ПРИЛОЖЕНИЕ 1
МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
«СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА № 18»
ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД ОКТЯБРЬСКИЙ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Рассмотрено: Согласовано: Утверждаю:
на заседании ШМО на заседании МС Директор МБОУ СОШ №18
протокол №1 от 27.08.15 г. протокол №1 от 31.08.15г. _________ Т.А.Попова
рук.ШМО _____Шайхутдинова А.М. зам.директора по УВР ______Любовцева Л.М. приказ № 269
от 01.09. 2015г.
Рабочая программа
по башкирскому языку
начальное общее образование
2-4 класс
Составитель:
учитель башкирского языка
и литературы
высшей квалификационной категории
Шайхутдинова А.М.
г. Октябрьский
2015 г.
ҠУШЫМТА 1
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ОКТЯБРЬСКИЙ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫНЫҢ
«18-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ»
МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Ҡаралған:
ММБ ултырышында
протокол № 1
27.08.2015 й.
ММБ етәксеһе _____Шәйхетдинова А.М.
Килешелгән:
МБ кәңәшмәһендә
протокол № 1 31.08.15 й.
уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса
директор урынбаҫары
________Любовцева Л.М.
Раҫлайым:
18-се мәктәп директоры
________Т.А.Попова
бойороҡ № 269
01.09.2015й.
Башҡорт теленән
2-4 кластарға
башланғыс дөйөм белем биреү
эш программаһы
Төҙөүсеһе:
юғары квалификацион категориялы
башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы
Шәйхетдинова Айгөл Мансур ҡыҙы
Октябрьский ҡалаһы
2015 йыл
Пояснительная записка (Аңлатма яҙыу)
Рабочая программа по башкирскому языку для 2-4 классов начального общего образования составлена на основе следующих нормативно-правовых и учебно-методических документов:
Федеральный закон «Об образовании в Российской Федерации» №273 –ФЗ от 29 декабря 2012 года;
Закон Республики Башкортостан от 1 июля 2013 года №696-з "Об образовании в Республике Башкортостан";
Федеральный государственный образовательный стандарт начального общего образования, утвержденный приказом Министерства образования и науки Российской Федерации от 6 октября 2009 г. N 373 (с изменениями, утвержденными приказами Министерства образования и науки Российской Федерации от 26 ноября 2010 г. №1241, 22 сентября 2011 г. №2357, 18 декабря 2012г. №1060, 29 декабря 2014 г. №1643, 18 мая 2015г. №507)
Федеральный перечень учебников, утвержденный приказом Министерства образования и науки Российской Федерации от 31 марта 2014 года №253 «Об утверждении федерального перечня учебников, рекомендуемых к использованию при реализации имеющих государственную аккредитацию образовательных программ начального общего, основного общего, среднего общего образования».
Постановление Главного государственного санитарного врача РФ от 29 декабря 2010 г. N 189 "Об утверждении СанПиН 2.4.2.2821-10 "Санитарно-эпидемиологические требования к условиям и организации обучения в общеобразовательных учреждениях"
Устав МБОУ СОШ № 18 городского округа город Октябрьский Республики Башкортостан.
Положение МБОУ СОШ № 18 о рабочих программах от 17 августа 2015 года № 195.
Учебный план МБОУ СОШ № 18 на 2015-2016 учебный год.
Годовой календарный учебный график МБОУ СОШ № 18 на 2015-2016 учебный год.
Программа по башкирскому языку для учащихся I –XI классов школ с русским языком обучения. Составители: Тулумбаев Х.А., Давлетшина М.С. –Ижевск , издательство “Книгоград”, 2008.
Уҡыу предметына дөйөм характеристика
Уҡытыу һәм тәрбиә эше рус телендә ойошторолған мәктәптәрҙең башланғыс кластарында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың төп маҡсаты булып уҡыусыларҙы башҡорт телендә аралашырға өйрәтеү, башҡортса һөйләгәнде, уҡығанды, ишеткәнде аңлау күнекмәләре булдырыу тора. Шулай уҡ башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, күренекле шәхестәре менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам тәрбиәләү күҙ уңында тотола.
Башҡорт телен башланғыс класта дәүләт теле булараҡ уҡытыу программаһы яңы быуын башланғыс дөйөм белем биреү стандарттарына ярашлы уҡыусыларҙың аң-белем кимәленең эҙмә-эҙлекле үҫешен тәьмин итеүҙе күҙаллай. Ошо йәһәттән уҡыусы балаларҙа түбәндәге уҡыу компетенцияларын үҫтереү ҡарала:
уй-фекер кимәлен үҫтереү (анализлау, дөйөмләштереү, сағыштырыу, классификациялау, һығымта яһау);
уҡыу эшмәкәрлеге нигеҙендә үҙ аллы белем ала белеү (уҡыуға, яңы мәғлүмәтте үҙләштереүгә теләк һәм ынтылыш, аң-белем алыуҙа үҙаллылыҡ һәм ижадилыҡ күрһәтеп, баланың үҙ алдына ҡуйған маҡсаттың үтәлешен күҙҙән ысҡындырмай, маҡсатына ирешә белеүе);
белем алыу процесын ойоштора белеү – уҡыусыларҙың коллективта бер-береһе менән килешеп, эште үҙ-ара бүлешеп, һәр кемдең һүҙенә ҡолаҡ һалып, дөйөм фекергә килеп эш итә белеүе һәм ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы эште атҡарып сығыуы.
Программала шулай уҡ уҡыусыларҙы уҡыу эшмәкәрлегенең төп төрҙәре буйынса башҡарған эштәрен үҙ аллы тикшереп, тейешле һығымта яһай белергә өйрәтеү тора. Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын ҡулланып, үҙен мәҙәниле шәхес итеп тәрбиәләү өҫтөндә лә эшләргә өйрәтеү бурысы ҡуйыла: дәреслектәр, белешмә материалдар, һүҙлектәр, Интернет аша тейешле мәғлүмәтте таба, ҡуллана белеү һәләтен үҫтереү.
Башҡорт теленең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа предметтың универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә, белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Башҡорт теле башҡорт мәҙәниәтен өйрәтеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора. Башҡорт теле баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе, үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.
Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:
1. башҡорт теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, аңлы ҡараш тәрбиәләү, телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхлаҡи-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау, телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү;
2. көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә телде аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәре (эшмәкәрлектең маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан киң мәғлүмәт саралары һәм Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү);
3. тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү, стилистик ресурстарҙы һәм әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын, актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; белемде, күнекмәне аралашыу процесында уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.
Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.
Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лигвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.
Мәҙәни компетенция башҡорт теленең мәҙәнәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.
Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.
Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы – предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу прцесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай алыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеүҙе торошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү); регуляти универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялауҙы тормошҡа ашырыу). Функциональ грамоталыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларын яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереүгә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.
Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше).
Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.
Уҡыу планында предметтың урыны.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округы «18-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Эш программаһы: 2 класта йылына 34 сәғәт(аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән), 3 класта 34 сәғәт(йылына 1 сәғәт иҫәбенән), 4 класта 34 сәғәт (аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән) планлаштырылған. Дөйөм сәғәттәр һаны: 102 сәғәт.
Башланғыс мәктәп сығарылыш уҡыусылырының “Башҡорт теле” предметын өйрәнеү һөҙөмтәләренә талаптар
Шәхсән һөҙөмтәләр:
тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү;
башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;
донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү;
үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу;
дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;
үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлеге;
башҡорт балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре ярҙамында уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
белем алыу бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табыу маҡсатында телде ҡуллана белеү оҫталығы;
аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;
телмәрҙе һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы (диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында, адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;
үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырға ынтылыу;
һорауҙар биреү оҫталығы.
Предмет һөҙөмтәләре:
башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төшөнсә алыу;
орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;
өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек (өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен таба, сағыштыра, классификациялай (бүлә), ҡылыҡһырлай алыу оҫталығы;
үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлеге.
өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле мәғлүмәтте табыу;
- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;
А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)
Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:
һөйләү телмәрендә:
аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;
элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;
тыңлап аңлауҙа:
уҡыуҙа:
өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;
яҙма телмәрҙә:
Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү):
башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;
төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;
башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;
башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.
Социомәҙәни компетенция:
географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;
Б. Танып белеү сфераһы:
айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;
башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;
ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;
үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;
В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:
башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;
балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.
Г. Эстетик сферала:
Д. Хеҙмәт сфераһында:
Төп йөкмәтке линиялары.
Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:
телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;
тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;
социомәҙәни компетенция;
дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.
Телмәрҙең тематик йөкмәткеһе.
Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға , башланғыс класс уҡыусыһының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм түбәндәге темаларҙы үҙ эсенә ала:
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
2-се класс
Йөкмәткеһе
Тыуған Башҡортостан
1
Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.
Ҡабатлау
1
Беренсе класта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.
Һаумы, мәктәп!
2
Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын, дәрестәрҙе белеүе. Улар тураһында һөйләү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. Һүҙҙәрҙең предметты,билдәне, эште белдереүе. Эштең элек, хәҙер булыуын белдереүсе һүҙҙәр.
Мәктәп баҡсаһы
3
Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре. Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү. Һәм, ә, ләкин теркәүестәрен ҡулланыу.
Беҙҙең класс
2
Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеү, диалогтар төҙөү. Темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен, һөйләмдәрен дөрөҫ уҡыу. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Килеш ялғауҙарын практик үҙләштереү.
Ғаилә
2
Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.
Аҙыҡ – түлек
2
Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары, өҫтәлде биҙәү, аҙыҡ-түлеккә мөнәсәбәт тураһында һөйләшеү, уға һаҡсыл ҡараш булдырыу. Килеш ялғауҙарын, һөйләмдең тиң киҫәктәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урынын практик үҙләштереү.
Ҡайҙа? Ҡайҙан?
3
Аҙыҡ-түлек, һауыт-һабаның атамалары. Уларҙы йыйыштырыу, таҙа тотоу тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә килеш ялғауҙары. Хат яҙыу. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.
Нимә менән?
2
Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле, уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар. Менән һүҙен практик үҙләштереү. Һөйләмдә тиң киҫәктәр. Хәбәрҙең һөйләмдә урыны. Килеш ялғауҙары.
Һанай беләһегеҙме?
2
Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу. Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу. Зат ялғауҙарын ҡушыу. Кем булып эшләй? һорауын үҙләштереү, уға яуап биреү.
Кейем-һалым
2
Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.
Уйын, уйынсыҡтар
2
Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Килеш һәм зат ялғауҙарын практик үҙләштереү.
Һөнәрҙәр
2
Кешеләрҙең һөнәрҙәре, эштәре, шөғөлдәре тураһында мәғлүмәт. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Һөйләмдә тиң киҫәктәр. Һөйләмдә хәбәрҙең урыны(практик үҙләштереү).
Тән өлөштәре
2
Кешенең организмы, тән өлөштәре(ағзалары) атамаларын үҙләштереү. Тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Зат ялғауҙарын, эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу. Өндәрҙең сиратлашыуы(практик үҙләштереү).
Емеш-еләк. Йәшелсә
2
Элек өйрәнелгән темаға нигеҙләнеп, баҡса, еләк-емеш, йәшелсәләрҙең атамаларын биреү, уларҙың кеше организмына файҙаһы тураһында мәғлүмәт. Һүҙҙәрҙең диалогта урыны. Башҡорт телендә күплек, килеш ялғауҙарын ҡулланыу.
Таҙалыҡ.
2
Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау, сынығыу тураһында мәғлүмәт. Башҡорт телендә юҡлыҡ, килеш ялғауҙары. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.
Көн тәртибе. Ҡабатлау
2
Уҡыусының көн тәртибе,ул тәртипте һаҡлау, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ тураһында мәғлүмәттәр. Һәйбәәт сифаттар тәрбиәләү. Башҡорт теленең өндәре, хәрефтәре, һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушыу, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен ҡабатлау.
3 класс
Йөкмәткеһе
Танышыу
2
Түбән класта өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, тәрәнәйтеү. Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы?
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Ҡайҙан? Һорауы һәм шул һорауға яуап биреү.Хат яҙыу.
Ҡайҙа?
3
Танышыу темаһын дауам итеү. Ҡайҙа? һорауы, уға яуап биреү. Килеш һәм күплек ялғауҙары. Һорау һәм хәбәр һөйләм. Интонация һәм тыныш билдәләре(практик үҙләштереү)
Мәктәптә.
3
Уҡыусыларҙың тема буйынса белемдәрен тәрәнәйтеү, һүҙлек байлығын арттырыу . Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.
Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.
Һөнәрҙәр.
3
Уҡыусыларҙың тема буйынса белемдәрен тәрәнәйтеү, һүҙлек байлығын арттырыу, уҡыу күнекмәләрен артабан үҫтереү. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.
Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.
Йыл миҙгелдәре
6
Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә бәйләнешле ололарҙың эштәре, хәстәрҙәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.
Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасуирлау элементтары.
Кейемдәр.
3
Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау.
Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү.
Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.
Ғаилә.
5
Ғаилә ағзалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.
Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше(практик үҙләштереү). Уларҙың формаларын телмәрҙә ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен камиллаштырыу.
Тыуған көн.
2
Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү йолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.
Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр үҙләштереү. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау яҙыу.
Башҡортостан.
2
Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе.Башҡорт иле, уның халҡы,тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары.
Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу.
Сәйәхәт.
2
Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сынығыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.
Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын, менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.
Байрамдар.
2
Башҡортостанда байрамдар, уларҙың төрҙәре, әҙерлек мәшәҡәттәре.
Башҡорт халҡының милли байрамдары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Предметтың билдәләрен, уларҙың сағыштырыу формаларын практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
Ҡабатлау.
1
Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлек байлығын байытыу. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
4 класс
Йөкмәткеһе
1 сентябрь – Белем байрамы
1
Бөтә балалар өсөн ҙур байрам – 1 сентябрь, уҡыу, йәйге каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу.
Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Темаға ҡараған һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.
Мәктәптә
4
Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, дәрестәр тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.
Башҡорт теленең лексикаһы. Һүҙ, уның лексик һәм грамматик мәғәнәһе (практик үҙләштереү).
Ғаилә. Хеҙмәт
3
Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте. Һөнәрҙәр төрлө, уларҙың һәр береһе лә кәрәкле. Һөнәр һайлау.
Башҡорт телендә исем. Исемдең күплек, берлек формалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Синоним, антоним исемдәр.
Хобби. Буш ваҡыт.
4
Һәр кешенең яратҡан шөғөлө, төп эше була. Бынан тыш кеше ниндәйҙер эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам итеү, киң күңеллелек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.
Башҡорт телендә эште, хәрәкәтте, белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым). Ҡылымдың мәғәнәләре, берлек һәм күплек формаһы. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше.
Транспорт. Юл. Сәйәхәт
6
Юлһыҙ тормош юҡ. Бөтә кеше юлда: йәйәүлеләр, машиналар, автобустар, троллейбустар. Юлдар ҙа төрлө. Юл ҡағиҙәләре бар. Уны күҙәтеү бик мөһим. Юлға сәйәхәткә лә сығалар. Сәйәхәттә кәрәкле әйберҙәр тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу.
Башҡорт телендә ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Үткән, хәҙерге, киләсәк заманы. Уларҙың грамматик күрһәткестәре. Ҡылымдың һөйләмдәге урыны.
Врачта. Поликлиникала
3
Кеше үҙенең һаулығы тураһында үҙе хәстәрләй. Врачҡа күренә, төрлө дарыуҙар ала. Уҡыусының һаулығы ла бик мөһим. Шуға ла был тема буйынса күберәк балаларҙың һаулығы , сынығыу, көн тәртибен күҙәтеү кеүек мәсьәләләр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу.
Башҡорт телендә сифат. Уның мәғәнәләре. Сифаттарҙың һөйләмдә исемгә бәйләнеүе. Дәрәжәләр менән үҙгәреүе.
Почтала
2
Почта, телефон, телеграф, интернет беҙҙең тормошҡа ныҡлап килеп инде. Уларҙы нисек файҙаланырға, почтала, телеграфта үҙеңде нисек тоторға, телефондан нисек һөйләшергә – был мәсьәләләр бик мөһим. Был темала бына шулар тураһында белем, һәйбәт күнекмәләр биреү күҙ уңында тотола.
Башҡорт телендә исем, ҡылым, сифаттарҙың һөйләмдә ҡулланылышы (практик күнекмәләр).
Башҡортостан тәбиғәте
3
Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.
Башҡорт телендә тиң киҫәктәр.Һөйләмдә уларҙың ҡулланылышын практик үҙләштереү.
Башҡортостанда иҫтәлекле урындар
2
Башҡортостан ерендәге, Өфө ҡалаһындағы иҫтәлекле, уникаль урындар менән таныштырыу. Башҡортостандағы данлыҡлы уҡыу йорттары, сәнғәт һарайҙары. Уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Тыуған төйәктең матурлығын күрһәтеү, әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу.
Башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәре: хәбәр, өндәү, һорау. Уларҙы практик үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланыу.
Башҡортостандың күренекле шәхестәре
2
Башҡортостан тарихында, уның бөгөнгө тормошонда күренекле шәхестәрҙең әһәмиәте бик ҙур. Күренекле шәхестәр рәтенә яҙыусылар менән артистар ғына түгел, ә йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә, спортсылар ҙа, нефтселәр ҙә, ауыл эшсәндәре лә инә.Күренекле шәхестәр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу.
Һан, уның телмәрҙәге роле, һан төркөмсәләре. Уларҙы практик үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланыу.
Ауыл тормошо.
Башҡорт аты.
3
Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, эш- шөғөлдәре. Игенсе, малсы механизатор хеҙмәте. Ауылда аттың файҙаһы тураһында һөйләшеү, текстар уҡыу.
Алмаш, һорау һәм зат алмаштары, телмәрҙәге роле. Алмаштарҙың телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланыу.
Башҡорт халыҡ ижады
1
Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә. Әкиәттәр. Йырҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе ғалимдар тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.
Башҡорт телендә рәүештәр, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланыу.
Балалар ижады.
1
Балалар ижадында йырҙар, ҡобайыр элементтары, әкиәттәр, көләмәстәр, тел көрмәлдергестәр, тиҙәйткестәр. Балалар ижады әҫәрҙәрен уҡыу, әңгәмәләр.
Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Төрлө интонациялы һөйләмдәрҙә һүҙҙәрҙең урыны. Практик үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланыу.
Ҡабатлау.
1
IV класта үтелгән грамматик темаларҙы ҡабатлау. Тикшереү характерындағы эш башҡарыу.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
1.Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
· текстың планын төҙөү;
· текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.
2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;
· текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;
· тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
· 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;
· тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
· әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
· текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;
5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау:
1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
2. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.
Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.
Уҡыу техникаһын тикшереү.
Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Ҡысҡырып уҡыу.
Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.
Эстән уҡыу.
Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.
Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:
- Класс
Һүҙ
Билдә
Эстән уҡыу
2
30 - 40
100 - 120
35 - 40
3
40 - 50
120 - 150
45 - 65
4
55 - 65
150 - 200
75 - 85
Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;
2) һүҙлек диктанты;
3) ғәҙәти диктанттар;
4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;
5) иншалар;
6) тестарға яуаптар яҙыу.
Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.
Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:
- Эш төрҙәре
Кластар
2
3
4
Күсереп яҙыу
1
1
1
Һорауҙарға яуаптар яҙыу
1
2
1
Диктант
2
2
2
Инша
1
1
1
Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме:
-
Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы:
Мәғлүмәт сығанаҡтары:
- уҡыусылар эшмәкәрлеге;
- статистик мәғлүмәттәр;
- уҡыусыларҙың эштәре;
- тест һөҙөмтәләре.
Методтар:
- күҙәтеү;
- яуап һайлау;
- ҡыҫҡа яуап;
- башҡарыу процесын баһалау;
- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;
- портфолио.
Критерийҙар;
- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;
- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;
- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;
- уҡыуҙың темпы;
- әңгәмәлә ҡатнашыу;
- яуаптың дөрөҫлөгө;
- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.
Һылтанма: эш программаһы ҠМБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол № 2 , 15 сентябрь 2014 йыл.)
Белем биреү барышында ҡулланыласаҡ уҡыу-уҡытыу методик тәьминәт исемлеге:
Төп әҙәбиәт:
Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. – Өфө : Китап, 2015.
Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ. б. – Өфө : Китап, 2015.
Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. – Өфө : Китап, 2011.
Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. 1-4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х. - Өфө: Китап, 1997.
Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө : Китап, 2006 .
Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
Дәүләтшина М. С.. Башҡорт теле. Урыҫ мәктәптәренең 4 класы өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2013.
Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.
Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әбүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
Һүҙлектәр.
Материаль-техник саралар:
Өҫтәлмә әҙәбиәт:
Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
Әбүбәкирова З.Ф., Әбүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәре: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
«Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары; “Йәншишмә”, “Нарыштау” гәзиттәре.
Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
Презентациялар
-
24