Бөрйән районы Иҫке-Собханғол урта мәктәбе
Башҡрот теле
“Һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр”
2 класс
Әҙерләне:
Бөрйән районы Иҫке-Собханғол урта мәктәбенең
башланғыс кластар уҡытыусыһы
Ғәлиуллина Әҡлимә Әхмәҙиә ҡыҙы
2016 йыл
Дәрестең темаһы. Һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: уҡытыусыға, класташтарыңа иғтибарлы булыу, уларҙың фекерен тыңлай, хуплай, үҙеңдекен еткерә белеү; туған-тыумаса атамаларын (әсә, атай, апай, ағай) дөрөҫ атарға, улар тураһында йылы, матур фекерҙәр әйтергә күнегеү һәм яҡындарыңа яратыу тойғоларын йышыраҡ әйтергә кәрәклегенә төшөнөү.
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: өндәр һәм хәрефтәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға һәм уларҙың оҡшашлыҡтары, айырмалыҡтары тураһында фекер йөрөтөү һәм һығымта яһарға өйрәнеү; һығымтаны график символдар ярҙамында сағылдырыу; эшләнгән эште тикшереү, хаталарын табыу, төҙәтеү.
Предмет өлкәһендәге үҫеш: тартынҡы өндәр һәм хәрефтәр тураһындағы белемдәрен актуалләштереү, нығытыу; һүҙ һәм һөйләмде үҙ-үҙеңә әйтеп яҙырға өйрәнеү.
Бик күңелле ял иттек, Дәрес башлана хәҙер.
Беҙ инде матур итеп
Яуап бирергә әҙер.
Артикуляцион күнегеүҙәр.
-телде төрлө яҡҡа әйләндереү, аҫҡа-өҫкә бөкләү
-танау менән тын алыу, уны әкрен генә сығарыу
Уҡыусыларҙы эшкә көйләү, аҡыл эшмәкәрлеген әүҙәмләштереү
Һөйләү аппараттарының ағзаларын эшкә көйләү
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу
1-се эш. Бирелгән һуҙынҡылар таблицаһын өйрәнеү.
Һығымта яһау.Башҡорт телендә 9 һуҙынҡы өн. Уның бишәүһе нәҙек һәм дүртәүһе ҡалын һуҙынҡы.
Эш дәфтәрендә “Матур яҙыу минутлығы” үткәреү (сә, әс, үт, үм ижектәрен дөрөҫ калиграфия менән яҙыу).
1-се эш. Бирелгән һуҙынҡылар таблицаһын өйрәнеү. Ундағы ике рәт һуҙынҡыларын сағыштырыу: 1-се рәт- нәҙек һуҙынҡылар, 2-се рәт – ҡалын һуҙынҡылар. Уларҙың ауыҙ ҡыуышлығында яһалыу үҙенсәлектәрен билдәләү. Таблица мәғлүмәттәрен ҡулланып, һорауҙар төҙөү, бер-береңә һорау бирешеү. Яуаптарҙы баһалау.
Эш дәфтәрендә “Матур яҙыу минутлығы” үткәреү (сә, әс, үт, үм ижектәрен дөрөҫ калиграфия менән яҙыу).
Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү
Уҡытыусы күҙәтә
Һығымта яһау: һүҙҙең бер генә хәрефен үҙгәртеү уның мәғәнәһен үҙгәртә.
Эш дәфтәрендә (эш №1) бирелгән тесты эшләү. Бирелгән һүҙҙәрҙә (энә, юна, бау, апрель) нисә өн һәм хәреф булыуын билдәләү.
2-се эш.Дәреслектә бирелгән һүҙ схемаһын ҡулланып, һүҙҙәр төҙөп яҙыу (атай, апай, ағай ашай; өмә, әйә, өтә һ.б.) был һүҙҙәрҙең оҡшашлыҡтары, айырмалыҡтары тураһында һорауҙар бирешеү.
Ғәмәли эштәр
3-сө эш
Уҡытыусы балаларҙың эшен күҙәтә
4-се эш
Эште тикшереү. Баһалау
4-се эш
Бирелгән һүҙҙәрҙә нисә тартынҡы улыуын асыҡлау
5-се эш
Эште төркөмдә ойоштороу.
6-сы эш
Уҡытыусы балаларҙың эшен күҙәтә
7-се эш
Диалог ҡорорға өйрәтеү
Һығымта яһау
Һуҙынҡы өндәр – /ә/, /ө/, /ү/, /и/, /э/
/а/, /о/, /у/, - /ы/
Һуҙынҡы хәрефтәр - ә, ө, ү, и, э, а, о
у, ы, е, я, ё, ю
3-сө эш. Һүрәтле диктант яҙыу. Бирелгән һүрәттәрҙә төшөрөлгән предметтың атамаһын үҙ-үҙеңә әйтеп яҙҙырыу (ян, буяу, сәғәт, таҫтамал). Парталашыу менән бер-береңдең эшен тикшереү. Хаталы һүҙең аҫтына һыҙыу. Хатаны табыу һәм был һүҙҙе яҙыусынан уның дөрөҫ яҙылышын төшөндөрөү.
4-се эш. “Иләү” тексын (Р.Сәйетборханова) уҡырға өйрәнеү. Тауыш менән асҡыс һүҙҙәрҙе айырып уҡыу.Текстын төп мәғәнәһен асыҡлау. Билдәләнгән һүҙҙәрҙе (ҡырмыҫҡа, үҙеңдә, тәгәрәтә) ижеккә бүлеп яҙыу.
Эш дәфтәрендә (эш №5) бирелгән эште үтәү. Бирелгән һүҙҙәрҙә (яу, елән, ҡыш, таяҡ) нисә тартынҡы булыуын билдәләү.
5-се эш. Парлы һүҙҙәрҙе уҡыу. Уларҙың яңғырашы буйынса айырмалылыҡтарын билдәләү. 6 пар һүҙҙе ике төркөмгә бүлеү. Һүҙҙә 1-се хәрефтәре төрлө, ә башҡа хәрефтәре бер иш булған һүҙҙәр (болон-ҡолон, тоҙло- боҙло, тәртә – кәртә). Һүҙҙә 3-сө хәрефтәре йәғни һүҙҙең уртаһындағы бер хәрефе менән айырылған һүҙҙәр (төтөн-төнөн,төплө-төрлө). Ике төркөм һүҙҙәрҙең айырмалыҡтарын сағылдырған график һыҙма йәки таблица уйлап табыу.
6-сы эш. “Туп”( Барто) шиғырын күсереп яҙыу. Эште үҙең тикшереү һәм баһалау бағанаһында дөрөҫлөгөн һәм матур яҙылышын баһалау. Парталашыу менән бер-береңдең эшен тикшереү, баһалау.
7-се эш. Бирелгән һуҙынҡылар тураһында уҡыу диалогы ҡороу. Улар тураһында һорауҙар төҙөү, бер-береңә бирешеү.
8-се эш. “Әкиәттәге кеүек” (Ҡ. Даян) шиғырын тасуири уҡыу. Ундағы тәбиғәт күренештәрен аңлатҡан һүҙҙәрҙе һанап сығыу(ҡояш, ел, йылға, урман, йылға). Тәбиғәт күренештәрен нимә менән сағыштырыу, билдәләү.
Дәрескә контроль-рефлексив анализ.Баһалау
Дәрестә нимә эшләнем?
Нимәләргә өлгәштем?
Миңә нимәгә төшөнөүе ауыр булды?