Ирек Кинйәбулатовтың «Туған телем» шиғырын өйрәнеү.
( VIII класс )
Бурыстар. И.Кинйәбулатов тормошо һәм ижады менән таныштырыу. Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәтеү, яңы һүҙҙәр үҙләштереү. (әҙиптең тормошона һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. И.Кинйәбулатов портреты, китаптары күргәҙмәһе, уҡыусыларҙың И.Кинйәбулатов һәм уның ижады тураһында ижади эштәре, рефераттары.
Методик алым:әңгәмә.
Дәрес барышы
I.Ойоштороу мәле.
II.Өйгә эште тикшереү. Уҡытыусы.
Бөгөн һеҙ тел тураһында шиғырҙарҙан өҙөктәр алып килергә тейеш инегеҙ.
Уҡыусылар Н.Нәжмиҙең ,М.Кәримдең, Р.Ғәриповтың шиғырҙарынан өҙөктәр уҡыйҙар.
III. Яңы тема.
Ирек Кинйәулатовтың биографияһы менән таныштырыу. Уҡытыусы.
һәр кемдең үҙенең туған теле була. Шул телдә уның ата-әсәһе, туғандары һөйләшә.
Башҡорттарҙың туған теле - башҡорт теле. Башҡорт теленең һәм башҡорт халҡының бай тарихы бар. (әсә теле - бишек йыры; әкиәттәр, хикәйәттәр теле; бәйеттәр, ҡобайырҙар теле; сал тарих теле. (әсә теле - ул тыуған яҡтың хозур тәбиғәте лә, шашып һайраған ҡоштары ла, урман гиҙгән йәнлектәре лә, асыҡ күңелле халҡым да. Слайд. (Сабый бала, «Урал батыр» эпосының, тарих биттәренең, гүзәл тәбиғәттең һүрәттәренән өҙөктәр күрһәтеү.) Артабан, уҡыусылар, З.Биишеваның « Башҡорт теле» шиғырының юлдарын иҫкә төшөрөп үтһәк бик тә дөрөҫ булыр.
«Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис т һин.
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй илһамлы, эй хөрмәтле башҡорт теле».
Күреүегеһсә, балалар, бөгөнгө дәресебеҙ Туған тел тураһында барасаҡ. И.Кинйәбулатовтың «Туған телем» шиғыры өҫтөндә эшләп, «Исем» темаһын ҡабатлап, фекер алышыу – эшебеҙҙең төп маҡсаты. Шиғырҙы уҡыр алдынан шағирҙың ижады һәм тормошо менән ҡыҫҡаса танышып үтәйек.
Ирек Лотфый улы Кинйәбулатов 1938 йылдың 15 июлендә Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылында тыуған. Башланғыс мәктәпте үҙ ауылында тамамлағас, күрше Иҫке Бәпес урта мәктәбендә уҡый. Дүрт йыл Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырғас, Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында белем ала. Артабан ижади һәм журналист эшмәкәрлеген «Совет Башҡортостаны» газетаһы редакцияһында, «Ағиҙел», «Һәнәк» журналдарында, «Китап» нәшриәтендә эшләй. 1970 йылда уның «Баҫыу юлы» тигән тәүге китабы донъя күрә. 1973 йылдан Яҙыусылар ағзаһы, нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһының директоры була.
Ерем – мәңге йырлар йырым,
Улың тағы ҡосағыңда.
Ҡайттым һиңә. Төндәр буйы
Уттар һүнмәҫ усағыңда.
Көткән мине бөтәһе лә:
Урман, тауҙар, йәшел болон.
Ана, бала сағым булып
Сабып килә сабый ҡолон… «Ерем»
(Уҡыусыларға слайдттар күрһәтеү).
И.Кинйәбулатов М.Өмөтбаев, М.Ғафури, З.Биишева, Ф.Кәрим, Р.Ғарипов, С.Чекмарев исемендәге әҙәби премиялар лауриаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Шағир бөгөн иҙенә заман бурыстарын йөкмәгән, үҙ ер-һыуының моңдарынан көс-дәрт алған шағирҙарҙың береһе. Уның ижадында тыуған ер һәм туған тел, башҡорт халҡының үткәндәре һәм бөгөнгөһө, экологияға бәйләнешле көнүҙәк темалар бер-береһенә үрелеп бара.
Бөтә ғүмер –осош, мин дә шулай
Осоп киттем әсәм ҡулдарынан.
Уй йүнәлгән донъя серҙәренә,
Оса хыял асыш юлдарына.
Маҡсат – алыҫ, ҡараштарым асыҡ,
Ғаләмемдә күпме серҙәр бикле!..
( йыһаным- әсәм ҡулдарынан
Кешеләрҙең күңеленә тиклем. «Минең йыһан»
2. «Туған тел» тел шиғыры менән танышыу.
( хәҙер, балалар, шағирҙың «Туған тел» шиғырын уҡып үтәйек. (Шиғыр балаларға таратылып бирелә, уҡытыусы шиғырҙы тасуири уҡый.) Шиғырҙы дөрөҫ аңлар өсөн аңлашылмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлап үтеү отошлораҡ булыр, минеңсә.
Һүҙлек эше: терелеү - ожить, ара- расстояние, гүйә –словно, яҙмыш-судьба, халыҡ-народ. (һүҙлек дәфтәренә бирелгән һүҙҙәрр яҙылып ҡуйыла.)
Уҡытыусының шиғырҙы тасуири, һуңынан уҡыусыларҙың үҙ аллы һәм сылбырлы уҡыуы күҙ уңында тотола. Фекер алышыу
-Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? (Тел, халыҡ тарихы, яҙмышы, үткәне һәм киләсәге тураһында әйтелә.)
- Киләһе юлдарҙы иғтибар менән уҡығыҙ һәм мәғәнәһен асыҡлағыҙ.
«Тел тамыры- ил тамыры,
Телем тамыры тәрән.
Гүйә, нескә гөл тамыры,
Уны белеү ҙә кәрәк»
-Шағир ниндәй сағыштырыуҙы бик оҫта ҡулланған һәм ни өсөн?
-Грамматика буйынса үтелгәнде ҡабатлап үтәйек. Дәфтәрҙәрегеҙгә бөгөнг5ө числоны, теманы яҙып ҡуйығыҙ. «Исем».
«Исем» темаһы һеҙгә күптән таныш. (ҡайһы бер ҡағиҙәләр иҫкә төшөрөлә). Шиғырҙы иғтибар менән уҡығыҙ һәм исемдәрҙе ике бағанаға бүлеп яҙығыҙ.
( берлектәге исемдәр -тел, сара, ара,тамыр, ил…, күплектәге - йылдар, яҙмышыбыҙ)
IV.үтелгән теманы нығытып үтеү (Дәресте ҡыҫҡаса байҡау, яңы һүҙҙәрҙең тәржемәһен ҡабатлау. )
- Шулай итеп, «Исем» темаһын да ҡабатлап үттек, киләһе дәрестә «Ҡылым» темаһына туҡталырбыҙ.
V.- Бөгөнгө дәрестең аҙағында башҡа яҙыусы һәм шағирҙарҙың тел тураһындағы цитаталарға туҡталып үтмәй булмаҫ. (Уҡыусылар слайдтағы циттатыларҙы уҡып ишеттерә.) « Минең туған башҡорт телем - әсә һөтө менән ҡаныма һеңгән. (әсә телем- донъяны танытҡан, кешелҡр менҡн аралаштырған, белем, ғилем биргән ғәзиз телем.» (Ғ.Хөсәйенов).
« Телең барҙа илең бар,
Илең барҙа иркең бар,
Иркең барҙа күркең бар,
Ерең, күгең- икең бар,
Утың, һыуың-дәртең бар
Дәрт терәктең дүртеһен дә
Тыуып үҫкән ил бәйләй.» (Р.Ғарипов)
Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Ирек Кинйәбулатовтың шиғриәте - туған халҡына, ике ҡитғаны иңләп ятҡан бөйөк иленә бағышланған ижадының бер бөртөк тамсыһына ғына туҡталып үттек. Уның шиғриәтенә тәбиғи матурлыҡ, алсаҡлыҡ хас икәненә инандыҡ.
(Уҡытыусы шиғырҙан өҙөк уҡып ишеттерә)
« Үҙ халҡының күңелендә
Үҙ -үҙенә һәйкәл ҡуйҙы.
Хәтеренә, иҫтәренә
Онотолмаҫ итеп уйҙы.
Тағы мең-мең һүҙ өҫтәрҙәр
(ле минең әйткәндәргә.
Сал башымды ергә эйәм
Йөрәктәге һәйкәлдәргә. « Йөрәктәге һәйкәлдәр »
Баһалау. Өй эше. «Туған тел» шиғырын тасуири уҡырға.