һөйләү һәм аралашыу телмәрен үҫтерә.

Программаһының төп принциптары.

1.Һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.

Тәҡдим ителгән программаны хөкүмәт стандарттары нормаларына яраҡлаштырып ҡороу күрһәтелгән принципты тормошҡа ашырыуға мөмкинселек бирҙе. Хөкүмәт стандарттары талаптарына

ярашлы шәхси үҫеште программаға таянып, балалар өсөн төрлө интеллектуаль кимәлдәге эштәр менән тәьмин итеү бурысы тора. Был төрлө кимәлдәге үҫеш менән уҡырға килгән һәм шулай уҡ тәбиғәттән төрлө аң – аҡылға эйә булған балаларҙы программа йөкмәткеһен үҙләштереүҙе уның шәхси мөмкинселектәрен, булмышын иҫәпкә алып ойоштороуға булышлыҡ итәсәк.

2.Фәнни – теоретик белем биреү.

Әҫәрҙе өйрәнеүҙе төп фәнни- теоретик төшөнсәләрҙе үҙләштереүгә нигеҙләп ҡороу. Төшөнсәләрҙе баланың аң- зиһен кимәлен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, аралашыу оҫталығын шымартыу объекты итеп ҡулланыу.

3.Һәр баланы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү.

Был принцип баланы аҡыллы,эмоциональ-эстетик,рухи-әхләҡи, һау-сәләмәт йәшәргә өйрәтә. Тимәк, уҡытыусы ошо йүнәлештәрҙә тейешле шарттар булдырырға бурыслы.

4.Баланың тәбиғәттән бирелгән, ата-бабалары булмышынан күскән ыңғай сифаттарын иҫәпкә алыу.

Балаға тәбиғәттән бирелгән йәки ата-бабаһынан күскән аң, зиһен, фекерләү, эмоциональ булмыш, телмәр сфераларындағы ыңғай һыҙаттарҙы күтәреү, уларҙы иҫәпкә алып, баланың аҡылын үҫтереүҙе тормошҡа ашырыу. Башҡорт милләтенә, халҡына хас яҡшы сифаттарҙы нығытыу, дауам итеү.

5.Баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау, нығытыу.

Бының өсөн махсус рәүештә программа материалы нигеҙендә уҡыу ситуациялары тыуҙырыу, баланы уйнатып, уйландырып, мауыҡтырғыс итеп үткәреү талап ителә.

Бәләкәй бала һөйләшеүгә әүәҫ. Беренсе класҡа килгән алты – ете йәшлек баланың да һөйләшеүгә дәрте ҙур. Уның ошо теләген иҫәпкә алып, фекерен, телмәрен үҫтереү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу мөһим. Бер партала ултырған ике уҡыусы үҙ – ара һөйләшергә, фекер алышырға тейеш. Улар ғаиләһе, ата – әсәһе, туғандары тураһында, өйҙәге, мәктәптәге эштәре буйынса ла һөйләшәләр. Уҡыусы үҙ уйын тартынмай әйтеп бирһен өсөн, шарттар булдырыла. Бала уҡытыусыға ла һорау ҡуйырға баҙнат итә. Уҡыған

текстың йөкмәткеһен аңлағас, ул был әҫәр буйынса иптәшенә һорауҙар бирә башлай. Һорай белеү, һорау ҡуя белеү, йәғни үҙең белмәгәнде асыҡларға баҙнат итеү юғары баһалана.

Икешәр, дүртәр – бишәр уҡыусы төркөмдәргә бүленеп эшләгәндә, бала һорау бирергә, фекерен үҙенсә әйтергә һәм яҡларға, кешенең әйткәнен иғтибар менән тыңлап, уны баһаларға әкренләп өйрәнә башлай. Уй – фекерен аныҡ итеп әйтергә кәрәклеген төшөнә, иптәштәренә лә иғтибарлы була бара.

Урал батыр” эпосындағы тәрбиәүи саралар.

-йәш быуында тарихи һәм милли үҙаңды үҫтереү;

- тәбиғәттә бөтә тереклек берҙәм;

- тәбиғәт байлыҡтарын һаҡсыл файҙаланыу;

- тыуған ереңә һәм ғәзиз халҡыңа изгелек эшләү;

- ата һүҙен тотоу, кешелеккә хеҙмәт итеү;

- ғаиләлә татыулыҡбулдырыу, атайҙарҙың ғаилә терәге генә түгел,ил терәге лә икәнлеген аңлатыу;

- милли ғорурлыҡ, үҙаң, милли хәтер һәм әҙәплелек тәрбиәләү;

- бала күңеленә нәфислек, гүзәллек, матурлыҡтытоя һәм баһалай белеүҙе һеңдереү;

- ил терәге булған батырҙарға, ил ағаһы булыр аҡһаҡалдарға ихтирам тәрбиәләү;

1-се класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр:

1.Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белергә, уларҙы һаҡларға, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнергә, таратырға;

2.Туғанлыҡ атамаларын белергә, туғандары менән ошо атамаларҙы ҡушып аралашырға, башҡортса һөйләшергә;

3.Ғаилә усағының йылылығы, ишле ғаиләнең өҫтөнлөгө, татыулыҡтың, дуҫлыҡтың әһәмиәте ниҙә икәнлеген белергә һәм ошо тойғоларҙы һаҡларға;

4.Тәбиғәт менән Кеше араһындағы тығыҙ бәйләнеште аңларға, “Кешелек донъяһының артабанғы йәшәйеше үҙебеҙҙең ҡулда һәм фәҡәт тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәттә булһаҡ ҡына, беҙ сәләмәт, күркәм тормош алып барасаҡбыҙ, Ер тип аталған изге төйәгебеҙҙең йәшәү дәүерен оҙайтасаҡбыҙ”,-тигән төшөнсәне аңларға, зиһененә һеңдерегә тейеш.

Уҡыу йылына сәғәттәр һаны: бөтәһе 34 сәғәт, аҙнаһына 1 сәғәт.

Тематик планлаштырыу.

Тема Сәғәттәрһаны Теоретик дәрестәр һаны Практик дәрестәр һаны

I “Урал батыр” эпосы – иң боронғо эпик ҡомартҡы. 10

1. “Урал батыр” эпосы – тәрбиә сығанағы. 1 1

2. “Урал батыр”.(видеояҙма) 1 1

3. Урал батыр төйәге 1 1

4-

6. Йәнбирҙе менән Йәнбикә образдары. 3 1 2

7-

9. Урал һәм Шүлгән. 3 1 2

10 Тәбиғәттәге бөтә тереклек берҙәм. 1 1

II Урал юлы 18

11 Йәншишмә – йәшәү сығанағы. 1 1

12

13 Ҡоштар батшаһы Самрау. 2 1 1

14 Һомай ҡош кем ул? 1 1

15

16 Ҡатил батшалығы. 2 1 1

17

18 Йола. 2 2

19

20 Үгеҙ менән алыш. 2 1 1

21

22 Урал Ҡәһҡәһә батшалығында. 2 1 1

23

24 Дейеү батшаһы Әзрәҡә. 2 1 1

25

26 Һомай һарайы. 2 1 1

27

28 Аҡбуҙат. 2 2

III Йәшәү һәм үлемһеҙлек 6

29 Урал тауҙары. 1 1

30

31 Нөгөш, Һаҡмар, Яйыҡ, Иҙел. 2 1 1

32

33 Мәңгелек шишмәләр. 2 1 1

34 Яҡшылыҡ – мәңгелек. 1 1

Бөтәһе: 34 12 22

Программаның йөкмәткеһе.

I.Урал батыр эпосы – иң боронғо эпик ҡомартҡы. (10 сәғәт.)

Урал батыр” эпосы – тәрбиә сығанағы.(1сәғ.) Урал батыр эпосы-иң боронғо эпик ҡомартҡы. Мәшһүр эпос урыҫ, төрөк, венгр, фин, абхаз телдәрендә донья күрҙе, инглиз телендә, юлы юлға тәржемә ителеп баҫтырыла.

Урал батыр төйәге.(2сәғ.) Әҫәрҙең төп идеяһы-тәбиғәт стихияһы алдында кешенең еңелмәҫ бөйөк батырлығын данлау, тәбиғәт менән кешелектең мәңгелеген раҫлау. Бөтә донъялыҡты һыу баҫыуы һәм кешелектең тыуыуы .

Йәнбирҙе менән Йәнбикә образдары.(3сәғ.) Ер йөҙөндәге тәүге кешеләр, хатта ярым аллалар рәүешендә һүрәтләнгән Йәнбикә һәм Йәнбирҙе, ысынлап та, кешелекте башлап ебәреүселәр. Улар ауырыу-һыҙлау күрмәгән, үлем барын белмәгән кешеләр. Уларҙың төп кәсебе-аусылыҡ, төп аҙыҡтары-емеш-еләк, тамыр-томор,кешеләр һыуһынға йәнлек ҡаны эсәләр. Йәнбирҙе менән Йәнбикә һунарҙа ат менмәгән, ҡулға һаҙаҡ тотмаған кешеләр, уларҙың төп ҡоралы - таяҡ менән суҡмар.Уттың нимә икәнен белмәйҙәр, ҡаҙан аҫып, ут яғып улар донъя көтмәгән.

Урал һәм Шүлгән.(3сәғ.) Йәнбикә менән Йәнбирҙенең улдары Урал һәм Шүлгән. “Атанан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа”. Бер үк ғаиләлә тәрбиәләнгән Урал менән Шүлгәндең характерҙары ҡапма-ҡаршы. Икеһе лә һау-таҙа, көслө, арыу-талыуҙы белмәйҙәр, ләкин береһе- көр күңелле, кешелекле, тик яҡшылыҡ теләүсе, изгелеккә ынтылыусы, халыҡ өсөн йәнен-тәнен аямаусы, тәбиғәткә үлемһеҙлек бүләк итеүсе. Ул аҡыл менән эш итә. Үҙенең ҡылған ыңғай һәм кире ҡылыҡтары хаҡында уйлана. Шүлгән иһә үҙен генә ҡайғыртыусы, ергә үҙе генә хужа булырға теләүсе эгоист булараҡ һүрәтләнә. Шүлгәндең характерында ата һүҙен тотмау, үҙ һүҙлелек, мин-минлек, алдашыу, мәкерлек, хаинлыҡ,яуызлыҡ, көнсөллөк кеүек кире сифаттар асыҡ сағыла.

Тәбиғәттәге бөтә тереклек берҙәм. (1сәғ.) Урал батыр Аҡбуҙатты үҙ ҡулына эйәләткәнсе юлбарыҫҡа атланып йөрөй; шоңҡар менән арыҫлан һунар ваҡытында ярҙам итәләр; суртан балыҡ тотоп бирә; ҡара ҡарға, һайыҫҡан, аҡҡош, үгеҙ, йылан, Аҡбуҙат кеше тауышы менән һөйләшә.

Программаны үҙләштереү.

Уҡыусы белергә тейеш:

-иң боронғо ҡомартҡы; төрлө телдәргә тәржемә ителгән китап;

-тәбиғәт менән кешелектең мәңгелеге;

-тыуған тәбиғәттең матурлығын күҙәтеү;

-“Урал батыр” эпосын видеояҙманан ҡарау;

-ер йөҙөндәге тәүге кешеләр – кешелекте башлап ебәреүсе, ярым аллалар рәүешендә һүрәтләнгән Йәнбикә һәм Йәнбирҙе;

-ғаилә ағзалары араһында йылы мөнәсәбәт һаҡлай белеү; татыулыҡ тураһындағы төшөнсә;

-атай булыуҙың оло яуаплылыҡ икәнлеген белеү;

Уҡыусы өйрәнергә тейеш:

-фекерләргә, бер нәмәне икенсеһе менән сағыштырырға, йор һүҙлеккә өйрәнеү;

-кеше исемдәренең мәғәнәһен аңлата белеү; әҫәрҙәге ҡош-ҡорт, хайуан атамаларын башҡортса әйтә белеү;

-уҡылған өҙөк буйынса үҙеңдең уй-фекереңде һүрәт аша сағылдырыу;

-һүҙбәйләнештәрҙе урынлы ҡуллана белеү;

-ҡош-ҡорт һәм хайуандарҙың буй-һынын пластилиндан әүәләү.

II.Урал юлы. (18 сәғ.)

Йәншишмә – йәшәү сығанағы.(1сәғ.)Урал батыр, халыҡҡа эсер һыу бөткәс, Йәншишмәне эҙләп сығып китә. Тапҡас, үҙе эсмәй, тирә-яҡҡа бөркә.

Ҡоштар батшаһы Самрау.(2сәғ.)Самрау үҙ илендә тәүге кеше һәм кешелек ырыуын башлап ебәреүсе. Ерҙә һис кемде тапмағас, ул күккә осоп йәр эҙләгән һәм Айҙы, Ҡояшты күҙләп йәр һайлаған. Самрауҙың Айһылыу, Һомай исемле ҡыҙҙары тыуған.

Һомай ҡош кем ул?(1сәғ.)Уралдың һунарҙан тотоп алып ҡайтҡан аҡҡошто ҡотҡарыуы.

Ҡатил батшалығы.(2сәғ.)Яуызлыҡта дан алған, ҡайғы-этлек күрһәтеүсе, ҡанлы йәш түктереүсе, тау-тау кеше һөйәге өйөлгән һәм ҡанға батҡан батшалыҡ.

Йола.(2сәғ.)Ҡобайырҙа йола һүҙенә бәйле фразалар күп. Урал батырға осраған һәр илдең һәм ырыуҙың үҙ йолаһы һәм тәртиптәре бар. Улар шул йола буйынса йәшәйҙәр, көрәшәләр, аралашалар. Эпоста халыҡтың изге йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен боҙмаҫҡа ишара яһала.

Үгеҙ менән алыш.(2сәғ.)

Донъяла һин кешенән

Көслө юғын танырһың.

Үҙең түгел, тоҡомоң менән

Кешегә һин ҡол булырһың.

Урал Ҡәһҡәһә батшалығында.(2сәғ.)Уралдың Зәрҡүмде үлемдән ҡотҡарыуы һәм уның менән атаһы Ҡәһҡәһә батшаға барыуы, сер һарайын асыуы, Гөлөстанды үҙенә алыуы.

Дейеү батшаһы Әзрәҡә.(2сәғ.)Шүлгән дейеү батшаһы Әзрәҡә хәйләһенә эләгә һәм уның мәкерен үтәү өсөн Самрау батша иленә бара.

Һомай һарайы. (2сәғ.)Уралдың Һомай һарайына барғас, Йәншишмә һыуын табыу өсөн, Һомай ҡуйған шартты үтәп, уның һеңлеһе Айһылыуҙы алып килеүе.

Аҡбуҙат. (2сәғ.)Әҫәрҙә бөтә хайуан һәм йәнлектәр донъяһы тиерлек кешеләргә хас сифаттарға эйә. Батырлыҡ хаҡындағы уйҙарын Аҡбуҙат та Урал батырға кеше һымаҡ аңлатып бирә.

Программаны үҙләштереү.

Уҡыусы белергә тейеш:

-нимә ул тәбиғәт ? тәбиғәтте һаҡлау – ул кешелек донъяһын һаҡлау, тигәнде аңлата. Тәбиғәттең байлығын ишәйтеүгә һәр беребеҙ өлөш индерә алабыҙ.

-башҡорттарҙың тәбиғәтте изгеләштереүе һәм йәнләндереүе, ошо нигеҙҙә әҙәпкә өйрәтеүе.

-Урал батырҙың ни өсөн тере һыу эсмәгәнен аңлау;

-халыҡтар араһында йылы мөнәсәбәт ни өсөн кәрәк һәм уны нисек һаҡлап була? Халыҡтар дуҫлығы тураһында мәҡәлдәр һәм уларға аңлатма биреү.

-халыҡтың изге йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеү һәм уларҙы боҙмау;

-матди байлыҡ менән рухи байлыҡтың айырылғыһыҙ булыуын, рухи байлыҡ сығанаҡтарын белергә тейеш.

Уҡыусы өйрәнергә тейеш:

-тәбиғәткә сығырға, үҫемлектәр донъяһы менән танышырға, тәбиғәткә ҡарата хәстәрлекле, һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү сараһы күрергә;

-тәбиғәт һәр нәмәнең тейешле нисбәтен үҙе самалап-көйләп тора. Самаһыҙлыҡ - кешеләрҙең битарафлығы.Бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырт мәҡәленә аңлатма биреү.

-йолаларҙа ғилми фекерләү сағылышы;

-әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, сәхнәләштереү.

III. Йәшәү һәм үлемһеҙлек. (6 сәғ.)

Урал тауҙары. (1 сәғ.)Урал юлы – бейек тау.

Нөгөш, Һаҡмар, Яйыҡ, Иҙел. (2 сәғ.)Урал үҙенең улдарына, халҡына ла тәбиғәт матурлығын һаҡлауҙы васыят итеп әйтә. Был васыят - бөтә халыҡҡа аманат ул. Киләсәк быуын өсөн бик тә фәһемле һүҙҙәрҙе еткерә Урал уландарына – бала бөтә яҡтан камил, әхләҡи идеал образ булырға тейешлегенә баҫым яһай.

Нөгөш, Һаҡмар, Яйыҡ, Иҙел ата һүҙен тота – кешелеккә хеҙмәт итеүгә бөтә көсөн һала.

Мәңгелек шишмәләр. (2 сәғ.)Тыуған ер,тыуған тупраҡ, тыуған ауыл, атай йорто – һәр кем өсөн изге төшөнсәләр. Кешеләге бөтөн изгелек тыуған ерҙән, атай йортонан, изге шишмәләрҙән башлана. Урал образы ошондай маҡсатҡа яуап биреүсе булараҡ ҡиммәтле. Донъя йәмен, донъя именлеген үҙ ғүмеренән дә артыҡ күргән батыр үҙенә тип йыйылған тере һыуҙың тамсыһын да йотмайынса тирә-йүнгә бөркә. Халҡын үлемһеҙ, ер-һыуын мәңге аҫыл итеп күрергә теләгән батыр халыҡ бәхете, ил ҡото, мәңге йәшәйеш өсөн йәнен фиҙа ҡыла.

Яҡшылыҡ – мәңгелек. (1 сәғ.)Кеше ғүмере йылдар иҫәбе менән түгел, ер йөҙөндә, кешеләр күңелендә ҡалдырған изгелек, яҡшы эштәр менән үлсәнә. Эпос – бына ошо хәҡиҡәтте иҫбатлаусы ҡомартҡы.

Программаны үҙләштереү.

Уҡыусы белергә тейеш:

-ер-һыу атамаларының килеп сығышы;

-Урал тауы, урман, ағас һәм күлдәре тураһында мәғлүмәт алыу;

-ғаилә усағының йылылығы, ишле ғаиләнең өҫтөнлөгө, туғанлыҡтың, татыулыҡтың, дуҫлыҡтың әһәмиәте ниҙә икәнлеген белеү һәм ошо тойғоларҙы һаҡлау;

-Атай һабағы нимә ул? Яҡшы кеше тураһында төшөнсә.

Уҡыусы өйрәнергә тейеш:

-тәбиғәт күренештәренә бәйле булған һүҙҙәр менән телмәрҙе байытыу;

-халҡыбыҙҙың моңло, күңелгә ятышлы йырҙарын өйрәнеү;

-ижади эштәр эшләү, һүрәт төшөрөү;

-өҙөктө яттан һөйләү һәм сәхнәлә сығыш яһау;

-изгелек ҡылыу, яҡшы эштәр эшләү.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.”Урал батыр” эпосы – тәрбиә сығанағы. Ғ.Д.Ибраһимов. Башҡортостан уҡытыусыһы – № 5- 2008.

2.Рухты быуыр мәкер. Р.Ю.Торомтаева. Башҡортостан уҡытыусыһы – № 2- 2009.

3.Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Салауат Галин. “Китап”. Өфө.2009.

4.”Урал батыр” эпосында һандар. Ф.Ш.Ишбирҙина. Баашҡортостан уҡытыусыһы – № 9- 2011.

5.Урал – батырҙар төйәге. Д.Р.Сафиуллина. Башҡортостан уҡытыусыһы – № 7- 2011.

6.Атай ҡото ил һаҡлар. Р.Ә.Солтангәрәева. Башҡортостан уҡытыусыһы № 12- 2011, № 1- 2012.

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

7. С.Гәлләмов “Урал батыр” Шоңҡар - №6- 1995.

8.С.Галин. Башҡорт халыҡ эпосы. Тәбиғәт жанры. Ватандаш, № 1-1998.

9.”Урал батыр”. Фаяз Солтанов уҡый (видеояҙма)

10.Дәрестәрҙә тормош-көнкүреш лексикаһын өйрәнеү. Х.Ишбулатова. Башҡортостан уҡытыусыһы – № 2- 2003.