Әлифба байрамы.
Маҡсат: класс коллективының эшенә йомғаҡ яһау;балаларҙа уҡыуға ынтылыш тәрбиәләү белем алыуға аңлы ынтылыш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Хуш ,Әлифба , Байрам менән плакаттары, Әлифба китабы , 4 бәләкәй китапсыҡ, шарҙар, мәҡәлдәр.
1.Байрам барышы.
Ҡәҙерле ата-әсәләр ! Ҡунаҡтар!Ҡәҙерле уҡыусылар!Бөгөн беҙҙә ҙур байрам-1 класс уҡыусылары үҙҙәренең яҡын дуҫы -Әлифба
менән хушлашырға йыйылдылар. Хәҙер инде улар Әлифбалағы бөтә һүҙҙәрҙе , һөйләмдәрҙе,
бәләкәй генә хикәйәләрҙе уҡырға һәм һөйләргә,
дәфтәргә матур итеп яҙырға өйрәнделәр.
Ҡәҙерле балалар!Һеҙҙе Әлифбаны тамамлауығыҙ менән ҡотлайым.Киләсәктә лә
тырышып уҡығыҙ! Белем иленең юғары баҫҡысына күтәрелегеҙ!
һеҙҙең Ҡәҙерле әсәйҙәр! Бөгөн һеҙҙең өсөн дә ҙур байрам.Балаларығыҙ
өлөшөгөҙ ҙур.Әлифба байрамы менән һеҙҙе,ҡәҙерле әсәйҙәр!
Ә хәҙер уҡыу осоронда нимәгә өйрәнгәнебеҙҙе күрһәтәйек.
1.Беренсе сентябрь көнө
Мәктәпкә башлап килдек
Ярты йыл ваҡыт үтмәне,
Уҡып , яҙырға белдек.
2.Хәҙер ,әсәй,ҙур үҫтем,
Уҡый-яҙа беләмен .
Әлифбаның биттәрен
Ятҡа һөйләп бирәмен.
3.Байрам бөгөн,байрам беҙҙә ,
Көттөк һине йыл буйы.
Ҡотло булһын,ҡотло булһын ,
Әлифба һабантуйы !
4.Белдем ,Әлифба-
Телдең асҡысы,
Белем иленең
Тәүге баҫҡысы.
5. Уҡырға өйрәнгәс инде
Күп китаптар уҡырбыҙ.
Әлифбаны һәр ваҡыт
Күңелдәрҙә һаҡларбыҙ.
6.Әлифбаның биттәрен
Уҡығы килеп тора.
Матур-матур хәрефтәрен
Яҙаһы килеп тора.
7.Ниндәй күңелле
Хәреф белеүе
Шул хәрефтәрҙән
Һүҙҙәр төҙөүе.
8.Әлифбабыҙ тамам булды,
Беҙ йыйылдыҡ байрамға.
Шатлығыбыҙ эскә һыймай,
Нисек һеҙгә һөйләргә.
Ишек туҡылдаталар.
-Кем унда?Рәхим итегеҙ!
Шайтан менән ҡыҙыҡай инә.Ҡулдарынды алтын асҡыс ," Әлифба китабы."
Ҡыҙыҡай:ҡәҙерле балалар,мин һеҙҙе байрам менән
ҡотлайым.Артабан да тырышып уҡығыҙ,тәртипле булығыҙ.
Шайтан:тыңламағыҙ уны.Бына мин рәхәтләнеп йоҡлайым,ял итәм.Һеҙ ҙә шулай итегеҙ.Уҡып мулла булаңмы,суҡып ҡарға булаңмы?
Ҡыҙыҡай:шайтан, һин балаларҙы насарлыҡҡа өйрәтмә! Мин һеҙгә Әлифба алып килдем.Ул һеҙгә бүләк булыр.
Уҡытыусы:
-Серле Әлифбаның тәүге битен асыу өсөн йомаҡтың яуабын табыр кәрәк.
Ҡат-ҡат ҡатлама,
Аҡылың булһа ,ташлама.
1-се бит.Беҙ уҡый беләбеҙ.
Хәрефтәрҙең шиғырҙарын ятлау.
Китапсыҡтар таратыу , үҙ аллы уҡыу.
Мәҡәлдәр.
Аҙ һөйләгән-күп эшләр.
Эшһеҙ кеше -көсһөҙ кеше.
Һөнәрленең - ҡулы алтын.
Кешегә соҡор ҡаҙма - үҙең төшөрһөң.
7 ҡат үлсә ,1 ҡат киҫ.
Дәфтәр,китап,парта,ручка һүҙҙәренең өн моделен төҙөү.
2-се бит.Әйҙә,уйнап алайыҡ.
Поезд уйыны.Байрам-мәктәп-парта...
3-сө бит.Иҫәп белһәң –уңырһың.
Карточкалар буйынса миҫалдар биреү.Мәсьәләләр төҙөү.
4-се бит.Күп уҡыһаң,күп белерһең.
-Күп белер өсөн нимәне уҡыр кәрәк?
-Китапты һеҙ ҡайҙан алаһығыҙ?(яңы китаптар менән танышыу)
Йомғаҡлау.
-Һеҙгә өйгә эштәрегеҙҙе эшләргә кем ярҙам итте?
Уларға ҙур рәхмәт әйтәйек һәм үҙебеҙ яһаған бүләктәребеҙҙе тапшырайыҡ.
-Беҙгә бушлай дәреслектәр биргән ,матур мәктәп
төҙөгән илебеҙгә ҙур рәхмәт әйтәйек.
-Беҙең илебеҙ нисек атала?
-Президентыбыҙ кем?
-Республикабыҙҙың символдарын һанап сығайыҡ.
Ҡотлау һүҙҙәре.
1-се класс уҡыусыларын ҡотлау өсөн һүҙ мәктәп
администрацияһына һәм ата-әсәләргә бирелә.
Күмәкләп сәй эсеү.