Йылға буйында
Фольклор
Әхмәҙишина Гөлдәр Ғәли ҡыҙы
Өфө ҡалаһы, 140-сы башҡорт гимназияһы
Ҡоштар һайраған тауыш ишетелә. Әкрен генә ҡояш ҡалҡа. Иңбаштарына ҡармаҡтар һалып, биҙрәләр тотҡан малайҙар һөйләшә-көлөшә килеп инәләр. Ҡайһылары башына һалам эшләпә, ҡайһылары теүәтәй кейгән. Араларында салбар балаҡтарын төрөп алғандары ла бар. Малайҙар ҡармаҡтарына селәүсен ҡаптыра.
Алмас (һамаҡлай)
Селәүсенде бейетәм,
Биште бирһәң, мин китәм.
Ялмап йот,ялтырап сыҡ!
Тьфү, тьфү,тьфү!
Минең ҡулым түгел
Балыҡсы бабай ҡулы,- тип ҡармағын һыуға ырғыта.
Искәндәр.
Төкөрөп һалдым, тиҙерәк ҡап!
Яр башында ялтырап ят!
Ҡанаттарың ҡалтырап ят!
Тьфү, тьфү,тьфү,- тип ул да ҡармағын ырғыта.
Руслан.
Ҡап-ҡап, балығым
Ауыҙыңа керһен ҡармағың!
Әмирхан.
Ялт-йолт итеп кит,
Яр башына менеп кит!
Алмасҡа балыҡ эләгә. Балығын күнәгенә һала һәм тағы һамаҡлай.
Алмас
Ҡап, балыҡ, ҡап балыҡ
Әсәйемә ҙур балыҡ,
Атайыма ҡур балыҡ,
Биш ҡустыма – биш балыҡ.
Иван
Посредине реки
Гуляла рыбина.
Это рыба – рыбий царь
Называется пескарь,- тип балығын күрһәтә лә шешкә теҙә.
Башҡа малайҙар ҙа бер-бер артлы ярға балыҡ сығара башлайҙар.
Әкрен генә ҡояш болот аҫтына йәшеренә. Малайҙар күмәкләшеп:
Сыуағым минең, баҡ,баҡ,баҡ!
Балыҡ башын бирәм һиңә.
Түш ҡабырға булһын миңә
Сыуағым минең, баҡ,баҡ,баҡ.
Ҡояш болот артынан сыға. Малайҙар “Ура-а!” ҡысҡырып шатланып һикерешәләр.
Сәхнәгә йүгерешеп ҡыҙҙар килеп инә. Ҡулдарында силәктәр, кәрзиндәр. Малайҙарҙы күреп өйөлөшөп һөйләшәләр ҙә һамаҡлайҙар:
Малай, малай
Башы ялтыр ҡалай.
Малай, малай
Биҙрә төбөн ялай.
Малайҙар уларға бармаҡ янап: “Балыҡ ҡурҡытып йөрөмәгеҙ әле,”-тип ҡысҡыралар. Ҡыҙҙар уның һайын үсекләп таҡмаҡ әйтәләр:
Ағиҙелгә баҫма һалдым
Баҫһаң һынырға тора.
Беҙҙең ауыл малайҙары
Төртһәң иларға тора.
Малайҙар ҙа күмәкләп һөйләшеп алалар ҙа ҡыҙҙарҙы үсекләй башлайҙар.
Беҙҙең ҡапҡа тимерҙән
Уны сысҡан кимергән.
Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары
Сусҡа кеүек һимергән.
Ҡулына уйынсыҡ балыҡ тотҡан Миләүшә исемле ҡыҙ илай башлай.
Малайҙар
Илаҡ-илаҡ, ялҡытҡан,
Илап кеше ҡурҡытҡан.
Миләүшә берәү генә,
Белгәне илау ғына.
(Иван Миләүшәгә етә биреп телен күрһәтеп үсекләй.)
Ҡыҙҙар
Ивашка, Ивашка-
Деревянная рубашка,
Где носом поведем,
Там заметку кладет.
Зәбир.Ҡыҙҙар, малайҙар, етәрегеҙ инде, үсекләшмәйек! Әйҙәгеҙ, күмәкләшеп уйнап алайыҡ.
Камила.Эйе,эйе,әйҙәгеҙ уйнайыҡ!
Алмас. Йәшенмәк уйнайыҡ.
Иван. Да конечно, прятки.
Миңлегөл. Ә минең “Йәшерем яулыҡ”ты уйнағым килә.
Мәликә. Әйҙәгеҙ, йомаҡ ҡойош уйнайбыҙ. Кем дә кем йомаҡты яңылыш сисә - яза ала.
Балалар. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!
Гөлшат. Мин иң беренсе йомаҡ ҡоям. Еҫе юҡ,төҫө юҡ! Унан башҡа томош юҡ! (Һыу)
Динислам. Мин беләм, мин беләм. Ҡояш ул ҡояш.
Гөлшат. Юҡ, дөрөҫ түгел. Динисламға ниндәй яза бирәбеҙ?
Балалар. Бейеһен, бейеһен! (Динислам бейей)
Алмас. Ә хәҙер мин әйтәм. Ҡанаты бар, осмай.
Аяғы юҡ, йөрөмәй.
Миңлегөл. Уйынсыҡ самолет.
Әмирхан. Юҡ-юҡ, самолет түгел, балыҡ.
Алмас.Әмирхан йомаҡты дөрөҫ систе, ә Миңлегөлгә ниндәй яза бирәбеҙ?
Искәндәр. Республика конкурсына барып беренсе урын алып ҡайтҡан ҡобайырын беҙгә лә әйтеп ишеттерһен.
Миңлегөл ҡобайыр әйтә.
Владлена. Я тоже знаю загадку. У родителей и диток вся одежда из монеток.
Зәбир. Это рыба.
Иван. Я над речкою лежу
Оба берега держу.
Мәликә.(Сәпәкәйләп) Да это мост!
Балалар. Дөрөҫ, дөрөҫ!
Миңлегөл. (Ҡулында оҙон бау) Әйҙәгеҙ ошо бауҙың уртаһына Миләүшәнең уйынсыҡ балығын бәйләйек тә, ике яҡтан ҡапма-ҡаршы баҫып бауҙы таяҡтарға урайыҡ. Кем тиҙерәк уртаға етә, шул балыҡты эләктерә һәм еңеүсе була. Бер яғына мин баҫам.
Әмирхан. Ә икенсе яғына мин.
Икеһе лә уртаға тигеҙ етәләр.
Иван. О, дружба победила!
Әмирхан менән Миңлегөл “Дуҫлыҡ” бейеүен бейей. Балалар сәпәкәйләп дәртләндереп торалар.
Малайҙар һәм ҡыҙҙар көлөшә-көлөшә ауыл яғына ыңғайлай.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.Р.Солтангәрәева, Ә. Сөләймәнов. Башҡорт халыҡ йола уйындары. Өфө – 1997.
2.У.Ғазин. Башҡортостандың Баймаҡ районы башҡорт балалар фольклоры. Сибай-1997