НАСЫРОВА ИЛҮЗӘ БАЯЗИТ ҠЫҘЫ,
СИБАЙ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ
1-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕНЕҢ
ЮҒАРЫ КАТЕГОРИЯЛЫ
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ
РОЛЬ ИНТЕРНЕТ -РЕСУРСОВ В РАЗВИТИИ
НАЦИОНАЛЬНОГО САМОСОЗНАНИЯ
ИНТЕРНЕТ-РЕСУРСТАРҘЫҢ МИЛЛИ ҮҘАҢ ТӘРБИӘЛӘҮҘӘГЕ РОЛЕ
Дәрескә ҡыңғырау шылтырай. Ғәҙәттәгесә, ашығып кабинетҡа инәм. Уҡыусылар дәрескә әҙерләнә. Кемеһелер өйгә эшен барлай, ә ҡайһы берәүҙәре кеҫә телефонынан айырыла алмай. Тимәк, улар интернетта…
Эйе, бөгөн кеше булмышын интернетһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Күптәр уның ярҙамында дуҫтары менән аралаша, икенселәре уның эсендә мәғлүмәт, белем эҙләй, ә ҡайһы берәүҙәр бөтә донъя селтәрендә хатта аҡса эшләүгә лә өлгәшә.
Билдәле булыуынса, бала саҡтан интернетҡа ылығыу башлана. Бала 5-7-се кластарҙа был селтәрҙәге уйындарға әүрәй. Артабан “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрендә ултыра. Эйе, балалар интернетты тик уйын йәки аралашыу сараһы ғына итеп күрмәй, әлбиттә. Унан белем, мәғлүмәт алып булғанды ла бик яҡшы белә. Ошоно беҙ, уҡытыусылар, үҙ эшебеҙҙә файҙалана алмайбыҙмы ни?!
Беренсенән, уҡыусыларға өйгә эш итеп интернеттан белешмә йәки башҡортса фильмдар алып килергә ҡушыла. Ниндәй ҙур теләк менән башҡарыла был эштәр!Үҙе тапҡан мәғлүмәт менән уҡыусы бөтә класс алдында сығыш яһай, төп иғтибар үҙәгендә була. Материалды ҡайҙан, ниндәй сайттан алыуын да әйтә. Уҡыусы әҙерләнеп килгәс, үҙен ышаныслы, иркен тота.
Икенсенән, уҡытыусының кабинетында интернет селтәренә тоташҡан компьютер булһа, эше күпкә еңеләйә. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, уҡыу кабинеттары заман техникаһы менән йыһазланған булырға тейеш. Кабинетта компьютер һәм интернет селтәре булмаһа ла, хәҙер бөтәһенең дә тиерлек шәхси ноутбугы һәм модемы бар. Әйҙә, рәхәтләнеп файҙалан! Дәрес ваҡытында 5-7 минут интернетҡа инеү дәресте ҡыҙыҡлы, заманса итеп үткәреү мөмкинлеге бирә. Электрон һүҙлектәр менән файҙаланыу башҡорт Википедияһынан мәғлүмәттәр алыу ғына түгел, ә ҡайһы бер мәҡәләләрҙе мөхәррирләү, тәржемә итеү күнегеүҙәре – бөтәһе лә уҡыусыларҙың ҡулынан килгән эштәр.
Балалар күп ултырған “Бәйләнеш”тә сайтында башҡорт яҙыусылары, шағирҙарына арналған төркөмдәр күп. Һәр уҡыусы әҙәбиәт дәресе өсөн өҫтәлмә материал (фотоһүрәттәр, әҫәрҙәр, видеояҙмалар, йырҙар, әҫәрҙәр буйынса төшөрөлгән фильмдар) таба ала. Шулай уҡ уҡыусылар үҙҙәре эшләгән тест, викторина һорауҙарын,инша,әҫәрҙәргә иллюстрацияларҙы ошо төркөмдәргә тәҡдим итә ала.
Халыҡ өсөн иң мөһиме – туған теле. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов яҙғанса, иле юҡтың ғына теле юҡ.
“Минең Рәми”, ”Халыҡ шағиры Бикбай” интернет конкурстары шиғриәтте яратҡан бик күптәрҙе берләштерҙе. Уҡыусым Исхаҡова Ләйсән был конкурста үҙен һынап ҡараны. Шулай уҡ гитарала уйнап йырлаусыларҙың “Ҡош юлы” беренсе интернет конкурсын күҙәтеп барыу уҡыусыларҙы башҡорт шиғриәтенә, башҡорт музыкаһына тағы ла нығыраҡ ылыҡтыра, ошондай конкурстарҙа ҡатнашып ҡарау теләген уята.
Хәҙерге ваҡытта ВКонтакте һикһән телгә тәржемә ителгән, ә ҡырҡ варианты эшкәртмә үтә. Ҡулланыусыларға Европа һәм Азия телдәренән башҡа, юғалыу ҡурҡынысы янаған, бөтөп барған телдәрҙә лә аралашыу мөмкинлеге асыла. Рәсәйҙә ике йөҙ милләт йәшәй, күптәренең үҙ диалекттары һәм яҙыуы бар.
ВКонтакте башҡортса интерфейсы тапшырылғандан һуң күп уҡыусылар башҡортса аралашыуға күстеләр, был бик яҡшы. Башҡорт телендәге VK-ға күскәндән һуң да эш туҡтамай. Берләшмә яңы проекттар ойоштора башланы. Проектҡа ҡушылырға, ярҙам итергә теләүселәргә һылтанма буйынса инеп теркәлергә генә ҡала. Моңло, яғымлы, һығылмалы, күркәм, наҙлы Туған телебеҙҙе таратыу һәр бер кешенең ҡулынан килә. Шәхси сәхифәләрҙә дуҫтарҙы башҡортса открыткалар менән ҡотлау ҙа бик әһәмиәтле, туған телебеҙҙең байлығын, матурлығын таратыу өлгөһө. Үҙ-ара башҡортса аралашыуҙа, матур ҡотлау һүҙҙәрен туған телдә әйтеүҙә, телебеҙ күркен һаҡлау өсөн үҙ өлөшөбөҙҙө индереүҙә башҡорт телен һаҡлап ҡалған ата- олатайҙарға рәхмәтебеҙ сағылһын. Бындай рәхмәттәр ни тиклем күберәк булһа, шул саҡлы телебеҙ өсөн мәртәбә булыр!
Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың электрон варианты, башҡорт халыҡ әкиәттәре, [link] , сферик панорамалар тип аталған сайттар отошло.
Милләтебеҙҙең аҡыллы, уҡымышлы, рухлы зыялылары булып, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү һәм һаҡлау өсөн һәр беребеҙ ҡулынан килгән тиклем тырышырға тейеш. Сөнки, һәр милләт шәхестәре менән көслө! Был тәңгәлдә һәр беребеҙгә өлгө күрһәтеүсе, башҡорт телен донъя кимәлендә танытыуға үҙ өлөшөн индереүсе милләттәшебеҙ, веб-дизайнер Илдар Кинйәбулатовтың эше маҡтауға лайыҡ. “Башҡорт проекты” сиктәрендә «Китаптар» башҡорт электрон китапханаһының төп версияһын эшләтеп ебәреүе ҡыуаныслы хәбәр. Бынан һуң башҡортса яратҡан китапты эҙләп, интернет гиҙеүҙең кәрәге ҡалмаҫ, балалар китаптарынан һәм классиканан фәнни хеҙмәттәргә тиклем барыһы ла уңайлы бер ресурста тупланды. Ә иң мөһиме — башҡортса уҡыу мөмкинлеге бар!
Бөгөн йәштәр аңлы, белемле, динле һәм, иң мөһиме, маҡсатлы. Йәштәргә аң-белемгә ынтылырға һәм ата-баба кәсебен үҫтерергә кәрәк. Шулай ҙа зарланырға түгел, яйлап барыһы ла ана шул дөрөҫ юҫыҡҡа бара. Шуға күрә, милләт тә, тел дә, рух та бөтмәйәсәк, әҙәбиәткә ғашиҡ китап уҡыусылар ҙа юҡҡа сыҡмаясаҡ. Зауыҡлы, уйлы кешеләр элек тә булды, киләсәктә лә буласаҡ.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
Аҙнағолов Р.Ғ. Үҫтереүле уҡытыу методикаһына инеш. Шәхес тәрбиәләүҙең көнүҙәк мәсьәләләре- Өфө: БР ФА, “Ғилем”нәшриәте, 2011, 81-се б.
Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологияларҙы ҡулланыу (методик ҡулланма). – Өфө, НМЦ “Педкнига”, 2008. – 204 б.
Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу /Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап , 2009, 31-се б.
Баһауетдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр (методик ҡулланма).-Өфө: Информреклама, 2003.-136 б.